«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАУЫШТАН ТАНЫУ
+  - 

Ҡанлы 37-се йылда нахаҡ бәлә яғып, бер ғәйепһеҙ кешене Йылайыр төрмәһенә ултыртып ҡуялар. Ул яманаты сыҡҡан төрмәнең лагерь, тип аталған айырым бикләп тотоу урындары бөгөнгө Ейәнсура районы менән сиктәш Үрге Казарма ауылында ла булған икән.
Йылайыр төрмәһендә урын етмәгәнлектән, тегене шунда ебәрәләр. Ошо хаҡта кемдәндер сала-сарпы ишетеп ҡалған ғәйепләнеүсенең ҡатыны көҙгө ыҙғырыҡта аҙыҡ-түлеген яулығына төйнәп алып, ирен күрәм, тип, алыҫ юлға сыҡҡан. Ул саҡта ылау тигәнең ҡайҙа инде, йәйәүләп. Кейем килеп тороп йоҡа, аяҡтарҙа - сабата, ә ул нәмәләр ни шыпа ла ғына йылы тотмай, ыҙғыр ел тәнде үтәнән-үтә һуға, өҫтәүенә, аяҡ кейеме йораты юл ҡойоһона бүртеп, аяҡтарҙы еүешләй. Ҡырҡ михнәт менән ике тәүлек тигәндә Үрге Казармаға саҡ барып етә. Ҡара кистә. Ауыл буйлап инәлеп-ялбарып йөрөп, кемдеңдер өйөнөң ишек төбөндә, ҡаҡ иҙәндә ҡунып сыға. Ауыҙға ризыҡ ҡабыу, тәғәмләнеү теләге уйында ла юҡ, төйнәгәне - иренә тәғәйенләнгән, бында, йән биргәнгә йүн биргән, иректә нисек тә түҙерҙәр, сыҙарҙар, ә хәбәрһеҙ юғалған ире бит йылдан ашыу тотҡонлоҡта интегә.
Лагерь янына килә, ә ундағы казармалар әллә ҡайҙан сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған. Дүрт мөйөштә лә бейек вышка, эттәр өргән тауыш ишетелә. Бер нисә кешенән торған һаҡ ҡуйылған ҡапҡа ауыҙына килә. Билдәле, уны эскә үткәрмәйҙәр. Оҙаҡ тора ямғыр аҫтында күшегеп. Әллә аслыҡтан, әллә һалҡындан тотош тәне ҡалтырай. Көн төшкөлөккә ҡарай ауыша. Бер надзиратель йәлләгәндер, күрәһең, ҡатындың янына килеп былай ти: "Посещение посторонних людей у нас сторого запрещено... Наш начальник с утра уехал в Зилаир. Ладно уж, так и быть, что у тебя есть?" Аптыранып ҡала. "Что молчишь, деньги давай, иначе не пропущу!" Ҡатын берҙән-бер байлығын, көмөш беләҙеген һалып һона. "Чистое серебро, значит, годится... Тебе полчаса, и не больше. Какая казарма?" "Не знаю..." "Тогда как-нибудь сама найдешь, через окошко пообщаешься немного, и обратно. В случае малейшего нарушения пущу на тебя собак, имей в виду!"
Казармаларҙы урап оҙаҡ йөрөй. Ә уларҙың ишектәре бикле, һәр урында һаҡ, тәҙрәләре буй етмәҫлек юғары. Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас, эс яҡтан таныш йүтәлләү тауышын ишетә. Бына бит шатлыҡ, күҙҙәренән йәш атлығып сыға. Ул ҡәҙерле кешеһен ҡосҡандай һалҡын ташҡа һыйына. Бер килке онотолоп тора. Шул саҡ ҡапҡа яғынан бойороулы тауышты ишетә: "Что так долго копошишься, уснула что ли, а ну, обратно!"
Ҡайтырға сыға. Билдәле, китеү ауыр булһа ла ҡайтыу һәр саҡ еңел бит инде ул. Аяҡтары ла үҙҙәренән үҙҙәре йүгерәләр һымаҡ. Өйөнә инеү менән асыҡҡан, өшөгән балаларын дәртләндерергә теләгәндәй ҡысҡырып та ебәрә: "Барҙым, балалар, атайығыҙҙы эҙләп таптым, уны күрергә яҙмаһа ла йүтәлләүен ишеттем, Аллаға шөкөр, ул тере!" Был стена аша аралашыу һуңғыһы була...
...Яңыраҡ "Бәйләнештә"ге төркөмгә махсус операция барған мәлдең видеоролигын һалғандар. Алыш бара, унда ла, бында ла аталар, шартлауҙар ишетелә, кемуҙарҙан егеттәребеҙ бер-береһен дәртләндерергә теләп ҡысҡырыша. Видеоролик аҫтындағы комментарийға бер ҡатын былай тип яҙған: "Баламдың тауышын ишеттем, таныным, бутамайым, ул, ул ғына!"
Яҡын кешеңдең, берҙән-береңдең йүтәлләүен, көрһөнөүен, ишетелер-ишетелмәҫ өн сығарыуын арауыҡ, алыҫ саҡрымдар аша тик уны яратҡан, көткән, зар-интизар булған кеше генә айыра, тойомлай ала...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru