«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИР ИСЕМЕНДӘГЕ БӘЙГЕ
+  - 

Сибайҙа тыуған ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған Сибай филармонияһы бейеүсеһе Илнар Хәтмуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, "Бейеү ҡанаттарында" тигән фестиваль-конкурс үтте.

Бәйгелә бөтәһе 29 бейеү коллективы, йәғни 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ярышҡа Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла райондарынан, хатта күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан бейеү ансамблдәре йыйылды.
Фестиваль-конкурста Сибай филармонияһы янында эшләп килгән "Ынйыҡай" өлгөлө балалар бейеү ансамбленең төрлө йәштәге коллективтары башҡарған "Ҡаһым түрә", "Два строя" бейеүҙәре Гран-при яуланы.
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илнар Хәтмуллин атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шәйнур ҡыҙы кеүек, бәләкәйҙән бейеүгә әүәҫ була, ҡаланың "Осҡон" халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнә. 2 йәшендә сәхнәлә атаһы менән "Генерал Игзаков" бейеүен башҡарғанда уҡ халыҡ геройы-полководецтың эске торошон, рухи көсөн һынландыра алыуы менән барыһын да әсир итә.
Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда Сибай филармонияһына балет артисы итеп эшкә алалар. Ул бер үк ваҡытта Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында уҡый, уны 2019 йылда тамамлағас, әрме сафында бронетранспортер водитель-механигы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшен дауам итте.
Егет 2022 йылдың 26 сентябрендә Махсус хәрби операцияға китә, унда мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә. 2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Һәләк булғандан һуң Илнар Хәтмуллин Рәсәй Президенты Указына ярашлы Батырлыҡ ордены, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы генерал Шайморатов ордены менән наградланды.
Һуғыш берәүҙе лә аямай. Бәрелеш башланғандан алып әллә күпме аҫыл-аҫыл ир-егеттәребеҙҙе юғалттыҡ. Уларҙы Тыуған ил, яҡташтары бер ваҡытта ла онотмаҫ. Илнар Илдар улы ла мәңге беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.

Гөлдәр ҠАДАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.24 | Ҡаралған: 152

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru