«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠЛАНҒАНДАР ИМЕН ҠАЛЫР
+  - 


Эйе, кешене көн һайын, аҙым һайын хәүеф-хәтәр һағалай. Бөгөн генә түгел, һәр ваҡыт, һәр заманда йәнәшәлә йәшәй төрлө бәлә-ҡазалар. Балаларҙы элек атай-әсәйҙәр: "Эт тешләмәһен, машинанан тапалып ҡуйма, яуыз әҙәмдәргә тарыма",- тип иҫкәртеп кенә тора тине. Был хәүефтәргә бөгөн тағы ла хәтәрерәктәре өҫтәлде: интернет яман эштәргә саҡырыусылар менән тулды, мутлашыусылар кемдәрҙеңдер хәләл көс менән тапҡан аҡсаһын үҙләштерә, һауабыҙҙа пилотһыҙ осоу аппараттары үлем ташый һ.б. Был шарттарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғына түгел, атай-әсәйҙәргә лә, уҡытыусыларға ла, һәр ябай гражданға абай булыу, үҙең белгәнде башҡаларға ла аңлатыу, иҫкәртеү мөһим

Балаларға аңлатығыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығы провокаторҙарҙың граждандарҙы социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа террористик эшмәкәрлеккә һәм башҡа етди енәйәттәргә этәрә алыуы тураһында иҫкәртә. Был айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәргә ҡағыла.

"Йәш граждандарҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн енәйәтселәр социаль селтәрҙәргә һәм мессенджерҙарға таяна, уларҙың төп аудиторияһы - йәштәр. Интернет селтәре провокаторҙарға үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтте еңел йыйырға һәм шәхси биттәрен анализларға мөмкинлек бирә. Улар айырыуса үҙенең сәйәси, дини һәм башҡа ҡараштарын әүҙем белдергән, әммә аныҡ ҡына позицияһы булмағандарҙы һайлай", - тиелә полицияның рәсми белдереүендә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы балаларҙы ошондай зарарлы йоғонтонан һаҡларға ярҙам итеүсе бер нисә тәҡдим әҙерләне. Ата-әсәләргә:
- балаларға һәм үҫмерҙәргә интернет селтәрендәге хәүефтәр тураһында алдан хәбәр итеү;
- баланы социаль селтәрҙәрҙәге шикле тәҡдимдәргә һәм хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә өйрәтеү;
- баланың кем менән яҙышыуын һорау йәки белдермәй генә тикшереү;
- баланың тәртибенә һәм яңы ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар итеү;
- баланың "челленджи" тип аталған, һаулыҡ өсөн хәүефле ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алған заданиеларҙы үтәүенә иғтибар итеү;
- баланың дуҫтары һәм класташтары, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеш булдырыу мөһим.
Ә үҫмерҙәр ниндәй ҙә булһа шикле тәҡдим һәм яңы таныштар тураһында ата-әсәгә, педагогтарға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә тейеш.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 18 йәшлек өс егеттең элемтә объекттарында диверсия ҡылыуына юл ҡуймаған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өс дуҫ өҫтәмә аҡса эшләргә уйлаған. Телеграм-каналда улар билдәһеҙҙәр менән аралаша башлаған, тегеләре иһә элемтә объектына ут төрткәндән һуң аҡса түләргә вәғәҙәләгән. Егеттәр ризалашҡан. "Янғын сығарырға торғанда өсөһө лә Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынды. Ваҡиға урынын тикшергәндә енәйәт ҡылыу өсөн әҙерләнгән ҡоралдар һәм матдәләр табылды. Уларға ҡарата "диверсия" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды", - тип хәбәр иттеләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында. Киров районы суды уларҙы һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Һөжүм була ҡалһа...

Хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә Татарстанда пилотһыҙ аппараттар "Алабуға" махсус иҡтисади зонаһы территорияһына, Алабуға һәм Түбәнге Кама предприятиеларына һөжүм итте.

Әйтеүҙәренсә, пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Зыян күреүселәр бар. Әлеге ваҡытта 14 яралы, шул иҫәптән ике балиғ булмаған үҫмер тураһында билдәле. Алты кеше - Алабуға үҙәк район дауаханаһында, ҡалғандары өйҙә дауалана. Яраланған йәштәрҙең һәммәһе лә "Алабуға Политех" колледжында уҡый.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу тураһында кәңәштәр баҫтырып сығарҙы.
- Әгәр кеше бинала булһа, аҫҡы ҡатҡа, подвалға йәки паркингҡа төшөргә кәрәк. Лифт менән файҙаланырға ярамай, ул туҡтап ҡалырға мөмкин.
- Фатирҙа булғанда терәк стеналар араһында тәҙрәһеҙ урын табырға кәрәк. Ғәҙәттә, был - ванна бүлмәһе, иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрәгә яҡын килергә ярамай.
- Урамда ҡалһағыҙ, яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингҡа инергә, ә транспортта булғанда уны шунда уҡ ташлап, йәшенергә кәрәк.
- Һөжүмдән һуң пилотһыҙ осоу аппаратына ҡағылмағыҙ, ул урындан тиҙерәк китегеҙ. Табыш тураһында 112-гә хәбәр итегеҙ. Операторға үҙегеҙҙең исемде һәм пилотһыҙ аппаратты табыу урынын әйтегеҙ.

Мутлашыусылар ҙа әүҙемләшә

Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәте: кешеләрҙе алдауҙың яңы схемаһы асыҡланған: енәйәтселәр һылтанма буйынса һалым декларацияһын тапшырырға тәҡдим итә.

Мутлашыусылар электрон почтаға хат ебәрә, унда үҙҙәрен һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп күрһәтә һәм килемгә декларация биреүҙе талап итә- бының өсөн һылтанма буйынса күсергә кәрәк.
Асылған биттә кешегә һалым тү-ләүсене идентификациялау өсөн шәхси мәғлүмәттәр һәм банк картаһы реквизиттарын (уның номеры, карта эйәһенең исеме һәм фамилияһы, артҡы яҡтан өс һанлы код) индереүҙе һорайҙар.
Шулай итеп улар аҡса урлау өсөн мәғлүмәт йыя, ә алынған шәхси мәғлүмәттәрҙе алдашыу өсөн файҙаланырға мөмкиндәр.
Нимә эшләргә? Бындай хаттарға яуап бирмәгеҙ: хаттағы һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ һәм шәхси һәм финанс мәғлүмәттәрен бирмәгеҙ.
Һалым органдары бурысты онлайн түләү тураһында электрон хәбәр ебәрмәй. 2024 йылдың 1 ғинуарынан 2 майға тиклем кампания барышында граждандарға һалым органына уҙған йыл өсөн килемгә, шул иҫәптән мөлкәтте (фатирҙар һәм йорттар, ер участкалары, транспорт саралары), акцияларҙы һатыуҙан, мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән килгән килемгә декларация тапшырырға кәрәк.
Һәм тағы бер алдау төрө тураһында хәбәр итәләр. Белорет ҡалаһында йәшәгән 22 йәшлек ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул аҡса эшләү ниәте менән аферистар тоҙағына эләгеүе хаҡында һөйләй. Мессенджерҙарҙың береһенә өҫтәмә килем тәҡдим итеп билдәһеҙ кешенән хәбәр килә. Ҡыҙ махсус сайтта үҙ аҡсаһына отель бронләргә тейеш була. Һәр брондән процент бирергә, түләгән аҡсаһын ҡайтарырға вәғәҙә итәләр. Һөҙөмтәлә ҡыҙ шәхси кабинет булдыра һәм эшкә тотона. Уның ышанысын яулау өсөн тәүҙә мутлашыусылар эш хаҡы бирә, артабан 30 урынды бронләргә кәрәклеген хәбәр итә. Был эш өсөн килемен күтәрергә вәғәҙә итәләр. Аҡсаһын күсергәндән һуң ҡыҙ уны кире ҡайтарырға уйлай. Әммә мутлашыусылар сумма ҙур булыу сәбәпле түләй алмауын әйтә. Ҡыҙ шунан һуң аферистар ҡулына эләгеүен аңлап ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, зыян күреүсе мутлашыусыларҙы 1 миллиондан ашыу һумға "байыта".
Ҡыйғы районында ла шундай хәл була. Күлмәт ауылында йәшәүсе 52 йәшлек иргә "инвестиция компанияһы вәкиле"нән өҫтәмә эш хаҡы алыу өсөн аҡса һалырға, артабан уны арттырырға тәҡдим итәләр. Ир уға ышанып, 1,5 миллиондан ашыу һумға кредит ала һәм уны махсус иҫәпкә күсерә. Тик вәғәҙә ителгән килемде ала алмай.
Был факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексы буйынса енәйәт эше асылған.

"Башинформ" материалдары файҙаланылды.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.04.24 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru