«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘККӘ ТӨБӘЛГӘН АҘЫМДАР
+  - 

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында "Мәрйәм Бураҡаева уҡыуҙары- II" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция юғары кимәлдә үтте. Был сараның төп ойоштороусылары: Ейәнсура районы хакимиәте, райондың мәғариф бүлеге, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге һәм Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты коллективына ҙур рәхмәт әйтергә генә ҡала. Шулай уҡ конференцияны юғары кимәлдә ойоштороуҙа БР Мәғариф һәм фән министрлығының, БР Мәғарифты үҫтереү институты милли мәғариф буйынса Ресурс үҙәгенең, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙамы ҙур булыуын да билдәләргә кәрәк.

Ике йыл рәттән уҙғарылғас, хәҙер был сараның үҙенең һыналған йолалары ла барлыҡҡа килгән. Былтыр ойошторолған "Бураҡаева уҡыуҙары-I" конференцияһы материалдары брошюра булып донъя күргән. "Бураҡаева уҡыуҙары-II" конференцияһының материалдары ла Ресурс үҙәгенең ярҙамы менән нәшерләнәсәк, тинеләр. Ҡунаҡтар "Аманат" этнопедагогика, "Хазина" музейҙары, "Арғымаҡ" медиаүҙәге менән таныштылар, башланғыс класс уҡыусыларының ата-әсәйҙәренең ҡул эштәрен, Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе күргәҙмәһен, Иҫәнғол ауылында йәшәгән Салауат Алсынбаевтың боронғо тәңкәләр, эш-яу ҡоралдары, биҙәүестәрҙән торған шәхси күргәҙмәһен оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар. Мәрйәм Бураҡаева ҡатнашыусыларҙың барыһын да видеояҙма аша сәләмләне.
Төп саралар Мәрйәм Бураҡаева тырышлығы менән асылған башҡорт гимназия-интернатында үтте. 90-сы йылдарҙа асылған был белем йортонан бик күп билдәле шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Гимназияның үҙенсәлеге шунда: унда уҡытыу-тәрбиә эштәре халыҡ педагогикаһына таянып алып барыла, ошо юғары рухтың һүнгәне-һүрелгәне юҡ. Сарала ҡатнашыусылар "Бураҡаева уҡыуҙары" конференцияһы мәктәптә төп сараларҙың береһенә әйләнергә һәм ошо мәктәп базаһында Республика этнопедагогика үҙәге асырға тигән ҡарар ҡабул итте.
"Урал батыр" эпосын өйрәнеү халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ сығанағы булып тора. Унда йәш ғалимдар үҙ асыштарын яһайҙар. Әлеге конференцияла Инсаф Йәмилевтың ошо мәшһүр ҡомартҡыны балаларға дөрөҫ өйрәтеү буйынса биргән оҫталыҡ дәресе айырыуса әһәмиәтле булды. Режиссер Радмир Дәүләтбәков тарафынан гимназия уҡыусылары менән Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" поэмаһын сәхнәләштереүе лә хуплауға ғына лайыҡ.
Был сараны төп ойоштороусыларҙың береһе "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова сығыштарҙың бик йөкмәткеле булыуын билдәләне: "Илдең, халыҡтың киләсәген үҫеп килеүсе йәш быуын билдәләй, шуға күрә балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү кешелек тарихында һәр ваҡыт иң мөһим бурыстарҙың береһе һаналған. Бөгөн балаларға ниндәй тәрбиә бирәбеҙ, киләсәгебеҙ шулай буласаҡ. Был бик мөһим, актуаль мәсьәлә. Бында уҡытыусылар үҙҙәренең эштәрендә халыҡ педагогикаһын нисек ҡуланалар, халыҡ педагогикаһына таянып нимә эшләп була, шул турала фекер алышалар",- тине ул.
Тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк, яңы уҡыу йылынан "Тормош һабаҡтары" мәктәп программаһына индереләсәк. Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте. Белеүебеҙсә, "Тормош һабаҡтары" заманында тәрбиә, рухи үҫеш өсөн һәр саҡ ҙур ярҙам булды. Шуға ла мөһим яңылыҡты конференцияла ҡатнашыусылар алҡышлап ҡаршыланы.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 81

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru