«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЛЫҠҠА ТАРЛЫҠ ЮҠ
+  - 

Яҙ ҡырыҫ килде быйыл, әйтергә лә түгел. Ярай әле республикабыҙ ҙур һыу баҫыуҙарға дусар булып, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, ауыр бәлә-ҡазаларға юлыҡманы, ләкин барыбер ил күргәнде йөрәк аша үткәреп, күршеләр (Ырымбур, Һамар, Ҡурған, Төмән һ.б.) ҡайғыһына битараф ҡала алманыҡ: тәбиғәт стихияһы бер кемде лә һайлап тормай бит. Айырыуса, ошо стихия эҙемтәләре кеше факторына бәйле булып, идара итеүсе чиновниктарҙың яуапһыҙлығы, граждандар алдында үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡармауҙары арҡаһында ауыр юғалтыуҙарға килтерһә, шуныһы ҡыйын.

Рәсәй Фәндәр академияһының География институты климатологтары раҫлауынса, Рәсәйҙәге һыу баҫыуҙарҙың төп сәбәбе - ысынлап та, күп йәһәттән һыубаҫар туғайҙарҙа торлаҡ һәм дачалар төҙөү, һыу һаҡлағыстарҙы тейешенсә көйләп тормау, дамбаларҙы нығытмау кеүек эштәрҙе башҡармаған кеше факторына бәйле. Дөрөҫ, Урал һәм Себер төбәктәрендә ҡарҙың мул яуыуын да (яуым-төшөмдөң норманан 50-80 процентҡаса артып китеүе) бер кем дә инҡар итмәй, шулай ҙа... Яҙ әле булһа үҙенең холҡон күрһәтә. Мәҫәлән, уңайһыҙ һауа шарттары арҡаһында ил буйынса 830 мең гектар сәсеүлекте ҡырау һуҡты, тип хәбәр итте Рәсәйҙең яңы тәғәйенләнгән ауыл хужалығы министры Оксана Лут. Шул иҫәптән, майҙың тәүге ун көнлөгөндә Башҡортостандың да 10 мең гектар сәсеүлегендә шәкәр сөгөлдөрө, арпа, рапс һәм башҡа культуралар зыянланды. Шуларҙың 6 мең гектарында ҡабаттан сәсеү эштәре башҡарыла. Тәбиғәт көйһөҙлөгө бигерәк тә Шишмә, Ауырғазы, Федоровка райондарына ҡағылды. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытҡа республиканың 8 районында сәсеүҙе тулыһынса тамамлаһалар, 23 район ошо көндәрҙә эште теүәлләй. 20 майға ҡарата ярауайҙарҙың (яҙ сәселә торған культуралар) 58 проценты, йәғни 1,174 млн гектарҙа сәселеп бөткән. Социаль әһәмиәткә эйә культураларҙан, мәҫәлән, ҡарабойҙай сәсеүгә айырым иғтибар бирелә. Былтыр ул 1,29 млн гектарҙа сәселеп, 1,6 млн тонна рекорд уңыш алынғайны. Быйыл да ул былтырғы кимәлендә - 1,2 млн гектарҙа сәселә.
Быларҙы яҙыуҙың ғилләһе ни, тиер ҡайһы берәүҙәр. Әйтеүҙәренсә, запас эсте тишмәҫ, юғиһә, бөгөнгө тотороҡһоҙ климат шарттары сәселгәндең түл йыйыу һәм аҙаҡ уңыш йыйыу осорҙарында ла кирелеген күрһәтеп алыуы бик ихтимал. Унан һуң ҡайтанан сәсеү менән бәйле сығымдар арҡаһында үҫтереп алынған был уңыштың баһаһы ни хаҡҡа төшөрөн әле тәғәйен генә әйтеп тә булмай. Һәм йәнә лә илдәге хаҡтар тотороҡһоҙлоғо ла ыңғай яҡҡа йөҙ тотмаҫ, тигәндәй була эксперттар. Иҡтисад фәндәре кандидаты, үҙәк телевидениеның "Ауыл сәғәте"н алып барыусы Игорь Абакумов раҫлауынса, әле үк игенгә хаҡтарҙың юғарыға үрләй башлауы күҙәтелә. Әле булмаған һәм нисек булыры ла билдәһеҙ быйылғы уңышҡа түгел, әлбиттә, ә былтырғыһына. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә миллионлаған тонна былтырғы һәм унан да алдағы иген запасы һаҡлана. Һәм ваҡытында уны һатырға бик ҡабаланмаған "һаҡсылдар" бөгөн килеп үҙҙәре теләгән хаҡты ҡуйырға бер ҙә оялып тормаясаҡ, имеш. "Был уларҙың Ауыл хужалығы министрлығына былтырғы миҙгелдә ҡуйылған арзан иген хаҡтары өсөн үҙенә күрә үс алыу буласаҡ",- тип тамамлай һүҙен иҡтисадсы журналист.
Эйе, ил-йорт торошондағы һәр бер көйһөҙлөктө, етешһеҙлекте, ҡытлыҡтарҙы һағалап-аңдып, уны үҙ файҙаһына бороп ебәрергә әҙер тороусы "һаҡсылдар", бизнес ҡолдары күп әле беҙҙә, үкенескә. Өҫтәүенә, йылы тарафтарҙа үҫтерелеүсе емеш-еләк ағастары һәм культураларының да зыян күреүе сәбәпле, был йүнәлештә лә ҡулланыусы күнеккән хаҡтарға өмөт итеүе ҡыйын, тип фаразлай белгестәр. Яҡшы көндө көтөп, баҡса ултырта алмай йонсоған халыҡ әлеге мәлдә картуф , йәшелсә ултырта һәм уларҙы тәрбиәләй башланы. Шул ыңғайҙан дәррәү уңғанлыҡ күрһәтеп, һәр төрлө ҡытлыҡтарға һәм хаҡтарҙың кеше файҙаһына булмаған сәйәсәтенә ҡаршы торорлоҡ, үҙеңде һәм ғаиләңде шәхси хеҙмәт емештәре менән буйтым тәьмин итерлек кимәлдә йәшелсәне һәм айырыуса картуфты күберәк үҫтереү хәйерлерәк, әлбиттә. Әлеге әйткәнсә, запас һәм үҙеңдән артып ҡалған ниғмәткә һәр саҡ урын табыла. Халыҡ әйтмешләй, барлыҡҡа тарлыҡ юҡ .
Яҙғы ғәҙәттән тыш һауа торошо һәм сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы менән бәйле киләһе уңыштың кәмерәк йыйып алынасағы хаҡында һүҙ ҡуйыртыуҙар ҙа бар. Атап әйткәндә, "СовЭкон" аналитика үҙәге Аллаһ ҡулындағы яңы уңыштың йылдағыға ҡарағанда 3-4 млн тоннаға кәм буласағын иҫәпләп сығарырға ла өлгөрҙө хатта. Ошонан сығып, социаль селтәрҙәрҙә икмәккә һәм картуфҡа хаҡтарҙың күтәреләсәгенә күрәҙәлек ҡылына. Дөрөҫ, май ҡырауҙары арҡаһында игенде ситкә сығарып һатыу ниндәйҙер кимәлдә сикләнер ҙә, бәлки, һәм был һатыласаҡ иген хаҡында ла сағылыр, ләкин бойондороҡһоҙ аграр эксперттарҙың береһе Александр Корбут әйтеүенсә, был хәл илдә икмәк хаҡына бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк. Ә бына "икенсе икмәгебеҙ" - картуфтың иртә өлгөрөүсе сорттарын, емеш-еләккә хаҡтарҙы, тәбиғи, баҙар үҙе көйләйәсәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru