«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ СИХРИ ЙОРТТА ГРАЖДАНЛЫҠ ХӘЛЕҢДЕ БЕЛЕШЕП БУЛЛА
+  - 


Хәлең нисек, тип һорайбыҙ дуҫ-иштәрҙән, таныштарҙан, туғандарҙан, бергә эшләгән коллегаларҙан һәм башҡаларҙан. Һәр кем кәйефенә ҡарап яуап бирә. Ә кәйеф тигәнең үҙгәреп тора - иртән салт аяҙ, кискә болотло булыуы ла ихтимал. Ә бит әҙәм балаһының үҙгәрмәй торған торошо - гражданлыҡ хәле бар. Был турала ЗАГС, йәғни Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә: ҡайҙа-ҡасан тыуғанһың, өйләнгәнһеңме-юҡмы, бәлки, айырылышҡанһыңдыр, әллә исемеңде үҙгәрткең киләме, был баланың атаһы һинме һәм башҡаһы. Белеү генә түгел, бында гражданлыҡ хәлең тураһында мисәт һуғып, дәүләт тарафынан нығытылған ҡағыҙ ҙа тотторалар ҡулыңа. Һине ҡыҙыҡһындырған кеше был донъяламы, әллә баҡыйлыҡҡа күскәнме - был мәғлүмәт тә бар гражданлыҡ акттарын биреүсе ойошмала. Ҡыҫҡаһы, Сибайҙың ЗАГС бүлеге етәксеһе Айгөл БОХАРБАЕВА менән ошо мөғжизәле йорттоң эштәре тураһында һөйләштек. Уны уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ:

Ғаилә - ил көҙгөһө

Һәр ғаиләнең именлеге илдәге иҡтисади торошҡа туранан-тура бәйле, яңы ғаиләләрҙең күберәк барлыҡҡа килеүе, йә тарҡалыуы, балаларҙың тыуыу һаны артыуы, йә кәмеүе дәүләттең социаль хәлен билдәләй. Әлеге ваҡытта 1997-2000 йылдарҙа тыуған балалар ғаилә ҡороу йәшенә етте. Иҫләйһегеҙҙер, 1998 йылдың авгусындағы дефолт арҡаһында көтөлмәгән ауырлыҡтарға дусар ителдек. Ул ваҡыттар хәтеремә ныҡ уйылған, сөнки 99-сы йылдың ғинуарында әсәй булдым, беренсе балам тыуҙы. Талон системаһы индерелеүен, магазиндарҙа бер нәмә лә булмауын оноторлоҡ түгел.
Бөгөн йәштәргә шул осор тураһында һөйләһәң, ышанмайҙар, сөнки хәҙер ниндәй магазинға инһәң дә, бөтә нәмә лә бар, уларға гел шулай булған һымаҡ тойола. Ә минең магазиндарҙа пирамида һымаҡ теҙелеп торған консерваларҙан башҡа бер нәмә лә булмауы һаман да күҙ алдымда. Бөгөнгө кеүек смартфондар булһа, фотоға төшөрөп, хәтерҙә ҡалдырыр инек. Ҡот осҡос хәл булды, ул саҡтарҙа асыҡтыҡ тип әйтергә лә була хатта, ашарға аҙыҡ-түлеге, кейергә йүнле кейем дә булманы бит. Етмәһә, ҙур-ҙур предприятиелар ябылып, кешеләр эшһеҙ ҡалды, балалар баҡсалары ябыла башланы, сөнки ул осорҙа балалар бик әҙ тыуҙы, үҙемдең дә ҡабат бала тапмайым, тип уйлауым хәтеремдә. Шулай килеп сыҡты ла, туғыҙ йылдан ғына икенсе балабыҙ булды һәм ул ваҡытта Әсәлек капиталы барлыҡҡа килгәйне. 97-се йылда тыуған балалар төрлө уҡыу йорттарына еңел инде, хатта бюджет урындарына ла, сөнки абитуриенттар һаны бик әҙ ине. Әле улар ғаилә ҡороу йәшендә... Һуңынан, Әсәлек капиталынан һуң, балалар баҡсаларында урындар етмәй башланы, шул балалар әле мәктәп тамамлай, уларға инде бюджет урындары етмәйәсәк, сөнки улар күп, Аллаһҡа шөкөр. Өс-дүрт йылдан никахҡа тороусылар һаны тағы артасаҡ. 2014 йылдарҙа башланған санкцияларҙан һуң балалар әҙерәк тыуа, әммә 98-се йылдарҙағы һымаҡ түгел.

Хөрәфәт хафаға һала

Айырылышыуҙар күп, тиҙәр. Никахҡа торған мең ғаиләнең биш йөҙө айырылыша, тип уйларға ярамай, айырылышҡандар иҫәбенә яңы ҡауышҡандар ғына түгел, утыҙар йыллап бергә йәшәп, ғаиләләре тарҡалғандар ҙа инә. Тормош шулай ҡоролғандыр инде, ғаилә ҡороуҙарҙың бит аныҡ ваҡыты, самаһы юҡ. Мәҫәлән, быйылғы йыл кәбисә йылына тура килә, төрлө ырымдарға ышанғандарҙың күбеһе өйләнмәйәсәк. Ирем менән ғаилә ҡорған 96-сы йыл да кәбисә йылы булған, беҙ уны белмәгәнбеҙ ҙә, Аллаһҡа шөкөр, 28-се йыл бергә йәшәйбеҙ. Тимәк, төрлө хөрәфәттәргә ышанған шомло кешеләргә был йылда бала табырға, машина алырға, өй төҙөргә, күсенергә ярамай, килеп сыға түгелме? Йыл буйы бер нәмә лә эшләмәйек һуң әтеү.
Минеңсә, ундай хөрәфәттәргә ышанырға ярамай. Туйҙар, әлбиттә, йәй көндәрендә күберәк була, август айы иң тығыҙ осор. Мосолмандар ураҙа айҙарында туй үткәрмәйҙәр, йола һаҡлайҙар, ололарға хөрмәт күрһәтәләр. Май айында өйләнгәндәр бик һирәк, йәнәһе, ғүмерең буйы этләнеп, интегеп, "маяться" итеп йәшәйәсәкһең. Уйлап ҡараһаң, май айы ла бик ҡулай мәл: донъя йәм-йәшел, саф һауа, ағастар сәскәгә күмелгән, әйҙә, рәхәтләнеп фотоға төш, тәбиғәттең иң матур ваҡытын иҫеңдә ҡалдыр. Етмәһә, кафелар буш була ул осорҙа.
Нумерология, йәғни һандарҙың тылсымлы көсөнә ышанғандар күбәйә өйләнгән ваҡытта. Быйыл шундай дата 24.04.24, 06.06.24 көндәренә тура килә, шул көндәргә ғариза яҙғандар әле үк бар. Башҡортостандың бөтә ЗАГС бүлектәрендә график 2024 йылдың аҙағына тиклем асылған, "Госуслуги" аша йәшәгән урынға ҡарап, теләгән ваҡытта ғаризалар бирергә була.

"Гражданский брак"

Беҙҙән йыш ҡына айырылышыуҙарҙың сәбәптәрен һорайҙар. Улар бит беҙгә судта айырылышып, ҡағыҙ артынан ғына киләләр, беҙ бары акт төҙөп, танытма тапшырабыҙ ғына. Ишетеүемсә, фиктив, уйҙырма айырылышыуҙар ҙа була икән, сәбәптәрен һорау килешмәгән эш. Айырылышып та бергә йәшәгәндәрҙең үҙ ихтыяры, әммә был хаҡта уларҙың ата-әсәһе, хатта балалары ла белмәүе бик сәйер күренеш. Бөгөнгө заманда "гражданский брак" менән йәшәйҙәр, тигән аңлатма киң таралған. Ысынында, гражданлыҡ никахы - ул власть органдары тарафынан рәсми рәүештә теркәлгәндәр, тигәнде аңлата, ә никахты теркәмәйенсә бергә йәшәү законға тап килмәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, шундай ғаиләләр һаны арта бара. Бергә йәшәп, законлы никахта булмаған ғаиләләрҙә балалар тыуһа, атайлыҡты билдәләү процедураһы үткәрелә һәм танытма бирелә. Һәр ғаиләнең үҙ сәбәбе бар, әлбиттә. Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, тиҙәр бит. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - бергә булһындар, аҡыллы, һау балалар тыуҙырһындар.

Ризамы? Риза!

Һәр бер пар өйләнер алдынан бер-береһенә: "Ғүмерем буйы бергә йәшәй алырмынмы икән?"- тигән һорауҙы ныҡлап бирергә тейештер, тип уйлайым. Уйланмайынса ғына ЗАГС хеҙмәткәренә: "Эйе, риза", - тип яуап биреү етмәй. Ныҡлы ҡарарға килгәс кенә өйләнһендәр, әгәр шик булһа, өйләнергә ашығырға ярамай, ғаилә ҡорғансы уҡ егет менән ҡыҙ бер-береһенә дәғүәләрен белдереп, әңгәмәләшергә тейештәр.
Мәҫәлән, ҡыҙғанысҡа күрә, күп ҡатын-ҡыҙҙар тәмәке тарта. Ҡай саҡ егет кеше тартмай, ә ҡыҙ көйрәтергә ярата. Был бит иҫ китерлек хәл! Айырыуса ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй тәмәке тартмаҫҡа тейеш, шундай ҡыҙҙарҙы ҡатынлыҡҡа алырға риза булған егеттәргә аптырайым. Иң тәүҙә тыуасаҡ балаһы тураһында ҡайғыртырға тейеш буласаҡ әсәй. Шуға егете баштан уҡ, һин тартыуыңды ташла, тип әйтергә бурыслы. Өйләнешкәс, һуң була, ир кешенең башта йәне көйә, конфликттар башлана, хатта айырылышыуға барып етеүҙәре мөмкин. Ә ул ваҡытта бала тыуған булһа? Рәхәт кенә хәл итеп, бала тураһында уйламай, ир бер яҡҡа, ҡатын икенсе яҡҡа таралышалар. Баланың бит ата-әсәһе булырға тейеш тә баһа! Тулы ғаиләлә үҫмәгән баланың туғандары менән рухи бәйләнеше юғала. Наркомандар, игромандар менән, әлбиттә, йәшәп булмаясаҡ, ә ҡалған осраҡтарҙа килешеп була.

Атайлы - арҡалы

Боронғоса, ғаилә ҡороусыларҙың ата-әсәһенең бер-береһен алдан белеүе бөгөнгө көндә һирәк осрай. Димләп өйләндереү булғанда ғаиләләр тарҡалмаған, сөнки ундай ғәмәл оят һаналған. Хәҙер заман башҡа, заң башҡа, ул йолаларға кире ҡайтыу мөмкин дә түгел. Элек ул ысул үҙен аҡлағандыр ҙа, бәлки, әммә бөгөнгө көндә ата-әсәһенә ҡарап ҡына дөрөҫ һығымта яһап булмайҙыр, тим. Әлбиттә, һәйбәт булыр ине лә ул, әммә бергә йәшәмәйенсә бер-береңде белеп булмай. Ҡыҙҙарыбыҙ кейәүгә сығыу йәшенә еткәс, уны яратҡан, ул үҙе яратҡан, бер-береһен, беҙҙе хөрмәт иткән егет булһын, тип теләйбеҙ. Егет яғынан да шулай уйлайҙарҙыр инде. Буласаҡ ҡәйнә күҙлегенән ҡарап, ҡай саҡ аптырап та ҡуям. Беҙ бит балалар өсөн йәшәйбеҙ, беҙҙең бәхет балаларыбыҙҙың бәхетенән тора. Яуаплы ата-әсә булараҡ, буласаҡ кейәүҙең дә тулы ғаиләнән булыуын мөһим, тип һанайбыҙ. Әсәйем мине атайһыҙ үҫтергән бит, һин дә үҫтерерһең, тип, һис тә иҫе китмәй әйтергә мөмкин атайһыҙ үҫкән егет.
Ғаиләнең бәхете, уның күркәмлеге, уңышы 80 процент ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ул үҙен нисек тота, сабырмы, йә киреһенсәме, ғаилә лә шундай буласаҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙ ғаиләнең ҡото, йылы усағы. Балалар шәхсән өлгө аша тәрбиәләнә. Үҙе тәмәке тартҡан атайҙың "Тартырға ярамай", тип әйткәнен бала ҡабул итмәйәсәк. Айыҡ тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү - үҙе ҙур тәрбиә. Беҙ, мәҫәлән, шундай атай тәрбиәһендә үҫтек, ул бер ваҡытта ла аҡыл өйрәтмәне, ғәҙел булды, туҡһан йәшенә тиклем үҙ аңында йәшәне, бөтә туғандар унан кәңәш ала торғайны. Ҡыҙҙар аталарына ҡарап ир һайлай, егеттәр әсәләренә ҡарап ҡатын һайлай, тип әйтәләр бит. Ирем, ысынлап та, атайыма оҡшаған, улыбыҙға ҡарайым да, уны ла атайыма оҡшатам.

Ҡатмарлы хеҙмәт

Ғаилә ҡороп йәшәү иң ҡатмарлы хеҙмәткә тиң. Балалар баҡсаһына ла, мәктәпкә лә, институтҡа ла, хеҙмәт коллективына ла еңел генә өйрәнергә була, иң ауыры - яңы ғаиләлә йәшәү. Көн һайын бергә уянаһың, бергә ашайһың, бергә балалар тәрбиәләйһең, магазинға, театрға, ҡунаҡҡа бараһың - гел бергә, был ауыр эшкә тиң. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк тә ҡыйын, шуға ла беҙ нығыраҡбыҙ. Ғүмеремде туйға тиклем һәм унан һуң, тип сағыштырһам, икеһе ике донъя, ғәмһеҙ генә, кинйәкәү иркә бала инем. Ирем, киреһенсә, ғаиләләрендә иң өлкәне. Уларҙың беренсе туйҙары, беҙҙең һуңғыһы. Бөтөнләй ят икенсе ғаиләлә йәшәй башла әле һин! Яҙмышыма шундай рәхмәтлемен, матур Бохарбаевтар ғаиләһенә эләктем, ҡайны-ҡәйнәмдең ғаиләһе беҙҙең өсөн фәһем алырлыҡ үрнәк, Хәйбуллала иң данлыҡлы ғаиләләрҙең береһе: ҡайным Миңлеғәле Әхмәт улы - һаулыҡ һаҡлау отличнигы, ҡәйнәм Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Икеһе лә, хаҡлы ялға сығып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Өс улдары ла ғаиләле. Беҙ күп йәһәттән ҡайным-ҡәйнәмдәрҙән өлгө алып йәшәйбеҙ.

Сабырлыҡ төбө - һары алтын

Сабырлыҡ, тигәндән, һәр ваҡыт туҡталмайынса үҙ өҫтөңдә эшләргә, сабырлыҡҡа өйрәнергә кәрәк. Шымып ҡалмай, әллә нәмәләр әйтке килә ул, ҡысҡырғы килә, әммә һин аңларға тейеш: хәҙер һин ҡысҡырһаң, ул да ҡысҡырасаҡ, шунан китәсәк талаш! Ирем яғынан туғандары бәләкәй саҡтарында Сибайға йыш килә торғайнылар. Береһе ҡайтып, беҙҙең турала һөйләгән дә, ҡайынбикәм әйтә: "Икенсе тапҡыр Сулпан һеҙгә барһа, исмаһам, исем өсөн булһа ла ирешегеҙ әле, атыу бер аҙна һеҙҙә булып, "Айгөл еңгәй менән Айнур ағай бер һүҙ ирешмәнеләр", тип ҡайтты, сәпсим ирешмәйһегеҙ что ли?" Талашыуҙан ни мәғәнә, үҙ-ара мөнәсәбәттән башҡа нимә үҙгәрә? Ә ирешке килә ул, бик килә, ләкин, минеңсә, айырылышыу - проблемаларҙы хәл итеүҙең иң еңел юлы, айырылышыу ҡыйын түгел, бергә йәшәргә өйрәнеү ҡатмарлы. Бушҡамы ни, сабырлыҡ төбө - һары алтын, тиҙәр.

Ғаилә йылы

Быйылғы йылды Рәсәй Президенты Ғаилә йылы тип иғлан итте. Йүнәлештәр билдәләнер, ғаилә мәсьәләһенә иғтибар артыр, тип өмөтләнәйек. Мәктәптәрҙә уҡыу программалары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, унынсы кластарҙа ғаилә тәрбиәһе нигеҙҙәре дәрестәрен индереү кәрәк. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәрен класс сәғәттәренә саҡырһалар, бик матур әңгәмәләр үткәрер инек. Шәхсән үҙем ҡайҙа саҡырһалар ҙа ихлас йөрөйөм. Мәктәп кенә түгел, студенттар ҙа мохтаж шундай аралашыуға. Дин юлындағы кешеләрҙең айырылышыуына иҫем китә, минеңсә, улай бөтөнләй булырға тейеш түгел һымаҡ, беҙ бит уларға ҡарап фәһем алабыҙ, улар иң сабырҙар булырға тейеш. Күп ҡатынлыҡҡа кире ҡараштамын, мин үҙем һис тә риза булмаҫ инем. Ундай ғаиләләр барлығын беләм, ғәҙәттә, ул ҡатындарҙың береһе рәсми теркәлмәгән була, ҡай саҡ икеһе лә.

Ғаиләләр буласаҡ

Һәр нәмәнең ыңғай һәм кире яҡтары бар, димселәр клубтарынан сығып әйтәм быны. Бар ундай осрашыуҙарҙа бер-береһен тапҡандар. Тик мәжлес ҡормай, матур уйындар ойоштороп үткәрһәләр бик тә файҙалы булыр ине, һис юғы, яңғыҙҙарҙың ике-өс проценты ғаилә ҡорһа ла, ҙур мәртәбә бит. Димсе мотлаҡ өйләндерә тигәнде аңлатмай, бында яңғыҙлыҡтан арығандарҙың үҙ-ара аралашыуы мөһим, сөнки хәҙер яңғыҙ, аралашмай йәшәгән буйҙаҡ егеттәр бик күп. Улар бөтөнләй бер ҡайҙа ла йөрөмәй, ҡай саҡ фатиры, йәшәр өйө, машинаһы булған егеттәр ҡыҙҙар менән бөтөнләй аралашмай. Шундайҙар өсөн димләү мотлаҡ кәрәк. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйек, ғаиләләр буласаҡ.

Тойоу мөһим

Беҙҙең ЗАГС бүлегендә туйҙарҙың етмеш проценты башҡорт телендә үтә, шәхсән үҙем дә ошо яҡлымын. Ҡай саҡ телде аңламайбыҙ, тиһәләр ҙә, бында аңлауҙан тойоу мөһимерәк, тип күндерәбеҙ. Өйләнешкәндәрҙең береһе урыҫ, икенсеһе башҡорт булһа, тантананы рус телендә үткәрәбеҙ, әммә музыкаль яҡтан биҙәү башҡортса бара. Сибайҙа башҡорттар күп, күбеһе Урал аръяғы ауылдарынан килеп, бында төпләнгән.

Документтар, документтар...

ЗАГС бүлектәрендә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, Әбйәлил районында ғына бер егетебеҙ бар. Әлбиттә, ир заттары ла эшләһә, бик тә һәйбәт булыр ине, сөнки беҙ тик ғаилә ҡороу менән генә шөғөлләнмәйбеҙ. Яңыраҡ такси менән Өфөнән ҡайтып килгәндә таксист: "Һеҙҙә туйҙар йома һәм шәмбе көндәре генә була, ҡалған көндәрҙә ял итәгеҙме?" - тип көлдөрөп алды. Юҡсы, ете төрлө эш башҡарабыҙ: никах теркәйбеҙ, айырылышыу тураһында акттар төҙөйбөҙ, тыуыу, үлеү тураһында документтар бирәбеҙ, атайлыҡты билдәләү, балалыҡҡа алыу, исем алмаштырыу кеүек документтар ҙа беҙҙең ҡулдар аша үтә. Тыуыу тураһында танытмаңды юғалтһаң, ҡайҙа бараһың? Мәҫәлән, кемдер, ҡасандыр Ҡаҙағстанда йә Үзбәкстанда тыуған йәки өйләнгән, ҡулында танытмалары юҡ. Был ваҡытта кешеләр документтарҙы ЗАГС бүлектәре аша һорап алалар. 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгәндәрҙе лә ЗАГС бүлектәре бүләкләй. Суд приставтары, полиция, прокуратура, Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, судьялар беҙҙең аша күп документтарҙы һоратып алдыра. Никах теркәү - ул булған эшебеҙҙең 10 проценты ғына. Шулай тип теҙеп һөйләргә тура килде.

Тормош баҫҡыстары

Мин Сибайҙа тыуып үҫтем. 8-се урта мәктәптән һуң 1991 йылда Сибай педагогия училищеһын Ҡыҙыл диплом менән бөттөм, шунан Сибай институтын тамамланым. Бындағы эштә юридик белем мотлаҡ булғас, ситтән тороп юридик белем алдым. Өс йыл һайын квалификация күтәреү курстарын үтәбеҙ. Әлбиттә, тура бында килмәнем, педучилищены бөткәс, тәрбиәсе булып эшләнем, институттан һуң инглиз теленән уҡыттым, балалар баҡсаһы етәксеһе лә булырға тура килде, урындағы радио, телевидениела, Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт союзының Сибай филиалында эшләнем.
2010 йылдан башлап Сибай ЗАГС бүлеге етәксеһемен, ниһайәт, үҙ урынымды таптым шикелле. Бындағы эш бик үҙенсәлекле, закондар үҙгәреп тора, уларҙы ваҡытында өйрәнергә кәрәк. Элек "Находка- ЗАГС" тигән программа буйынса кемгә нисә йәш, ниндәй милләттән, нисә ҡыҙ, нисә малай тыуған, ирҙәр үлеме күпме, әллә ҡатындарҙыҡымы, шундай статитистик мәғлүмәттәрҙе ала торғайныҡ, 2018 йылдың 1 октябренән Берҙәм дәүләт реестры программаһы буйынса эшләйбеҙ, Бөтә Рәсәй буйынса "Кем, ҡасан, ҡайҙа?" һорауҙарына яуап алабыҙ. Мөрәжәғәт иткән кешеләр өсөн был бик уңайлы. Мәҫәлән, йәштәр Сургутта өйләнешкәндәр, хәҙер Сибайҙа йәшәйҙәр икән, документ кәрәк булһа, программа буйынса эҙләп табабыҙ ҙа ҡулдарына тотторабыҙ. Элек был процедураға ике-өс ай үтеп китә торғайны. Хәҙер исемде алмаштырыу өсөн дә теркәлгән урын буйынса түгел, теләһә ниндәй ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итергә була, бөтә акттар ҙа шулай бик уңайлы эшләнә. Тик быны әле йәштәр ҙә белеп бөтмәй. Мәҫәлән, ҡай саҡ Магнитогорск ҡалаһынан "Тыуыу тураһында танытмам юғалды, ҡасан һеҙҙән барып алырға була?" тип шылтыраталар. Килеү кәрәкмәй, Рәсәйҙәге теләгән ЗАГС бүлегенән алырға була.

Ҡайҙа һин, меңенсе?

Дәүләтебеҙҙең ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу - беҙҙең төп маҡсат. Был юҫыҡта бик күп эш атҡарабыҙ. Мәҫәлән, Сибайҙа тыуған игеҙәктәрҙе тантаналы ҡотлайбыҙ, улар тураһында мәғлүмәт сараларына хәбәр итәбеҙ. Шулай уҡ йөҙөнсө, ике йөҙөнсө, меңенсе тыуған балаларҙы ла онотмайбыҙ. Өс йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Андреевич Назаров балалар өсөн бүләктәр әҙерләүҙә ярҙам итә. Үҙебеҙсә, буш һүҙ генә булмаһын, тип тырышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бишенсе йыл инде меңенсегә етә алмайбыҙ. Элек ҡала хакимиәте менән берлектә меңенсе балаға велосипед бүләк итә торғайныҡ.

Ожмах әсәләрҙең аяҡ аҫтында

Беҙҙең ЗАГС һарайы алдында әсәйҙәргә бағышланған һәйкәл тора. Күптәр "Ниңә әсәй яңғыҙ?" тиҙәр. Ул яңғыҙ түгел, күрмәйһегеҙме, уның алдында бәләкәй малайы менән ҡыҙы баҫып тора, әсәй яңғыҙ булмай, уның балалары була, ул һеҙҙең әсәйегеҙгә лә бағышланған, тип яуап бирәм. Интернеттан да яҙып һорайҙар. Ирҙәр яҙһа, быларҙың әсәләре уларҙы ныҡлап яратмағандыр, тип уйлайым, бушҡамы ни, ожмах әсәйҙәр аяғы аҫтында, тиҙәр. Былтыр 25 июндә матур итеп ремонтланған Никах һарайы тантаналы рәүештә асылды. Башҡортостандағы иң матур залдарҙың береһе беҙҙә! Шундай ҙур шатлыҡ, ҡыуаныс, ихласлыҡ менән үткәрәбеҙ никах теркәүҙәрен...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Сибай ЗАГС бүлеге етәксеһе бик ихлас, ут сәсеп торған, оптимистик рухлы ханым. Эшен яратып башҡарғанға шулайҙыр, тим. Башҡаларҙың ҡыуанысына ҡыуана белеү үҙе бер бәхет түгелме ни? Бала саҡтағы аҙнаға һуҙылған туйҙар иҫкә төшә лә, үәт, исмаһам, ул саҡта ысынлап ҡыуана белгәндәр, тип ҡуям. Һеҙҙә лә шундай уй тыумаймы, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru