«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ МЕЙЕҢДЕ ЯЛҠАУЛАНДЫРМА!
+  - 

Мин совет осоронда белем алғанмын. Бөгөн дә үҙемдең балаларға, ейәндәргә мәктәптә уҡығанда уҡ ятлаған шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләй алам. География, донъялағы илдәр буйынса төрлө мәғлүмәтте лә уларға ҡарағанда күберәк беләм. Юғары уҡыу йорттарын да тамамламағанмын, эшемдә лә юғары вазифалар биләмәнем. Әммә донъяны танып-белеү йәһәтенән мейемдә тупланған ошо ғилем арҡаһында бөтөн темаға ла әңгәмәләшә алам. Быны мин барлыҡ мәғлүмәтте ҡағыҙҙан уҡыу, әле һаман да гәзиттәр менән дуҫ булыу менән дә аңлатам.

Килде бит замандар, телефон һыйпап ултырып ҡына уҡый бөгөн уҡыусылар. Әммә унан уҡығандары хәтерҙәрендә ҡалмай. Иртәгә һора унан ошо турала, әйтә алмай ул. Имтиханға әҙерләнгәндә лә үҙенән бигерәк телефонына ышана. Ғалимдар күптән раҫлаған бит инде: баш мейеһе экранда күргән мәғлүмәтте оҙаҡҡа һаҡламай, "күрҙем дә, оноттом да" тиеп кенә ҡуя. Яңылыҡты ни, интернеттан уҡыйым, тигәндәрҙең дә шулай. Күргән кеүекһең, әммә нимә тураһында икәнен әйтеп бирә алмайһың. Баш мейеһен ялҡауландырыу, кешенең зиһенен тарҡатыу, аҡылһыҙ итеүҙең тура юлы инде. Ә ҡағыҙға баҫылғанды уҡыу, киреһенсә, мейегә көсөргәнеш төшөрә. Бындай мәғлүмәт һине уйландыра, ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып уҡыған саҡтар була. Бер каникулға килгәнендә ейәнемде гәзит уҡырға өйрәтмәксе булдым. Үҙең өсөн уҡы, тип талап итеп булмай, миңә ҡысҡырып уҡы әле, тейем. Шулай көн һайын гәзит уҡыны был бала. Теле шымарҙы, уҡыған нәмәләре хаҡында һөйләшә башланыҡ. Шуға ла яңы йылдан балалар өсөн сыҡҡан журналды ла өҫтәп яҙҙырҙым, бынан ары шуларҙы уҡырбыҙ, тип ниәтләнеп торабыҙ.
Әле лә үҙем бер-ике матбуғат баҫмаһын яҙҙырып алдырам. Улар араһында "Киске Өфө" лә бар. Уның һәр ваҡыт актуаль булған темаларға мөрәжәғәт итеүен яратам. Ана шул алда әйтелгәнсә, ҡабат-ҡабат ҡайтып уҡып булғаны өсөн. Һалып торам да, уйланып йөрөп алам, кире эләктереп, тағын уҡыйым. Бигерәк тә замандаштарыбыҙ, уларҙың донъяға ҡарашы тураһында белеүе ҡыҙыҡ. Матур йәштәр хаҡында ла уҡырға яратам, ни тиһәң дә, шуларға ҡарап торабыҙ, киләсәк улар ҡулында. Гуманитар өлкәлә генә түгел, теүәл фәндәр донъяһында ла башҡорт егет-ҡыҙҙары байтаҡ, уларҙы ла күрһәтергә кәрәк.
Тағы ла спортсылар хаҡында күберәк яҙһағыҙ ине, мәҫәлән, мин өлкән булһам да, хоккей ҡарайым, "Салауат Юлаев" командаһындағы хоккейсылар менән әңгәмәләр ойоштороп булмаймы икән? Башкиров атлы егет тураһында, мәҫәлән, белеүе ныҡ ҡыҙыҡ булыр ине. Бындай фамилиялы кешеләрҙең, һөҙөмтәлә, барыбер башҡортҡа ҡатнашлығы булыуы асыҡланып тора бит.
Медицина өлкәһенә ҡағылышлы мәҡәләләр бик кәрәк, бөгөн интернет "белгес"тәр менән тулды, ҡайһыһы ысынды, ҡайһыһы ялғанды һөйләй - аңламаҫһың. Бында инде табип үҙе кәңәш бирә, шикләнергә урын ҡалмай. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдары менән таныштырыусылар булһын ине. Үҙемдең өләсәйем был йәһәттән бик зиһенле ине, әммә ни эшләптер шуларҙы хәтерләп ҡалмағанбыҙ.

Ғәшүрә СӘҒИТОВА.
Күмертау ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru