«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҘУР ЭШТӘР ТЫНЛЫҠ ЯРАТА
+  - 


Үткән аҙнала, 16-17 майҙа, Владимир Путиндың ҡайтанан РФ Президентлығына һайланғандан һуң тәүге рәсми сәфәрен Ҡытайҙан башлауы яңғырауыҡлы халыҡ-ара шаңдау алды.

Сит ил мәғлүмәт саралары Ҡытай менән Рәсәйҙең бәйләнештәре бер ҡасан булмағанса көсәйеүен Көнбайыш менән АҠШ-ҡа төбәлгән "асыҡ сигнал" тип атаны: "Рәсәй лидеры үҙенең дуҫы Си Цзиньпин менән хеҙмәттәшлекте нығытып, АҠШ тарафынан алып барылған глобаль тәртипкә ҡарата протест белдереүен тағы бер раҫланы" , - тип яҙҙы Испанияның Mundo гәзите. Американың New York Times гәзите иһә Си Цзиньпиндың АҠШ йөҙөндәге "уртаҡ көнәркәш"кә ҡарағанда Путин менән хеҙмәттәшлекте өҫтөн күреүен билдәләй. Washington Post Путин менән Си Цзиньпиндың АҠШ етәкселегендәге донъяуи тәртипкә альтернатива белдереүсе лидерҙар булараҡ үҙҙәрен танытыуҙары хаҡында яҙып сыҡты. Британия гәзите Financial Times аңлатмаһына ҡарағанда, Көнбайышты Пекин менән Мәскәүҙең нығына барған хәрби хеҙмәттәшлеге борсой. Шул уҡ ваҡытта Пекиндың Путинды ҙур һәм сағыу байрам тамашаһы ҡороп ҡаршылауы ла, Цзиньпин менән Путиндың күптәнге дуҫтар булараҡ, ҡосаҡлашып, йылы күрешеүҙәре лә Көнбайыш һәм АҠШ-ты хафаланырға мәжбүр итте. Европаның Politico гәзите Рәсәй лидерының Ҡытай етәксеһе менән даими рәүештә - ҡырҡ тапҡырҙан ашыу инде осрашып күрешеүҙәре Путин менән Си Цзиньпиндың ир-егеттәрсә ныҡлы һәм ышаныслы дуҫлығы тураһында һөйләүен билдәләне.
Ҡыҫҡаһы, Рәсәй делегацияһының был эш сәфәре Пекиндың Мәскәүгә баҫым яһауына өмөт тотҡан Көнбайыштың пландарын пыран-заран килтерҙе. Әммә... Билдәле сәйәсмән Георгий Бовттың фекеренсә, Ҡытай милли традиция буйынса рәсми сәфәрҙәр барышында күберәк тышҡы атрибуттарға иғтибар биреүсән. Һоҡланғыс салют фонтаны ла, ҡыҙыл балаҫтар ҙа, нәзәкәтле мәжлес табындары ла, сағыу концерт тамашалары ла Ҡытай яғы өсөн мөһим, әлбиттә, был уларҙың ҡунаҡтарға ихлас ихтирам билдәһе, ләкин был осрашыуҙың йөкмәткеһенә килгәндә, ике яҡлы килешеүҙәрҙә хеҙмәттәшлектең бөтөн өлкәләре лә яҡтыртылһа ла аныҡ ҡына бурыстарҙың дөйөм төшөнсәләр менән бирелеүе күҙгә ташлана. Икенсенән, "Себер ҡеүәте-2" проекты буйынса ла тулы аныҡлыҡ һиҙелмәүен билдәләй Г.Бовт. Уның был фекеренә РФ Энергетика хәүефһеҙлеге милли фондының генераль директоры Константин Симонов былай тип аңлатма бирә: "Ҡытай менән хеҙмәттәшлек, ысынлап та, үҫешә бара, беҙ Ҡытай нефте өлөшөнөң 20 процентын биләйбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, уларға 60 млрд долларға нефть һатылды, ә был 100 млн тонна һәм был тарихи рекорд булды. Ҡытай ҙа беҙҙең баҙарҙы ҙур күләмдә тауарҙары менән тәьмин итә. Газ мәсьәләһенә килгәндә, "Себер ҡеүәте-2" проекты менән дә бер ниндәй ҙә көтөлмәгән хәлдең килеп сығыуы мөмкин түгел, сөнки ул Ҡытайға кәрәк, тик уларҙың артыҡ прагматик ҡарашы һиҙелә: йәнәһе, "был беҙгә ҡарағанда Рәсәйгә нығыраҡ кәрәк", тип уйлайҙар, ахырыһы һәм үҙҙәре өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуыуын көтәләр".
МДУ-ның Азия һәм Африка илдәре институты директоры, шәреҡ белгесе Алексей Маслов та газ проекты мәсьәләһендә Ҡытай яғының әле әҙерлекһеҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, проекттың үҙ территорияһы аша үтәсәк тәүге этабы буйынса Монголияның да был йүнәлештә эшлекле ҡатнашлығы күренмәүен билдәләй.
Ҡытай белгесе, сәйәсмән Николай Вавиловтың һығымтаһы иғтибарҙы йәлеп итә: "...күп кенә документтарға публика алдында ҡул ҡуйылманы, ләкин шуны аңларға кәрәк: ҙур эштәр тынлыҡты ярата. Ике ҙур йүнәлеш - Хәрби-сәнәғәт комплексы менән финанс хеҙмәттәшлеге хаҡында һүҙ яңғыратылмаһа ла, был хаҡта ҡыҙыу фекер алышыуҙар бара..." Һәм, ысынлап та, йомғаҡлау матбуғат конференцияһында Владимир Путин был турала ентекләп һөйләп тороуҙы кәрәк тапманы. Рәсәй менән Ҡытай банктар йүнәлешендә бәйләнештәрҙе нығытасаҡ, тине ул. Ә был йәһәттән ике яҡлы инвестициялар өсөнсө илдәрҙән ышаныслы һаҡлана һәм күп миллиардлы килешеүҙәргә юл аса, милли валюталарҙы тотороҡландыра. Шулай уҡ ике ил араһында агросәнәғәт тауарҙары буйынса ла бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Рәсәй - Ҡытай һөйләшеүҙәрендә, әлбиттә, Украина буйынса ла һүҙ булды һәм ике лидерҙың үҙ-ара фекер алышыуынан тыш, Владимир Путин бер нисә мөһим хәбәр еткерҙе. Украинаның "тыныслыҡ формулаһы" буйынса Рәсәй үҙ ғәскәрен 1991 йылғы сиккә сығарырға тейеш булһа, был реаль хәлдәргә нигеҙләнмәгәнлектән, уны ҡабул итеү йә булмаһа, уның буйынса фекер алышыу мөмкин түгел, тине. Зеленскийҙың президентлыҡ мөҙҙәте үтеп китеү сәбәпле Путин был мәсьәләнең Мәскәү өсөн мөһим булыуын һәм яҙмыштар хәл ителә торған документтарға фәҡәт легитим властар менән генә ҡул ҡуйылыуын белдерҙе.
Башҡа төр яңылыҡтарға ҡағылышлы, АҠШ президенты Джо Байдендың Киевҡа 375 млн доллар суммаға хәрби ярҙам вәғәҙә итеп ҡайтыуын әйтергә кәрәк. Был хаҡта ул Хиросимала барған G-7 саммитында шәхсән белдерҙе, ләкин Аҡ йортта бындай ярҙам күрһәтеүгә әҙер булмауҙары хаҡында һүҙ алып барыла. Был әлегесә, Байден менән йыш ҡабатланыусы "һул ҡулы эшләгәнде уңы белмәй" торған сираттағы уңайһыҙ хәлдәрҙең береһе түгел микән, тигән һорау тыуа. Шул уҡ ваҡытта Украинаның экс-премьеры Николай Азаров иҫәпләүенсә, Харьков йүнәлешендәге күңелһеҙ хәлдәргә һәм мобилизация тирәләй ығы-зығыға бәйле АҠШ-тың Киевҡа килеп төшкән Дәүләт секретары Энтони Блинкен, Украина ғәскәре уңышһыҙлыҡтарында ғәйепте Көнбайышҡа япһарырға маташҡаны өсөн Зеленскийға етди шелтә белдерҙе һәм ярҙамдың ошо араларҙа килеп етәсәген вәғәҙәләне. Ә был ваҡытта иһә Украинала мәжбүри мобилизация бара: һуғышҡа барырға теләмәгәндәргә физик һәм психологик көс ҡулланыу, хатта ки кешеләрҙе урлау күренештәре йышая, тип хәбәр ителә Харьков өлкәһе хакимиәтенең Телеграм-каналға һалған видеоһында.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 111

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru