«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА АРНАП
+  - 

Быйыл башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 270 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Үҙенең мәшһүр улын халыҡ онотмай һәм уның образы аша йәш быуында илһөйәрлек, ирек һөйөүсәнлек тәрбиәләй, тыуған ил, туған тәбиғәт, туған тел матурлығын күрә белеү һәм яратыу, уларҙы һаҡлау тойғоһон һеңдерә. Салауат Юлаевҡа, уның тормошона һәм ижадына арналған конкурс һәм башҡа төрлө саралар йыл дауамында барасаҡ. Ошондай проекттарҙың береһе Башҡортостан Милли музейы тарафынан ойошторолған "Салауат - мәңге батыр" конкурсы. Уның хаҡында музейҙың этнография бүлеге мөдире Лилиә Барлыбаева һөйләй.

- 160 йыллыҡ тарихҡа эйә булған Башҡортостан Милли музейы төбәктең бай тарихын һаҡлаусы һәм уны быуындан-быуынға еткереүҙә ҙур роль уйнаған мәҙәни усаҡ. Унда төбәктең бөйөк шәхестәре тураһында күп мәғлүмәт һаҡлана. Музейҙа шулай уҡ Салауат Юлаевҡа арналған айырым экспозиция ла эшләй, уға арналған төрлө саралар ҙа ойошторола. Шундай мөһим сараларҙың береһе - Салауат Юлаев образын хәҙерге заман сәнғәтендә сағылдырыуға йүнәлтелгән "Салауат - мәңге батыр" Төбәк-ара конкурсы. Ул һынлы сәнғәт өлкәһендә ижад иткән таланттарҙы асыуға, уларҙың ижади эшмәкәрлеген дәртләндереүгә, эштәрен киң йәмәғәтселеккә күрһәтеүгә, милли герой образына художестволы интерпретация биреүгә йүнәлтелгән. Конкурста милли батырыбыҙ образын һынлы сәнғәттә, графика, скульптура, авторлыҡ һәм биҙәү-ҡулланма техникаһында сағылдырыуға йүнәлтелгән проектта Рәсәйҙең төрлө төбәгендә йәшәгән оҫталар ҡатнаша ала. Йәш сикләүе 16 йәштән алып. Ниндәй йүнәлештә ижад иткән оҫталар конкурсҡа үҙ эштәрен тәҡдим итә ала һәм эштәр ҡасанға тиклем ҡабул ителә?
Конкурста биҙәү-ғәмәли сәнғәте (кейеҙ, гобелен, аппликация һ.б.), скульптура сәнғәте (әүәләү, әкиәти һәм фантастик скульптура формалары, пластилиндан эшләү, скульптура портреты, рельеф һ.б.), һынлы сәнғәт һәм графика (ҡәләм, һөрмә, күмер, гуашь, майлы буяу, акрил һ.б.) һәм сувенир әйберҙәр эшләү кеүек бер нисә номинация ҡаралған. Һәр ҡатнашыусы, теләге буйынса, 1-5 эш тәҡдим итә ала. Конкурсҡа заявканы ағымдағы йылдың 8 апреленә тиклем бирергә мөмкин, ә эштәрҙе ҡабул итеүҙең һуңғы көнө - 26 май.
"Салауат - мәңге батыр" конкурсына ебәрелгән эштәрҙе билдәле сәнғәт һәм ижад әһелдәренән торған жюри баһалаясаҡ. Бөтәһе 13 иң яҡшы эш һайлап алынасаҡ. Конкурс буйынса йомғаҡлау күргәҙмәһен асыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Милли музейында 2024 йылдың 11 июнендә уҙасаҡ.
Тарихыбыҙға битараф булмаған, ижад яратҡан һәр кемде конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. Милли геройыбыҙ тураһында хәтирәләрҙе бергәләп һаҡлайыҡ.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 70

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru