"Аси - ҡарсыҡ. Барсган кешеләре һөйләшендә".
Ошо һүҙ хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге "әсә" һүҙенә ауаздаш. Алдараҡ боронғо төркиҙәрҙең "ача" йә иһә "әкә" һүҙҙәренең оло апай тигәнде аңлатыуы хаҡында яҙғайныҡ инде.
"Ечи" - оло ағай"
Был атаманың "ача" (апай) һүҙенә яҡынлығы үҙенән-үҙе беленеп тора.
"Уҙу - ҡалҡыулыҡ. Ҡомло ҡалҡыулыҡты "кум уҙу" тиҙәр. Аргуларҙың Уҙукенд ҡалаһының исеме лә ошоға бәйле".
Боронғо төркиҙәрҙең "уҙу" һүҙе телебеҙҙәге "оҙон" тигәнгә тура килгән хәлдә ул ер өҫтөнән ҡалҡып торған бейек урынға ҡарата ҡулланылғандыр, тип фараз итергә була.
"Иҙи" - әфәнде, хужа. Әйтәләр: "Сү иҙи не тир" - минең әфәндем ни тиер?"
Был осраҡта телебеҙҙәге "үҙе" тигәнебеҙҙең "эйә" һүҙенең бик боронғо варианты булыуына ышанып була.
"Бөйөктәрҙән бөйөк Аллаһты "Иҙи" тиҙәр. Әйтәләр: "Иҙимиз ярлығы" - Аллаһ ихтыяры".
"Ара" - нимәнеңдер араһы. Шуға күрә әйтәләр: "Киши ара кирдим".
Бында "ара" һүҙенең "ар" тамыры күҙгә бәрелеп тора. Ар - тәү телдә ер тигәнде аңлатҡан. Арауыҡ, аран, аръяҡ, арғы һәм башҡа ошондай тамырҙаш һүҙҙәр телебеҙҙә байтаҡ.
"Ари - һағыҙаҡ, бал ҡорто. Бында ғәрәп теле менән тап килеү күренә, сөнки ғәрәп телендә бал "ари" тип атала, ә төркиҙәр бал етештереүсене шулай атай. Төрки чигилдар балды "ари йағы", йәғни ҡорт майы тип атай".
Беҙҙең телебеҙҙә лә ошо боронғо төрки һүҙе һаҡланып ҡалған: "әре ҡорт" тип ата ҡортто нарыҡлайҙар.
Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|