«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҒРЫЛЫҠ - МӘҢГЕЛЕК ХУРЛЫҠ
+  - 

АҠШ властары шашҡандан-шаша түгелме, йәмәғәт? Оятһыҙ рәүештә уғрылыҡҡа тиклем барып еттеләр бит. Америка Конгресының вәкилдәр палатаһы ике партия араһындағы тартыштарҙан һуң Украина өсөн 61 млрд доллар булеү хаҡында закон проектын хуплап, уны раҫланы, өҫтәүенә, Израилгә 26,4 млрд доллар хәрби ярҙам тураһында проект ҡабул итте.

Ул ғына ла түгел, уғрылыҡ тигәндән, вәкилдәр палатаһы Рәсәйҙең АҠШ банкындағы суверенлы активтарына ҡул һуҙҙы: күпселек тауыш менән уны Украина файҙаһына конфискациялау хаҡында закон проектын хупланы. Был хаҡта РФ Сит ил эштәре министрлығы белдереүенсә, АҠШ властары миллиардлаған доллар күләмендә ярҙам бүлеп, Киевты һуңғы украин ҡалғансы һуғышырға мәжбүр итә һәм АҠШ-та буласаҡ ноябрь һайлауҙарына тиклем Зеленский режимын һаҡлап ҡалырға маташа. Сөнки был президент һайлауҙарында Джо Байдендың "йөҙөн" ҡотҡарып ҡалыуы ихтимал, тип өмөт ителә, күрәһең.
Шуныһы ла мәғлүм булды. АҠШ Киевты ҡорал менән генә түгел, ә "тере көс" менән дә тәьмин итмәксе: Украинаның АҠШ илселегенә өҫтәмә рәүештә 60-лаған кәңәшсе ебәреү күҙаллана. Был ғына ла етмәй, Вашингтон Европа илдәрен дә үҙ "өлгөһө"нә эйәрергә һөсләй: Халыҡ-ара валюта фонды һәм Бөтөн донъя банкы ултырышында Америка чиновниктары Европа коллегаларына уларҙа һаҡланыусы Рәсәй аҡсаларын да тотонорға ҡоторта. Ләкин Евроберләшмә бер баштан күберәк һәм бөтөнләйе менән аҡылынан шашмаған әле, күрәһең: улар Рәсәй аҡсаһын уғрыларса тартып алыуҙан баш тарта һәм бының менән, әлбиттә, халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы тупаҫ рәүештә боҙорға һәм инвесторҙары ышанысын ҡаҡшатырға теләмәй. Өҫтәүенә, улар Рәсәй тарафынан да ниндәй яуап булырын күҙаллай, әлбиттә. The Washington Post гәзите яҙып сығыуынса, Европа чиновниктары Американың ҡыҫтауҙарына ризаһыҙлыҡ белдерә һәм аңлай: бындай хәүефле юлға баҫыуҙың эҙемтәһенән Америка күпселек Рәсәй аҡсаһын тотоусы Европаға "ышыҡланып" ҡалмаҡсы, сөнки Рәсәй ҙә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Украинала махсус хәрби операция башланғандан һуң Евроберләшмә һәм G7 Рәсәйҙең үҙҙәрендә һаҡланыусы 300-ләп млрд евро аҡсаһына "тыйыу" һалды, шуның 280 млрд евроһы - Евроберләшмә банкыларында ята. Европа Үҙәк Банкы башҡа инвесторҙар алдында абруйын юғалтыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртеп, берләшмә ағзаларына Киевты финанслауҙың башҡа юлдарын эҙләргә тәҡдим итә.
Америка властарының хаттин ашыуына тағы бер миҫал: АҠШ-тың Дәүләт секретары Энтони Блинкен 24-26 апрелдәрҙә Ҡытайға эш сәфәре менән барып, Рәсәйҙең Хәрби-сәнәғәт комплексына ярҙам иткәне өсөн Пекинды шелтәләп, уға санкциялар менән янап ҡайтырға йыйына икән, тип хәбәр итә Financial Times. "Рәсәйгә ҡорал менән бәйле технологиялар ебәреүҙән туҡтамаһа, АҠШ Ҡытайға ҡарата яза саралары ҡулланасаҡ" , - тип әйтелә гәзит мәҡәләһендә. Ҡытай властары иһә Американы Украина конфликтында бер тарафҡа ла ярҙам итмәүенә ышандырырға тырыша. Бынан алдараҡ Ҡытай банктарының Рәсәйҙән килгән түләүҙәрҙе юандәрҙә ҡабул итмәүенең ғилләһе бар ине, әйтәгүр...
АҠШ властарының бер ниндәй сиктәргә һыйышһыҙ ҡылыҡтары таяҡтың икенсе осо булып, уның үҙ башына тос ҡына төшөүе лә ихтимал, тип баһа бирә төрлө сығанаҡтар күҙәтеүселәре. Ҡырым сәйәсмәне, эксперт Владимир Джаралла НОВОСТИ Рәсәй агентлығына белдереүенсә, Рәсәй активына ҡул һуҙып, АҠШ донъя финанс хәленең тотороҡлолоҡ сиген ашатланы. Рәсәй активын тартып алыу буйынса һуңғы һүҙҙе Байден һәм уның финанс кәңәшселәре әйтәсәк. Көнбайыш булмаған донъя хәҙер үҙ байлығын һаҡлау һәм уны үҫтереүҙең башҡа юлдарын эҙләргә кәрәклекте аңланы. Франция сәйәсмәне, "Патриот" партияһы етәксеһе, Европарламент һайлауҙарына кандидат Флориан Филиппо үҙенең социаль селтәрендә яҙыуынса, АҠШ-тың Украинаға туҡтауһыҙ ҡорал һәм финанс ярҙамы яңынан-яңы ҡорбандарға сәбәп кенә буласаҡ. Сәйәсмән ватандаштарын Киевҡа башҡаса аҡса ла, ҡорал да ебәрмәҫкә һәм Францияны НАТО-нан сығырға саҡырҙы. Бының менән ул тиҙерәк һөйләшеп килешеүҙәргә һәм тыныслыҡты яҡынайтыуға теләк белдерҙе.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru