«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮГӘ ЫШАНЫСТЫ НЫҒЫТТЫ
+  - 


РФ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһен һәр кем көтөп алғандыр, моғайын, сөнки илдәге, шулай уҡ бөгөнгө халыҡ-ара хәлдәр менән бәйле йәмғиәттә юғары кимәлдә баһа биреүҙе көткән мәсьәләләр һәм һорауҙар тупланып киткәйне. Президент был йәһәттән Махсус хәрби операция, геополитик хәлдәр, социаль сәйәсәт, илде технологик йүнәлештә үҫтереү, эшҡыуарлыҡты күтәрмәләү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса яҡындағы алты йыллыҡҡа ғына түгел, ә илдең ышаныслы һәм оҙайлы үҫешенә булышлыҡ итәсәк стратегик бурыстарҙы ла көн тәртибенә ҡуйҙы. Уның әйтеүенсә, Мөрәжәғәтнамә программаһындағы башланғыстар граждандарҙың тәҡдимдәренә нигеҙләнде.

МХО-ла ҡатнашыусылар хаҡында. "Бөгөн Ватаныбыҙ мәнфәғәтендә көрәшеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдерәм. Бөтөн халыҡ һеҙҙең ҡаһарманлыҡтар алдында баш эйә", - тине Путин һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға төбәп һәм конфликт барышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте. Рәсәй халҡының күпселеге МХО-ны хуплауын белдереп, һынауҙарға, юғалтыуҙар ҡайғыһына ҡарамаҫтан, һайлаған юлдан тайпылмаясаҡ, тине ул. Рәсәй яугирҙарының хәрби мөмкинлектәре күп тапҡырҙарға артыуы билдәләп кителде. "МХО-ны тамамлау, уның бөтөн бурыстарын да үтәү, нацизмды тамырынан ҡоротоу, суверенитетты һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген яҡлау өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ", - тип белдерҙе Президент. Ул махсус операцияла ҡатнашыусылар менән даими осрашып, аралашып тороуы хаҡында һөйләне һәм был ҡаһарман егеттәр менән сикһеҙ ғорурланыуын, уларға таянырға мөмкин булыуына ныҡлы ышаныс белдерҙе. МХО ветерандары йәмғиәттә, мәғарифта, дәүләт компанияларында, бизнес һәм дәүләт идараһында алдынғы урындарҙа булырға, Хәрби көстәр хеҙмәтендә өҫтөнлөклө үрләтелергә тейештәр. Улар шулай уҡ илдең төп вуздарында юғары белем һәм һөнәр алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡтар.

Көнбайыш менән мөнәсәбәттәр. Украинаға НАТО ғәскәрен ебәреү хаҡында һүҙ ҡуҙғаталар. Ҡасандыр беҙҙең илгә яу менән килгәндәрҙең яҙмышын яҡшы хәтерләйбеҙ. Әле иһә ихтимал булған интервенттарҙы күпкә фажиғәлерәк эҙемтәләр көтә, сөнки, улар тарафынан һөжүм була ҡалһа, Рәсәйҙең Көнбайыш биләмәһендәге сәптәрҙе лә юҡ итергә һәләтле ҡоралы бар. Ҡорал, тигәндән, В.Путин тиҙҙән күрһәтеләсәк "Сармат" баллистик ракеталары, МХО барышында ҡулланылған тауыш тиҙлегенән дә шәберәк "Циркон", "Кинжал", "Авангард" ракета комплекстары, "Пересвет" лазер комплексы, "Посейдон" һыу аҫты аппараты, "Буревестник" ҡанатлы ракеталар тураһында телгә алды һәм илебеҙҙең теләһә ниндәй һөжүмде кире ҡаға алырлыҡ стратегик ядро көстәренең тулы хәрби әҙерлек хәлендә тороуына ишара яһаны. Шул уҡ ваҡытта Президент нисәнсе тапҡыр инде стратегик тотороҡлолоҡ буйынса Рәсәйҙең АҠШ менән килешеүгә әҙер булыуын, әммә Вашингтондың идара даирәләре фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуҙары арҡаһында уларҙың шарттарын бер яҡлы ғына ҡабул итеү мөмкин булмауын белдерҙе.

Фәҡирлеккә ҡаршы көрәш. Бөгөн Рәсәйҙә халыҡтың 9 проценты һәм күп балалы ғаиләләрҙең 30 проценты фәҡирлектә йәшәй. 2030 йылға был һан кимәле 7 проценттан кәмерәк булырға тейеш. Мөрәжәғәтнамәлә аҙ тәьмин ителеүселәргә ярҙам саралары ҡаралыуы хәбәр ителде: 2030 йылға эш хаҡының минималь күләме әлеге 19,2 меңдән 35 меңгә тиклем арттырылырға тейеш. Шулай уҡ Путин бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡтарында илдең төрлө төбәктәрендә төрлөсә айырма булыуын ғәҙелһеҙлек тип атаны һәм Министрҙар кабинетына киләһе йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренә түләүҙең яңы моделен эшләргә ҡушты.

Ғаилә ҡиммәттәре, тыуымды арттырыу. Ғаиләләр хаҡында хәстәрлек - төп иғтибар үҙәгендә. Әсәлек капиталы 2026 йылғаса тип ҡаралыуға ҡарамаҫтан, ул 2030 йылға тиклем дауам ителәсәк. Ғаиләлә өсөнсө бала донъяға килгәндә Президент ипотекаға дәүләт иҫәбенә түләү программаһын 450 мең һум күләмендә билдәләргә тәҡдим итте. Ғаилә ипотекаһы программаһы 2030 йылға тиклем дауам итәсәк. Яҡындағы алты йылда тыуымды тотороҡло арттырыуға йүнәлеш бирелә. Былтыр иһә 1,265 млн сабый тыуҙы - был һуңғы 23 йыл эсендәге иң түбән күрһәткес. Ғаиләләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыу, тыуымды арттырыу йәһәтенән "Ғаилә" милли проекты эшкә ҡушыласаҡ. "Рәсәй төбәктәре балалы ғаиләләргә үҙҙәренең ярҙам сараларын тормошҡа ашыра. Тыуым кимәле уртасанан түбән булған төбәктәргә булышлыҡ итергә тәҡдим итәм. 2030 йылға тиклем ошондай төбәктәргә 75 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтербеҙ", - тине Президент. Рәсәйҙә ярлылыҡ проблемаһы киҫкен тора, ул "халыҡтың 9 проценттан ашыуына ҡағыла", тип белдерҙе Владимир Путин. "Ә ишле ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәле яҡынса 30 процент тәшкил итә. 2030 йылға күп балалы ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәлен 12 процентҡа тиклем кәметергә өлгәшергә кәрәк", - тине ул. "Ҙур һәм күп балалы ғаилә нормаға әйләнергә тейеш", - тине Владимир Путин. Бынан тыш, Рәсәйҙә тағы ла "Оҙайлы һәм әүҙем тормош", "Кадрҙар", "Рәсәй йәштәре", "Мәғлүмәттәр иҡтисады" милли проекттары ғәмәлгә индерелә.
Бизнесты үҫтереү. Рәсәй бизнесы ватан юрисдикцияһында эшләргә һәм аҡсаны сит илгә сығармаҫҡа тейеш, юғиһә, уларҙың юҡҡа сығыуы ихтимал. Бәләкәй һәм урта бизнес ил иҡтисадына ҙур өлөш индерә. Шуға күрә Владимир Путин уларға ҡарата баҫым яһауҙарға ҡаршы булыуын белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа йәш эшҡыуарҙар һаны арта бара (20 процентҡа), уларға ярҙам итергә кәрәк. "Улар өсөн бер ниндәй штрафтар ҙа, һалымды ҡайтанан иҫәпләүҙәр ҙә булырға тейеш түгел", тип билдәләне Президент.

Шулай итеп, донъя шаңдауы. Рәсәй Президенты мөрәжәғәтнамәһен көнбайышҡа ишара, тип атаны Reuters агентлығы: "Путин, әгәр ҙә Көнбайыш илдәре Украинаға хәрби көстәр ебәрә ҡалһа, бының ядро һуғышына сәбәпсе булыуы ихтимал". Financial Time хәбәр итеүенсә, Путин сығышындағы маҡсаттарҙың береһе әлеге хәл иткес мәлдә Көнбайыш илдәренең Украинаға ярҙамын сикләргә ынтылыу. Sky News белдереүенсә, Бөйөк Британия премьеры Риши Сунактың вәкиленә Путиндың, Украина конфликтына Көнбайыштың ҡыҫылыуы ядро һуғышы ихтималлығы тыуҙыра, тигән һүҙҙәре ныҡ тәьҫир иткән. The Wall Street Gоurnal гәзите, Рәсәй лидерының Президент һайлауҙары алдынан был сығышы Путиндың еңеүгә ышанысын нығытты, тип яҙҙы.


"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru