«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТЛОҠТО ҺАҠЛАР ӨСӨН КИЛДЕК...
+  - 


Беҙҙең эраға тиклем V быуатта "тарих атаһы", грек тарихсыһы Геродот Кәрәлек, Кәмәлек, Сәҙе, Ырғыҙ, Селекле буйҙарында күргән һәм яҙып ҡалдырған башҡорттар менән аралашҡан мәшһүр рус яҙыусыһы Лев Толстой уларҙан "Геродотлыҡ аңҡыуы" хаҡында киң билдәле һүҙҙәрен тарихҡа теркәгән. Боронғо йылъяҙмаларҙа "Тышҡы Башҡорт иле" тип нарыҡланған Волганың һул ярында, Рәсәй Федерацияһының хәҙерге Һамар, Һарытау өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи халәте нисек һуң? Быға тиклем беҙ ошо яҡта тыуып үҫкән мәшһүр әҙиптәр Рәшит Ниғмәти, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин ижадтары аша төбәктә йәшәгән халҡыбыҙҙың тормошо хаҡында танышып белһәк, иш янына ҡуш тигәндәй, әҙәбиәтебеҙҙә тағы ла бер ҙур күләмле әҫәрҙең яҙылыуына шаһитбыҙ. Ул да булһа Бишева Ғәфиәнең "Кәмәлек" роман-хроникаһы. Автор 1942 йылдың 18 декабрендә Һарытау өлкәһенең Пугачев районына ҡараған Ҡондоҙло ауылында тыуған. Һөнәре буйынса ул һатыусы.
Ғәфиә апай тәүҙә яҙғандары хәтернамә-хроника рәүешен алыр тип тә күҙ алдына килтермәгән, ә бары тик үҙ нәҫеленең үткәнен яҙма рәүештә балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә аманат итеп ҡалдырырға ғына теләгән. Үҙ яҙмаларын атаҡлы тарихсыбыҙ, күренекле шәхесебеҙ, үкенескә күрә, баҡыйлыҡҡа күскән Әнүәр Әсфәндийәровҡа уҡытып өлгөргән апай. Кәмәлек башҡорттары тарихын документаль нигеҙҙә ныҡлы өйрәнгән Әнүәр Закир улы автор яҙмаларының художестволы тәбиғәтен дә тойған, шуғалыр, минең ҡарамаҡҡа тәҡдим иткән. Яҙмаларҙың ҡулыма килеп эләгеүенең ҡыҫҡаса тарихы шулай. Мин әҫәрҙе мөхәррирләп, китап итеп сығарырға ярҙамлаштым.
Кәмәлек буйы башҡорттары йәшәгән төбәк Волганың һул яҡ ярында урынлашҡан. Ул ерҙәр менән Башҡортостан аралығында хәҙерге ваҡытта Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәләре урынлашҡан. Тарихта "Волганан - Тубылғаса" тип билдәләнгән төбәк халҡы һаман да Тарихи Башҡортостан сигенә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй. Миңә ҡалһа, "Кәмәлек" художник ҡәләме менән түгел, асылда, илһөйәр, телһөйәр замандаш, һәүәҫкәр этнограф ҡулы менән ижад ителгән. Әҫәрҙә төбәктә барған сәйәси ваҡиғалар юҫыҡ сағылыш тапмаһа ла, төп йортонан - Башҡортостандан, милләт булараҡ билдәле кимәлдә дәүләт яҡлауынан, аҫаба еренән, диненән, теленән мәхрүм ителгән төбәк халҡы үҙ асылын тәбиғи үҫеш, эшһөйәрлек, эске никахтар ярҙамында һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Әҫәрҙе икенсе төрлө "Никахтар бәйәне" тип тә атарға мөмкин. Яҙмала төрлө-төрлө никахтар тарихы үҙенсәлекле силсиләне, шәжәрә ағасын тәшкил итә лә инде.
Роман тарихи ысынбарлыҡҡа, тормош дөрөҫлөгөнә туп-тура ҡарарға ярҙам итә. Автор үҙ нәҫеле мөхитен дә һәм тотош Кәмәлек буйында барған ваҡиғаларҙы шымартып күрһәтмәй, нисек бар шул рәүешле (ул хатта үҙенең ата- әсәһе хаҡында яҙғанда ла уларҙан фәрештә яһамай) аҡ ҡағыҙға төшөрә. Был авторҙан выждан батырлығы талап иткәне бәхәсһеҙ. Һәр хәлдә, Ғәфиә апайҙың хәҡиҡәткә тоғро ҡалыуы һоҡландыра, сөнки әҙәби әҫәр өсөн генә булһа ла тормош ваҡиғаларын, ундағы геройҙарҙы һылап-һыйпап, күпертеп һүрәтләргә ынтылыу ысынбарлыҡтан тайпылыуға алып килер ине.
Ғәфиә Ғәбделхәким ҡыҙы БИШЕВА 1967 йылдан алып Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй. Йәшәй генә тип әйтеү аҙ булыр, ул күп кенә туғандарын, ауылдаштарын, яҡташтарын үҙенең артынан баш ҡалабыҙға эйәртеп алып килеп, тотош ауыл булып, аралашып көн итәләр. Уның менән ҡорған әңгәмәбеҙ ҙә тап шул ауыл хаҡында барыр.

Ғәфиә апай, был үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙ хаҡында әҫәрҙе яҙырға нимә мәжбүр итте?

- Хәҙер беҙҙең Кәмәлек буйы ауылдарында туған телдә уҡытыу булмағас, йәштәр башҡортса белмәй тиерлек. Был бик үкенесле хәл. Шулай ҙа Кәмәлек буйҙарында ҡасандыр милли тормош шаулап торғаны, йола-традициялар һаҡланыуы, гөрләп туйҙар, "Ухаяҙыр" уйындары, башҡа саралар үтеүе миңә ғәзиз төбәктә йәшәгән халҡыбыҙҙың аяныслы һынауҙарға дусар булыуы хаҡында киләсәк быуындар белһен өсөн, исмаһам, ҡағыҙға ғына яҙып ҡалдырайым, тип тотонғайным был эшкә... Күңелем ҡушҡас, яҙҙым да яҙҙым инде.

1967 йылда тәүге тапҡыр Өфөгә аяҡ баҫҡанһығыҙ, үҙегеҙҙең артығыҙҙан нисә кешене эйәртә алдығыҙ?

- Тәүҙә килгәндәрҙең байтағы гүр эйәһе булдылар инде. Бер туған апайым Ғәфүрә, уның балалары Рәүеф, Ринат, Хәниә бында. Ибраһим бабайыбыҙҙың ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй. Мәрхүмә Ғәлиә апайыбыҙ Вәхитов Әнүәр еҙнәгә сыҡҡайны, уларҙың балалары үҙ донъяһын ҡорған. Беҙҙең Рәшит менән ҡыҙҙарыбыҙ Фәйрүзә һәм Фәхризә Өфөлә йәшәйҙәр. Ғабдрафиҡ ҡайнағамдың балалары, туғандары ла Черниковкала йәшәй. Ике-өс туғандарҙы, уларҙың балаларын, беҙҙең балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡушһаҡ, илле-алтмышлап кеше килеп сыға.

Әгәр ҙә был берләшмәне ауыл исеме менән атаһаҡ, ниндәй ауыл була инде?

- Революцияға тиклем беҙҙең төбәктә 12 башҡорт ауылы булған. Хәҙер һаҡланып ҡалғандары: Ҡондоҙло, Бөрйән, Мәҡсүт, Ҡаһарман, Ҡатай, Ишембай, Һарыш. Ә Өфөлә тупланып, аралашып йәшәгән ауылыбыҙ Кәмәлек буйынан килгәсебеҙ, Кәмәлек ауылы була инде.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йәшәһәгеҙ ҙә, тыуған яғығыҙ - Кәмәлек буйҙары. Бында күсеп килеп, тыуған яғығыҙҙы етем иттегеҙ тип уйламайһығыҙмы?

- Бына минең өсөн, ирем, апайым, башҡа өлкәндәр өсөн тыуған еребеҙ Кәмәлек буйы, торған еребеҙ - Өфө. Ә бына бында тыуған балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн тыуған ерҙәре Өфө, Башҡортостан. Был - бер, икенсенән, беҙҙең яҡта күптәнән мәктәптәрҙә туған телебеҙ уҡытылмағас, беҙ Башҡортостанға килеп, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең туған телен һаҡлап ҡалдыҡ. Улар барыһы ла 20-се Башҡорт гимназияһында уҡыны һәм уҡый. Шуға күрә бында етемлек тураһында һүҙ алып барып булмайҙыр. Киреһенсә, беҙ балаларыбыҙҙы туған телебеҙҙән мәхрүм итмәнек. Әгәр ҙә тегендә тороп ҡалһаҡ, улар туған телебеҙҙән ситләшер ине.

Барығыҙ ҙа башҡортса матур һөйләшәһегеҙ, бының өсөн һеҙгә һоҡланырға ғына була. Ә бит Башҡортостанда тыуып үҫкән ҡайһы бер башҡорттар һеҙҙең кеүек түгел...

- Беҙ унда бүленеп ҡалһаҡ та, дин, ғөрөф-ғәҙәт милли булмышыбыҙҙы һаҡланыҡ. 1954 йылға тиклем башҡорт теле уҡытылып килде, Бөрйән ауылында йәшәгән ҡайным уҡытыусы булып эшләгән булған.

Кәмәлек буйында туғандарығыҙ ҡалдымы, әллә барығыҙ ҙа бында күсеп килдегеҙме?

- Унда туғандарыбыҙ күп ҡалды. Бөрйәндә - ирем Рәшит яғынан, Ҡондоҙлола атайым яғынан туғандарыбыҙ донъя көтөп тора. Улар менән даими аралашып, күрешеп йәшәйбеҙ.

Өфө ситтән килеүсене "өф" итеп тормай, тәүге осорҙа ауырға тура килгәндер инде?

- Иң мөһиме, беҙ эштән ҡурҡманыҡ. Ғәфүрә апайым менән ирем Рәшит фатир алғансы урам һепереүсе булып эшләнеләр. Апайым һуңынан ательеға тегенсе булып эшкә күсте, ирем сантехник булып китте. Хәниәбеҙ троллейбус йөрөтөүсегә уҡып алды ла, пенсияға сыҡҡансы 34 йыл буйы шунда эшләне. Тәүҙә Ғәфүрә апайым өс бүлмәле фатир алғайны, беҙ тәүҙә балалар менән уларҙа йәшәнек. Тимерхан еҙнәбеҙ: "Балаларығыҙҙы сит илгә уҡырға, эшкә ебәрмәгеҙ, башҡорттан башҡа кеше менән ғаилә ҡормаһындар", - тип әйтә торғайны. Уның һүҙе беҙҙең зат өсөн ҡанунға әүерелде.

Ҡайҙа, кем булып эшләне еҙнәгеҙ?

- Балта оҫтаһы...

Тәрән аҡыллы кеше булған ул.

- Эйе, уның хаҡында романда барыһын да яҙғанмын. Әгәр ҙә Өфөгә килмәгән булһағыҙ, бөгөн ҡайҙа һәм нисек йәшәр инегеҙ?

- Был һорауҙы ирем Рәшиткә бирергә кәрәктер. Сөнки ир ҡайҙа булһа, ҡатыны шунда бит инде. Тыуған яғында кеше нисек булһа ла йәшәй инде ул. Өфөгә килеү уйым райпотребсоюзда эшләгәндә тыуҙы. Йыл һайын уңыш йыйыуға Саратовтан шоферҙар килә. Бер йылды Башҡортостандан килгән машиналар күренде. Беҙ, һатыусылар, бер бүлмәлә ултырабыҙ. Тәҙрәне асып ебәрһәк, машиналарҙан башҡортса йырҙар ишетелә. Тап шул йырҙар миңә Башҡортостанды, Өфөнө барып күреүгә сигнал булып яңғыраны. Шул саҡта отпуск алдым да, өйгә ҡайтып, әсәйемә Өфөнө барып күреп ҡайтыу теләгемде әйттем. Өфөгә юлым шулай асылды...

Бер осрашҡанда шиғыр ҙа яҙыуығыҙ хаҡында әйткәйнегеҙ, Ғәфиә апай. Әле лә ижад итәһегеҙме?

- Шиғыр яҙыуым шул кәйефкә ҡарап инде. Ҡайһы ваҡыт хәҙер ҙә сыймаҡлап ҡуям. Туғандарымдың барыһының да тыуған көндәренә бағышлауҙар яҙып бөттөм инде.

Әҫәрегеҙҙең икенсе өлөшөн яҙырға уйламайһығыҙмы?

- Икенсе өлөшөн яңынан тыуғас яҙырмын тием.

Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Ғәфиә апай!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru