«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮРМӘ ГӨЛДӨ ҮРМӘ ҺИН СӘСТӘРЕҢӘ
+  - 

Баҡсалары булған кешеләргә быйылғы миҙгелдә айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Дөрөҫөрәге, сәскә үҫтерергә яратыусыларға. РФ Хөкүмәте составында наркотик һәм психотроп матдәләр булған һәм мотлаҡ контролдә булырға тейеш үҫемлектәр исемлегенә тағы ла бер нисә сәскәне индерҙе.

Был исемлек, мәҫәлән, гармала, өс төҫлө ипомея, ҡалҡан кеүек япраҡлы турбина тип аталған сәскәләр менән тулыланған. Турбина тигәне инде беҙҙә осрамай тиерлек, уны икенсе төрлө Раштыуа сыбығы тип тә йөрөтәләр. Гармаланың да артыҡ матурлығы юҡ, шуға ла уның менән артыҡ ҡыҙыҡһыныусыны күргән юҡ. Ә бына ипомея һәр баҡсала тиерлек үҫә. Уның ипомея икәнен күптәр белмәй ҙә әле. Йәйен өй һалҡын, стеналар матур булһын тип ултыртҡан зәңгәр, күк, алһыу сәскәле үрмә гөлдәр тап ошо ипомея үҙе инде. Әрһеҙ, орлоғон бер төртһәң, аҙаҡтан йолҡоп бөтөрлөк тә түгел.
Йырҙарҙа йырланған үрмә гөлдәрҙе яратыу һинән хәҙер енәйәтсе яһай ала. Яңы ҡанун буйынса баҡсаңда 10 төпкә тиклем ипомея үҫтерәһең икән, административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Хатта үҫемлектең үҫеү стадияһының ниндәй осоронда булыуына ла ҡарамаясаҡтар: саҡ орлоҡтан шытып сыҡҡанмы, әллә гөрләп сәскә атып ултырамы - айырма юҡ. Ундан артып китһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла ала. Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин әйтеүенсә, был осраҡта физик шәхестәрҙе 15 тәүлеккә ҡулға алыу йәки 5 мең һум күләмендә штраф билдәләнгән. Ойошма был сәскәне үҫтерә икән, штраф күләме - 300 мең һум. Үрмә гөлдөң иҫәбе 100-ҙән ашып киткәндә, енәйәт эше тип ҡараласаҡ. Адвокат Георгий Абшилаев билдәләүенсә, күпләп үҫтергән осраҡта уларҙағы наркотик матдәләр ҙә күберәк тип табыласаҡ һәм был ҙур күләмдә наркотик һәм психотроп матдә һаҡлауға тиңләнеп, РФ Енәйәт кодексының 228, 228 1, 229 һәм 229 1 статьялары сиктәрендә ҡараласаҡ. Мәҫәлән, 228-се статья буйынса ҙур күләмдә наркотик матдә һаҡлаған өсөн 10 йылдан 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала. Шулай уҡ был үрмә гөлдө рәхсәтһеҙ һаҡлау ҙа тыйыла. 3 грамм ғына орлоҡ табыла ҡалһа, енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн сәбәп булып тора.
Әлбиттә, ботаника, үҫемлекселек буйынса фән эшмәкәрҙәре был тыйылған үҫемлектәр исемлеген яңыртып тороуға кире ҡарай. Мәҫәлән, баҡсасылар әле лә матурлығына арбалып, күп кенә ағыулы үҫемлектәр үҫтерә, акониттар, дафна, дельфиниум, рододендрондар, фитолакка шуларҙың рәтендә. Был үҫемлектәр медицинала, дарыуҙар яһауҙа ла әүҙем ҡулланыла. Уларҙың ағыулы икәнен барыһы ла белә, әммә бер кем дә уны ул тәғәйенләнешендә ҡулланмай бит. Сәскә - ул, тәү сиратта, матурлыҡ, күҙ йәме, күңел өсөн.
Был мәсьәләгә ҡағылышлы тағы ла бер мәңгелек һорау - кем ҡанундың үтәлешен тикшереп, хөкөмдар ролен башҡарасаҡ? Теоретик яҡтан, быны башҡарып сығыуы ла ҡатмарлы буласаҡ. Әммә депутаттар быны ла үҙенсә хәл иткән инде. Никита Чаплин әйтеүенсә, баҡса-парк хужалыҡтары, райондарҙың торлаҡ-эксплуатация ойошмалары, муниципалитет хакимиәттәре, коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре идаралыҡтары үҙенә ошондай өҫтәмә яуаплылыҡ алыуы ихтимал. Уларға шул уҡ үрмә гөлдө үҫтергән кешене асыҡлап, уны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙа булышлыҡ итеү вазифаһын йөкмәтмәкселәр. Власть вәкилдәре күршеләрҙең дә бер-береһен контролдә тотоу һәм, нисек кенә ҡулайһыҙ яңғырамаһын, ошаҡлашыу йәһәтенән әүҙемлек күрһәтеүенә лә иҫәп тотоуын йәшермәй. Шулай ҙа рәсми рәүештә был вәкәләт полиция хеҙмәткәрҙәренә, анығыраҡ әйткәндә, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәшеүсе бүлексәгә һалынасаҡ. Участка инспекторҙары ла күҙәтеү алып барыр, моғайын, тигән фекерҙә депутаттар. Шулай уҡ орлоҡ һатып алғанда уҡ баҡсасының исем-шәрифе кәрәкле органдарға барып эләгеүе бар. Был бигерәк тә интернет аша һатып алырға күнеккәндәргә ҡағыла.
Нисек кенә булмаһын, ҡанун ҡабул ителгән, яза формалары билдәләнгән. Шуға ла был миҙгелдең төп үҙенсәлеге - баҡсаны быға тиклем йылдар дауамында үҫкән үрмә гөлдәрҙән таҙартыу булмаҡсы. Беҙҙең төбәктә лә бик киң таралған зәңгәр, алһыу сәскәле был үрмә гөл шул рәүешле хәҙер йырҙарҙа һәм күңелдәребеҙҙә генә һаҡланыр инде.

Ләйсән НАФИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru