«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМДАР ҘА ҮҘЛЕГЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ БИТ!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Салауат КИРӘЙЕВ, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры:
Йыш ҡына, республикала мәҙәни саралар бигерәк йыш үтә, тигәнерәк фекерҙәр ишетелеп тора. Әгәр ҙә был байрамдарға ниндәйҙер мәғәнә һалып ҡарамаһаң, бәлки, ситтән шулай күренәлер ҙә. Мәҫәлән, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре ниндәйҙер байрам үткәреүҙе планлаштыра икән, улар башҡорт халыҡ ижадын, йолаларын тергеҙеү аша уларҙы һаҡларға, артабан йәштәргә өйрәтеп ҡалдырырға тигән маҡсаттан сығып эшләй. Бының ни тиклем мөһим икәнлеген хәҙер халыҡ үҙе лә аңлай, шуға ла беҙгә райондарҙа үтеп торған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға, кәрәк булғанда консультациялар үткәрергә тура килә.
Республика Башлығы ҡарары менән былтырҙан һәр төбәк үҙ ерлегенә хас традицияларҙы тергеҙә башланы. Әйтәйек, Ейәнсура тигәндә - шәл, Бөрйән тигәндә - солоҡ балы, Бөрө тигәндә уның алмалары күҙ алдына баҫа. Шуның шикелле, һәр райондың брендҡа әйләнерҙәй нәмәләре бар. Уларҙы үткәреү өсөн Хөкүмәттән матди ярҙам да күрһәтелә. Иң мөһиме, шул төбәктә үҫеп килгән йәштәр, уҡыусылар ҙа ошо традицияларҙың нескәлектәренә төшөнә, уларҙы дауам итеүсе сылбырға әүерелә. Йолалар үткәреп, уларҙы был эштәргә йәлеп итмәһәк, бөгөнгө заманда балаларыбыҙҙы йолоп алырға әҙер торған башҡа күренештәр аҙ түгел. Былтыр тәүге тапҡыр булғас, бренд һайлауҙа ниндәйҙер ауырлыҡтар ҙа булды, әммә сирҡаныс алынды, эш дауам итә, быйыл райондарҙан тағы ла үҙенсәлеклерәк саралар көтәбеҙ.
Ул байрамдарға ниндәйҙер бер ауылса ябай ғына тамаша, фольклор күрһәтеү тип кенә ҡарарға ярамай. Һәр береһенең сценарийы, режиссеры бар, йәғни, улар юғары сәнғәт кимәленә еткерелгән, уйланылған байрамдар. Икенсенән, сәнғәткә ғашиҡ халыҡ йәшәгән райондар башҡаларҙан айырылып тора бит ул. Уларҙың күңеле генә түгел, йәшәйеше лә матур. Өйҙәре генә түгел, ауылдары төҙөк, ғаиләләре күркәм, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торалар - тормош көтөр өсөн кешенең дәрте лә булырға тейештер. Ошо дәрт-дарман уларға мәҙәниәт донъяһында ҡайнап йәшәүҙән килә. Бер мәл бейек ҡоймалар менән уратып алынған йорттарға бикләнеп бөткән, ҡулындағы телефонындағы виртуаль донъяға башкөлләй "сумған" халыҡтың яңынан күңел ҡапҡалары асыла - быныһы ла яҡшы бит. Күмәкләп, берҙәм булып, ярҙамлашып йәшәгәндә генә күңелдәр бөтөн була.
Күп йөрөгәс, күрәһең дә: халыҡтың әүҙем булыуы район етәкселегенән дә тора. Етәкселектең мәҙәниәткә ҡарашы ыңғай икән, уға халыҡ та эйәрә. Клубтар тулы кеше, ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй. Беҙгә бер нәмә лә кәрәкмәй, тип йәшәгән райондар ҙа бар. Шулай ҙа тәүгеләре күберәк булыуы һөйөндөрә. Шуға ла беҙҙең Үҙәктең белгестәре лә ал-ял белмәй, уларға методик яҡтан да, тәжрибә йәһәтенән дә, хатта ҡайһы саҡта йылы һүҙ, ҡараш менән дә ярҙамға килергә әҙерҙәр. Киләсәктә лә матур проекттар халҡыбыҙҙы бер маҡсатҡа туплар, тигән ышаныстабыҙ.

Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 36

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru