«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘАҢЫБЫҘҘА БУЛЫР ӨСӨН...
+  - 

Бөгөнгө көндә ваҡытлы матбуғатҡа ҡарата ниндәй генә төрлө фекерҙәр йәшәмәһен, уларҙың авторҙары гәзит-журналдарҙың, бигерәк тә туған телдә донъя күргән баҫмаларҙың әһәмиәтен инҡар итә алмай. Милли матбуғат, исеменән үк аңларға була, миллилеккә баҫым яһай, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә, халыҡты берләштерә, уға үҙаңынан ситләшмәҫкә булышлыҡ итә.

Гәзит-журналдарҙың көнө бөтөп бара, тиһәләр ҙә, беҙҙең ваҡытлы матбуғат йәшәй, көндәлек тормошто яҡтырта, тарихты "һөйләй", киләсәккә өмөт бирә. Шулай ҙа күп төрлө ваҡытлы матбуғат араһында ла һәр кемдең күңеленә яҡын, көтөп алған баҫмаһы була. Минең өсөн ошондай баҫма - "Киске Өфө".
Ысынлап та, мәғлүмәт таратыу, йәшен тиҙлегендә хәбәрҙәр еткереү - интернет, телевидение һәм радио ҡулында. Уларҙың эшмәкәрлегенең девизы: тиҙ, актуаль, иң беренсе. Ә гәзит һәм журналдар ошо мәғлүмәтте "булды-үтте", тип кенә түгел, ә һәр теманың төбөнә төшөп, уны төрлө яҡтан тикшереп, айышын "тәмләп" кенә еткерә халыҡҡа. Ошоноң менән дә көслө ул ваҡытлы матбуғат һәм айырыуса "Киске Өфө".
Миңә бигерәк тә гәзиттең этник йүнәлеште һәр саҡ беренсе урынға ҡуйыуы оҡшай. Ҡайҙа әле беҙ тағы халҡыбыҙҙы ҡайғыртҡан, маҡтаған, уның үткәне хаҡында ҡыҙыҡлы факттар еткергән, бай тел менән яҙылған, бай мәғлүмәти сығанаҡ табабыҙ! Бөгөнгө көндә Рәсәй һәм сит ил матбуғатында күҙәтелгән тенденция - бер йүнәлеште йәки теманы алыу һәм шуларҙы бик төплө итеп халыҡҡа еткереү. "Киске Өфө" лә ошо тенденцияны бик уңышлы ҡуллана һәм милләтебеҙ тормошон төрлө яҡлап яҡтыртырға ынтыла.
Гәзит биттәрендә Өфөлә, республикала һәм һирәк осраҡта Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ тураһында уҡырға мөмкин. Редакция хеҙмәткәрҙәренә ошо теманы киңәйтергә кәңәш итер инем. Башҡорттар донъяның төрлө урынында йәшәй, эшләй. Мәҫәлән, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәр тормошо тураһында уҡыуы бик ҡыҙыҡлы булыр ине, тип уйлайым. Шулай уҡ бөтә донъя буйлап таралған башҡорттар хаҡында ла мәҡәләләр күрергә теләүселәр әҙ түгелдер. Уларҙың йәшәйеше, тыуған ерҙәре менән бәйләнеше тураһында ла мәҡәләләр бирһәгеҙ, яҡшы булыр ине.
Баҫмалағы материалдарҙың бирелеше оҡшай миңә. Әлбиттә, һандарға, рәсми сығыштарға ҙур урын бүлгән гәзиттәр менән сағыштырырға ярамайҙыр, бәлки, ләкин "Киске Өфө" битендәге материалдар күңелгә үтеп инә. Мәҡәләләрҙең теле һутлы, уҡымлы, һәр һөйләм фекерле.
Психолог менән әңгәмәләрҙе көтөп алам. Ҡайһы бер аңлай алмаған хәл-ваҡиғаларға белгес күҙлегенән сығып ҡарау ярҙам иткәне бар. Шулай уҡ мине мәҙәниәт темаһы ҡыҙыҡһындыра, социаль мәсьәләләрҙе, йәштәр тормошон, иҡтисадҡа ҡағылған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Әленән-әле яңы хикәйәләр тәҡдим итеүе менән дә ота баҫма, башынан аҙағына тиклем уҡып барам. Гәзитте йыйып туплап барыуым ныҡ оҡшаған хикәйәләрҙе бер аҙҙан тағы ла бер тапҡыр уҡып сығырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, хикәйәләрҙе генә түгел, ҡышҡы оҙон кистәрҙә гәзит тупланмаһын ҡабат-ҡабат ҡарап сығам һәм үҙем өсөн һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы әйбер табам. Тимәк, "Киске Өфө" битендә донъя күргән мәҡәләләрҙең актуаллеге ваҡыт үтһә лә юғалмай.
Яратҡан гәзитемә, журналистарға рәхмәтле уҡыусылар исеменән ижад ҡомарҙары һүнмәүен теләп ҡалам.

Зөлфиә МЫРҘАБАЕВА.
Белорет ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru