«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙНАП АЛАЙЫҠ!
+  - 

Уйын - кеше тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ниндәй генә уйын булмаһын, уның асылында тормош сағылышы ята. Ғөмүмән, бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә уйында ҡатнашмаған кеше юҡтыр. Хатта оло кешеләр ҙә, балалар кеүек, ваҡыты-ваҡыты менән уйнап алырға ярата.

Әлбиттә, төрлө эштәрең, бурыстарың күп булһа, уйнарға ваҡыт ҡалмай. Шуға ла беҙ ниндәй ҙә булһа уйында ҡатнашыуҙы ял итеп алыу, тип ҡабул итәбеҙ. Ә балалар өсөн уйын - иң шатлыҡлы, иң күңелле эш. Балалар уйнап үҫә, уйын - уларҙың күп төрлө шәхси сифаттарын асыу һәм үҫтереү йәһәтенән иң еңел һәм ҡулайлы сара. Хәрәкәтле күмәк уйындарҙа бала физик яҡтан сыныға, уның хәрәкәттәр координацияһы, етеҙлеге, йылғырлығы, таһыллығы, мәргәнлеге һәм башҡа сифаттары үҫешә бара. Унан һуң, үҫмерҙәр башҡалар менән бергәләп, килешеп эш итергә өйрәнә, коллективлыҡ тойғоһо ла шулай барлыҡҡа килә.
Ололар (ата-әсәләр, тәрбиәселәр) менән үҫмерҙәр араһында йыш ҡына аңлашмаусанлыҡ булыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә конфликттар ҙа килеп тыуа. Балалар менән ололар араһында аңлаша алыу, ышаныс, психологик яҡынлыҡ кеүек сифаттар улар төрлө уйындарҙа бергәләп ҡатнашҡан саҡта тиҙерәк хасил була. Үҙҙәре менән бергә уйнаған олораҡ кешегә балалар хөрмәт менән ҡарай: был саҡта улар үҙҙәрен оло кеше менән бер тиң кеүек итеп тоя башлай, ә бындай хис-кисереш үҫмерҙәр өсөн үтә мөһим. Ауылыбыҙ мәктәбенән Булат Хужин исемле уҡытыусыбыҙ беҙҙең ҡышҡы-яҙғы уйындарыбыҙҙа ихлас ҡатнашты, балалар араһында ул мәктәп директорынан да абруйлыраҡ булғандыр. Йәнә бер миҫал: Һупайлыла һәр мәктәп янында хоккей майҙансыҡтары ҡорола торғайны, үҙем шунда балалар менән шайба һуғырға йөрөп алдым. Уйнап туйғас, балалар менән һөйләшеп тә алабыҙ. Бер малай: "Һеҙ, ағай, хоккей буйынса СССР чемпионы булғанһығыҙҙыр ул", - ти. Икенсеһе: "Эх, йәл, ни эшләп минең атайым да беҙҙең менән хоккей уйнарға йөрөмәй икән?" - тип, көрһөнөп ҡуя. Ә хәҙерге осорҙа балалар менән бергә уйнаусы ололар ҡалманы ла шикелле.
Әүәлерәк, совет осоронда ауыл балаларының уйындары күп булды, билдәле ғалимыбыҙ Ғәләүетдин Ишмөхәмәтов (авторҙашлыҡта) "Балалар фольклоры: Бала саҡ - уйнап көлөп үҫер саҡ" тигән китап та нәшер иткәйне. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер балалар ауылдарҙа ла асыҡ һауала уйнап бармай, уйындар гаджеттарға алмаштырылды. Шулай булһа ла, балаларҙы спорт уйындарына, шашка һәм шахматҡа, башҡа бер заманса "аҡыллы" уйындарға йәлеп итеү фарыз.
Йәнә бер факт: психология фәнендә "уйын терапияһы" тип аталған дауалау ысулы бар. Әлбиттә, был осраҡта "дауалаусы" уйындар уйлап сығарыла, уйында ҡатнашыусыларға төрлө ролдәр бүлеп бирелә: сиратлап йә ыңғай, йә кире геройҙар ролендә уйнау тәҡдим ителә. Уйын барышында ҡатнашыусы үҙен ирекле тота, мәжбүр итеү юҡ. Һөҙөмтәлә кеше үҙенең етешһеҙ яҡтарынан арына ала. Бындай уйындарҙы балаларға ла тәҡдим итеп була, ғәҙәттә улар төрлө ролдәрҙе теләп башҡара.
Шулай булғас, ололарҙы бала-сағаларыбыҙ менән төрлө уйындарҙа йышыраҡ ҡатнашырға саҡырам.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 321

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru