«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҢ БУЛҺА ЛА УҢ БУЛҺЫН
+  - 

Үткән аҙнаның һуңғы көнөндә - Рәсәйҙә булып үткән Президент һайлауҙарының өсөнсө көнөндә, Украина хәрби көстәре Рәсәйҙең бер нисә төбәген пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар итте. Һөҙөмтәлә Рәсәй Һауа һөжүме оборонаһы тарафынан 35 дрон атып төшөрөлдө: Краснодар крайында 17, Мәскәү һәм Ярославль өлкәләрендә дүртәр дрон юҡҡа сығарылһа, Белгород менән Курск күгендә - өсәр, Калугала - дүртәү. Шул рәүешле Украина хәрби көстәре илебеҙҙә барған Президент һайлауҙарына тотҡарлыҡ яһау маҡсатында Рәсәй объекттарын ракета утына тоторға маташты, әммә уларҙың барыһы ла һауала сәпкә алынды һәм юҡ ителде.

Шул арала Рәсәй ғәскәре Авдеевка йүнәлешендә Украина хәрби көстәренең терәк пунктын реактив система утына тотто һәм ҡаршы яҡ байтаҡ көстәрен юғалтты. Угледар, Никольское, Павловка райондары ла "Восток" төркөмө һөжүменән һуң терәк пункттарһыҙ ҡалды. Запорожье, Донецк, Артемовск һәм башҡа йүнәлештәрҙә лә Рәсәй армияһы алған йүнәлешенән тайпылмай, ныҡышмаллыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтә. Һөҙөмтәлә Украина көстәре Авдеевка йүнәлешендә генә лә тәүлек эсендә 380 боевигын юғалтты, тип хәбәр итте ren.tv.
Ә шул уҡ ваҡытта НАТО-ла Украинаға хәрби контингент ебәреү ихтималлығы хаҡында бәхәстәр дауам итә. Франция президенты Эммануэль Макрондың был хаҡта сафсатаһы Рәсәй тарафынан ғына түгел, хатта альянс ағзалары араһында ла бер төрлө генә булмаған кире ҡараштар тыуҙырҙы. Германия канцлеры Олаф Шольц Макрон ауыҙынан сыҡҡан бындай тәҡдимде ҡабул итмәүен белдерһә, АҠШ та Украинаға хәрби кадрҙар ебәреү ихтималлығының ҡаралмауы хаҡында хәбәр итте. Сәйәси фәндәр кандидаты, "Валдай" халыҡ-ара дискуссия клубы эксперты Алексей Чихачев фекеренә ҡарағанда, Украинаға НАТО хәрби көстәрен ебәреү ихтималлығы буйынса фекер таратып, Макрон үҙенә хас стилдә лидерлыҡ ынтылыштарын күрһәтә, "ҡарсығалар араһында төп ҡарсыға" булырға маташа. Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе Алексей Мешков Франция властарын асылда өсөнсө донъя һуғышына саҡырыуҙа ғәйепләне һәм бының беҙҙә, Рәсәйҙә генә түгел, ә донъя кимәлендә, шул иҫәптән, Евроберләшмә илдәрендә лә кире ҡараш тыуҙырыуы хаҡында әйтте. АҠШ-тың отставкалағы подполковнигы Дэниел Дэвис урындағы телеканалда сығыш яһап, Көнбайыштың Украинаға хәрби һәм финанс ярҙамы Рәсәй Ҡораллы Көстәрен туҡтата алмаясаҡ, тип белдерҙе. "Конфликт башланғандан алып 18 ай эсендә беҙ (АҠШ - Ред.) Евроберләшмә менән берлектә Киевҡа дөйөм иҫәп менән 200 млрд доллар самаһы аҡса, меңәрләгән берәмек бронетехника һәм башҡа төр хәрби техника ебәрҙек. Быларҙың береһе лә ярҙам итмәне",- тине хәрби күҙәтеүсе.
Ә был ваҡытта Украинала мобилизацияға ҡаршы баш күтәрәләр. Ҡайһы бер депутаттар хатта төрмәләге тотҡондарҙы һуғышҡа ебәреү яҡлы. Украина сәйәсмәне, элекке президент Кучманың кәңәшсеһе Олег Соскин үҙенең блогында мәжбүри мобилизацияның Украинала граждандар һуғышына килтереү ихтималлығына ишара яһай.
Ә бына Яҡын Көнсығыш тарафтарынан йылы елдәр иҫкәндәй. Үткән аҙна ахырында донъя киң мәғлүмәт сараларында бынан алдараҡ Газа секторын утҡа тотоуҙы туҡтатыу хаҡында тотҡарланып ҡалған һөйләшеүҙәрҙең ҡайтанан тергеҙеләсәге көтөлә. Катарҙа ошо араларҙа Палестинаның ХАМАС хәрәкәте вәкилдәре менән Израиль араһында һөйләшеүҙәргә өлгәшеләсәк. Associated Press агентлығы белдереүенсә, "был израилдәр менән ХАМАС вәкилдәренең изге Рамаҙан айы башланғандан алып тәүге һөйләшеүҙәре булмаҡсы". Дөрөҫ, утҡа тотоуҙы туҡтатыуға Рамаҙан башланмаҫ элек үк өлгәшергә була ине, ти халыҡ-ара аралашсылар, ләкин һуң булһа ла уң булһын!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru