«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЙЕҮ - УЛ ХАЛЫҠ КҮҢЕЛЕ
+  - 


Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә - 85! Ошо уңайҙан Өфөлә "Бейеү - ул халыҡ күңеле" хореография сәнғәте фестивале асылды. Байрам саралары йыл буйы дауам итәсәк. 12 мартта үткән гала-концерт менән ошо изге эштәргә йомғаҡ яһала. Юбилей айҡанлы, данлы, матур традицияларға тоғро коллективҡа яңы уңыштар теләйбеҙ һәм ансамбль солистары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айбулат БАҺАУЕТДИНОВ һәм Рәзилә БИЛАЛОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Иң тәүҙә уҡыусыларыбыҙҙы һеҙҙең менән яҡынданыраҡ таныштырырға ине. Бөтөн башланғыстың нигеҙе - тыуған ерҙә. Беҙ ҙә һөйләшеүҙе бала саҡтан башлайыҡ.

Айбулат:
Мин үҙем Мәләүез ҡалаһында үҫтем. Атай-әсәйем Стәрлебаш районының Табылды ауылынан. Бала сағым күбеһенсә шул яҡта үткәнлектән, Стәрлебаш районын да тыуған ерем тип һанайым. Тимербай олатайымды ауылда "Иң беренсе бейеүсе" тип йөрөттөләр. Уға эйәрептер, бәлки, бәләкәй саҡтан бейергә яраттым. Халыҡ көйөмө, замансаһымы, айырып торманым. Олатайым үҙе лә мине гел хуплап тора ине. "Йә, ҡунаҡтарға бейеп күрһәт әле", тип дәртләндереп, бейетеп, хатта аҡса ла бирә торғайнылар.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамблен иң тәүҙә телевизорҙан күрҙем. Бер байрам уңайынан сығыш яһанылар, үҙе генә түгел, был сарала Учалынан "Ләйсән" һәм тағы бер нисә ансамбль бергәләшеп, "Гөлнәзирә" бейеүен бейенеләр. Шул тиклем күп кешенең башҡорт бейеүен камил, матур башҡара алыуын иҫем китеп ҡарап ултырҙым. Ныҡ оҡшаны. Ана шунан башлап башҡорт бейеүенә ғашиҡмын.
Артабан Стәрлетамаҡ филармонияһында быуын нығыттым. Етәксебеҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовтан оҫталыҡ серҙәренә төшөндөм. 2010 йылда әрмелә хеҙмәттә булып, бер йылдан Стәрлетамаҡҡа элекке эшемә кире ҡайттым. 2014 йылға тиклем эшләп, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбленә күстем. Коллективҡа ҡапыл ғына инеп киттем, тип әйтә алмайым, сөнки Стәрлетамаҡ бейеү ансамбленең үҙ бейеү стиле бар, унда Хәлил Ишбирҙин ҡуйған ҡағиҙәләр менән бейенем. Шуға ла күп йылдар бейегәс, хәҙер был сәнғәтте мин яҡшы үҙләштерҙем, тип уйлай инем. Ләкин яңы эш урынында күп нәмәгә өйрәнергә тура килде. Рим Сәлимйән улы Әбделмәнов бейеүҙең иң төп нигеҙҙәре буйынса минең менән өс көн шөғөлләнде. Был академик ансамбль, классик бейеүҙәр менән ҡайһы бер ҡанундар ныҡ бәйләнгән: ҡулдарҙы нисек тотоу, тыпырлатыу һ.б. Сәхнәлә үҙемде тотоуға бәйле бында өйрәнгән ҡағиҙәләр техника һәм эстетик йәһәттән юғарыраҡ. Бейеү театрында Риф Ғәбитовтың "Еҙ үксә"һен бейей торғайныҡ, уны ансамблдә лә бейейбеҙ, шулай ҙа башҡарыу стиле айырыла. Һәр номерҙың үҙ тарихы, үҙ сюжеты, үҙ холҡо бар. Теге йәки был номер ниндәй темпераментта башҡарылырға тейеш? Артист образды нисек, ни рәүешле бирә, күрһәтә? Был осраҡта техник яҡтан матур башҡарыу хатта икенсел тип тә уйлайым, сөнки ул инструмент ҡына. Сәхнә образы ҙур роль уйнай. Иң мөһиме, образды эмоциональ яҡтан дөрөҫ биреү.
Рәзилә: Алыҫ Ҡаҙағстанда тыуһам да, бәләкәстән Баймаҡ районында үҫкәс, уны тыуған яғым тип һанайым. Ярат ауылында мине Гөлдәр апай Ғәҙелшина бейергә өйрәтте. Ул миңә "Оҙонсәс" бейеүен һалды. Мәктәптә тарих уҡытыусыһы Гәүсәриә апай сәнғәт серҙәренә өйрәтә башланы. Гәүсәриә апай ижади кеше ине. Башта мәктәптә, унан ауыл клубында бейенем. Концерт номерҙары менән һауынсылар янына бара торғайныҡ. Ҙурая башлағас, әсәйем: "Күрше ауылдан Гөлнара туғыҙҙан һуң Учалы училищеһында уҡыны, шунда бараһыңмы әллә?" - тине. Мин шатланып риза булдым, бына шулай үҙемдең хыялға табан юл һалдым. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына имтихандар биреп, 2002 йылда уҡырға индем. Гөлназ Рәис ҡыҙы Ғайсарова халыҡ бейеүҙәрен өйрәтте, тип кенә әйтеү аҙ, ул үҙенең бөтә булған белемен беҙгә тапшырҙы.
Студент саҡта "Ҡойон" ансамблендә лә бейенем. Конкурстарҙа ихлас ҡатнаштыҡ. Бөтә Рәсәй Дельфы уйындарында ла сығыш яһаныҡ. Өфөлә лә ҙур саралар булһа, беҙҙе саҡыралар, киләбеҙ, ҡатнашабыҙ. Өсөнсө курста уҡығанда бейергә килгән саҡта Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Әсәҙуллина "Ҡойон" ҡыҙҙарын теҙеп, берәмтекләп ҡарап сыҡты ла минән: "Ҡасан уҡып бөтәһең?" - тип һораны. Әлбиттә, ансамблгә килеү беҙҙең өсөн бойомға ашмаҫ бер хыял ғына ине, шулай ҙа ошо һөйләшеү минең иҫтә ҡалды. Ә Гүзәл Рәшит ҡыҙы беҙҙең өсөн бейеү алиһәһе булып күренде. Мин беренсе курста уҡығанда, беҙҙең ансамблдең репетиторҙары буласаҡ бейеүселәрҙе 2-4-се курстағылар араһынан һайлап ала торғайнылар. Шулар араһынан Нәркәс Нәбиева, Эльвира Муллағолова әле лә Фәйзи Ғәскәров ансамблендә бейейҙәр. Уларҙан башҡа ла бер нисә егет-ҡыҙ килеп, ансамблгә урынлаштылар.
Мин училищены бөткәс, үҙем Өфөгә килеп тикшерелдем. Өс ай һынау мөҙҙәте менән коллективҡа алдылар. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйрәнеп, нығынып, репертуарҙы үҙләштереп бейеп китһәң, ансамблдә ҡалаһың инде. Был һынауҙы лайыҡлы үттем, 2006 йылдан үҙем хыял иткән ансамблдә эшләйем.

Һеҙҙең эшегеҙ гастролдәр менән тығыҙ бәйле. Сит яҡтарҙа ла йыш булырға тура килә. Айырыуса ниндәй мәлдәр иҫтә ҡалды?

Айбулат:
Беҙгә күп йөрөргә, күп матур ерҙәр менән танышырға тура килә. Ҡайһылыр ил мәғрүр тауҙары, ҡайһылыр ил архитектураһы менән таң ҡалдыра. Ләкин һәр сәфәрҙән тыуған Башҡортостаныма һағынып ҡайтам, шунда тыуғаныма, шунда йәшәгәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙебеҙҙең ил эсендә йөрөгәндә лә шулай тип әйтә алам, бындай бай мәҙәниәтле һәм бай тарихлы республиканы күргәнем юҡ. Эйе, һәр илдең иғтибарға лайыҡ яҡшы яҡтары етерлек, күрге, нығыраҡ танышҡы килә, ләкин тормошом үҙемдең республиканан айырылғыһыҙ.
Рәзилә: Сит илдәргә гастролгә үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың мәҙәни өлгөләре булған "Зарифа", "Гөлнәзирә", "Ете ҡыҙ", "Еҙ үксә" кеүек һәм шаян ҡыҙҙар бейеүҙәрен алып барабыҙ. Милли кейемдәр шулай уҡ бик әһәмиәтле. Халҡыбыҙ нимә менән шөғөлләнгән: ир-егет һунарсылар, ҡытын-ҡыҙ йорт-ҡул эштәре - бөтәһе лә ҡыҙыҡ. Сит илдекеләр беҙҙе бик әүҙем, һуштары китеп ҡаршы ала, сөнки тире кейемдәр, уҡ-һаҙаҡ, ҡалҡан, сыңлаған тәңкәләр, йылтыр таштар, ҡашмау - быларҙы экзотика тип ҡабул итәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе икенән ярып үрелгән, грим бер иш һалынған, шуға беҙҙе игеҙәктәр тип ҡабул итергә була. Бейеүҙәргә иҫтәре китә - ҡатын-ҡыҙҙың һығылмалы булыуы һоҡландырғыс улар өсөн. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, былай ғына ҡарап ултырған кеше булманы. Хайран ҡалып ҡул сабалар. Концерттан һуң да сәхнәгә менеп, кемдер бүләк бирә, кемдер үҙенең тойғолары менән бүлешә.
Айбулат: Һәр халыҡ бейеүе үҙенсәлекле. Ләкин башҡорт бейеүе ҡатмарлыраҡ. Бүтәндәрҙекенән ни яғы менән айырыла? Бейеүҙәребеҙҙә һәр хәрәкәттең үҙ мәғәнәһе бар. Ҡыҙҙар бит матур хәрәкәт яһап ҡына ҡалмай, ә үҙҙәренең тормошон һөйләй. Һунарсының ауға сығыуы йәки яугир егеттәрҙең ҡылыс алышы ниндәй динамикалы! Һәр хәрәкәттә бармаҡ осона тиклем барып етә торған эске кисереш, энергетика һалына. Һәр бер секунд эсендә тарихи ваҡиға сағыла. Һәр номер халыҡ хәтеренән юйылмаған тарихты бәйән итә. Тамашасы бындай бейеүҙәрҙе ҡарарға ярата. Бейеүсе үҙенең матурлығын, йәки саялығын, тәүәккәллеген, хәрәкәт камиллығын ғына күрһәтмәй, ә тарихты һөйләй, тимәк, уның үҙ сюжеты бар. Беҙҙең бейеүҙәребеҙ - техник һәм хислелек йәһәтенән дә ҡатмарлы. Бигерәк тә йәш бейеүселәргә быны аңлау һәм тамашасыға шуны еткереү ауырыраҡ. Һәр хәлдә, ошо талапты аңлаған, шул маҡсатҡа ынтылған бейеүсегә өйрәнеүе еңелерәк. Быны мин үҙемдән сығып та әйтә алам, сөнки мине иң элек техника, йәғни матур итеп бейеү ҡыҙыҡһындыра торғайны. Фәйзи Ғәскәров ансамбленә килгәс, бейеүгә икенсерәк ҡарай башланым, һәм был миңә артабан камиллашырға ярҙам итте.
Рәзилә: Мин шуның менән дә ғорурланам: беҙҙең ансамблгә нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың һәр бейеүе мини-спектакль бит ул. "Ете ҡыҙ" легенданан алып һалынған. "Төнъяҡ амурҙары"ның тарихын яҡшы беләбеҙ. Ул бейеүҙе ҡараһаң, күҙҙән йәштәр килеп сыға: ата-бабалар бына ниндәй булған, үҙ ерҙәре өсөн йән аямағандар, баш һалғандар... Йәнде өтөп алған хәтер. Шуларҙы оноттормай, тарихты мини-спектакль, бейеү формаһында мәңгеләштереү - шәп күренеш. Фәйзи Ғәскәровтың таланты һәм ул һалған бейеүҙәр менән ғорурланмау мөмкин түгел.
Айбулат: Беҙҙең эшкә оркестрыбыҙ ҙа ҙур өлөш индерә. Оркестрҙы ойоштороусы һәм етәксеһе Риф Вәли улы Моратшин заманында Фәйзи Ғәскәров менән бергә эшләгән. Уға 85 йәш. Һәр бер айырым бейеүгә - айырым көй, һәр береһе ысын сәнғәт әҫәре, һәр композиция ҙур ижади эш. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙең оркестрҙы маҡтайҙар.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ансамблдә эшләгән актерҙар фронтовиктар алдында ла сығыш яһағандар.

Рәзилә:
Эйе, улар яу яланына барып, үҙҙәренең сығышы менән аҙ булһа ла һалдаттарҙы рухландырғандарҙыр. Улай ғына ла түгел, Фәйзи Ғәскәров фронтҡа китергә теләк белдереп, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Ул 1942 йылда фронтҡа китә лә, ләкин 1943 йылдың аҙағында Башҡортостандың иң танылған балетмейстерын, иң тәүге профессиональ бейеүсеһен бейеү сәнғәтенең киләсәге хаҡына тип, кире Өфөгә ҡайтаралар. Ул үҙе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарына ла бейеү һалған. Шайморатов генерал менән ҡуша бер-ике бейеүсене алып, концерт бригадаһы менән йөрөгәндәр. Мөхәмәт Иҙрисов, Хазина Мағазова фронтта булып ҡайтҡандар
Айбулат: Мөхәммәт Иҙрисовҡа туған тейешле егет миндә шөғөлләнә. Бөгөн быуындар бәйләнеше дауам итә. Тағы ла бер туғаны Илһам Иҙрисов беҙҙең ансамблдә эшләй. Ансамблдең бейеүселәре госпиталдәрҙә сығыш яһағандар. Былтыр беҙ ҙә Мелитополь, Бердянск, Красный Луч ҡалаларына гастролгә барҙыҡ. 2022 йылда Луганск филармонияһында сығыш яһағайныҡ. Егеттәребеҙ Әстерхандағы госпиталдә лә сығыш яһаны. Красный Луч ул беҙ шефлыҡҡа алған ҡала, уны, программаға өҫтәп, үҙебеҙ барып күрергә теләнек. Ваҡыт табып, концерт алдынан генерал Шайморатов һәләк булған ергә барып, тарихты иҫкә алып, сәскәләр һалдыҡ.
Рәзилә: Концерттан һуң күп яҡташтарыбыҙҙы осраттыҡ. Улар унда юл төҙөү, ҡаланы төҙөкләндереү бригадаларында эшләйҙәр. Тап беҙ барған көндө юл төҙөүселәр бер объектты тапшырған булғандар, һәм концерт менән беҙ килеп төштөк! Улар өсөн ысын байрам булды ла ҡуйҙы. Концертты илашып ҡарайҙар, бөтөү менән аяғүрә тороп, "Спасибо!" тип ҡысҡырып ҡул сабалар.
Айбулат: Хәҙер ситтә йөрөгән яҡташтарға заман технологиялары ярҙам итә. Видеонан беҙҙең концерттарҙы ҡарай алалар. Салауат увертюраһын беҙҙең милләттәштәр генә түгел, урыҫтар ҙа тыңлай. Ҡасандыр беҙҙең репертуарҙа ошо увертюраға Салауат бейеүе бар ине. Шул бейеүҙең яҙмаһын ебәр әле, тип, миңә мөрәжәғәт иткәндәре булды. Беҙ репертуарҙа хәрби бейеүҙәргә лә иғтибар итәбеҙ. Яңыраҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин "Әсе әрем хәтере" тигән бейеү ҡуйҙы. Походтарҙан һуң, үҙенең ватаны Башҡортостанға ҡайтыусы яугир образы сағылдырыла унда. Һуғышҡа киткәндә иҫләр өсөн үҙҙәре менән төрлө нәмә - кемдер тупраҡ, кемдер бетеү алған бит. Был яугирҙә тыуған ер әреме бар. Махсус хәрби операция башланғас, директорыбыҙ Назир Нияз улы Байегетов "Шайморатов генерал" бейеүен һалды. Легендар шәхескә һәйкәл асылғанда был бейеү менән сығыш яһаныҡ. Уны Красный Лучҡа ла алып барҙыҡ.

Үҙегеҙҙең күңелегеҙгә иң яҡыны булған, яратҡан бейеүегеҙ бармы?

Рәзилә:
Бар, әлбиттә. Минең иң ныҡ күңелемә ятҡаны - башҡорт бейеүҙәре. Беҙ бит башҡа халыҡтарҙың да бейеүҙәрен бейейбеҙ. Репертуарыбыҙ бай һәм ҙур. Беҙгә яңы бейеү һалырға кәрәк булһа, шул халыҡтың белгесе-ҡуйыусыһы килә. Ул биргән манераны үҙебеҙгә отоп алабыҙ. Эскиз буйынса күркәм, үҙенсәлекле кейемдәрен дә тегәбеҙ. Төрлө халыҡ бейеүҙәре башҡарабыҙ, әммә башҡорт халҡының бейеүҙәре мине үҙенә нығыраҡ тарта. Яратҡан бейеүҙәремдең береһе - "Ете ҡыҙ". Был бейеүгә сағыштырмаса иртә баҫтым, тип уйлайым, сөнки "Ете ҡыҙ" кеүек бейеүҙәргә эләгеүе бик ауыр. Эшкә башлағанда "Гөлнәзирә" һәм башҡа классик бейеүҙәрҙе йыш бейеп, бейеү нигеҙҙәрен өйрәнергә, ансамбль мәктәбен үтергә тейешбеҙ. Ансамблгә килеп, ике йыл үткәс, мин "Ете ҡыҙ"ға баҫтым. Шуға бик яҡын ул миңә. Көйө лә, легендаһы ла күңелемә хуш килеп тора.
Айбулат: Минең дә иң яратҡан бейеүҙәрем - башҡорт бейеүҙәре. Риф Ғәбитов һалған һәм әле лә репертуарҙа булған "Еҙ үксә", артабан "Гөлнәзирә" "Зарифа", "Төньяҡ амурҙары" һәм "Бөркөткә һунар" тигән милли уйын.
"Еҙ үксә"лә өсөнсө солоны башҡарам. Ғөмүмән, солоны башҡарыу - ул ҙур яуаплылыҡ. Ә бында бер букетта дүрт соло. Техник яҡтан ҡатмарлы, темпераментлы бейеү башҡорт рухын бик сағыу итеп һүрәтләй. Ҡайһы берәүҙәр бейеүгә агрессия өҫтәһәң, матур, ярһыу була, тип уйлай. Юҡ, бейеүҙә агрессия күрһәтергә ярамай. Был башҡортҡа хас нәмә түгел, динебеҙ ҙә беҙҙең менталитетҡа йоғонто яһаған, ул алсаҡ, изге күңелле. Ә темперамент булырға тейеш, сөнки беҙҙекеләр бик күп яуҙарҙа ҡатнашҡан, ул рухлы яугир.
Темперамент менән бергә асыҡ күңеллелек хас беҙгә - беҙ берәүгә лә насарлыҡ теләмәйбеҙ, ә был сифаттарҙы бергә сағылдырыу еңел түгел. Сөнки сюжет буйынса төрлө ырыуҙан дүрт егет осраша, таныш түгелдәр, шуға бер-береһенә агрессия күрһәтергә тейештәр һымаҡ, сөнки улар сит-яттарҙан үҙҙәрен ырыу ерҙәрен һаҡларға әҙер булыуҙарына ишаралай. Һаҡлай алалар, шул уҡ ваҡытта киң күңелле булып ҡалалар. Бейеүселәрҙең бурысы ошо элементтарҙы камил күрһәтеү. Тап шулай килеп сыға ла, сөнки тамашасы бейеүҙе яратып ҡарай. Әлеге көндә "Еҙ үксә"не бик һәйбәт состав башҡара. Бейеүсе өсөн был бейеүгә эләгеү ҙур бәхет.
Ни өсөн классик позицияларҙы үтәргә тырышыу мотлаҡ һәм беҙ быға ниңә ынтылабыҙ? Фәйзи Ғәскәров үҙе классик бейеүсе, Ҙур театр ҡарамағындағы хореография техникумын тамамлай. 1928-1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында һабаҡ ала, артабан Ленинград хореография училищеһында уҡыта. Талантлы егетте Игорь Моисеев үҙенә художество етәксеһе итеп ала. Артабан ул Ғәскәровҡа Башҡортостанға ҡайтып, ансамбль ойошторорға кәңәш итә. Ғәскәров шатланып риза була һәм ватанына ҡайтып, шундай шәп ансамбль ойоштороп ебәрә. Моисеевтың ышанысы аҡлана: беҙҙең республикала, беҙҙең мәҙәниәттә Фәйзи Ғәскәров оло шәхес булып ҡаласаҡ.
Балалар менән эшләгән саҡта башҡорт хореографияһы тарихы менән дә таныштырабыҙ. Ғәскәровтар фронтта госпиталдәрҙә булған, тип һөйләһәң, "Ни өсөн?" тип һорай балалар. Һуғыш - ул юғалтыуҙар, һәләкәт, быны кисереүе ауыр, шуға ла артистар һалдаттың рухын күтәрергә тырышҡан, тибеҙ. Фәйзи Ғәскәров менән беҙҙең концерт коллективы килгән саҡта һалдаттар теремекләнеп киткән, яралылар тиҙерәк һауығырға тырышҡан, сығыштарҙы ҡарап, тормош матурлығын нығыраҡ аңлағандар, йәшәргә ынтылғандар.

Рәзилә, Айбулат, һеҙ тәжрибәле бейеүселәр, ә үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙ бармы?

Рәзилә:
Кемдер берәйһе бейергә теләк белдерһә, мин уларҙы рәхәтләнеп бейеү серҙәренә өйрәтәм. Балалар баҡсаһында ла һөнәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Рәсәй буйлап гастролдәргә сыҡһаҡ, башҡа төбәктәрҙә лә бейергә теләүселәр мөрәжәғәт итә, ҡуш ҡуллап ярҙам итәбеҙ. Ул яҡтарҙа йәшәгән балалар ҙа өйрәнһендәр, тибеҙ, беҙ бит бының менән милли бейеүебеҙҙе пропагандалайбыҙ. Мәскәүҙә лә шундай һабаҡтар биргәнебеҙ булды. Яңыраҡ Силәбе ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Әйткәндәй, Айбулат менән оҫталыҡ дәрестәре буйынса видеояҙма сығарҙыҡ, уны интернетта табырға була.
Айбулат: Фәйзи Ғәскәров ансамбле эргәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Нуриманова етәкләгән балалар студияһы бар. Мин унда педагог булараҡ, 2015 йылдан алып эшләйем. Студияны тамамлаусыларҙың күбеһе һөнәри училищеларға уҡырға инәләр. Уны тамамлап, беҙҙең ансамблдә эшләгәндәр ҙә бар, мәҫәлән, Арина, Ҡәҙриә исемле ҡыҙҙар хәҙер беҙҙә бейей. Рәсәй буйынса таралғандар, тиһәк тә була. Студияла төркөмдәр күп, ике йөҙләп уҡыусы шөғөлләнә. Шулай уҡ мин үҙемдең "Бүре" тигән бейеү студиямды астым. Бынан тыш, Рәзилә менән икебеҙҙе төрлө коллективтар саҡырып тора. Райондарҙан мөрәжәғәт итәләр. Постановщиктар булараҡ ярҙам итәбеҙ. Фәйзи Ғәскәров ансамблендә үҙебеҙ ниндәй белем алғанбыҙ, шуны йәш быуынға бирергә тырышабыҙ. Педагог булараҡ, мин күп эшләйем. Был ансамблгә килгәнгә тиклем әле мин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында ла уҡытып алырға өлгөрҙөм.

Үҙегеҙҙең ансамблдең байрамын нисек билдәләйһегеҙ?

Рәзилә:
Был аҙнала, 12 мартта, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ике бүлектән торған концертыбыҙ үтте инде. Унда башҡа төбәктәрҙән беҙгә дуҫ коллективтар ҙа килде. Тәүге бүлек тамашаһы ошо коллективтар менән берлектә ойошторолдо, икенсе бүлегендә тотошлайы менән үҙебеҙ сығыш яһаныҡ. Башҡорт сәхнә хореографияһы Фәйзи Ғәскәровтан башланған, ул 1939 йылда "Зарифа" бейеүен һала. Беҙ ҙә концертыбыҙҙы тап ошо бейеүҙән башланыҡ.
Айбулат: Эйе, 85 йылллыҡты "Бейеү - ул халыҡ күңеле" тип аталған ҙур фестиваль менән асып ебәрҙек. Был Фәйзи Ғәскәров әйткән һүҙҙәр, шуға ла уны үҙебеҙҙең девиз итеп алдыҡ. Фестивалгә төрлө төбәктәрҙән үҙ халҡының йөҙөк ҡашы һаналған коллективтар, мәҫәлән, Мәскәүҙән "Березка", Силәбенән "Урал", Дағстандан "Лезгинка" ансамблдәре килә. Былтыр үткән фестивалгә Липецкиҙан "Казаки России," Себерҙән һәм Үзбәкстандан танылған ансамблдәр килгәйне. Был яңы проектты Ф. Ғәскәровтың 110 йыллығына арнап башлап ебәргәйнек. Фестиваль йыл һайын булмаясаҡ, ике-өс йылға бер тапҡыр үткәрергә ниәт. Юбилей йылы булғас, быйыл да уны ҙур дәрт, теләк менән эшләнек.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 151

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru