«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҒРЫ - 2
+  - 


-Тик уның һөйөүе, аҙаҡ аңлауымса, әсәйеңә яуап итеп түгел, ә беҙҙең ярайһы ғына бөтөн донъябыҙға ҡарата тоҡанып киткән. Була бит ер йөҙөндә әҙәмдәрҙең шундайы ла. Мин үҙем уны тәү күргәндән үк мөрхәтһенмәнем. Күңелем нимәлер һиҙгән һымаҡ, һеркелдәп тик торҙо. Саманан артыҡ ябай, бигерәк татлы телле һәм ялағайлыҡҡа тартым итәғәтле ине ул. Ә ир кешегә юхаланыуҙың артығы килешмәй. Ана шуныһы оҡшаманы миңә.
- Ә әсәйем? Әсәйем күрмәнеме һуң ошоларҙы?
- Әсәйеңме? Ул тегенең яһалма ҡыланышынан һушын юйҙы. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, ысын ир затының ниндәйерәк булырға тейеш икәнлеген белмәгәс ни. Өйләнешергә тәҡдим алыу менән шунда уҡ, уйлап та тормаҫтан, ризалығын бирә һалды. Һыңар бөртөк баламдың күңелен китмәйем, тигән булып үҙем дә өндәшмәнем. Ә, яҡшатланып тормайыса, өндәшергә кәрәк булған. Хәйер, минең әйтеүемдән фәтүә булыр инеме икән, белмәйем. Ҡолағына ҡәҙәр ғишыҡ утына сумған әсәйең ул мәлдә бер кемде лә тыңлап торорға һәләтле түгел ине шикелле.
- Өләсәй! Ә ғишыҡ уты тигәнең нимә була?
- Ғишыҡ утымы? Ул һәр кемде аҡылдан яҙҙырыр хәлгә еткереп, бар булмышын йә көйҙөрөп, йә күктең етенсе ҡатына күтәреп алыр көс. Ул көскә әле бер кешенең дә ҡаршы тора алғаны юҡ. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, йөрәгеңдән алда аҡылыңа ҡолаҡ һал, тиҙәр ҙә бит... - Сәғиҙә һөйләүенән туҡталып, ирекһеҙҙән эркелеп киткән күҙ йәштәрен ҡоротоп алды. Алда әйткәнемсә, аҡыл тигәнең әлеге мәлдә зәғифләнгән була. Аҡылды тыңлай белер өсөн дә аҡыл кәрәк. Ҡыҙғаныс, күңелендә боҙоҡлоҡтоң тамсыһы ла булмаған әсәйеңден дә йөрәге аҡылынан алды йөрөнө. Эй-й, йәшлек! Нимәләр генә ҡыландырмайһың һин кешеләр менән!
...Туйға тиклем, тигән булып теге ир әсәйеңде район үҙәгенә күсереп алды. Тәүге осорҙа былай арыу ғына йәшәп киткән һымаҡтар ине. Тормоштарының көйлө генә башланып китеүенә мин дә ҡыуанып йөрөнөм. Әле һуғыштан алда һалынған уҫаҡ өйөбөҙ иҫкереп киткәнлектән, яңы торлаҡ йүнләргә ҡарар иттек. Барлы-юҡлы аҡсамды, һуңғы тиненә ҡәҙәр, буласаҡ атайыңа тотторҙом да сығарҙым. Йә инде, исмаһам, ҡош телендәй булһа ла ҡағыҙ яҙҙырып алһамсы!..
- Алданымы? - Мәҙинәнең был һорауы балаларға хас ябайлыҡ менән яңғыраны.
- Алдауҙы ғына һөйләйһең, ищеү нисегерәк төп башына ултыртты. Уның ошоғаса эшләгән һәр эше яһалма, һәр һүҙе ялған, барлыҡ ҡыланыштары ла исем өсөн генә булған икән. Хатта өйләнеүе лә дөйөм ятаҡтан урын алыу өсөн генә булған. Сөнки буйҙаҡтарға унан урын бирмәйҙәр.
Ә иң аптыратҡаны, яһил әҙәмдең Сибай ҡалаһында ғаиләһе барлығы асыҡланғас булды. Бер йәше тулыр-тулмаҫ улын ҡарап ултырған ҡатыны тегенең мажаралары хаҡында белмәгән дә. Ҡайҙан белһен, уны ла бит: "Себерҙә эшләп йөрөйөм, тиҙҙән күп итеп аҡса алып ҡайтам", - тип алдаған булған. Хәйер, күп итеп аҡса алып ҡайтам, тигәне дөрөҫлөккә тап килә инде былай.
Ғәзиз баламдың ауыҙынан өҙөп, үҙемде ҡыҫып йыйған егерме мең һумды ҡулына төшөрөү менән уның холҡо ҡырҡа алышынды, шунда уҡ күрҙем. Егерме мең - ул саҡтарҙа ҙур дәүләт һаналды. Уға өр-яңынан ике-өс машина, йәиһә, һәйбәттән фатир һатып алырға була ине. Әйткәнемсә, теге оңҡоттоң холҡо шунда уҡ кире яҡҡа үҙгәрҙе. Юҡ сәбәпте бар итеп, әсәйеңә бәйләнер булып китте, теләһә кемдән ҡыҙғанып маташҡан булды, урынһыҙға ҡыйырһытты. Ахырҙа, никахһыҙ-ниһеҙ бергә йәшәүҙәренә йыл тулыр-тулмаҫ, әсәйеңде ҡыуалап ҡайтарып та ебәрҙе. Беҙ уның менән һуҡыр тин аҡсаһыҙ көйө, ошо ярым серек өйҙә тороп ҡалдыҡ. Бер айҙан һин донъяға килдең. Ҡыуанаһы урынға әсәйең дә, мин дә быға бик ҡайғырҙыҡ. Ҡайғырмаҫлыҡмы, ҡаш төҙәтәбеҙ, тип, күҙҙе сығарҙыҡ та баһаң: үҙ ҡулдарыбыҙ менән һине бәхетһеҙ итеп, кеше алдында мәсхәрәгә ҡалдыҡ. Ояты ни тора! Шулай ҙа әлеге хәлдәрҙең нисегерәк барып бөтөрө тураһында уйлау түгел, башыма ла килтерә алмай инем. Артабан һинең менән мине ҡот осҡос фажиғә һағалап торған булған. Һиңә ике ай ҙа тулмаған ине әле, намыҫы тапалып бысраныуҙан рухы һынған әсәйең... үҙ-үҙенә ҡул һалды. Бәләкәс сабыйын етем итерен дә уйлап торманы хатта... Сөнки уйларлыҡ һәләте ҡалмаған ине. - Тауышы ҡалтыранып киткән Сәғиҙә ҡапыл-ҡара шымып ҡалып, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо.
- Тимәк, әсәйемде атайым үлтергән булып сыға? - Ишеткәндәренән һушын йыя алмай ултырған Мәҙинә ауыр тынлыҡты боҙҙо.
- Эйе, үлтереүен үлтермәһә лә, шул аҙымға барырға мәжбүр итте.
- Әҙәм аҡтығы икән...
- Юҡ, яңылышаһың. Иң аҡтыҡ һаналған әҙәми зат та яҡындары менән ул рәүешле ҡыланмаҫ. Әсәйеңде лә әйтер инем, ниндәйҙер бер мөртәт арҡаһында балаһын үкһеҙ ҡалдырҙы. - Сәғиҙә ауыр көрһөндө. - Шулай итеп, ҡыҙым, бөгөнгө ҡырағай заман менән күҙгә-күҙ ҡарашып икебеҙ генә тороп ҡалдыҡ. Иң терәшкәндәй бер кемебеҙ ҙә юҡ. Мин инде, ярай, йәшәрен йәшәгәнмен, исмаһам, һин бәхетле булһаң ине...
"Исмаһам, һин бәхетле булһаң ине, бәпкәм... " - Мәҙинәнең ҡолаҡ төбөндә ҡасандыр өләсәһе әйткән һүҙҙәр яңғырап киткәндәй булды. Их, өләсәйем! Минең өсөн әсәй ҙә, атай ҙа, башҡаһы ла булған өләсәй генәм! Мин, тип, минең бәхет хаҡына нужаларҙың ниндәйен күрмәнең икән! Үҙең бит аслы-туҡлы булһаң-булдың, әммә мине бер ваҡытта ла тәғәм ризыҡҡа тилмертеп ултыртманың, үҙең уңып бөткән хан заманғы кейемдәреңде кейеп йөрөһәң дә, мине ҡурсаҡ ише тоттоң. Кеше алдында кәм-хур булмаһын тигәнһеңдер инде, әй, намыҫсан өләсәй! Ошоларҙың барыһын да күреп йөрөһә лә был бер нәмә лә аңламай тип уйлағанһыңдыр. Ә мин күрҙем дә, аңлай ҙа торған инем. Шулай ҙа һинең үҙ яҙмышыңды минең бәхетем хаҡына ҡорбан итеүеңдең мәғәнәһен тулыһынса әле килеп саҡ төшөнә алдым шикелле. Һинән айырылып йәшәй башлағас ҡына.
Яңғыҙ кешегә тейешле таҡа-тоҡа пенсияңды өҙөп-йолҡоп икәүебеҙгә еткерергә була, көскә осто-осҡа ялғап йәшәнең дә баһаң! Ҡулыңа аҙ ғына аҡса кергән булһа, әүәл мине ҡайғыртыр инең. Матур итеп кейендереп ҡуяһың да, үҙең, ситтән ҡарап, эй ҡыуанған булаһың. Лавканан бер нисә бөртөк "лампаси" алып ҡайтаһың да, минең шуларҙы һурғанымды күреп, йәнә ҡыуанып бөтә алмайһың. Ә үҙеңдең шул мәлдә яңы күлдәк кейәһең, татлы ризыҡты ауыҙ итеп ҡарайһың килмәнеме икән?.. Әле бына әллә ҡасан үткәндәрҙе хәтергә төшөрөүҙән һине йәлләп ултырған булам, ә шуларҙың бәйәһен бер килеп кире ҡайтара алырмынмы? Ҡайтарырмын! Үлһәм үлермен, өләсәй, ҡайтарырға тырышырмын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Шулай ҙа хәҙергә ниәтләгән ниәттәрҙе тормошҡа ашыраһы бар, ғәфү ит...

* * *

Теге фотоны күреп тетрәнгән Мәҙинә, был хаҡта берәүгә лә өндәшмәй торорға ҡарар итте. Хатта ғүмерҙә серен йәшермәгән өләсәһенә лә! Ҡағыҙ киҫәгендәге һүрәткә ышанғанда Нәҙир бит уның бер туған ағайы килеп сыға. Ошоно был өйҙә әлегә унан башҡа бер кем дә белмәй. Белмәгәне хәйерле лә. Туҡта, ә ни рәүешле Нәҙир унан өлкәнерәк булып сыға һуң? Ә, иҫенә төштө, өләсәһе бит, әсәйеңә өйләнмәҫ элек уның ҡатыны булған, тигән ине. Тимәк ҡатыны ғына түгел, улы ла булған. Үәт эт нәмә!
Әстәғи! Эткә тиңләп ултырһа ла ул кеше минең атайым була бит әле. Минең яҡты донъяға килеүемдә уның да ҡатнашлығы бар. Ә һин уны, ана, нимә эшләтергә йыйынаһың. Көфөр ғәмәл булып сыҡмаҫмы ошо? Әлегә һуң түгел, әллә кире уйларға ла ҡуйырғамы? Ә әсәйем яҙмышы? Өләсәйемдең бөтмәҫ рәнйеүҙәре? Үҙемдең күҙ йәштәрем? Улары шул килеш ҡалырға тейеш буламы? Улар өсөн кем ҡон ҡайтарыр? Ю-юҡ, яуызлыҡтың күңелен ирәйтеп, шул көйө ҡалдырырға ярамай! Яуызлыҡ ҡылынған икән, уны ҡылыусыһы һис һүҙһеҙ яуап тоторға һәм тәғәйен язаһын алырға тейешле. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Һәр хәлдә, мәктәптә беҙҙе шулай өйрәттеләр: хатта тылсымлы әкиәттәрҙә лә яҡшылыҡ яманлыҡтан һәр саҡ өҫтөн сыға.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 152

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru