Учалы ҡалаһында яһалма япмалы, һәр миҙгелдә лә эшләйәсәк сноуборд трассаһы асылыуы һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ. Урындағылар ғына түгел, ә республиканың төрлө төбәгенән, сит өлкәләрҙән дә сноуборд спортын яратыусылар ҙа был трассала күпләп киләсәгенә шик юҡ. Төбәктәге бындай үҙгәрештәр туризмды үҫтереүгә килтерәсәк, тимәк, урындағы бюджет та тулыланасаҡ. Әйткәндәй, бындай йыл әйләнәһенә эшләгән трасса Рәсәйҙә өс кенә урында бар - Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында, Эльбруста һәм Учалыла. Ғорурланырлыҡ!
Шулай уҡ ошо көндәрҙә беҙ һәр йәй ҙур кинәнес менән ял иткән Нөгөш һыуһаҡлағысында ике саңғы маршруты асылды. Береһе 2,5, икенсеһе 1,5 саҡрымға һуҙылған трассалар буйлап йөрөп тә килдек. Был төбәктең хозур тәбиғәте тураһында күп тыңлағансы, барып бер тапҡыр үҙ күҙең менән күрергә кәрәк. Шуға күрә һәр кемде ҡышҡы Нөгөш буйлап сәйәхәткә саҡырам. Үкенмәйәсәкһегеҙ!
Туризмға ҙур иғтибар бүленә республикала. Башҡа төбәктәрҙән дә туристарҙы йәлеп итеү өсөн, ысынлап та, уңайлыҡтар булдырылырға тейеш, иң мөһиме, уларҙың Башҡортостан тәбиғәтенә зыян килтермәүе һәм һәр үҙгәрештең урындағы халыҡ менән килешеп эшләнеүе. Торатау - туристарҙың яратҡан урындарының береһе. Уның тирәләй хәҙер туризм өлкәһе өсөн мөһим эштәр башҡарыла. Быйыл тау янында тағы ла алты тирмәнән торған этнокомплекс барлыҡҡа килеүе күҙ уңында тотола, шулай уҡ Маҡар ауылы янындағы шарлауыҡ тирәләй ҙә байтаҡ эштәр башҡарыласаҡ, тип белдерә туризм министрлығы. Был эштә иң мөһиме - сама белеү, туристар хаҡында ғына уйлап, урындағы халыҡтың мәнфәғәте зыян күрмәһен.
Мин Башҡортостандың күп райондарында булдым. Һәр төбәк үҙенсәлекле, матур. Ләкин ни өсөндөр туризм хаҡында һүҙ барғанда күптәрҙең күҙ алдына Белорет, Бөрйән, Күгәрсен, Әбйәлил, Салауат һәм башҡа бер нисә район килә. Ә башҡа төбәктәр ни өсөн үҙҙәренең күренекле урындары тураһында киң йәмәғәтселеккә һөйләмәй, күрһәтмәй, реклама эштәрен һүлпән алып бара. Дүртөйлө тарафтарында булғанда Ағиҙел ярында ултырған ташландыҡ йортто күрҙек. Урындағылар был йорттоң 19 быуатҡа ҡараған мәҙәни мираҫ объекты булыуы тураһында әйттеләр. Сауҙагәр Василий Зубилов төҙөткән йорт. "Эх, төҙөкләндереп, эргә-тирәһен матурайтҡанда ниндәй шәп туристик объект", тип уйлаған инек һәм ағымдағы йылдың ғинуарында был эштәрҙең башланыуы тураһында ишеттек. Төбәк башлығы белдереүенсә, яңы майҙанда сәнғәт практикаһы үҙәге, музей һәм сувенир магазиндары эшләйәсәк, күмәк саралар ойоштороласаҡ, концерттар уҙғарыу өсөн амфитеатр менән сәхнә төҙөләсәк. Ошондай тарихи урындар Башҡортостанда бик күп, уларҙың һәр ҡайһыһы бындай үҙгәрештәргә хоҡуҡлы. Республика етәкселегенең был тарафҡа ҙур иғтибар бүлеүе бик мәслихәт.
Арсен ХӨСНУЛЛИН.
Иглин районы.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|