«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 4
+  - 


-"Ни өсөн беҙ башланыҡ?" тигән һорауға асыҡлыҡ индерәйек. Беҙ башламаныҡ, беҙ бары алдан өлгөрҙөк! Тарихтан белеүегеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы тоҡанырын совет разведчиктары Сталинды күпме тапҡыр иҫкәрткән. Ул тыңламаған, ышанмаған, көткән. Һөҙөмтәлә нисәмә миллион ғүмер өҙөлгән, 4 йыл буйы дауам иткән ҡанлы һуғыш ҡупҡан! Әгәр хәрби разведканың донесениеларын Президентыбыҙ ҙа инҡар иткән булһа, ошо көндә Рәсәй тигән ил булыр инеме? Әйтеүе ҡыйын! Сөнки Украиналағы революцияны, 2014 йылғы Евромайҙанды иҫләһәгеҙ, аңлағыҙ: был уларҙың беҙгә ҡаршы иғлан иткән һуғыштың башы түгел, был бары меңдән бер өлөштөң сағылышы! Ә Рәсәйгә ҡаршы йәшертен һуғыш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан уҡ алып барыла! СССР-ҙы тарҡатыу, социализмды еңеү, төрлө милләт халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортоу, динһеҙлекте, аҙғынлыҡты, түбән хайуани инстинкттарҙы киң массаларға таратыу, балаларҙы тәртипһеҙлеккә өндәү, енси бәйһеҙлекте, бер енесле ғаиләләрҙе пропагандалау - ул халыҡты, бөтөн йәмғиәтте тарҡалыуға алып килде. Кеше хайуан кеүек ашап ҡына йәшәүгә өйрәнде, ҡулланыусыға әйләнде, эште, хеҙмәтте ташланы, буш йәшәргә, буш һүҙҙәр һөйләргә өйрәнде, был әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ халыҡтың кешелеклеген юғалтыуға килтерҙе. Шуның арҡаһында һеҙҙең күңелдәрҙә патриотизмға, илһөйәрлеккә, намыҫҡа, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүгә урын юҡ! Унда рәхәт йәшәү, күңел асыу, тормоштоң бөтөн ләззәтен татыу тигән тойғолар ғына хакимлыҡ итә! Шулай түгелме? - Сайранов бер аҙға туҡтаны. Шып-шым. Һәр һалдат үҙ күңелен байҡай, соҡсона ине шикелле...
- Был - беренсеһе, йәғни мәғлүмәт, рухи пропаганда һөҙөмтәһе. Икенсенән, һуғыш тамамланғас та Совет иленең бандерасылар менән көрәшеүен дауам итеүе бөтәгеҙгә лә билдәле. Был көрәш 1960 йылдар башына тиклем дауам иткән, сөнки Бандераның эйәрсәндәре 100 меңләп кешегә барып еткән. Улар Украинанан ғына түгел, бөтөн Европа илдәренән йыйылған нацистар. Һәм Евромайҙанға сығыу - ул тиҫтәләрсә йылдар буйы аҫтан алып барылған йәшерен сәйәсәттең эҙемтәһе. АҠШ менән Европаның, йәғни НАТО илдәренең Рәсәйҙе юҡҡа сығарыу планы буйынса Украина беҙгә баҫып инергә һәм билдәле ҡыҫҡа ваҡыт эсендә еңеү яуларға тейеш ине. Бының өсөн тиҫтәләрсә йылдар уларҙың ир-аты Европала, атап әйткәндә, Бөйөк Британияла хәрби әҙерлек алып барҙы. Улар зомби, йәки робот хәленә еткереп автоматлаштырылған наемниктар - кеше үлтереүселәр. "Укроптар" тип атаған хәлдә лә, улар милләте буйынса украиндар ғына түгел, поляктар, немецтар, словактар, чехтар, британиялылар, американдар, хатта ҡара тәнлеләр ҙә бар.
Шуға күрә беҙ Украинаға, йәки украин халҡына ҡаршы ҡоралға тотонғанбыҙ, илдәренә баҫып ингәнбеҙ тип уйлау - ул хата! Был беҙ башлаған һуғыш түгел, был III Бөтә Донъя һуғышын иҫкәртеү өсөн яһалған мәжбүри аҙым! Шуны аңлағыҙ һәм хәҡиҡәтте онотмағыҙ! Беҙ оккупанттар түгел, ә нацистарға һәм неонацистарға ҡаршы ҡорал күтәргән илһөйәрҙәр! Беҙҙең бурыс - НАТО әҙерләгән һәм Рәсәйгә ҡаршы һөсләткән нацистарҙы юҡ итеү!... - Замполит йәнә туҡтаны. Һалдаттарҙың был мәғлүмәтте аңлауын, эшкәртеүен һәм йөрәктәренә һеңдереүен көттө.
- Өсөнсөнән, беҙ тиҫтәләрсә йылдар украин нацистарының геноциды аҫтында йәшәгән Луганск, Донецк һәм башҡа бер нисә өлкәләге рус халҡын ҡоллоҡтан, иҙелеүҙән ҡотҡарырға килдек! Һәр берегеҙҙең йәшәгән ерендә кемдәр бар? Күршегеҙ кем? Рус, башҡорт, ҡаҙаҡ, мордва, удмурт, грузин... Хатта беҙ уларҙың ниндәй милләттән икәнен уйлап та бирмәйбеҙ. Сөнки беҙ туғандаш, илдәш, беҙҙә толерантлыҡ көслө. Сиркәү менән йәнәш мәсет тора һәм был беҙҙе аптыратмай ҙа... Шулай булырға тейеш. Ә уларҙа рус халҡына ҡаршы аяуһыҙ геноцид бара, күрә алмаусанлыҡ, нәфрәт тәрбиәләнә. Русофобия! Урамдарҙа барып, русса һөйләшеп ҡарағыҙ, һеҙгә яуап биреүсе булырмы? Әллә шунда уҡ ҡорал тоҫҡарҙармы? Бына нимәгә килтерә бер халыҡты икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу, нәфрәт тыуҙырыу!..
Бындай политуҡыуҙарҙан һуң күп егеттәрҙең аңы уянды, күҙҙәре асылды. Бына ни өсөн кәрәк булған Махсус хәрби операция! Бына ни өсөн саҡырған уларҙы ил башлығы! Уларҙың ҡарт ҡартаталары, бабалары ҡан ҡойған Украина ерендә оялаған фашистар, нацистар, Бандера ҡалдыҡтарын ер өҫтөнән һепереп түгеү өсөн! Террорҙы юҡҡа сығарыу өсөн!
Яугирҙарҙың йөрәктәренә кескәй генә осҡон төшкәйне инде. Замполит белә: көндәр үтер, был осҡон яйлап ҡына дөрләп яныр утҡа, ялҡынға әйләнер! Бөтөн донъяны үҙ ҡулында тотор өсөн әле ул илдә, әле тегендә һуғыш утын тоҡандырған АҠШ-тың башһыҙ башлығына, уның эйәрсендәре булған, һәр сөскөргәненә "Йәрхәмбикалла" тип торған Европа илдәренең батшаларына ҡарата нәфрәт уты дөрләр. Үҙеңдең хаҡлығыңа төшөнөү, илең алып барған сәйәсәтте хуплау - һалдаттың иң изге бурысы булған Тыуған ерен һаҡлау, уның именлеге өсөн баш һалыу, ватансылыҡ тойғоһо - бар ҡоралдан да көслөрәк! Шул арҡала ғына Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә өлгәшелгәнде һәр кем аңлай! Бындай политучебалар йыш була, һорауҙар ҙа арта. Һалдаттар инде унан-бынан йыйылған кешеләр түгел, улар бер йоҙроҡҡа уҡмашҡан коллектив, бер команда! Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай, унан нимә талап ителгәнен төшөнә, һәр осраҡта иңен ҡуйырға әҙер. Бындай һуғышсыларҙы алғы һыҙыҡҡа ебәреүе лә ҡурҡыныс түгел!
Сәйәси әҙерлектән тыш, практик күнекмәләр ҙә үткәрелде. Һәр кем үҙенең ҡоралы менән эш итергә, көтөлмәгән ситуацияла нисек ҡулланырға, нисек һаҡланырға өйрәнде. Яраланғандан һуң госпиталдән сығып, уларҙың часына килгән "бывшийҙар" бик күп нәмәгә өйрәтте уларҙы. Теория ғына әҙ шул, үҙ күҙҙәрең менән күреп, үҙе иңеңдә татыу - бөтөнләй икенсе. "Боксер" теләгәндәрҙе ҡул һуғышы алымына ла өйрәтте. "Лев" та өйрәнде, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән, кәрәге тейһә - яҡшы, теймәһә инде - бигерәк тә яҡшы буласаҡ!
Тәүҙәрәк йоҡлағанда ла автоматтарын ҡосаҡлап йоҡлайҙар ине, һуңғараҡ күнегә төшкәс, ағасҡа, блиндажда булһа, янына һалып, бронежилетты сисеп, тәндәрен ял иттерергә күнектеләр. Касканы ла хәҙер көнө буйы кейеп йөрөмәйҙәр. Беренсе ҡурҡыу үтте, ахырыһы... Уларҙа ауырлығы 8 килограмм тирәһе икенсе класҡа ҡараусы керамик бронежилеттар. Ә алғы һыҙыҡтағы десантсы-штурмовиктар 20 килоға еткән бронеметалдан эшләнгән ҡаты пластинанан торған иң яҡшы һаҡлаусы бронежилет кейәләр. Шулай уҡ кәүҙәңде уратып күберәк запас магазиндар таҡһаң, иҫән ҡалыу мөмкинлегең дә арта. Сөнки пуляның кәүҙәңә түгел, ә магазинға эләгеп, ҡаҡлығыуы бар. Яраланһаң да еңелсә яраланаһың. Пленға эләккән "укроп"тың 30-лаған магазинға уранып йөрөүөнән көлгәйнеләр. Әллә патрондар күберәк булһын тигәнме, әллә йәшәргә теләге көслө булғанмы?..
Тиҙҙән һәр береһенә тиерлек рациялар, тепловизорҙар таратылды. Тылдан да аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән гуманитар йөк йыш килә башланы. Ҡоралды, "Газел"дәрҙе, кухняны һәм башҡа нәмәләрҙе йәшереп ҡуйырлыҡ маскировкалаусы сеткалар -"массетка"лар килеүе айырыуса шатландырҙы яугирҙарҙы. Коптерҙарға уларҙы асыҡлауы ауырға төшәсәк хәҙер.

* * *

Алғы һыҙыҡта "Вагнер" ЧВК-һы, унан һуң беҙҙең десантсылар, өсөнсө һыҙыҡта ғына мобилизация менән килгәндәр бара ине. "Вагнер"ҙар Мәскәү менән килешә алмай, контрактты өҙөп, фронтты ташлап киткәс, хәлдәр, әлбиттә, бөтөнләй икенсе төҫ алды. Десантсы штурмовиктар алғы һыҙыҡҡа күсте, улар артынан мобилизацияныҡылар бара. Ул арала Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, Башҡортостанда ла, үҙ ирке менән яуға барырға теләүселәрҙән исемле батальондар төҙөлдө. Доброволецтарҙы, бер ай тирәһе әҙерлек үткәндән һуң, вагнерҙар урынына, беренсе һыҙыҡҡа оҙатыу башланды... Штурмлаусылар алға күсһә, мобилизацияныҡылыр ҙа улар артынан алға шыуыша, яңы окоп, траншея ҡаҙа, ваҡытлыса блиндаж төҙөп урынлаша. - Взвод, к бою! Батарея, к бою!
- Внимание, батарея!
- Цель - 18.05! Установить наводку!
- Миномет готов!
- Наводка готова!
- Осколочно-фугасным! Две мины, беглым огонь!
- Пулемет, к бою!..
Орудие расчетының командиры теүәл командалар бирә. Наводчик төҙләй, заряжающий подносчик ташып торған снарядтарҙы бер-бер артлы минометтың көбәгенә төшөрә. Ул арала:
- Выстрел! - тигән команда яңғырай һәм расчет һалдаттары ауыҙҙарын асып, ҡолаҡтарын баҫып, ергә сүгәләй. Наводящий һул ҡулы менән ҡулсаны бора һәм көслө шартлау яңғырай... Егеттәр йәнә урындарынан һикереп тора ла эшен дауам итә... - Работаем, ребята, работаем!
Бер-бер артлы минометтар, пулеметтар һәм башҡа ҡорал телгә килә. Зариф та үҙенең һалдаттар араһында "Муха" тип йөрөтөлөүсе РПГ-һын алып, уңайлап ята. Корректировщиктарҙың күрһәтмәһен теүәл үтәй. Прицелдан дошмандың йәшеренгән урынына тоҫҡай. Ә беҙҙекеләр дрон аша үҙҙәре күренмәһә лә, "укроп"тарҙың ҡайҙа йәшенгәнен, йәғни дислокация урынын таба. Һөжүм оҙаҡ дауам итмәй. Бер урындан биш-алты тапҡыр аталар ҙа, тиҙ генә икенсе урынға күсәләр, сөнки шылып өлгөрмәһәң, дошмандың яуабы тиҙ буласаҡ: бер нисә секундтан снарядтар ямғыры ул ерҙе аҡтарып сығара!

* * *

...Алғы һыҙыҡтағы окоп тормошона, пулялар яуыуына ла күнегә икән кеше. Һалдаттар бер нисә көндән ҡаршы яҡтан осоп килгән миналарҙың тауышынан танырға, айырырға өйрәнде. Ҡайһы мина уңғараҡ оса, ҡайһыһы һулғараҡ, ҡайһыһы тап һинең өҫтөңә килә. Шулай уҡ беҙҙең һалдаттар атамы, ҡаршы яҡмы - тауышынан таныйҙар. Үҙ өҫтөңә осҡан минаны ишетмәүең менән хәүефле: ҡаршы яҡтан аттылар, атыу тауышы яңғыраны, ә снаряд һыҙғырғаны ишетелмәй, тимәк, ул тап һинең өҫтөңә килә. Шул секундты файҙаланып, йәшенеп өлгөрһәң - тере ҡалаһың! Моментты үткәрҙеңме - бөттөң! "Полька" тип йөрөтөлгән поляктарҙың пулеметы һөжүмгә күсһә лә абай булыуҙы талап итә - ул тауышһыҙ ата. Бер ҡайҙан да пуля һыҙғырмай, ә үҙе һалдаттарҙы сүпләй генә! Беспилотниктарҙы ла айырырға өйрәнделәр: һағыҙаҡ кеүек геүләгәне разведка яһай, ергә һеңеп, йә ағасҡа терәлеп тик кенә торһаң, уның һине күрмәүе бар. Бындай коптер ҡурҡыныс түгел. Әгәр инде ауыр ғыжылдап, көс менән килә икән, ул инде шартлатҡыс алып килә тигән һүҙ. "ВОГ -17" менән йыһазландырылған коптерҙарҙы "Подарок с неба" тип йөрөтәләр. Һалдаттар уларҙың килеүен алдараҡ ишетһә, йәһәтерәк ышыҡланырға, алдан атып төшөрөргә, йәки блиндажға ҡасып, ергә һеңергә тырыша. Бигерәк тә төрөктәрҙең самолет формаһындағы "Байрактары", шулай уҡ яугирҙар телендә "Баба-яга" тип йөрөтөлгән ҙур дрондар ҡурҡыныс. Улар снаряд, мина, граната алып килеп ташлай һәм уларҙы юҡ итеүе лә ауыр.

(Дауамы. Башы 16-18-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru