«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ АТАЙ-ӘСӘЙҘЕ ЛӘ ТӘРБИӘЛӘРГӘ ТУРА КИЛӘ
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Әлфиә КӘРИМОВА, Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы директоры: Борсоған мәсьәләләр байтаҡ, шулай ҙа быйыл, Ғаилә йылында, балаларҙың туған телгә, ғөмүмән, тормошҡа ҡарашына, тәрбиәгә иғтибар күберәк бүленер, тим. Был уҡыусылар менән генә эшләүҙән тормай, ә уларҙың ата-әсәләре менән бер һүҙле булыуға ла бәйле. Утыҙ йылдан ашыу мәғариф өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, насар, уңышһыҙ бала юҡ, ә уны уңышһыҙ итеүселәр - улар ата-әсә һәм беҙ, тим. Бала үҙенән-үҙе тәртипһеҙ, аҡылһыҙ, белемһеҙ булмай. Һәр кемде мөхит һәм беҙ, өлкәндәр тәрбиәләйбеҙ. Шуға бөгөн башҡа төрлө фекерләгән балалар тураһында һөйләгәндә уларҙың ата-әсәһен дә күҙ уңында тоторға кәрәк.
Ә бит улар ҙа үҙгәрҙе. Уларҙың тәрбиәүи эшкә, балаларының уҡыуына ҡарашы һүлпәнәйҙе, сөнки аңды интернет үҙгәртте. Бигерәк тә балаларҙың китап уҡымауы ҡурҡыныс күренеш. Быларҙы мин дөйөм күренештәрҙән алып әйтәм, сөнки беҙҙең Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһында, шөкөр, атай-әсәйҙәр әүҙем позициялы, балаларына туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәрбиә-тәртип йәһәтенән дә иғтибарлылар һәм уҡытыусылар менән дә яҡшы мөнәсәбәттә торалар. Ә бит ата-әсә һәм уҡытыусы араһында аңлашылмаусылыҡтар йыш тыуып торған белем усаҡтары ла була, был инде педагогтың эшенә ҡамасаулай. Бында былай ҙа педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән мәктәптең хәле тағы ла ауырлаша: уҡытыусылар балалар насар булғанға түгел, ә ата-әсәләрҙең үҙенә хеҙмәт күрһәтеүсе итеп ҡарауын тойоуҙан был өлкәнән китә.
Шуға, Ғаилә йылында ошо ике өлкәне берләштереп, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, хеҙмәттәшлек тағы ла яҡшырһын ине. Йәш белгестәрҙе мәктәптәргә ылыҡтырыу өсөн, элекке кеүек, тәүге өс йылда мотлаҡ мәктәптә уҡытыусы булып эшләүҙе талап итергә кәрәктер, бәлки. Дәүләт бит вуздарҙа бюджет бүлегендә уҡығандарға сығымдар һала, шуны ҡайтарыу маҡсатында йәш белгестәр 3 йыл хеҙмәт итһә, мәктәптә, бындағы мөхиткә, коллективҡа өйрәнеп, артабан да тороп ҡалыр ине. Ике смена эшләгән һәм иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем мәктәптән ҡайтып инмәгән уҡытыусылар бар бит, юғиһә.
Шунан, ҡатнаш никахта булған ғаиләләр балаларына туған телен уҡытырға теләп, ғариза яҙғанында ир менән ҡатын араһында тыуған аңлашылмаусылыҡтар ҙа мәктәп иңенә ятып ҡуя ҡайһы саҡ. Бында инде береһе башҡорт булып, балаһына башҡорт туған телен уҡытырға теләһә, икенсеһе ҡаршы була һәм талаш китә. Ә бит башҡа предметтарҙы уҡытабыҙмы-юҡмы тип бер ҙә һорап тормайҙар, нишләп нәҡ башҡорт теленән генә ғариза яҙырға тейештәр һуң?
Башҡорт телен уҡытыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, тағы бер күңелемә ятмаған мәсьәләне лә әйтеп үтәйем әле: башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тип, йыйынтыҡтар, методик ҡулланмалар һәм хатта дәреслектәр төҙөү теләге менән янған кешеләр бар, әммә башҡорт әҙәби теле берәү бит! Мәҫәлән, мин үҙем Учалы районы Ураҙ ауылы типтәрҙәренән. Беҙҙә лә диалект теле бар. Әммә беҙ әҙәби телдә матур итеп һөйләшәбеҙ. Улайға китһә, башҡорт теленең нисә диалекты булһа, һәр береһенән шундай әсбаптар, һүҙлектәр булдырайыҡмы? Уҡыған кеше әҙәби башҡорт телен аңлап уҡый, уҡымағаны төньяҡ-көнбайыш түгел, әллә ниндәй диалектҡа үҙгәртһәң дә уҡымай. Бер бөтөн булған телебеҙҙе бүлгесләмәһәк ине.
Һәм тағы. Балалар хәҙер интернет донъяһынан барыһын да үҙләштерә, иң ҡурҡынысы, улар еңел ысул менән тиҙ генә аҡса эшләп алыу юлдарын да күрә һәм был уларҙың уҡыуға ҡарашын үҙгәртә. Элекке кеүек, ниндәйҙер матур һөнәргә эйә булыу, уның өсөн тырышып уҡыу кәрәк, тигән уй юҡ уларҙа. Киреһенсә, уҡымайынса ла аҡса эшләп була, тиҙәр. Атай-әсәйҙәр үҙҙәре лә ҡайһы осраҡта "Был предметтан БДИ тапшырмайбыҙ, нишләп ул дәрестә ултырырға тейешбеҙ?" - тигән һорау бирә. Кеше шәхес булып үҫһен өсөн донъяға киң ҡарашлы булырға тейеш, тигәндә, көн һайын тирә-яҡтан яуып торған мәғлүмәттәр күплегенә, бөгөн уҡып иртәгә онотоуҙарына һылтаналар һәм ҡаршылыҡ белдерәләр. Шуға күрә, аңлатыу эштәре алып барырға, мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һәр ваҡыт алдынғы ҡарашлы, һәр яҡлап үҫешкән булырға, заман менән бергә атларға кәрәк.

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 106

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru