«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ...
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 9 апрелдә Өфөлә Милли музейҙа уҙған милли кейем тегеү оҫталары менән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Башҡорт милли кейемен тергеҙеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу менән шөғөлләнгән "Селтәр" башҡорт костюмы студияһы вәкилдәре республика етәксеһенә Милли кейем көнөн булдырырға тигән ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, был оҫталарға яңы һулыш бирҙе, уларҙың эшенең абруйын күтәрҙе. Былтыр үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләгән студия Рәсәй Президенты Грантына тормошҡа ашырылған "Башҡорттарҙың һуғылған шәле" проектын тамамланы. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, йөҙгә яҡын кеше шәл һуғырға өйрәнде. Уларҙың эштәре М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы күргәҙмәлә күрһәтелде. Улар республика етәксеһенән үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын йәштәргә тапшырыу мөмкинлеге биреүен һораны һәм Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йорто өсөн яңы бинаға бәйле һорау бирҙе.
"Әле беҙ Дуҫлыҡ йорто өсөн яҡшы урын һайлайбыҙ һәм шунан һуң бинаны проектлау эшенә тотонабыҙ, унда шул иҫәптән милли кейемдәр тегеү оҫталары өсөн дә урын табылыр. Шулай уҡ Өфө колледждарының береһенә милли кейемдәр һәм атрибутика тегеү буйынса оҫталар әҙерләү белгеслеген кире ҡайтарыу мөһим тип иҫәпләйем. Мәғариф министрлығына тәҡдимдәр индереү бурысы йөкмәтелә", - тине Радий Хәбиров.
Тарих фәндәре кандидаты, Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода башҡорт костюмы буйынса альбом-каталог сығарыуҙа ярҙам һораны. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә ҙур, шул иҫәптән архив материалдары йыйылған, уникаль даналар бар.
Радий Хәбиров ошо проектты бюджеттан тейешенсә аҡса бүлеп, өс йыл дауамында тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булһын өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығына альбом-каталогты әҙерләү һәм нәшер итеү өсөн дәүләт заказы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. "Милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләргә беҙҙең кеүек күп милләтле республикала дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө тип ҡарайбыҙ. Мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға кәрәк. Бөгөн тағы бер идеябыҙ хаҡында әйтмәксемен. Республикала Милли бейеү көнөн булдырырға теләйбеҙ. Ул шул иҫәптән милли кейемдәрҙе күтәреү өҫтөндә эшләйәсәк, сөнки милли бейеү улар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән", - тине Радий Хәбиров.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 54

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru