«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҘӘНИ ФОРУМДА...
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә "АРТ-Ҡоролтай" мәҙәни форумы үтте, ул дүртенсе тапҡыр ойошторола. Сарала Башҡортостандың һәр муниципалитетынан, шулай уҡ Ырымбур, Волгоград өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Красноярск крайы, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Абхазия һәм Ҡытайҙан килгән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

"Арт-Ҡоролтай"ҙа ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша сәләмләп, республика Башлығы Радий Хәбиров федераль ярҙам алған проекттарҙы һанап үтте, улар араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын айырып әйтте, 2026-2028 йылдарҙа Өфөләге циркка аҡса бүленәсәк, Башҡорт опера һәм балет театрының уңышлы эшмәкәрлеге һәм "Башҡорт киноһы" феномены, яңы музейҙар булдырылыуы тураһында ла телгә алды. Башҡортостан Башлығының "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" федераль программаһы менән бер рәттән, республиканың үҙ программаһы ла бойомға ашырылыуын дауам итәсәге тураһындағы һүҙҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Сөнки республика ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 3 йыл ярҙам итеү осоронда 120 белгес дөйөм хаҡы 75 млн һумлыҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ә 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға арттырылып, 1 млн һум тәшкил итә. Уны хәҙер автомобиль һатып алыуға ла тотонорға була.
"АРТ-Ҡоролтай"ҙа Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова ла ҡатнашты. Ул яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын барып күрҙе, Рәсәй Геройы М. Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
- Башҡортостан "Мәҙәниәт" милли проектында әүҙем ҡатнаша, беҙҙең тоғро партнерыбыҙ, бер нисә йүнәлештә лидер. Биш йылда республикала 33 кино залы йыһазландырылған, 16 модель китапхана асылған, 34 сәнғәт мәктәбенә уйын ҡоралдары һәм кәрәкле ҡорамалдар алынған, 10 автоклуб барлыҡҡа килгән. "Пушкин картаһы" федераль программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә билеттар һатыу буйынса Рәсәйҙә 3-сө урынды йыл да ышаныслы биләйһегеҙ. Ә Сибай театр-концерт берләшмәһе был өлкәлә Рәсәйҙең иң яҡшы мәҙәни учреждениелары иҫәбенә инә. Был ысынлап та бик лайыҡлы һөҙөмтә, - тине министр форумдың пленар өлөшөндә сығыш яһап һәм Башҡортостан бында йәшәүсе һәр халыҡтың милли мәҙәниәте һәм йолаларына һаҡсыл ҡарауҙа үрнәк булып тора, тип билдәләне.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров Ольга Любимоваға Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының "Өфө-II ҡаласығы" территорияһында археологик депозитарийҙың төҙөлөш проектын эшләшеүҙә ярҙам күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ быйыл күп саралар Өфөнөң юбилейына арналасаҡ тине.
Форумда быйылғы йылдан "Туғанлыҡ" театраль фестивале яңынан үткәрелә башлаясағы иғлан ителде, ул майға тәғәйенләнгән. Июндә Бәләкәй ҡалалар театры фестивале, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлегенең ХХ форумы үтә.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 218

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru