«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

VI - VIII быуаттарҙа Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең хужалығы һәм ижтимағи тормошо

Төбәктең тау алды райондарына көньяҡ халыҡтарының турбаҫлы һәм кушнаренко төркөмдәре килеүе күсеп йөрөүсе хужалыҡтар өлөшөнөң артыуына килтерә. Әммә оҙайлы һәм күп ҡарлы ҡыш шарттарында, малдарға аҙыҡты ҡар аҫтынан тибенеп табыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, килмешәк ҡәбиләләрҙең тиҙ арала ултыраҡ тормош рәүешенә күсеүе тәбиғи. Күрһәтелгән планда төркөм-төркөм булып ҡәлғә-ҡаласыҡтар, ҡеүәтле мәҙәни ҡалдыҡлы асыҡ торлаҡтар барлыҡҡа килеүе иң элгәре алдан мал аҙығы әҙерләүҙе (бесән сабыу) һәм малдарҙы ябып ҡышлатыуҙы аңлата. Күрәһең, бының өсөн элеккесә ағас ҡайырыһын, ҡарама һәм йыла кеүек ағастарҙың ботаҡтарын файҙаланыу ҙа мөһим сара булғандыр. Тау буйҙарына һәм тауҙарға йәйләүгә сығыу ғәмәлгә ингән. Туранан-тура дәлилдәр булмаған хәлдә лә, ҙур һәм көслө ырыу-ҡәбилә коллективтары, бигерәк тә дала зонаһында йәшәүселәр, быға тиклемге быуаттарҙа дах-сак-массагеттар һәм гундар кеүек үк, ҡыштарын традицион маршруттар буйынса Арал һәм Каспий буйы далаларына күсеп йөрөгәндер, тип фараз итеү тәбиғи.
Бахмут ҡәбиләләрендә малсылыҡ малдарҙы көтөүгә сығарыу юлы менән генә үҫешә алған. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Бөрө ҡәберлегенең ҡайһы бер ҡәберҙәрендә ат ите урынына сусҡа ите һалып ҡалдырылған. Көнсығыш Европаның урман халыҡтары өсөн был ҡәҙимге күренеш.
Ер эшкәртеү хужалыҡтың икенсе бер мөһим йүнәлеше булған, уның менән шөғөлләнеү эҙҙәре ҡәбиләләрҙең барса төркөмдәрендә лә табылған. Улар - Бахмут ҡәберлектәрендәге (Юғамаш, Ҡаратамаҡ һ.б.) тимер ураҡтар, турбаҫлы һәм кушнаренко ҡәбиләләре ҡаласыҡтарындағы (Имәндәш, Өфө-II) тирмән таштары. Ҡәҙимге археологик табылдыҡтар менән бер рәттән, турбаҫлы ҡәбиләләренең ер эшкәртеү менән бәйле оригиналь эҙҙәре асыҡланды. Яңы Турбаҫлы II ҡомартҡыһын тикшергән саҡта майҙаны 25-30 кв.м булған ярым ер өйҙәр тибындағы 5 торлаҡ табылды. Бер ер өйө янында диаметры 2 м, тәрәнлеге 1м тирәһе соҡор булыуы асыҡланды. Соҡорҙоң стеналары һәм төбө яҡшы итеп эшкәртелгән йоҡа таҡталар менән көпләнгән, был соҡор иген һаҡлағыс сифатында файҙаланылған. Ашлыҡ менән яртылаш тултырылған соҡор янғын ваҡытында зыянлаған, был хаҡта күмерләнгән борай (бойҙай) бөртөктәре һәм таҡта киҫәктәре һөйләй. Әйтергә кәрәк, ашлыҡты ошолай һаҡлау Көнсығыш Европаның ултыраҡ тормошта йәшәүсе, ер эшкәртеүсе ҡәбиләләре өсөн традицион ысул булып һаналған. Яҡынса 200 йыл үткәс (X б.) Ибн Фаҙлан Волга булғарҙарының игендәрен нисек һаҡлауҙары хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған. Ул яҙғанса, булғарҙар үҙҙәренең ҡунаҡтарын баллы эсемлек һәм бойҙай менән һыйлай, сөнки "уларҙың ерҙәре ҡара, һаҫыҡ, аҙыҡтарын һалып ҡуйыу өсөн биналары юҡ, шулай булғас, бер нисә көн генә үтеүгә ул боҙола, һаҫый (сереп) һәм уның менән файҙаланып булмай".
Икенсе бер оригиналь табылдыҡтарҙан Яңы Турбаҫлы ҡурғандарындағы ике ҡәберҙән алынған ҡурылған борай бөртөктәрен атап була. Ҡыҙҙырылған ашлыҡ (ҡурмас) боронғо осорҙарҙан бирле ярым күсмә тормошта йәшәүселәрҙең ҡәҙимге аҙыҡтары иҫәбенә инә. Ерләү йолаһында ҡулланыла торған аҙыҡ составын һәр саҡта ла быуаттар дауамында формалашҡан традициялар билдәләй, ошо йәһәттән VI - VIII быуаттарға ҡараған турбаҫлы ҡәбиләләренең ер эшкәртеү менән шөғөлләнеүен улар өсөн күнегелгән хәл, тип әйтеп була. Шулай итеп, археологик материал VI - VIII быуаттарҙа Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең ер эшкәртеү хужалығы кимәленең сағыштырмаса юғары булыуын дәлилләй. Ошо дәүерҙә бар урындарҙа ла ер эшкәртеүҙең һабан ярҙамында башҡарылыуын раҫлау өсөн ныҡлы ерлек бар, тип фараз итеп була. Быға, ситләтеберәк булһа ла, Вятка йылғаһы буйындағы азелин һәм Урта Волга буйындағы именьков ҡәбиләләре ҡомартҡыларында һабан тештәре (һөргөстәре) табылыуын дәлил итеп ҡарау фарыз. Ғәмәлдә VI - VIII быуаттарға ҡараған барса ҡаласыҡтарҙа һәм тораҡтарҙағы ҡаҙыу эштәре барышында халыҡтың баҡыр, бронза һәм тимер металлургияһы менән шөғөлләнеүен раҫлаусы шлак киҫәктәре, тигель, ҡалып һәм башҡа предметтарҙың һыныҡтары һәм ҡалдыҡтары табылған. Әммә быларҙы раҫлаусы иң аныҡ материал сифатында ҡәберлектәрҙә табылған күп төрлө хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдарын, биҙәүестәрҙе атап була. Төрлө ҡомартҡыларҙа табылған ошо материалдар араһында ураҡ, балта, уймыр, ҡалаҡ ҡырғыс, ҡаптырма, уҡ башаҡтарының - урында яһалған барса предметтарҙың ғәмәлдә стандарт формала булыуы күҙгә бәрелеп тора. Тимәк, металлург-кузнецтар юғары махсуслашыу кимәленә эйә булған. Хужалыҡтың ошо өлкәһенең айырым һөнәр булараҡ формалашыуы хаҡында фараз итергә була.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru