«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ-ҠЫҘҘАРЫБЫҘҒА ИҢ ТӘҮ КӘРӘК НӘМӘ - ИМАН, ТИГӘН
+  - 


Илебеҙ халҡының киләсәгенә битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙың милләт, тел буйынса һәр төрлө проблемаларҙы ҡуҙғатып, милли тормошобоҙҙо артабан үҫтереү һәм яҡшыртыу буйынса әйткән фекерҙәрен, кәңәштәрен матбуғат биттәрендә яратып уҡыйым. Ошо юҫыҡта эҙләнеп, йылдар буйы өйҙә йыйылып барған гәзиттәрҙе лә йыш ҡына аҡтарырға ғәҙәтләнгәнмен.

Ете йыл элек сыҡҡан "Йәшлек" гәзитенең береһендә "Ысын башҡорт ниндәй булырға тейеш?" тигән мәҡәләгә ҡабаттан юлыҡтым. Зилә Рәхмәтуллинаның "Башҡорттоң кодексы" тип аталған бәләкәй генә китабының йөкмәткеһе тулыһынса бирелгән ине унда. Һәр башҡорт кешеһендә булырға тейешле 27 гүзәл сифат һаналып киткән. Шуларҙы ныҡ иғтибар менән ҡабаттан уҡып сыҡтым. Ысын башҡорттоң исеме мосолман, йәки милли традицияларға бәйләнгән булырға тейешлеге хаҡындағы талаптан башланып киткән был теҙмәлә артабан илһөйәрлек, телһөйәрлек, эшһөйәрлек, атай-әсәйгә ихтирам, шәжәрәңде белеү, әҙәплелек кеүек сифаттар һаналып китә. Ир-аттың эйәрҙә ныҡлы ултырыу, йәйәнән атырға, көрәшә белеү кәрәклеге һәм һәр башҡорттоң музыка ҡоралында уйнарға, башҡа телдәрҙе өйрәнеү, һәр саҡ аҡсалы булыу зарурлығына тиклем бар. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙа булған, шулай уҡ хәҙерге һәммә башҡортҡа хас булырға тейешле яҡшы һыҙаттарҙы ошо исемлеккә индерергә тырышҡан автор үҙ милләтенең вәкилдәрен һәр саҡ иң яҡшы, бай кешеләр итеп күргеһе килә. Афарин!
Ата-олатайҙарыбыҙҙан күсә килгән һәм артабанғы быуындарыбыҙҙа һаҡланып ҡалырға тейешле булған иң ҡиммәтле милли үҙенсәлегебеҙ хаҡында минең дә һәр саҡ әйтер һүҙем бар. Ҡартатайҙарыбыҙ Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән мең йыл тирәһе элек Ислам динен ҡабул итеп алған. Әгәр ҙә Октябрь революцияһына ҡәҙәр йәшәгән мәшһүр шағирыбыҙ - мәғрифәтсе Аҡмулла олатайыбыҙҙан шул осорҙа "башҡорт өсөн иң әүәл кәрәк нәмә" хаҡында һорашһаң, һис кенә лә икеләнмәйенсә, "иман", тип яуап бирер ине, моғайын. "Иң әүәл кәрәк нәмә - иман, тигән, Ахирәт эштәренә инан, тигән...", тип башланып киткән уның нәсихәттәре бына шундай хистәргә этәрә.
Үкенескә, "иман" төшөнсәһен дөрөҫ аңламағандарыбыҙ күп. Бәғзе берәүҙәр "Кеше эсмәһә, тартмаһа һәм баҫалҡы булһа - ана шул инде иманлы булыу", тип кенә сикләнә һәм бындай бөйөк төшөнсәне бөтөнләйгә күҙ алдына килтерә алмай. Ә иман - ул фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә ныҡлы ышаныу һәм Уға буйһоноу менән бәйле төшөнсә. Һәр мосолман кешеһе мотлаҡ яттан белергә һәм һис икеләнеүһеҙ ышанырға тейешле иман шарты - алты: 1) Раббыбыҙҙың барлығына, берлегенә, Унан башҡа һис бер илаһ юҡлығына ышаныу, 2) Уның фәрештәләренә, 3) бәйғәмбәрҙәренә, 4) китаптарына, 5) Ҡиәмәт көнөндә Ахирәттә ҡабаттан тереләсәккә, 6) тәҡдиргә ышаныу. Ошо хаҡиҡәтте беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик яҡшы белгәнлеген һәм уны быуаттарҙан-быуаттарға бер-береһенә тапшырып килгәнлеген иң беренсе нәүбәттә күҙ уңында тоторға бурыслыбыҙ.
Бына шул бөйөк аманаттың быуындан-быуынға күсеү процесы Октябрь ихтилалына тиклем үк килеп еткән. Эйе, ысынлап та, тик революцияға тиклем генә! Унан, һәр төрлө шауҡымдарға бирелеп, "юҡтырһың да, Алла..." тип икеләнгән саҡтар ҙа булмаған түгел. Хатта, Бөйөк Раббыбыҙҙы хурлауға йүнәлтелгән теләһә ниндәй таҡмаҡтар сығарып һамаҡлауҙарға ла барып еткәнбеҙ бит, әстәғфируллаһ! Шайтан хөсөтөнә бирелеүҙән был, әғүҙүбилләһ (Аллаһҡа һыйынам). Ана шул осорҙарҙа меңәрләгән дин белгестәрен - имам һәм мөғәллимдәрҙе аттырып, мәсеттәребеҙҙе емертеп, мәктәптәрҙә дини уҡыуҙы тыйып, кешеләрҙе әүҙем рәүештә атеистик, йәғни динһеҙлек рухында тәрбиәләй башлауҙары сәбәпле, хәҙерге көнөбөҙҙә "иман" тип аталған ошо ҡиммәтле төшөнсәне бөтөнләйгә тиерлек белмәү хәленә килгәнбеҙ ҙә инде. Юғары уҡыу йорттарында тырыша-тырыша атеизм фәненән имтихандар бирҙек, биология дәрестәрендә дарвинизм тәғлимәтенә яраҡлаштырып, ябай итеп әйткәндә, маймылдарҙан шәжәрә төҙөүгә тиклем барып етә яҙҙыҡ!.. Был - үкенесле. Ә иң үкенеслеһе - бөгөнгө көн дини асылыбыҙға ҡабаттан ҡайтыу мөмкинлеге бирелгәс тә, ҡылған оло хаталарыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында тәүбә итеп, иманға килергә тырышыу урынына, күпселегебеҙ әле булһа динебеҙгә битараф булып ҡала киләбеҙ һәм үҙебеҙ үҙебеҙгә оло ғәҙелһеҙлек ҡылабыҙ. Ата-бабаларыбыҙ барыһы ла яттан белгән һәм һис икеләнеүһеҙ ысын күңелдән ышанған иман шарттарын белеүсе кешеләребеҙ арабыҙҙа хәҙер бик һирәк ҡалған. Ана шул донъялар боларышҡан йылдарҙан алып, ошоғаса күпселек "дин ғилемен тик мулла ғына белергә тейеш тә, башҡалар һис бер ни аңламайынса һәм белмәйенсә аят уҡыу мәжлестәренә генә барып, бит һыйпап ҡына ултырырға тейеш" тигән төптән хаталы уйҙа.
Әйткәндәй, әлеге "кодекс" проекты авторы Зилә Рәхмәтуллина уҡыусыларҙың кәңәштәре ярҙамында уны тағын да тулыландырыу мөмкинлеген күҙаллаған. Бына ошо мәҡәләне яҙыу өҫтөндә эшләгәндә байтаҡ йылдар дин юлында булған һәм шәриғәт ҡанундарын тәрән белгән тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов менән дә әңгәмәләштем. Шундай ҡағиҙәләр йыйынтығы берәй ҡасан, ысынлап та, төҙөлгән хәлдә, беҙ унда иң беренсе пункт итеп "Һәр башҡорт алты иман шартын белергә, Ислам дине терәктәрен - фарыз ғибәҙәттәрҙе өйрәнергә, харам менән хәләлде айырырға тейеш", тип яҙып ҡуйырға кәңәш итер инек. Был талаптарҙы боронғо бабайҙар уйлап сығармаған, улар - Аллаһ илсеһе Мөхәммәт с.ғ.с ҡуйған һәм мотлаҡ үтәлергә тейеш булған Ислам диненең нигеҙҙәренән алынған.
Мосолман исеме тигәндән, уны ла беҙ исем өсөн генә йөрөтөргә тейеш түгелбеҙ. Башҡортлоҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә динебеҙ хаҡында онотоу йәки милләтебеҙҙе динебеҙҙән айырып ҡарау һис кенә лә килешмәҫ. Динебеҙҙе ниндәйҙер бер айырым кешеләр генә шөғөлләнергә тейешле "хобби" һымаҡ итеп һанау ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һис кенә лә тап килмәй. Милләтебеҙҙең һәр яҡлап гармоник үҫешен теләйбеҙ икән, уның тамыры, иң беренсе нәүбәттә, иман менән һуғарылырға тейеш. Баҡсалағы түтәлгә һәр төрлө ҡиммәтле, файҙалы органик һәм минераль ашламалар һалып та, уға һыу ҡоймаған хәлдә, был түтәлдә һис бер ниндәй емеш үҫтерә алмаған һымаҡ, халҡыбыҙҙың диндән тыш үҫеше хаҡында хыялланыу дөрөҫ булмаҫтыр. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. хәҙистәрҙә иман килтергән кешелә булырға тейешле етмештән ашыу гүзәл сифатты һанаған. Был - ғәрәптәр өсөн генә төшөрөлгән дин түгеллеген барыбыҙ ҙа беләйек. Үҙебеҙҙе ошоғаса мосолман тип һанап йөрөүебеҙ, әлбиттә, бик яҡшы. Әммә һәр мосолман кешеһе мотлаҡ белергә тейешле ана шул минимум хаҡында онотмайыҡ һәм уларҙы мәҙрәсә белеме булған имамдарыбыҙҙан өйрәнәйек! Әгәр беҙ Аҡмуллабыҙ нәсихәттәрендә әйтелгән "иң әүәл кәрәк нәмә"не өйрәнмәйбеҙ һәм уның ҡиммәтле кәңәштәрен тотмайбыҙ икән, ошо данлыҡлы остазыбыҙҙың исемен вуздарға, урамдарға, мәктәптәргә биреүебеҙ, уға һәйкәлдәр ҡуйыуыбыҙҙан һәм "йөҙ шәхес" исемлегенә индереүебеҙҙән дә һис бер ниндәй файҙа булмаясаҡ. Ризаитдин Фәхретдин, Мифтахетдин Аҡмуллаларыбыҙҙың васыяттарын үтәп йәшәгән хәлдә генә беҙ уларҙы ихтирам итеүселәрҙән булып, уларҙың ысын фекерҙәштәре була алабыҙ! Юғарыла күрһәтелгән талаптар проектының икенсе пунктында "...ысын башҡорт тормошта халҡының лайыҡлы, үрнәк күрһәтерлек улы һәм ҡыҙы булырға тырыша, башҡа милләттәр менән аралашҡанда үҙен абруйлы тота", тигән юлдар бар. Ифрат та дөрөҫ! Шулай уҡ һәр башҡорт кәмендә өс тел белергә тейешлеген дә хуплайым. Шуларҙың береһе - мотлаҡ Ҡөрьән уҡыу менән бәйле булырға тейеш, тигән инаныуҙамын. Изге китабыбыҙҙы уҡый алырлыҡ ғәрәп яҙыуын һәм телен өйрәнеү, ҡыҫҡа ғына мөһим аяттарҙы ятлап алыу мөмкинлеге һәр кемебеҙгә бирелгән.
Элегерәк, мин бала саҡта, аят мәжлестәрендә оло кешеләр барыһы ла тиерлек бер-бер артлы ҡыҫҡаса ғына булһа ла аяттар уҡый торғайны. Хәҙер тик мулланан уҡытып алыу менән генә сикләнеүҙәр һис кенә лә шатландырмай. Мәктәптәребеҙҙә дин дәрестәре уҡытылмай, әлбиттә, әммә был беҙҙең динебеҙҙе өйрәнмәй, ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) йәшәүгә сәбәп булып торорға тейеш түгел. Иң кәрәк ошо ғилемде кистәрен мәсеткә барып булһа ла үҙләштереү фарыз. Бына шул хаҡта ине әйтер һүҙем, ҡәҙерле туғандар. Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru