«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АПА - АТАЙҘАН ОЛО ИР ЗАТЫ, ЙӘКИ ӘЛЕГЕ ЛӘ БАЯҒЫ ДИАЛЕКТТАР ХАҠЫНДА
+  - 


Гәзитебеҙҙең "Тел төбө - хазина" тип аталған рубрикаһында әленән-әле этнограф Зәкирйән Әминевтың ҡыҙыҡлы мәҡәләләре донъя күреп тора. Үткән һандарҙың береһендәге уның "Йоҡо сүлмәге" исемле яҙмаһын әллә нисә мәртәбә уҡып сыҡтым. Йоҡосо кеше хаҡында күптәребеҙ, бер ни ҙә уйламай ғына, "йоҡо сүлмәге" тибеҙ бит әле. Ә автор ошо мәҡәләһендә бик боронғо фәйләсуфтарҙың фекерҙәренә, башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнә барып, ана шул һүҙбәйләнештең иң кәмендә ике мең йыл ярымлыҡ тарихы бар, тип фаразлап ҡуя.

Һөнәрем буйынса тел ғилеменән алыҫ торған кеше булараҡ, бындай уй минең бер ҡасан да башыма килмәҫ ине, моғайын. Ошаҡлашырға яратҡан кешене "ошаҡ тоҡсайы", күп һөйләүсене "тел биҫтәһе", ә аҡыллы кешене - "аҡыл тоғо" тип атаған һымаҡ, йоҡосоно ла "йоҡо мискәһе" йә "йоҡо сүлмәге" тип атауҙы ифрат ябай ғына итеп аңлай инем. Сағыуыраҡ булһын өсөн әйткәндә, әҙәм балаһының ниндәйҙер айырым үҙенсәлеген берәй ҙурыраҡ "һауытҡа һалып" күрһәтеү алымы, тип кенә һананым. Күп мәғлүмәтте "тау-тау хәбәр" тип атау, ә юҡ-бар һөйләгән берәүҙе, киреһенсә, "буш мискә"гә оҡшатыу һымаҡ сағыштырыуҙар халҡыбыҙҙа күп бит.
Бәғзе ваҡыт һүҙҙәргә хатта ауырлыҡ үлсәме биреү менән дә танышбыҙ. Ҡасандыр Шәйехзада Бабич "мөтәшағирҙарға" (шағир булырға маташыусыларға) ҡарата төртмә шиғырҙарының береһендә ошолай тип яҙған ине: "Әй, Ғалимйән Аҡчурин, шөһрәт күҙеңде ҡыҙҙыра. Әммә бер ботлап һүҙеңә ярты мыҫҡал тоҙ керә…" (Бер бот, яҡынса - 16 килограмм, ә бер мыҫҡал (ғәр.) - 4,46 грамм). Бында ул шағир булырға хыял иткән берәүгә саманан артыҡ күп һүҙҙәр яҙып та, әммә шиғырҙарының "тоҙһоҙораҡ" булыуын күрһәтә. "Ярты мыҫҡал", ысынлап та, ни бары ике грамдай ғына бит…
Башта иҫкә алған автор һымаҡ, мин дә телебеҙҙең бихисап үҙенсәлектәренең бер нисәүһен анализлап алырға булдым әле. Бәлки, башҡаларға ла был ҡыҙыҡлы тойолор. Мәҫәлән, беҙҙең Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр тирәләрендә үҙенең атаһынан олораҡ булған кешене (хатта туғанлығы булмаһа ла) "олатай", бүтән бик күп райондарҙа "бабай" тиҙәр. Ә бына Әбйәлилдә һәм Баймаҡ районының шул яҡ сигенә яҡын ауылдарҙа (Темәс, Байым, Ҡолсора, Күгиҙел, һ.б.) бындай оло кешегә "апа" тип өндәшәләр. "Апай" һүҙенә оҡшай биреберәк торғас, йәш саҡтараҡ миңә ул бик ирмәк һымаҡ тойола ине (Шул тирәнең кейәүе мин. Берәй бала кеше "Хәлил апа" тип өндәшһә, тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китә торғайны). Зат буйынса был һүҙ "минең апам", "һинең апаң", "уның апаһы" тип үҙгәртелә. Әгәр, мәҫәлән, берәү тураһында "уның апаһы Өфөлә йәшәй" тип әйтһәк, бындағы халыҡ уның атаһының йә әсәһенең Өфөлә йәшәгән ағаһы хаҡында һүҙ бара икән тип аңлай. Шуға күрә лә был яҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ хаҡында "уның апайы" тип әйтеү кәрәк.
Башҡа райондарға таралмаған ошо "апа"ға ғәйәт оҡшаш тағы бер һүҙ телемдә әйләнә. Күптәргә, бәлки, сәйер ҙә тойолор, әммә, "олатай" немец телендә лә… "опа" була! Оҡшағанмы?.. Ә өләсәй - "ома" (мәктәптә мин немец теле өйрәнгәйнем). Инде "ома" һүҙен дә артабан сурыта бирһәк, бөтөнләйгә "экватор яғына" төшөп китергә мөмкин. Сөнки, ғәрәп телендә "әсәй"ҙе "өм" тиҙәр. Халҡыбыҙҙа элегерәк Өммиә (әсә кеше), Өммөхаят (әсә+йәшәү), Өммөгөлсөм, Өммөниса һ.б. һымаҡ тап ана шундай тамырлы исемдәр йыш осрай торғайны. Бының менән, әлбиттә, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың шәжәрәһен беҙҙең эраға тиклем йәшәгән арийҙар менән бәйләргә уйламайым, тик уларҙы ҡыҙыҡлы тап килеүҙер тип кенә һанайым. Ә шулай ҙа уйланырға урын барҙыр…
Әлеге Әбйәлил тирәһендә тағы бер аҙ "йөрөштөрөп" киләйек. Белеүебеҙсә, улар "баштай", "таштай", "эштәй", "тештәй", "әкрендәп", "орҙоҡ", "сәсеүҙек" тип, башҡаларға ҡарағанда "бөтөндәйгә икенсе төрҙөрәк итеп һөйҙәшә". Бында, әлбиттә, ҡайһы район башҡортса дөрөҫ, ҡайһыһы яңылыш һөйләшеүе хаҡында һүҙ йөрөтөү ярамай. Киреһенсә, урындағы диалекттар - халҡыбыҙҙың тик тел байлығының күрһәткесе ул. Ошо юҫыҡта тағы бер аҙ фәлсәфәләп алайыҡ. Әбйәлилгә сиктәш булған Силәбе өлкәһендә күп кенә ҡаҙаҡ ауылдары бар. Шул тирәлә (Ҡарталы ҡалаһында) байтаҡ йылдар хеҙмәт итергә тура килгәйне. Урындағы халыҡ менән аралашып, телдәренә гел генә иғтибар итә торғайным. Ҡаҙаҡтар ҙа: "бастай", "тастай", "эстәй", "тестәй", "әкрендәп" тип һөйләшәләр (тик беҙҙәге "ш" өнөн "с" алыштыра). Әллә, мәйтәм, борон-борондан барымта-ҡарымталарға йөрөп, бер-береһенән ҡыҙ урлашып йә иһә ҡоҙалашып - ҡыҙ бирешеп, шул күршеләрҙең теле өлөшләтә беҙгә килеп ҡушылмағанмы икән, тип фаразлап та алам. Аш-һыу тирәһенә килгәндә, бишбармаҡ, ҡаҙылыҡ, ҡарта, ҡымыҙ, ҡорот, ҡаҡ һымаҡ, бер иш исемле тәм-томдары уларҙың да бар. Өҫтәүенә, көньяҡ ҡаҙаҡтарына ҡарағанда, был күршеләрҙең һөйләшеүен аңлауы күпкә еңелерәк. Аныҡ ҡына әйтеп булмай, әммә, әлегеләй, быуаттар буйы сиктәш йәшәп, беҙҙең телебеҙ ҙә уларға бер аҙ инеп ҡатнашыуы ихтималдыр. Ҡуҙыйкүрпәс исемле башҡорт егете һәм ҡаҙаҡ ҡыҙы Маянһылыу хаҡындағы боронғо башҡорт халыҡ әкиәтен уҡығанда ла, береһенең малай, икенсеһенең ҡыҙы тыуғас, ҡоҙа булырға һүҙ ҡуйышҡан ике милләт вәкиленең үҙ-ара һис ҡыйынһынмай, иркенләп аралашып йәшәгәндәре тойола… Башҡаса фекерләүселәр ҙә күптер, әлбиттә, әммә бына шул вариантты ла иғтибарһыҙ ҡалдырғы килмәй. Хәйбулла, Баймаҡ тирәләрендә таралған Мәмбәтов, Аралбаевтарҙың ҡайһы берҙәренең ата-баба шәжәрәләре боронғо ҡаҙаҡтарға барып тоташа тигән хәбәрҙәр йөрөй (Хәйбулла районындағы Мәмбәт ауылын беҙҙә хатта "Ҡаҙаҡ Мәмбәте" тип тә йөрөтә торғайнылар).
Беҙ (баймаҡтар, йылайырҙар, хәйбуллалар) "барғаннар", "килгәннәр", "ҡыҙлар", "малайлар" тип һөйләшәбеҙ, ә яҙғанда - ҡәҙимге башҡортса итеп яҙырға ғәҙәт иткәнбеҙ. Хәйер, ниндәй генә районыбыҙҙы алып ҡараһаҡ та, башҡорт теле дәрестәрендә өйрәнгән һүҙҙәр менән бихисап айырмалыҡтар табырға була һәм был ифрат та ҡыҙыҡ. Инде бер быуат тирәһе мәктәптә берҙәм ҡағиҙәләрҙе өйрәнеүебеҙгә ҡарамаҫтан, төпкөл ауылдарыбыҙҙа диалекттар һаҡланып килеүен тик хуплайым. Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә "ҫыу буйында ҫигеҙ ҫыйыр" тигән һымағыраҡ итеп, Дим буйы башҡорттары һөйләшкән телдә бер мәҡәлә уҡып кинәндем. Әрмелә бергә хеҙмәт иткән Әлшәй яғынан булған Муллағәлиев Рим, Сәхипгәрәев Радик исемле егеттәрҙе хәтерләнем. Ғөмүмән, телебеҙ төрлөлөгө хаҡында һүҙ сыҡһа, гел генә яҡташ хеҙмәттәштәрем иҫемә төшә. Ҡурған өлкәһенән килгән Сәлимйәнов фамилиялы сержантың "ҡаһандағы иткә тоһ һал", "баһ" (баҫ), ә Пермь егете Ғалимйән исемле капитандың "саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый" тигән һымағыраҡ һөйләшеүҙәре һаман ҡолағымда сыңлай. "Бартым, килтем" тип бик алсаҡ һөйләшкән Тәлғәт исемле Ҡырмыҫҡалы егете, бәлки, ошо мәҡәләне уҡып та ултыралыр әле. Һүҙ аҙағында. Сит ерҙә һәр саҡ туған илеңде һағынып, зар-интизар булып йөрөү телеңә ҡарата иғтибарҙы көсәйтә, ә унда осратҡан һәр милләттәшеңде бер туған һымаҡ ҡабул иттерә, шәйт…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 180

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru