«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 1
+  - 


Татлы йоҡоға сумған ғына мәл ине. Зариф төшөндә кәләшен, кескәй улы Замирҙы күреп, иҙерәп киткәйне. Ҡатыны сәй яһай, имеш. Ә ул - өҫтәл артында, тубығында аҡ ҡына йөҙлө, көләкәс кенә улы. Күпереп бешкән икмәкте инде ҡулына алғайны, даһыр-доһор итеп өйҙөң түбәһе ишелеп төштө. Күкрәк тапҡырын нимәлер өтөп алғандай булды. "Улым! Кәләш!" Үҙенең йән көсөнә ҡысҡырған тауышына Зариф тертләп уянып китте.
Снарядтар яҡында ғына шартлай, блиндажға ингән яҡ түбә менән стена емерелеп төшкән: саң-туҙан, төтөн, дары еҫе менән тулған. Һалдаттар дәррәү һикерешеп торҙо, кемеһе башына каскаһын ҡаплай һалды, икенсеһе автоматына тотондо, өсөнсөһө өҫ кейеме менән бронежилетын эләктереп ышыҡҡараҡ шылды.
- Бөтәгеҙ ҙә теүәлме? Яраланыусылар юҡмы? - Взвод командирының тауышы әллә ҡайҙан алыҫтан, мөңгөрҙәп кенә ишетелгәндәй тойолдо.
- Бар! Мин яраландым, позывной "Жираф"!
- Мин, позывной "Лев"!
Зарифтың күкрәген кескәй генә снаряд ярсығы сыйып үткән. Снаряд ярсығы оҙон буйы арҡаһында Жираф ҡушаматлы иптәшенең аяғына ҡаҙалғайны. Уларҙы тиҙ-тиҙ генә сисендереп ҡарап, Зарифтың яраһын еңелсә тип атап, спирт менән эшкәртеп, тарттырып бәйләп ҡуйҙылар. Жирафтың яраһы етдиерәк булып сыҡты, ҡанын туҡтатып, ауыртыуҙы баҫыусы укол һалып, уларҙан артта урынлашҡан часҡа ебәрҙеләр. Артабан инде тыныс ергә - госпиталгә оҙатыласаҡ. "Их, нишләп минең дә ярам нығыраҡ түгел икән? Бер аҙ госпиталдә ятып, ял итеп, әҙәмсә тамаҡ туйҙырып алыныр ине", - тигән уй йылт итеп ҡалды егет күңеленән. Тик ул уны шунда уҡ баҫтырып ҡуйҙы: "Юҡ! Нисек инде үҙ-үҙеңә нығыраҡ яра теләргә була! Ишетеп ҡалмаһын, шайтан ҡолағы һаңғырау булһын! Аллам һаҡлаһын, теге донъяға ла олаҡтырып ҡуйыр ул шайтан! Ни булһа ла, тере булайым әле! Иптәштәрем менән бергә булайым!"
Зариф янып барған күкрәген тотоп, һәндерәһенә уңайлабыраҡ ятты. Ошо мәхшәрҙән имен-һау ҡотолһа, Тыуған яғына ҡайтһа, белер ине нисек йәшәргә! Яраһы ғына йәһәтерәк уңалһын, юҡһа, бындағы дымлы һауала тән тиҙ генә эренләргә тора. Сиҡан сыҡһынмы, берәй ерең һыҙырылһынмы, шунда уҡ таҙартып, йод йә зеленка һөртә һалмаһаң, көн эсендә эренләп, боҙолоп китә. Ҡайһы бер иптәштәре аяҡтарына кейгән әйберҙәрен йүнләп ҡарамай, йыш йыуып тормай, аяҡ бармаҡтары бәшмәкләп, сейләнеп күпме ыҙаланылар. Санитар яҡын-тирәлә күренмәһә, тиҙ генә үҙе лә яраһын дымлы салфетка менән һөртөп ҡорота һалып, таҙа бинт менән бәйләргә оҫтарып алды Зариф. Тиҙерәк йүнәлергә һәм дошмандарға аяуһыҙ булырға!

* * *

Әле уйлап ҡараһа, Зарифтың тормошо хәрби операцияға тиклем аҡ, хәҙер ҡара төҫтән генә торғандай. Ә элек, бала һәм студент сағында, ул меңдәрсә төҫтән балҡып торған Яңы йыл уттарын хәтерләткән! Кескенә сағында ата-әсә ҡосағында иркәләнеп үҫеү, һеңлеләре, күрше малайҙар менән мәж килеп көноҙон уйнау, тәмле табын артында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыуҙар, студент тормошоноң ҡайнап торған мәле, уйын-көлкө, төнгө клубтар, ҡыҙҙар артынан сабыу, имтихан бирә алмай күңелһеҙләнеп йөрөүҙәр... Былар барыһы ла уйын ғына булған икән! Ялтыр-йолтор, албырғытҡыс, күңел елкендергес уйын ғына...
Баш өҫтөндә дрондар осоуы, снарядтар ярылыуы, позицияңды аҡтарып сығарған миналар шартлауы, иптәшеңдең ҡанһыраған үле кәүҙәһе - былар иһә бөгөнгө ысынбарлыҡ...
Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, уның тәүге тулҡыны менән бергә хәрби комиссариатҡа барып эләккән йөҙләгән ир-ат араһында Зариф та бар ине. Төҙөлгән исемлек буйынса уның ауылынан тиҫтәгә яҡын егет килергә тейеш, әммә улар өсәү генә булып сыҡты.
- Башҡалар ҡайҙа һуң? Беҙ бит туғыҙ кеше инек исемлектә? - тип аптыранды берәүһе.
- Эйе шул! Килмәгәндәргә срок сәпәйҙәр тип ҡурҡыталар ине, - тип өҫтәне Зариф.
- Эштә бит улар, - тине өсөнсөһө ауылдаштарын тынысландырырға теләп.
- Беҙ ҙә эштә инек. Повестка килгәс, ҡайтырға тура килде, - тине төндә генә Себерҙән ҡайтып төшкән Зариф. - Башҡалар ни уйлай икән?
Ул көндө егеттәрҙе исемлек буйынса тикшереп сыҡтылар, ҡасан, ҡайҙа, ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итеүҙәрен тағы бер ҡат яҙып алдылар. Унан сәғәт самаһы ултырып, анкета һорауҙарына яуап бирҙеләр. Көн кискә һарҡҡас ҡына:
- Всем строиться! - тигән команда яңғыраны.
Тигеҙ сафҡа рәт-рәт булып теҙелгән ир-ат алдына хәрби комиссар сығып баҫты. Арыған, таушалған ҡиәфәт менән алдында торған төрлө йәштәге, төрлө кейемдәге, төрлө милләтле ир-атҡа аҙ ғына текләп торҙо һәм һәр һүҙен һығып сығарғандай, өҙөп-өҙөп:
- Хөрмәтле запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр! Февралдән башлап Тыуған илебеҙ Европа нацистарына ҡаршы хәрби операция алып барыуы бөтәгеҙгә лә мәғлүм, - тип мөрәжәғәт итте. - Әлеге көндә беҙҙең хәрбиҙәребеҙ, һалдаттарыбыҙ алыҫ Украина ерендә Рәсәй үҙаллылығы, Рәсәй берҙәмлеге өсөн көрәшә. Запастағы хәрбиҙәр булараҡ, һеҙҙе беҙ резерв частаргә саҡырабыҙ. Ярҙам кәрәккәндә, ниндәй генә ваҡытта ла, һеҙ ҡоралға тотонорға әҙер булырға тейешһегеҙ. Әлбиттә, бәлки бындай осраҡтың булмауы ла мөмкин. Шуға күрә, паника тыуҙырмай, тыныс ҡына өйөгөҙгә ҡайтығыҙ. Тап өс көндән, 2022 йылдың 25 сентябрендә, бөтәгеҙ ҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә ошонда булырға тейеш. Кемдер килмәй ҡала икән, ул енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ!
...Өйҙәгеләр был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте. Хәрби йыйынға йыйырҙар ҙа, ҡайтарырҙар. Кәрәк булһа, берәй заман саҡырырҙар әле, тигән кеүек уй ине һәр кемдең башында.
- Бер ниндәй ҙә һуғышҡа ебәрмәйҙәр! Афғанда, Чечняла халыҡты йыйҙылармы ни? Һалдаттар ғына ҡатнашты, һәм тик үҙ теләктәре менән генә! Был юлы ла шулай буласаҡ!
- Эйе шул. Яңынан баш ҡалҡытҡан Европа фашистарына Путин илебеҙҙең ҡөҙрәтен күрһәтергә генә теләй! Йәнәһе, бына беҙҙең резервта күпме һалдат бар!
Халыҡ ошолайыраҡ фекер йөрөттө, бер кем дә армияға оҙатҡандағы ише ҡунаҡ-фәлән йыйманы. Шулай ҙа күп егеттәр алып килергә ҡушылған әйберҙәр исемлеген тотоп, ҡала магазиндарын айҡаны, кәрәк-ярағын тупланы. Камуфляж йылы кейем, берцы, балаклава, йоҡлау өсөн тоҡтар, рюкзак, бронежилет, фонарь, аҙыҡ-түлек һатып алды. Бер нәмә лә алмай, еңелсә генә пакет тотоп барыусылар, митингыла тороп ҡына ҡайтып китергә өмөтләнеүселәр ҙә бар ине араларында. 25 сентябрь иртәнге 8-ҙә хәрби комиссариат алды ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Ҡатындары, ата-әсәһе, бала-сағаһы, туған-тыумасаһы менән бергә һәр резервисты биш-алты кеше оҙатырға килгәйне. Йөҙләгән егет китергә йыйылһа, оҙатыусылар менән бергә меңгә яҡын кеше бар майҙанды, яҡын-тирә урамдарҙы тултырғайны.
Бындай мәхшәрҙе көтмәгән етәкселек бер аҙ аптырап ҡалды. Тиҙ генә урындағы полиция бүлексәһенә, юл-патруль хеҙмәтенә хәбәр итте: килеп етергә, тәртип һағына баҫырға, бер ниндәй ғауға, тауыш сығырға тейеш түгел! Улары үҙ бурыстарын бик тырышып башҡарҙы, былай ҙа талаш сығарырға, бола ҡуптарырға уйлаған әҙәм юҡ ине юҡлыҡҡа. Бер-ике һалмыш резервистың ғына йә ҡысҡырып йырлап, йә һаһылдашып көлөшөп, кешеләрҙең күңелен күтәрергә маташыуын иҫәпкә алмағанда, ир-ат тыныс, етди, уйсан ине.
- Ҡәҙерле яҡташтар! Резервистар, уларҙың ҡатындары, ата-әсәләре, балалары һәм яҡындары! Бөгөн мин һеҙҙең бөтәгеҙгә лә өндәшәм! Мин һеҙҙе хөрмәт итәм һәм ғорурланам! Кем бөгөн сафта - улар барыһы ла ысын һалдат, ысын ил һаҡсыһы! Рәсәй Федерацияһының составына ҡушыласаҡ славян халҡына ярҙамға тип Ватан һағына баҫҡан ир-ат барыһы ла батыр! Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-егеттәр һаҡламаһа, ярҙам итмәһә, Рәсәй халҡына, рус халҡына кем ярҙам итер! Беҙ туғандарыбыҙҙы, илдәштәребеҙҙе ауыр ваҡытта ташлай алмайбыҙ! Тиҫтә йылға яҡын иҙелеп йәшәгән Луганск, Донецк кеүек республика халҡын ярҙамһыҙ ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ! - Хәрби комиссарҙың шартлап торған көр тауышы махсус хәрби операцияға юлланасаҡ егеттәрҙең йөрәктәрен елкендерҙе. Улар булдыра! Улар армия хеҙмәтен үткән. Кемеһе бер, кемеһе ике йә өс йыл ҡулдарына ҡорал тотоп, илен һаҡлаған! Ошондай саҡта улар баҫмай, кем баҫһын ил һағына! Күҙҙәр яна, йөрәктәр дөп-дөп килә! Тиҙерәк юлға, тиҙерәк яу яланына! Тиҙерәк ер йөҙөндә һуғыш көҫәүселәрҙең муйындарын бороп ырғытырға!
Ошондай дәртле уйҙар менән, йырлай-йырлай, бейей-бейей юлға сыҡты Башҡортостан егеттәре... Билдәһеҙ, ауыр, әммә данлы юлға! Ҡайта алырмы улар был юлдан? Ул хаҡта уйламанылар ҙа...

* * *

Н. ҡалаһы янында, күҙ асып йомған арала ғына, теҙелеп киткән йәшелле-һороло, аҡлы-һарылы палаткалар ҡаласығы барлыҡҡа килде. Таныштарҙы ҡысҡырып эҙләү, йыр-моң, көлөшөү-һөйләшеү - оло ялан гөрләп торҙо. Әйтерһең, байрамға йыйылғандар! Әйтерһең, һабантуй! Алыпһатарҙарҙың машина-автобустары юлдан саң туҙҙырып тауар ташыны: аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы, көнкүреш техникаһы... Араҡы иһә йылға булып аҡты. Тәүге ике аҙна байрам итеп үткәрелде: эстеләр, йырланылар, бейенеләр, таныштылар, ҡосаҡлаштылар, һуғыштылар... Бер кемдең дә уларҙа эше юҡ, улар үҙҙәренә үҙе хужа. "Һуғышҡа алып бармайҙар икән! Меңәрләгән егеттең резервта тороуын телевизор аша күрһәтәләр ҙә, Европаның ҡото осһа, беҙҙе кире ҡайтаралар, ти!" Ошондай хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы, яңынан-яңылары өҫтәлде. "Рәхәтләнеп, бушҡа ашап, бушҡа эсеп, ял итеп ҡалыр кәрәк! Ҡайтһаң, беҙҙе буш аҫрап ятҡырмаҫтар!" Төшөрөргә яратҡандарға, эш һөймәҫтәргә был аҙналар тотош байрамға әйләнде...
Ай тулып килгәндә, ниһайәт, медкомиссия эшләй башланы: һәр береһен айырым-айырым индереп тикшерҙеләр, ниндәй ауырыуҙары барлығын белештеләр. Хроник ауырыуҙарҙы, наркомандарҙы, яңыраҡ операция яһатҡандарҙы тағы бер ҡат ныҡлап тикшергәндән һуң, ҡайтарып ебәрҙеләр. Улар артынан, яңы ҡабул ителгән закон буйынса, балиғ йәшкәсә өс балаһы булған атайҙар ҡайтарылды. Зариф та, уның менән килгән ике ауылдашы ла, танышып, уртаҡ табаҡтан ашап дуҫлашып өлгөргән яңы иптәштәре лә, был категория араһында юҡ ине. Уның өсөн ҡайғырманылар ҙа, шулай булырға тейеш. Уларҙың да ҡайтырға сираты етер берәй заман. Бәлки, ул арала был ҡапыл килеп сыҡҡан ҡанҡойош туҡтап та ҡуйыр әле. Рәсәйҙең башлығы әлдән-әле һөйләшеүгә ынтылып ҡарай түгелме һуң? Бынау байлыҡтан-муллыҡтан туйып һикергән Европа менән мәңге нефть-газға туймаған Американың батшалары ғына һаман ҡан көҫәй. Килешеүгә ебәрмәйҙәр тегене -уларҙың рөхсәтенән тыш сөскөрөргә лә ҡурҡҡан Украина етәксеһен! Шулай инде: уларҙың ерендә ҡан-йәш түгелмәй, уларҙың ҡалалары харабаға әйләнмәй, уларҙың ере мина-снаряд ярылыуҙан телгеләнмәй, уларҙың тупраҡтары ҡанға һуғарылмай! НАТО етәкселеге өсөн Рәсәйҙе үҙҙәре алдында теҙләндереү, хатта Ер йөҙөнән юҡҡа сығарыу, халҡын ҡырыу ғына мөһим! Башҡаларҙың түгелгән күҙ йәше һәм ҡаны, етемдәре һәм толдары улар өсөн сүп тә түгел! Байлыҡ, ер, яғыулыҡ, аҡса - бына нимә улар өсөн иң мөһиме! Нацистарҙың йөрәгендә кешелеклелеккә, миһырбанлыҡҡа, йәлләүгә, мәрхәмәтлеккә, һөйөүгә урын юҡ! Улар бөгөнгө замандың хаиндары, йәлләттәре, ә уларҙың ҡул аҫтында йәшәгән халҡы иһә - батшаларҙың һәр һүҙенә ышанған зомби хәлендәге һарыҡ көтөүе! Бәлки, аңлағандары барҙыр ҙа бит, ләкин "Король яланғас!" - тип әйтергә батырсылыҡ итеүсе юҡ араларында!
Бындай уйҙар ярты йыл самаһы утты-һыуҙы кискәс кенә киләсәк Зарифтың башына.

* * *

Позывнойы "Лев" - Зариф Арыҫлан улы Азаматов, башын ҡаушырған ҡулдары өҫтөнә һалды ла, күккә төбәлде. Бында күк тә икенсе: нисектер, тәпәш, болоттары аҡһыл-һоро, йондоҙҙары кесерәк һәм төҫһөҙ. Ә уның тыуған яғында күк йөҙө күҙ ҡамаштырырлыҡ зәңгәр, болоттары аяҙ көндө ап-аҡ, йонсоу көндәрҙә иһә ҡап-ҡара, йондоҙҙар иҫ китмәле яҡты һәм сағыу була торғайны! Арала ике мең самаһы саҡрым ята, бәлки, бында ысынлап та күге тәпәш, ай-йондоҙҙары бәләкәй һәм яҡты түгел, шуға ла йәнгә яҡын түгелдер? "Үҙ илемдә булһам!- тигән уй үтә егеттең башынан. - Үҙ илемдә булһам, был ваҡытта нимә эшләр инем икән? Бер ни уйламай, әсәйемдең йылы түшәгендә иҙрәп йоҡлап ятыр инемме? Улым Замир менән уйнар инемме? Әллә йәштәр менән бушты-бушҡа ауҙарып, музыка аҡыртып, машинаға тейәлешеп, ауылдан-ауылға йөрөр инекме? Бәлки, телефонға ҡаҙалып, интернеттың бөтмәҫ яңылыҡтарын сүпләп, кәрәккән-кәрәкмәгән негативты уҡып, башымды тубал итеп ятыр инемме икән?"
Ҡасандыр тап ошолай йәшәне бит ул: бер ни уйламай, иртәгәһе көнөн иҫенә лә алмай, әҙер тамаҡ, өҫ-баш йыуып-үтекләп. Кеҫәлә аҡса, янда дуҫтар - тағы ни кәрәк 25 йәшлек егеткә! Бөтәһе лә алда, бөтәһе лә булыр, Ер йөҙөндә унан да бәхетле кеше юҡтыр, ул Ерҙең кендеге, бөтөн донъя бары уның тирәләй генә әйләнә төҫлө ине! Бөгөн килеп Зариф үҙенең яңғыҙлығын аңланы. Был олонан оло Йыһанда ул бер кем дә түгел икән дә баһа! Ул бары бер сүп кенә! Ошо ваҡытта ҡапыл ғына Зариф юҡҡа сыҡһын, хатта бер кем дә белмәй ҙә ҡалыр! Көндәр-төндәр үҙ яйы менән үтә торор, балалар тыуыр, завод-фабрикалар эшләр, кемдер туйҙар яһап, тормош юлын парлап башлар, кемдер космосҡа осор... Һәм берәү ҙә Зарифтың юҡлығын абайламаҫ та...
Был уйҙан егеттең йөрәге дарҫлап типте, кинәт ҡалҡынды ла, көслө ауыртыуҙан ыңғырашып, кире урынына һеңде. Уйҙарға сорналып, яралы күкрәге тураһында онотоп ебәргән икән! Шулай ҙа, уңайлап ятҡас та, еп осон сеймәлтмәҫкә теләп, йәнә баяғы уйына кире ҡайтты. Зариф сүп кенә булырға тейеш түгел! Ни өсөн йәшәне һуң 25 йыл? Уны оноторға тейеш түгелдәр! Шундай егет бар ине, Азаматов тигән! Шәп егет ине! Ил һаҡсыһы! Яҡшы яугир! Позывнойы "Лев"! Ни өсөн үҙенә ул "Лев" тигән позывной алды һуң, атаһының исеме Арыҫлан булғанға ғынамы ни? Арыҫлан - хайуандар батшаһы, Зариф та арыҫлан ише көслө, ҡыйыу, иптәштәренең ышаныслы терәге, хатта башлап йөрөүсеһе, лидеры булырға тейеш түгелме ни? Зариф күкрәгендәге яраһының туҡтауһыҙ һыҙлап, әрнетеп тороуына ла ҡарамай тороп ултырҙы, йоҙроҡтары йән көсөнә йомарланды, күңелендә ниндәйҙер сәм, уҫал көс, ышаныс уянды! Ул кеше, ул тере, ул көрәшергә тейеш.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 30

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru