«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР РУХЫНАН ХАЛЫҠ РУХЫ ЯРАЛА
+  - 


Күңел уйға туймаҫ, тигәндәй, хәҙерге заманда ҡәрҙәштәребеҙҙең шәхси сифаттары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре етди уйландыра. Әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләре, кешенең холҡо, аралашыу, ғәҙәттәр, милли ҡиммәттәр донъябыҙ торошона, ижтимағи тормошобоҙға, халҡыбыҙ йәшәйешенә ҙур йоғото яһай. Әүәл ҡәүемдәштәребеҙгә тәбиғәтте яратыу, киң күңеллелек, ябайлыҡ, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек, миһырбанлыҡ, асыҡ сырайлылыҡ, әҙәплелек, намыҫлылыҡ, изгелек, яҡшылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек күркәм сифаттар хас ине.

"Европа һәм Көнсығыш рухы" тигән ғилми хеҙмәтендә немец философы В. Шубарт шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: "Ер рухынан халыҡ рухы ярала. Был рух даими милли сифаттарҙы билдәләй... Тупраҡ ҡөҙрәте ҡан ҡеүәтенән дә ҡеүәтлерәк һәм нығыраҡ". Тимәк, Көньяҡ Уралдың тәбиғәте, хозурлығы, төрлө-төрлө мәғдәнгә, тереклеккә байлығы, физик-географик шарттары башҡорт ҡәүеме асылының этногенетик сифаттарын, үҙенсәлектәрен билдәләй.
Биология фәндәре докторы Әсҡәт Моҡатанов та башҡорттоң булмышын йәнтөйәгенә бәйләй торғайны. Был, һис шикһеҙ, "Урал батыр" эпосында тасуирланғанса, ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен өсөн изгелекле Урал атабыҙҙың Йәншишмә һыуын һирпеп, бары күреп һоҡланған балҡып торған ер, тәбиғәт донъяһын мәңге үлемһеҙ яһауына ла бәйлелер. В. Шубарт фекеренә ярашлы, ҡанбабаларыбыҙҙың, ата-олаталарыбыҙҙың ирек һөйөүсәнлеге, үҙаллылығы, ғәҙеллеккә ынтылышы ғәйрәтле, ғәҙеллекте яҡлаусы, игелекле, дәү кәүҙәһе хазина таштарға бай Урал тауына әйләнгән батырыбыҙҙан киләлер. Халҡының күңелендә өҙөлмәҫ моң булған Шәйехзада Бабич инанғаса ла:

Тупраҡ башҡорт бәхетелер,
Бәхетенең тәхетелер.
Тупраҡ ҡалһа истиҡбал
Нурлы, раушан, яҡтылыр.

Арҙаҡлы шәхес Василий Маркович Флоринский ҙа ғәмәлдә холоҡтоң тыуған ергә, сығышҡа бәйлелеген аңғарта: башҡорттарҙың "үҙҙәренә генә хас һыҙаты - тыумыштан бирелгән әҙәплелек, намыҫлылыҡ, башҡа кешенең кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеү һәм ошоно үҙендә һаҡлау". Бында "тыумыштан бирелгән" тигәнгә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Шулай итеп, был сифаттар ҡандан, нәҫелдән, беҙҙе солғап алған мөхиттән килә. Йәнә аҡ күңел, ғорурлыҡ, яҡшылыҡ, инсафлыҡ, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ та...
Тарихсы һәм этнограф Руф Гаврилович Игнатьевтың билдәләүенсә: "Ҡунаҡты, хатта дәрәжәле кешене ҡабул итеп, ҡарап, уның күңелен күреп, башҡорт ярамһаҡланыу, ҡуштанланыу хәленә төшмәй, ул үҙенең бәҫен һаҡлай һәм үҙен бойондороҡһоҙ тота". Эйе, һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ булған әүәлге башҡорт холҡо! Хәҙер иһә хатта төрлө өлкәлә хеҙмәт итеүсе зыялыларыбыҙҙың бихисабы хаяһыҙ, иманһыҙ, игелекһеҙ, яғымһыҙ, туң, тупаҫ, ярамһаҡ... Һут биргән тарихи-ижтимағи тамырҙарың, рухыңды һуғарған рухи йәншишмәләрең, үҙ рәүешең, иҫ-аҡылың, ҡиблаң, моңоң, телең, исемең булмаһа, нисек иркен тын алырһың, шөһрәт ҡаҙанырһың, үҙеңде һәм халҡыңды танытырһың, исемеңде ил йөрәгенә яҙырһың, тип әйтке килә ундайҙарға...
Үҙенә оҡшаш йән эйәләренән кеше аҡылының, психикаһының һәм ижтимағи тормошоноң юғары үҫеш кимәле, мәҙәнилеккә эйәлеге, мәғәнәле йәшәйеште, матди һәм рухи үҫеште булдыра алыу һәләтлелеге менән айырыла. Әммә хәҙерге заманда кеше күңеленең ҡараңғыланыуы, Тәңре биҙгән тәкәбберҙәрҙең, йәнә бер һүҙҙә, бер тарафта тормаған аумаҡайҙарҙың, бушҡыуыҡ ялағайҙарҙың ишәйеүе ныҡ һағайта. Эйе, ҡыҙғанысҡа күрә, кеше ҡиммәтен белмәгәндәр, ҡәрҙәштәрен рәнйеткәндәр, үслеләр, боҙоҡтар, уғрылар, аҡса ҡолдары бермә-бер күбәйҙе. Хатта уларҙы йүгәнләр, тыйыр, туҡтатыр әмәл дә, хаким да юҡ, йоғонтоло саралар ҙа күрелмәй. Сөнки бихисаптар ҡоромға буялған. Күңел һөрөмөн һыу менән генә йыуып булмай, күпме йыуһаң да ҡара таш ағармай шул.
Ғилемде, әхлаҡи сафлыҡты данлаған, боҙоҡлоҡто, яһиллыҡты фашлаған әүлиәләй мәшһүр Аҡмуллабыҙ "Замана ғалимдарына" шиғырында әҙәмдең берен-бере кәмһетеүгә ҡомарлығына әсенә:

Инсафтан бер мыҫҡыл юҡ эшебеҙҙә,
Кенә, хөсөт, хаслыҡ тулған эсебеҙгә,
Һөнәребеҙ - ҡанығышыу, кәмһетешеү,
Үҙ ҡылған эшебеҙ юҡ иҫебеҙҙә.

"Нәсихәттәр" шиғырында иһә кешеләргә мәңге фәһем булыр өгөт-нәсихәттәрен әйтә:

Икенсе ҡиммәт нәмә - күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән...
Етенсе ҡиммәт нәмә - ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш, тигән.

Намыҫы таҙаларға был фани донъяла ихлас аралашмайынса, фекерләшмәйенсә, бер-беренә шәфҡәт итмәйенсә, мәғәнәле тормош ҡороп, ҡыуанып йәшәү мөмкин түгел. Сөнки ғүмер баҡый һыналғанса, кеше - кешегә иш, ҡулдаш, юлдаш; кеше дарыуы - кеше, кәңәше лә килешә, йылы һүҙе йәнгә рәхәт, йөрәккә им була. Хатта ки яҡшы һүҙ - ярты ырыҫ, яҡшы ниәт - ярты бәхет. Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта, һис шикһеҙ, үҙ эшеңде үҙең белеү, үҙеңдең яҡшы исемеңде табыу, үҙеңә үҙең ҡаты булһаң да кешеләргә йомшаҡ, мөләйем, яғымлы, ярҙамсыл булыу үтә лә мөһим. Яҡшы мөнәсәбәтле, рәхимле кешеләр менән ҡатышһаң, күңел асыла, яман менән - йәнең ҡыйыла. Яуыздар, боҙоҡтар, асыу менән үсе күптәр йортобоҙға матди ҙа, рухи ҙа зыян килтерә, йыртҡыстан былайыраҡ ҡотора, йәмғиәткә ҡурҡыныс тыуҙыра. Аралашып, аҡыл менән уртаҡлашып йәшәйек, йәмәғәт!
Алла шайтанынан бәндә шайтаны яманыраҡ икәнен һәр саҡ иҫтә тотайыҡ. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, әгәр һеҙ изгелек эшләһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа үҙегеҙ өсөн ҡылаһығыҙ. Берәү тура юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша... Изгелек ҡылғандарға - изгелек һәм өҫтәмә, уларҙың йөҙҙәрен туҙан да, хурлыҡ та ҡапламаҫ. Улар - ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр. Насар эштәр ҡылғандарҙы хурлыҡ баҫыр, Аллаһы Тәғәләнән һис кем яҡлай алмаҫ! Уларҙың йөҙө ҡараңғы төндөң ҡаралығы менән ҡапланған кеүек булыр. Был бәндәләр - тамуҡ киҫәүҙәре, улар тамуҡта мәңге ҡалыр...
Ер йөҙөндә әллә кем булып маһайып йөрөмә, һин Ерҙе тишә алмаҫһың һәм тауҙарҙай була алмаҫһың...
Раббың ғәҙел булырға һәм изгелек ҡылырға, яҡындарға бүләк бирергә ҡуша, зина ҡылыуҙан, тыйылғанды эшләүҙән, кешеләргә йәбер-золом ҡылыуҙан тыя. Алла һеҙҙе өгөтләй, моғайын, һеҙ аҡылға килерһегеҙ.
Аҡ күңелдең аты арымай, тигәндәй, ҡәрҙәштәребеҙгә тәбиғәттән, йәмле еренән бирелгән һоҡланғыс сифаттарын тергеҙеп, яуызлыҡҡа, яманлыҡҡа яу асып, яҡшылыҡҡа юл асып йәшәү хәйерле. Урал ата аманатын мәңге хәтерҙә тотоп, изге доға итеп, көн һайын ошо имле һүҙҙәрҙе бөтә йөрәктән әйтеү, күңелдәргә һеңдереү зарур:
Яҡшылыҡ гелән атым,
Кеше бит минең затым,
Яманға юл ҡуймайым,
Яҡшынан баш тартмайым.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru