«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ҠОМАРТҠЫЛАРҘА ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ЙӘШӘЙЕШ ӨЛГӨҺӨ
+  - 

Ҡанбабаларыбыҙ ҡалдырған рухи, матди мираҫ сатҡылары һәр беребеҙҙең күңелендә йәшәй. Әммә халҡыңдың ошо изге аманатын, байлығын йыйып, ишәйтеп, киләһе быуынға тапшырыу бурысын һирәктәр генә башҡара. Ейәнсура районының Ҡарғалы ауылында йәшәүсе Таһир Хаммат улы Аҙнабаев шундайҙарҙан.

Халыҡ рухына, тарих бөйөклөгөнә тоғролоҡ ошо изге эшкә этәргәндер уны. Ата-баба тотонған көнкүреш әйберҙәрен, һауыт-һабаһын, кейгән кейемдәрен, эш-яу ҡоралдарын, боронғо биҙәүестәрҙе, ат егеү кәрәк-яраҡтарын бөртөкләп йыя башлай ир уҙаманы. Ошо экспонаттары менән Салауат районында үткән Салауат йыйынында ҡатнаша. Районыбыҙ тирмәһе республика конкурсында Гран-при яулай. Бына ошо затлы аманат, ҡомартҡыларҙы бүләк итте Таһир Хаммат улы беҙҙең башҡорт гимназия-интернатының этнопедагогика музейына.
Экспонаттарҙы барлайым да, хайран ҡалам: күпме зауыҡлыҡ, теүәллек уларҙа. Урҙаларҙа эленеп торған милли кейем, таҫтамалдар, йөҙлөклө урындыҡтағы мендәр, балаҫ, ҡорама юрған, түшәктәр. Иҫ киткес сағыу, һоҡланғыс улар! Халыҡ оҫталары эшләгән ныҡлы, ышаныслы, бәҫле әйберҙәрҙә күпме оҫталыҡ, сабырлыҡ, зиһен сағыла! Балаҫ һуғыу станогы, көбөсәк, етеле шәмдәр, емеш-еләк йыйыр өсөн тырыз, ҡаястар, батман, тәпәндәр, ҡарындыҡ тәҙрә, боронғо төрән, һабандар, еҙ ҡомған, еҙ самауырҙар - һәр береһе тарих һөйләй, башҡорт үткәнен тирә. Ошо баһалап бөткөһөҙ хазина, ҡомартҡылар аша уҡыусыларыбыҙ күңеленә милли рух һалырға, тарихи үҙаң уятырға тырышабыҙ. Әммә...бала күңелендә тарихи үҙаң, рух уятыу бик ҡатмарлы эш. Ҡурай моңо аҫтында йөҙлөклө урындыҡ күрһәтеп, һөйләп кенә йәш быуын күңелендә уға бер минут эсендә оло һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел.
Билдәле педагог Иршат Вәлиев: "Этнопедагогика йәш быуынды тәрбиәләүҙең ҡатмарлы системаһына эйә, халыҡ тарихы үҙе үк йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ижади эҙләнеүҙәр тарихы ул", - тип яҙғайны.Тап өҫтөнә баҫҡан ул! Тарихи ҡомартҡылар менән бала күңеле араһында гармония тыуҙырыу, үткән менән бөгөнгө араһында күпер һалыу еңел түгел.
Әммә мөмкин. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ корея, ҡытай иероглифтарына иҫтәре киткәндә, ниңә әле ата-бабаларыбыҙ тамғаларын иҫкә төшөрмәҫкә? Бар донъя фэншуй тип алйығанда, беҙ өләсәйҙәребеҙ һөйләгән ҡот төшөнсәһен бар тәрәнлеге менән еткерә алабыҙ бит! Ҡанбабаларыбыҙ мираҫ иткән боронғо әйберҙәрҙә күпме аҡыл, күпме философия! Шуларҙы яйлап ҡына заманлаштырыу кәрәк. Нисек, тиерһегеҙ?
Бишекте генә алайыҡ - уны бит музей түрендә эленеп торған экспонат итеп түгел, ә бөгөнгө көндәге ходунок, трансформер коляскалар башланғыс алған затлы ҡомартҡы итеп таныштырырға була. Был бишеккә хәҙер уҡыусылар туғанлыҡ тойғоһон уятыусы, быуындар бәйләнешен тотоусы изге ҡомартҡы итеп ҡарай. Күпме өйҙәрҙә ҡарт олаталары эшләгән бишектә бүлә-бүләсәрҙәр генә түгел, туған-тыумаса, тыуа-яттар тирбәлгән!
Музейыбыҙҙа төрлө эш ҡоралдары һөйәлгән шаҡармаға ла уҡыусылар икенсе күҙлек менән ҡарай. Сөнки "яңы башҡорт"тарҙың ике-өс ҡатлы коттеджы эргәһендәге баҡсаны талдан үрелгән шаҡарма, ситән менән уратыуын күрһәткән фотолар, фотозоналар ҡараны балалар. Этнопедагогика музейын боронғо әйберҙәр ҡуйылған тарихи урын итеп кенә түгел, ә районға килгән ҡунаҡтар теләп килеүсе туристик маршрут итеп беләләр улар. Районыбыҙ картаһында этнопедагогика музейы билдәләнгәнен ғорурлыҡ менән ҡабул итәләр. Шулай, музей экспонаттары, аралашыу, ҡыҙыҡһындырыу ярҙамында уҡыусыларыбыҙҙың тарихҡа күҙҙәрен асабыҙ, ә күҙе асылған баланың яйлап күңеле лә асыла. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙарын ижади, эҙләнеү эштәрендә күрһәтә башланылар. Районда ғына түгел, республика кимәлендә үткәрелгән конкурс, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа еңеүҙәре лә бар.
Егеттәребеҙ өсөн өҙәңге, даға, ыңғырсаҡ, ауыҙлыҡ, дуға, айыл кеүек һүҙҙәр ят түгел. Ат егеп, туғара, атҡа йүгән кейҙерә, өҙәңге ҡайышын нисек ҡыҫҡартырға кәрәк икәнен беләләр икән, был бит шәп! Башҡорт аты тураһында сәғәттәр буйына тыңларға әҙер улар. Ә ҡыҙҙарыбыҙҙың боронғо кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен ҡарағанда, күҙҙәре янып китеүен күрһәгеҙ икән! Алмиҙеү, сәсҡап, ҡашмау, сәсүрместәрҙе һулыштары ҡабып күҙәтеүҙәрен күреү - йән рәхәте. Бына шулай: уҡыусыларыбыҙ күңеленә ата-баба кәсебе, көнкүреше, ил-йорт ҡәҙере, тәбиғәт байлығы тураһында ҡоро һүҙ менән генә түгел, ә төрлө алымдар менән аманат юлы һуҙабыҙ.
Оло мәғәнәле бер легенда йәшәй. Гонаһ тулы ер өҫтөнә ҡалҡырға теләмәгән ҡояшты фәрештәләр ҡамсылап сығырға мәжбүр иткәндәр. Ә балаларҙа нисек милли рух, милли үҙаң уятырға? Ниндәй юлдар менән? Өгөт менәнме? Ҡамсыһын күрһәтергәме? Башҡасамы? Юлдары бар... Күңел генә һалырға кәрәк! Иң мөһимен онотмайыҡ: халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен, йәшәү рәүешен, бөйөк шәхестәренең ғүмер яҡтылығын киләсәк быуынға еткерә белгәндә генә милләтебеҙ тамыры өҙөлмәйәсәк.

Нурия ҠУНЫСБАЕВА.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 126

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru