«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

"Урй" - ҡысҡырыу, һөрәнләү, тауыш. Әйтем бар: "Урй ҡобса, уғуш аклышур, йағй кәлсә, имрам табрашур". Был тауыш ишетелгәндә - кеше йыйылыр (ярҙам итер өсөн), дошман килһә, алышҡа отряд йыйылыр, тигәнде аңлата. Кемделер ниҙелер бергәләп башҡарыуға саҡырғанда ҡулланыла".

Мәхмүт әл Ҡашғариҙың һүҙлеген рус теленә тәржемә итеүселәр бер үк һүҙҙәрҙе һәм аңлатмаларҙы бер төрлө генә тәржемәләмәй. Был осраҡта, әлеге "урй" һүҙенә русса бирелгән аңлатманың башҡортсаға тура тәржемәһенән башҡа, уны башҡорт теле аша ентекләберәк һәм, бәлки, дөрөҫөрәк итеп биреп булалыр. "Урй ҡобса, уғуш аклышур" - тауыш ҡупһа, нәҫелдәштәр яҡлашыр, тип аңлатыу раҫтыр. "Уғуш" йә иһә "оғуш" һүҙен ырыу (род), ҡәбилә (племя) рәүешендә лә тәржемәләйҙәр (ҡаҙаҡ тәржемәсеһе Зифа-Алуа Ауэзова). Ошо боронғо төрки һүҙенең тамыры "уғ-оғ" икән, "уғуш" - бер "уҡ" кешеләрен, ырыуҙаштарҙы белдерә, тип фараз итергә була. "Йағй кәлсә, имрам табрашур". "Йағи кәлсә" - яу сыҡһа, йәғни дошман килһә. Ҡашғариҙың шул уҡ һүҙлегендә "имрам" һүҙенә ошондай аңлатма бирелә: ниндәйҙер бер эш өсөн көрәшкә сыҡҡан бер төбәк кешеләре; "Имрам тиришти (табрашти?)" - кешеләр хәрәкәткә килде. Тимәк, Ҡашғари миҫал өсөн килтергән әйтемде телебеҙҙә ошолай итеп күрһәтеп була: "Тауыш ҡупһа - ырыуҙаштар яҡлашыр, яу килһә - халыҡ ҡуҙғалыр".
Хәҙерге башҡорт телендә "урй(ы)" һүҙе юҡ. Шулай ҙа ошо уҡ мәғәнәләге "оран" һәм "һөрән" һүҙҙәрендә "ур-"ға тап килгән "ор-", "һөр-" тамырҙарын шәйләп була. Оран - башҡорт ырыуҙарында яугирҙарҙың алышҡа ингән мәлендә ҡулланыла торған яуға саҡырыу, рух күтәреү һүҙе, уны күмәкләп, көслө тауыш менән ҡысҡырып һөрәнләгәндәр. Йәнә рус телендәге "ор" һүҙенең шулай уҡ шау-шыу, ҡысҡырыш тигәнде аңлатыуы ҡыҙыҡлы. Был осраҡта ошо "ур-ор-" тамырының бик боронғо замандарҙан бирле ҡулланыла башлауын фаразларға мөмкин.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 213

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru