«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЯҠТЫ АРТЫҠ НЫҠ БӨГӨҮМЕ?
+  - 


Ике-өс йыл элек интернет селтәрендә Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта бер-береһенә ҡан туғанлығы булмаған егет-ҡыҙҙарға ҡала паркы эскәмйәһендә йәнәшә ултырыу тыйылыуы тураһындағы мәғлүмәт күптәрҙе шаҡҡатырғайны. Ил башлығының ҡарарына ярашлы, хоҡуҡ һаҡлау органдарының парктарҙа тотолған йәштәрҙе полиция бүлегенә индереп, уларҙың документтарын тикшереүе, һорау алыуы хаҡында халыҡ береһенән-береһе уҙҙырып интернет аша фекер алышты. "Төркмән ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуғын ҡыҫыу был!" тип, күпселек ах та ух килде. Мин үҙем дә шәхсән быны "Таяҡты саманан артыҡ бөгөргә маташыу" һымағыраҡ ҡабул иттем…

Ә шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн күҙ алдыбыҙға килтереп ҡарайыҡ әле: бындай осраҡҡа беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ нисек ҡарар ине икән? Бөгөнгө заманда ғәҙәттән тыш булып тойолған ошо хәл беҙҙең тарихыбыҙ төпкөлөндә лә урын алмағанмы? Әйтәйек, бынан ике быуат элек Төркмәнстанда ла түгел, ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда ошондай тыйыу ҡабул ителде икән, ти. Халыҡ аптырар инеме? Юҡ, әлбиттә! Киреһенсә, Ислам динендә булған, шәриғәт ҡанунына буйһоноп йәшәгән ата-бабаларыбыҙ бындай ҡарарҙы ифрат та дөрөҫ ҡабул итеп алған булыр ине, минеңсә. Ул ғына ла түгел, күпселек халыҡ уны дәррәү күтәреп тә алыр ине, шәйт. Ә инде осраҡлы ғына әлеге "аҙғын парҙы" күреп ҡалһалар, ауыл кешеләре быға ысынлап та бот сабып аптырап: "Ишеттеңме әле, ана күрше ауылда Фәләнбайҙың ҡыҙын Төгәнйәндең улы менән бергә күргәндәр, ти. Аулаҡта хатта бер-береһенә яҡын ғына ултырып, быш-быш һөйләшкәндәр ҙә имеш… Ғибрәт бит был! Ата-әсәләре нимә ҡараған икән! Әстәғфируллаһ!.." - тиер ине. Сит ир-ат менән һөйләшеп ултырғаны өсөн ҡыҙыйға атаһынан, йә ағаһынан ныҡ ҡына "эләгер" ине. Егеттең дә, әлбиттә, башынан һыйпамаҫтар ине…
Ни өсөн төркмәндәрҙәге ошо хәл бөгөн сәйер тойола? Уҙған быуатта элекке Советтар Союзы составында булған бөтә илдәрҙә лә (шул иҫәптән, Төркмәнстанда ла) "Дин - иҫкелек ҡалдығы", "Дин - халыҡтар әфиуны" тигән һәм башҡа бик күп лозунгылар ярҙамында Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән халыҡтарҙың аңынан "иман" төшөнсәһен бер нисә тиҫтә йыл эсендә "ҡаҡҡылап-һуҡҡылап" сығарып ташлап бөткәндәре хаҡында беләбеҙ. Шул арала дини йәһәттән бөтөнләйгә наҙан булған байтаҡ быуын үҫеп сыҡты. Шуға күрә лә беҙҙең дәүер кешеләре ошо тыйыуҙы "кеше хоҡуғын ҡыҫыу" тип һанай… Әлеге сикләүҙәрҙе бөгөнгө көн беҙҙең төйәгебеҙҙә булдырған осраҡта, халҡыбыҙ, әлбиттә, уны һис кенә лә ҡабул итеп алмаясаҡ (Эскәмйәлә йәнәш ултырыуҙарҙан тыш, төркмән ҡатын-ҡыҙҙарына ирендәрҙе "бүлтәйтеүсе", түштәрҙе "көпәйтеүсе" пластик операцияларҙы, яһалма керпек, тырнаҡ йәбештереп йөрөүҙе, һылашып торған ҡыҫҡа күлдәктәрҙе лә тыйыу хаҡында һүҙ барғайны шул). Күптәргә был саманан тыш ҡаты, хатта кешелекһеҙ тәртип булып тойоласаҡ. Ғөмүмән, бындай сараларҙы бөгөн "нормаль" тип һанау мөмкин дә булмаҫ ине, сөнки илебеҙҙә шәриғәт ҡанундарын белмәгәндәр абсолют күпселек. Ә белергә теләмәгәндәр - тағы ла күберәк. Рәхәтләнеп кәнфит һурып ултырған балаға татлы нәмәләрҙең зыяны (ҡанда шәкәр күбәйеүе, артыҡ һимереүгә килтереү ихтималлығы) хаҡында нәсихәт һөйләй-һөйләй, уның ҡулынан тәмлекәсен кинәт кенә тартып алһаҡ, ни күрер инек? Ифрат та дөрөҫ: бер ни ҙә аңламаған сабый оло кешенең был ҡылығына тик аптыраясаҡ ҡына. Ул ғына ла түгел, хатта шарылдап илап, кескәй генә йоҙороғо менән һиңә килеп "тондороп" та ебәрәсәк! Тап шуның кеүек, динебеҙҙе тәрәндән өйрәнеп, уның хаҡлығына инанмай тороп, башта күтәрелгән мәсьәләне дөрөҫ аңлау бөтөнләй мөмкин түгел, тимәксемен.
"Улым, һиңә әйтәм, ҡыҙым, һин тыңла", тигәндәй, ошо етди мәсьәлә төркмәндәргә генә ҡағылмай. Борон шундай сикләүҙәр, тураһын ярып әйткәндә, никахһыҙ бәйләнештәргә юл ҡуймауға йүнәлтелгән ҡәтғи тыйыуҙар үҙебеҙҙең динле халҡыбыҙҙың да иғтибар үҙәгендә булған бит. Халҡыбыҙҙа "Ҡыҙыңды ҡырҡ урындан тый", тигән әйтем дә бик электән килгән. Шуға күрә был тыйыуҙарҙы "революциянан алда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҙелеп йәшәүенең күрһәткесе" тип түгел, ә йәштәргә "зина" тигән оло гонаһҡа юлды ябырға тырышыу тип аңлаһаҡ, хата булмаҫ тип уйлайым.
Төркмәнстан хоҡуҡ һаҡлау органдарының ошо тыйыуы нилектән килеп сыҡҡанлығын Ислам дине ҡанундары менән таныш булған әҙселек бик яҡшы аңлай. Ныҡлы инаныуымса, халҡыбыҙҙың ҡасандыр ауыр "сир"ҙе - атеизм дәүерен кисереүенә ҡарамаҫтан, беҙгә лә барыбер дини асылыбыҙға ҡайтыу кәрәк. Тик шул төркмәндәр һымаҡ радикаль ысулдар аша түгел! Йәштәрҙе башҡасараҡ тәрбиәләү, уларға шәриғәт ҡанундарын "аҡыллы ғына" итеп өйрәтеү кәрәк.
Әйткәндәй, егет менән ҡыҙҙың бергә ултырыуы хаҡында һүҙ сығыу менән Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" әҫәре күҙ алдына килә… Эйе, тормош - ифрат та ҡатмарлы. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәй, баштараҡ иҫкә алған һымаҡ, элегерәк тә йәштәр араһында һирәк-һаяҡ "аулаҡлап" алырға йөрьәт иткәндәр булғылағандыр, күрәһең. Бала саҡта мин шул повесты уҡып, Ғәлимәнең атаһы Фәхри ҡарттың: "Шәриғәт тип харап иттеләр баланы…" - тип, ҡыҙын йәлләп ҡайғырғанына ныҡ тетрәнгәйнем. Ошо повесты яҙған әҙиптең утыҙынсы йылдар башында атеистик рух менән һуғарылған, дингә кире ҡарашлы шундай әҫәр яҙырға мәжбүр булыуын аңлауы ҡыйын түгел. Ә ул осорҙа башҡа төрлө яҙып ҡына ҡара!.. Хатта яңы совет ҡоролошон "күккә сөйөп" маҡтап яҙыусы бик күп әҙиптең дә "халыҡ дошманы" тип ғәйепләнеп, баштары киткәнлеген беләбеҙ. Шуға күрә, ул дәүерҙә йәшәгән яҙыусы халҡының хәлен дә аңларға тырышайыҡ, тимәксемен.
Был повестағы ваҡиғаларҙың "эсенә инеп", улар хаҡында һүҙ йөрөтөр өсөн дә динебеҙ ҡанундарын яҡшы ғына белеү кәрәк. Минең инаныуымса, ошо әҫәрҙә "зинасылыҡта" ғәйепләнгән Закир менән Ғәлимә һис кенә лә шәриғәт ҡорбандары түгел, ә, киреһенсә, улар тарыған оло бәлә - Ислам ҡанундарын белеп етмәүҙең, дини наҙанлыҡтың касафаты ул. Туп-тура итеп әйтмәһә лә, мәҙрәсәлә дин ғилеме алған яҙыусыбыҙҙың тел төбөнән тап ошондайыраҡ фекер һиҙелә. Повеста дингә ҡағылышлы күп нәмәнең бик дөрөҫ итеп һүрәтләнеүен күрәбеҙ. Шәриғәт ҡанунына ярашлы, кешеләрҙе зина ҡылыуҙа ғәйепләү ябай ғына эш түгел. Хәҙрәт тә йыйылышҡан халыҡҡа "Кемгәлер ошо ғәйепте тағыр өсөн мотлаҡ дүрт шаһит булырға тейеш" тип, Ҡөрьән аятынан дәлил килтерә. Икенсенән, әҫәрҙә бәғзе кешеләрҙең ялған шаһитлыҡ ҡылып, шәриғәт ҡанунын боҙоуы хаҡында һүҙ барғаны ла асыҡтан-асыҡ. "Ялған шаһитлыҡ ҡылған кешенең үҙен язаға тырттырыу лазым (тейешле)", тип тә иҫкәртә халыҡты имам ошо турала. Тик уның был һүҙҙәренә иғтибар итеүсе булмай, йәштәрҙе "күреп тороусы" бер-ике алдаҡсы кешенең һүҙенә ышаналар. Әҫәрҙә ауыл кешеләре араһында шәриғәт ҡанунын дөрөҫ итеп аңларға теләмәгән фанаттарҙың-провокаторҙарҙың да булыуы һүрәтләнә. Йәштәргә ҡаты яза биреүҙе талап итә улар. Һөйләшеп кенә ултырған Закир менән Ғәлимәгә тик киҫәтеү яһап, уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәреү һәм ата-әсәһенә хәбәр итеү урынына, зина ҡылынғаны ла иҫбат ителмәгән көйө, уларҙы кәмһетеүҙәр, мәсхә-рәләүҙәр башлана…
Бөгөнгө көнөбөҙгә килгәндә, әлхәмдүлиллаһ, Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. аша төшөрөлгән динебеҙ ҡанундарын өйрәнергә, уны дөрөҫ кенә итеп аңларға теләүселәргә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ. Һәр төрлө зина-фәләнгә, уғрылыҡҡа, енәйәтселеккә илтеүсе юлдарға кәртә булып торорҙай хаҡ динебеҙҙе өйрәтеүсе ғилемле имам-мөғәллимдәребеҙ ҙә бар. Махсус уҡыу йорттарында уҡып белем алған улар. Бынан тыш, төрлө урындарҙа эшләп йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, йома һайын йәмәғәт намаҙына мәсеттәргә йөрөгән йәш егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың да күпселеге шәриғәт ҡанундарын һәүетемсә яҡшы белә. Дин мәсьәләләрен унан-бынан ишеткән хәбәрҙәрҙән өйрәнмәй хәҙерге йәштәр, ә тейешле китаптарҙан уҡый. Кистәрен, ваҡыт табып, имам-мөғәллимдәрҙең дәресенә лә йөрөйҙәр. Йәштәребеҙ ары-бире намаҙ уҡыуҙан башҡа бер нәмә лә белмәй, тип уйлаған кешеләр, әлбиттә, бик ныҡ хаталана. Динебеҙ ҡанундарын ары-бире ишетеп түгел, барыбер ҙә асылында өйрәнеү кәрәктер ул, хаталанмау, гонаһҡа батмау өсөн, тимәксемен. Ә гәзит уҡыусылар ошо тема буйынса ни уйлай икән?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 63

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru