«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАҠ МӘСЬӘЛӘ ТҮГЕЛ
+  - 


Элекке йыл, былтырҙары эт темаһы менән эт булынғайны инде. Улай ғынамы, бөтөн ил сыр-сыу килде бит: кешеләргә, бигерәк тә балаларға ташланып, фажиғәләр сәбәпсеһе булған берәҙәк эттәр буйынса бәхәс һәм ризаһыҙлыҡтар әле булһа килеп сығып тора. Дөрөҫ, берәҙәк эттәр бер аҙ кәмей ҙә төштө, буғай, ҡайһыларының ҡолағына чип та ҡуйып ебәрелгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, эттәр мәсьәләһе бының менән тамамланырға уйламай.

Был йәһәттән ул бигерәк тә яҙ етә башлаһа, тирә-йүндәге бысраҡлыҡтар менән бергә яңынан ҡалҡып сыға. Тик был юлы өйҙә аҫралған һәм күптән "йорт хайуандары" төрөнә ингән дүрт аяҡлы "дуҫтар" тирәләй низағтар ҡуйыра башлай. Кемгә - дуҫтыр ҙа, ә кемгә - тирә-яҡты яҙын ғына түгел, ҡыш буйына ап-аҡ ҡар өҫтөнә, кеше йөрөгән юл һәм һуҡмаҡтарға ҡарауы имәнес булған тиҙәк-бәүел тамғаларын ҡалдырып, кәйефте боҙоусылар һәм шуның менән йоғошло сир, микроб-бактериялар таратыусылар. Эт яҡын дуҫым булмаһа ла, бында уларҙы ғәйепләргә түгел, ә уларҙың хужалары яуаплы икәне һәр кемгә аңлашыла. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң үҙәк урамдарында нисектер, әммә Сипайлово биҫтәһен был йәһәттән таҙа район тип әйтеп булмай. Айырыуса халыҡ саф һауа һуларға, саңғы-сана шыуырға, йәйәү һәм "скандинав"тарса йөрөргә яратҡан Ҡариҙел буйы дамбаһында эт бысрағынан аяҡ баҫыр урын ҡалманы. Сәләмәт йәшәү рәүеше яратыусылар өсөн һалынған күп саҡрымлы асфальт юлды тотошлайы менән эт "һуғарыусы"лар баҫып алды һәм уларҙың йән дуҫтары аҙым һайын, исмаһам, бер аҙ ситкәрәк тә китеп тормайынса, юл эсенә, һуҡмаҡ ситтәренә мул ғына "күстәнәс" ҡалдырып китә. Ә уларҙың хужалары был эште ҡәнәғәт булып, ирәйеп ҡарап тора...
Һупайлыла 20 йыл йәшәү осоронда яңыраҡ тәүге тапҡыр бер генә тәрбиәле ҡатын осраны: этен ситкәрәк алып китеүе етмәгән, уның "күстәнәсен"... шыптыр моҡсайға һалып алып, сүп һауытына ташлап китте. Әле булһа үкенәм: был ҡатынға рәхмәт әйтергә лә өлгөрмәй ҡалдым. Бына шулайыраҡ булырға тейештер, тейем, эт тотоу ҡағиҙәләренең береһе. Дөрөҫөрәге, эт хужаһының тәрбиә кимәле. Этеңде яратаһың икән, уны аҫрау мәшәҡәттәрен дә күтәрергә, был юҫыҡта хөкүмәт тарафынан сығарылған закон һәм ҡағиҙәләргә буйһонорға тура килә.
Ә улар беҙгә билдәле, бигерәк тә эт хужалары уның менән яҡшы таныштыр, моғайын. Тәүҙә мин был турала, эй, тапҡан тема, ниндәй ваҡ мәсьәлә, тип әйтерҙәр, көлөрҙәр тип яҙырға уңайһыҙланғайным, ләкин социаль селтәрҙәрҙә был хаҡта күптән шау-шыу бара икән дә. Хатта ки абруйлы үҙәк гәзит биттәрендә лә мәҡәләләр баҫылып тора, имеш. Мәҫәлән, АиФ-Өфө гәзите бынан өс йыл элек үк "Өфө халҡы урамдарҙағы эт фекалийҙарынан зарлана" тигән баш менән ошо мәсьәләне күтәреп сыҡҡан. Унда билдәле закондарға ҡолаҡ та һалмайынса, урам һәм парк-скверҙар биләмәләрен бысратыуҙы дауам итеүсе эт хужаларына ни өсөн бер ниндәй ҙә сара күрелмәүе, исмаһам, береһенә бер тапҡыр штраф һалынмауы тәнҡитләнә. Ошо уҡ гәзиттә (АиФ-Өфө, 2018 йыл, 4 март) тағы бер мәҡәлә баҫыла һәм унда "Сипайловоның Ҡариҙел яры буйындағы йәйәүлеләр һуҡмағы кешеләр өсөнмө, әллә эттәр өсөнмө?" тигән һорау ҡуйыла һәм хәбәрсе был һорау менән Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, ләкин: "Беҙ был турала беләбеҙ, ләкин бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ",- тип ауыр һулауҙан ары китә алмайҙар һәм ҡар иреп бөткәс, күпме шәмбе өмәләре ойоштороуҙарын һанап сығыу менән сикләнәләр. Ә бит таҙалыҡ апрель-майҙа ғына түгел, ҡыш та, ҡар ирей башлаған осорҙа ла кәрәк! Күренеүенсә, баш ҡала райондары хакимиәттәре лә, уларҙың район коммуналь хужалыҡтары ла был законға "күҙ йома". Эт хужаларының тәрбиәһеҙлеге, тәртипһеҙлеге, күрәләтә закон боҙоуҙары һәм тирә-йүнде бысратыуҙары әле телгә алған коммуналь хужалыҡтар менән бер рәттән, бер кемде лә, хатта Роспотребнадзор , полиция, экология ойошмалары кеүек таҙалыҡ, тәртип өсөн яуаплы органдарҙы ла борсомай. Әлбиттә, түрә-ҡара һиңә йәйәү йөрөймө ни, улар машинала ғына елдерә һәм әлеге ише "ваҡ-төйәк"те күрмәй ҙә, күрергә лә теләмәй. Ә былай АиФ яҙамы, социаль селтәрҙәрҙә нәфрәт сәселәме - файҙа юҡ. Тимәк, бындай бысраҡлыҡтарҙан яфа сигеүсе ҡала халҡы көрәшергә тейешме законһыҙлыҡҡа ҡаршы?
Әйткәндәй, М. ханымдың "Эт бысрағын кем йыйыштырырға тейеш, эт хужаларының яман ҡылығына ҡаршы берәй сара бармы?" тигән һорауына юрист шундай яуап бирә: "Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә тураһында 2023 йыл үҙгәрештәр индерелгән Федераль закон эт хужаларынан йорт хайуандарын, йәғни эттәрҙе, махсус рөхсәт ителгән биләмәләрҙә генә йөрөтөү һәм уларҙың организм эшмәкәрлеге ҡалдыҡтарын мотлаҡ йыйыштырыу бурысын талап итә. Ләкин һәр закон норматив акттар менән нығытылырға тейеш, йәғни был эш аныҡ ниндәй органдар яуаплылығына йөкмәтелә, эт хужаларына штраф һалыу менән тәғәйен кемдең шөғөлләнеүе билдәләнергә тейеш. Тимәк, тәжрибә күрһәтеүенсә, был закон әлегә эшләмәй". Эт хужаларын тәртипкә өйрәтеү буйынса бынан дүрт йыл элек эшҡыуар Юлай Ғиниәтовтың ParaDoqs проекты хаҡында яңылыҡ телдән төшмәне. Хужалары эттәренең тиҙәген йыйып алып һалырға ҡаланың төрлө урындарында махсус дог-бокс контейнерҙар ҡуйыу ҡарала, уларға хатта әҙер моҡсайҙар дозаторы ла теркәлгән. Үкенескә, ул саҡтағы ҡала властары аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, был проект бойомға ашырылмай ҡала. Ә эшҡыуарҙың Төмәндәге хеҙмәттәше бындай проектты ҡаланың бер нисә районында бойомға ашырыуға өлгәшә, сөнки Төмән ҡалаһында таҙалыҡ булдырырға теләйҙәр. Юлайҙың әйтеүенсә, бөтә эш чиновниктарға бәйле. Яңы проекттың хатта йыйыштырылмай ҡалдырылған экскрементҡа генетик тест эшләп, этте һәм уның хужаһын асыҡлай һәм уға тос ҡына штраф сәпәй торған мөмкинлектәре лә бар. Тик был "аҡыллы" проекттың ҡасан ғәмәлгә ашыры ғына беҙгә мәғлүм түгел...
Әйткәндәй, эттән кешегә йоғоуы ихтимал 6 төрлө сир бар: кампиллобактериоз (гастроэнтеритҡа сәбәпсе булыуы бар), лептоспироз ( эт бәүеле аша), листериоз (баш мейеһен зарарлай), пастеррелез (артрит, остеомиелитҡа килтерә), ә инде эт тешләһә, уның аша сепсис, менингит, эндокордит, флегмона һәм башҡа сирҙәр башланыуы мөмкин. Эт ҡотороғо иһә айырыуса яман, был хаҡта белмәгән кеше һирәктер. Бәхеткә, мосолман халҡында өйҙә эт аҫрау яҙыҡ ғәмәл, гонаһ иҫәпләнә, ауылдарҙа ул йорт алдарында тотола һәм уны һыйпағандан һуң ҡулды ныҡлап һабынлап йыуырға кәрәк. Бер ыңғайҙа бесәйҙән дә (шул иҫәптән, тутыйғош, ҡулға өйрәтелгән сысҡандар, хатта аквариум балыҡтарынан да) кешегә хәүефле сирҙәр йоға: тимерәү, фелиноз (бесәй тырнаһа), токсоплазмоз, токсокароз (глистар) һәм башҡалар.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 159

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru