«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ - ӘЛМӘНДӘР БАБАЙ
+  - 

Ерҙәге тере заттар араһында тик Әҙәм балаһы ғына ғүмеренең мәңге түгеллеген алдан белеп йәшәй. Фажиғәме был? Матди донъя артынан ҡыуып, эгоһын ауыҙлыҡлай алмағандарға ауырыраҡтыр, бәлки. Рухилыҡты беренсел һанап, әхирәткә әҙерләнеп йәшәгән диндарҙар еңелерәк кисерәлер. Бушҡамы ни, мәңге йәшәгәндәй булып, донъяңды теүәллә, иртән үлгәндәй булып, намаҙға баҫ, тимәйҙәр.

Ике олатайымды ла иҫләмәйем. Дөрөҫөрәге, улар мин был донъяға килгәнсе баҡыйлыҡҡа күскән. Ә бына ике өләсәйемдең дә, әхирәткә әҙерләнеп, бикле тотҡан һандыҡтарына, үлгәс, ерләгәндә кәрәк буласаҡ төрлө әйберҙәр йыйғандары хәтеремдә. Атеистик тәғлимәттәр илебеҙҙе баҫып алған совет осоронда өләсәйҙәрем намаҙын да уҡыны, ураҙа ла тотто, әруахтарға аяттарын бағышланы. Бала саҡ аҡылыма, бәлки, уларҙың был ҡылыҡтары ҡыҙыҡ тойолғандыр, әле килеп, өләсәйҙәремдең был ғәмәлдәре үтә лә тәрән мәғәнәле булғанын аңлайым.
Туфан Миңнуллиндың "Әлдермештән Әлмәндәр" исемле лирик комедияһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағанда тереләй күрә алмаған олатайҙарымды күҙ алдына килтерҙем. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлин был үлемһеҙ әҫәрҙе, фантасмагория жанрын ҡулланып, ауыл кешеһе өсөн ғәҙәти булған ваҡиғаларҙы тәрән юмор аша, шаярыу ҡатыш бик тәрән фәлсәфәгә төрөп бирә. Спектакль барышында фани донъяның төш кенә булыуын, ә бына баҡыйлыҡҡа эйә булыуҙың ана шул төшөңдә хазина табыуға бәрәбәр икәнен аңлайһың. Шуға ла был спектакль артыҡ моңайтмай, ҡайғыртмай ғына йәшәү көсө бирә, бөгөнгө болғаныш заманда оптимистик рух һәм ыңғай энергия уята. "Бөгөн Сибай дәүләт драма театры "Әлдермештән Әлмәндәр" спектакле менән Байым мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Шундай шәп спектакль. Үлем менән йәшәү тураһында барҙы, берсә көлдөрөп, берсә илатып, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙылар. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ, тәрән мәғәнәле спектакль. Сибай театр коллективына ҙур рәхмәт, киләсәктә уңыштар һеҙгә, тағы ла матур-матур спектаклдәр көтөп ҡалабыҙ", - тип яҙа бер тамашасыбыҙ.
Бындай комментарийҙар бихисап, уларҙың һаны тағы ла артыр, тип өмөт итәбеҙ. Сөнки сибайҙар Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Иглин райондарына һәм баш ҡалабыҙға гастролгә сыға. Халҡыбыҙҙың йән йылыһын, шаянлығын, уйын-көлкөгә бай, мөхәббәтле, намыҫлы, ғорур булыуын һәм башҡа бик күп ыңғай сифаттарын үҙенә туплаған Әлмәндәр бабай менән осрашыуға рәхим итегеҙ, яратҡан тамашасыларыбыҙ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН,
театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 186

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru