«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨТӨП АЛЫНҒАН ЮЛ
+  - 

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән ҙур инфраструктура объекты - Көнсығыш сығыу юлы асылды. Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптары буйынса тормошҡа ашырылды һәм 1276 метрға һуҙылған тоннель, Ҡариҙел аша 2,7 саҡрым оҙонлоғондағы күпер һәм М-5 федераль трассаһына тиклем 10 саҡрым автомобиль юлы төҙөлөштәрен үҙ эсенә алды. Төҙөлөш эштәренең тағы ла бер этабы булып яңы юлды М-7 федераль трассаһына тоташтырыу торасаҡ - быныһы киләсәк эше.

Тантаналы сарала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. "Был Башҡортостан халҡы өсөн көтөп алынған объект. Өс яҡтан йылға менән уратып алынған Өфө өсөн Көнсығыш сығыу юлы стратегик әһәмиәткә эйә", - тине Радий Фәрит улы үҙенең сығышында һәм Рәсәй Президенты менән ил Хөкүмәтенә иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Марат Хөснуллин иһә был үҙенсәлекле транспорт проектының тотош Рәсәй өсөн мөһимлеген билдәләне: "Ул төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә лә йоғонто яһап, Өфө агломерацияһының ҡала төҙөлөшө мөмкинлектәрен дә арттырасаҡ. Әлеге мәлдә Өфө торлаҡ төҙөлөшө буйынса лидерҙар рәтендә, бының өсөн, Радий Фәрит улы, һеҙҙең идара итеүсе командағыҙға ҙур рәхмәт. Яңы юл ҡала үҫешен ошо юғары темптарҙа алып барырға булышлыҡ итер, тип ышанам".
Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө һәм логистик потенциалын артабан да камиллаштырыу өсөн М-12 автомагистрале төҙөлөшө сиктәрендә Дүртөйлө-Әшит автомобиль юлы участогы ла һалына. Уның дөйөм оҙонлоғо - 140 саҡрым. Тимәк, республика Көнсығыш сығыу юлы менән бер рәттән, тағы ла бер заманса транспорт объектына эйә буласаҡ. Был иһә Өфө тирәһендәге яңы территорияларҙа төҙөлөш эштәре башланыуға ла старт бирәсәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был ерҙәрҙә яҡынса 5-6 миллион кв.м торлаҡ төҙөргә мөмкин, унда уңайлы шарттарҙа яҡынса 20 мең кеше йәшәй аласаҡ.
Көнсығыш сығыу юлы - Волга буйы федераль округында тормошҡа ашырылған иң эре проекттарҙың береһе иҫәпләнә. 2017 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән "ВТБ Инфраструктура холдингы"на ингән "Башҡорт концессион компанияһы" яуаплылығы сикләнгән ойошма араһында концессион килешеү төҙөлгәйне. Төҙөлөш-монтаж эштәре яҡынса 40,3 миллиард һум, уның 4,5 миллиард һумы - республика, 26,7 миллиард һумы федераль саралар, 9,1 миллиард һумдан ашыуы - концессионер сығымдары. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 1 апреленә тиклем трасса буйлап үтеү бушлай. Аҙаҡтан уның хаҡы еңел автомобилдәр өсөн төнөн - 20 һәм көндөҙ 100 һум, йөк машиналары өсөн - 50 һәм 250 һум буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru