«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫУ КӘРӘК...
+  - 

Үткән аҙнала Өфөлә театр ун көнлөгө уҙғарылды. Унда республиканың ижади коллективтары "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрен күрһәтте. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры ла сығыш яһаны һәм Флорид Бүләковтың "Гөлнара" повесы буйынса ҡуйылған драманы тамашасы иғтибарына тәҡдим итте.

Спектаклдә ваҡиғалар үткән быуаттың 30-сы йылдарында бара. Бер ауылға алдынғы ҡарашлы йәш уҡытыусы ҡыҙ эшкә килә. Ауыл кешеләренән ул күп яғы менән айырыла - башына яулыҡ ябынмай, ир-егет алдында сығыш яһарға тартынмай, бөтәһен дә мәктәптә уҡырға саҡыра. Ул яңы урынлашҡан һәм нығына барған совет власының тәғлимәттәрен күңеленә һеңдереп, шуның ҡарамағында тәрбиәләнеп үҫкән. Гөлнара ауылдағы һиллекте боҙа һәм быуатҡа яҡын элек илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар бер-бер артлы күҙҙән үтә: кулак йортонда мәктәп урынлаша, Хоҙай йортонда - клуб, ауылға трактор килә, бар халыҡ дөйөм эшкә йәлеп ителә. Яңы ҡоролош халыҡты йоҡоһонан уятып, бөтә илгә ҡапҡан ут ялҡыны кеүек ҡыҙыл байраҡ болғап, әтәс булып ҡысҡырып үҙенә юл яра. Тарих арбаһы алға тәгәрәүен белә: кемдер уның башында бара, кемделер этеп ҡолатып төшөрәләр, кемдер үҙе тәгәрмәс аҫтында ҡалыуҙы һайлай... Автор тамашасыға бына ошо тормош ығы-зығыһы, үҙгәртеп ҡороуҙары араһында юғалып ҡалған айырым кешеләрҙең үтә аяныслы яҙмыштары тураһында һөйләй. Беҙгә ул хәлдәрҙе Ильяс исемле йәш кеше бәйән итә: ул ҙур ҡалала белем алып, тыуған ауылына анар емеше алып ҡайтып килә. Гөлнара - анар сәскәһе тигәнде аңлатҡан матур исемде йөрөткән тәүге уҡытыусыһына ул рәхмәтле һәм гранат емешен тәмләтергә теләй.
- Флорид Бүләковтың әҫәрҙәрен мин яратам. Уның пьесалары буйынса булһынмы, проза әҫәрҙәреме - бик ҙур ижади ләззәт менән эшләйем. "Гөлнара" повесы беренсе уҡығанда уҡ оҡшаны, күпмелер ваҡыт ул өҫтәлемдә ятты һәм Стәрлетамаҡ театрына тәҡдим иттем. Был коллектив менән мин беренсе тапҡыр эшләнем. Спектаклде үткән йылдың октябрендә сәхнәгә сығарғайныҡ, бөгөн баш ҡала тамашасыһына ла күрһәттек", - ти "Гөлнара" драмаһының ҡуйыусы режиссеры, инсценировка авторы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Ун көнлөк сиктәрендә күрһәтелгән спектаклгә театр тәнҡитсеһе Ирина Шәмсетдинова үҙ баһаһын биреп, былай тине: "Флорид Бүләковтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль драма булараҡ билдәләнгән, әммә был - трагедия. Илсур Ҡаҙаҡбаев йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙе сағылдырған, көнүҙәк темаларға ҡурҡмайынса тотона торған режиссерҙарҙың береһе. Бында сәхнә биҙәлеше, яҡтылыҡ, актерҙар - барыһы ла йәшәйеш темаларын, кеше алдында торған һайлауҙар темаһын асырға ярҙам итә. Кешеләргә бер-береһенә ҡарата игелекле булырға кәрәк, тигән фекер бөтә спектакль дауамында ҡыҙыл еп булып һуҙыла. Беҙ кешеләрҙең бер ҙур идея механизмының бәләкәй генә шөрөптәре булып, шул системаның ҡорбандарына әүерелеүен күҙәтәбеҙ. Бөтә донъя ҡара-һоро төҫтә булғанда тик Гөлнара ғына ҡыҙыл тап булып сәхнәлә балҡып йөрөй, ә уның ҡулындағы аҡ йүргәктәге сабыйы яңы тормошто сағылдыра. Әммә ошо матур киләсәкте, сафлыҡты, өмөттө һаҡлап ҡала алғанмы кешелек? Бына ниндәй уйланыуҙарға этәрә был спектакль һәм бөгөн дә йәмғиәтебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап эҙләргә, ҡайһы бер күренештәргә ситтән ҡарарға ярҙам итә. Ғөмүмән, театраль ун көнлөккә йомғаҡ яһап, бөгөнгө башҡорт театры Кеше, кешелеклек темаһын күтәрә һәм кешегә мөрәжәғәт итә, тиергә була. Тамашасылар ауыр темаларға арналған спектаклдәр күбәйеүен билдәләй, тимәк, был - көн талабы", - ти Ирина Фидаил ҡыҙы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Гөлнара" драмаһы Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең йөҙөк ҡашына әүерелер спектаклдәрҙең береһе булырына иманыбыҙ камил. Сөнки ул мөһим темаларҙы, хәл-ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған һәм тамашасы уны фәһем алыр, хәтерен яңыртыр өсөн ҡарарға тейеш. Был турала театрҙың художество етәксеһе Илһам Рәхимов һәм Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең директоры Харис Әбдрәхимов та телгә алды. Ошо шәп спектаклде килеп күрә алмай ҡалғандар өсөн бер яңылыҡ: йәйгеһен Өфөлә үтәсәк Бәләкәй ҡалалар театрҙары Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә тағы бер тапҡыр уйнаясаҡтар.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 37

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru