«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘ ТАТЫУЛЫҒЫ ХАҠЫНА БЕР АҘ ҒЫНА АЛДАШЫУ ҘА РӨХСӘТ ИТЕЛӘ
+  - 


Гәзитебеҙҙә әленән-әле алдаҡсылар хаҡында мәҡәләләр сыҡҡылап тора. Уларҙа, башлыса, заман афәтенә әйләнгән мутлашыусылар тураһында һүҙ алып барыла. 19-cы һандағы "Әйт, тиһәгеҙ…" рубрикаһында әңгәмәләшеүсе Фәрит Рәмов әйтмешләй, алдашыусы менән мутлашыусыны айырып ҡарау дөрөҫөрәк булыр, шулай ҙа. Мутлашыусылар - енәйәтселәр. Башҡаларҙы алдап, шуның менән "кәсеп итеп" көн күреүселәр хөкүмәт ҡаҙнаһын йә айырым кешеләрҙе миллионлап һумдарға "алдаштырыуҙан" да тартынмай. Ундайҙарҙы оялтырлыҡ һүҙҙәр эҙләп маташыуҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡтыр. Күптәр фекеренсә, был әшәкеләрҙән фәҡәт ҡасып ҡотолорға йә иһә, уларҙы хоҡуҡ һаҡлау органдарына тотторорға ғына кәрәк.

Атайым мәрхүмдең "Алдамағыҙ, урламағыҙ, эсмәгеҙ, тартмағыҙ, үҙ-ара татыу йәшәгеҙ", тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай. Бына шул нәсихәттәрен ул беҙгә ғүмеренең ахырына тиклем әйтте. Ул вафат булғанда, барыбыҙ ҙа инде үҫеп етеп, үҙаллы тормош ҡороп йәшәп ятҡан булыуыбыҙға ла ҡарамаҫтан, үҙемдең балаларымды ла шулай тип тәрбиәләргә тырыштым. Атайымдың өгөт-нәсихәттәре араһынан алдашыуҙы тыйыуы хаҡында йыш уйланам. Бәғзе берәүҙәр "Яҡшы ниәт менән алдаштырыуҙың бер ниндәй ҙә насар нәмәһе юҡ", тиҙәр. Икенселәр "Хәйләһеҙ донъя - файҙаһыҙ", тип тә әйтеп ебәрә. Ҡайһы бер фәйләсуфтар һәр әҙәм балаһының үҙе лә һиҙмәҫтән көнөнә тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән мәртәбә эреле-ваҡлы алдауы хаҡында яҙа...
Беҙ, мосолман кешеләре, бына ошо һорауға динебеҙ ҡанундарынан сығып яуап эҙләп тапһаҡ, дөрөҫ юлда булырбыҙ, иншаллаһ. Ислам дине алдауҙы рөхсәт итәме? Әҙәм балаһы ниндәйҙер кимәлдә ялҡауыраҡ йә ҡурҡағыраҡ, ҡыйыуһыҙыраҡ, йә иһә, киреһенсә, дыуамал, ҡыҙыуыраҡ булыуы ла мөмкин. Башҡа һәр төрлө етешһеҙлектәрҙән дә буш була алмай кеше. Әммә бына алдашыу мәсьәләһенә килгәндә, Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. уны тыйған. Тормошта була торған тик өс осраҡ өсөн генә алдашыуҙы рөхсәт иткән. Беренсе осраҡ - асыуланышып йөрөгән ир менән ҡатынды, йә иһә башҡа ике кешене яраштырыу маҡсатында кемдеңдер бер аҙ алдап ебәреүе тыйылмай. Иң яҡшы ниәт менән атҡарған бындай алдашыу хәләл икәнен белергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, ике күрше ҡасандыр, ниндәйҙер сәбәп менән асыуланышып, ыҙғышып киткән дә, ошоғаса бер-беренә һүҙ ҡушмай, хатта иҫәнләшмәй ҙә йөрөйҙәр икән, ти. Ә өсөнсө ауылдашы быларҙың икеһе менән дә яҡшы мөнәсәбәттә, һәм уларҙың икеһен дә бер үк кимәлдә яҡын күрә. Ул бәхәстә булған күршеләрҙе йәлләй, улар өсөн борсола. Нисек итеп дуҫтарын яраштырырға берәй ысул эҙләй торғас, уның башына бер уй килә һәм ул, яйын тура килтереп, уларҙың береһенә яҡынса былай тип мөрәжәғәт итә: "Мөхтәр ҡорҙаш, яңыраҡ Хәсән күршең менән һөйләшеп ултырғайным, һинең менән ни сәбәптәндер бәхәскә ингәненә шундай ныҡ үкенә, уңайһыҙлана. Үҙендә ғәйеп тоя буғай, шуға уның исеменән һинән ғәфү үтенеүемде һораны. Яҡшы яҡтарыңды ла иҫкә алды…"
Бына шулай, Хәсән күршеһе менән бәхәстә булған Мөхтәрҙең "һалпы яғына һалам ҡыҫтырып", уға уйланыуға "аҙыҡ" бирә. Оҙаҡҡа һуҙмай, Хәсәнгә лә барып, тап шундайыраҡ һүҙҙәр әйтә, "алдаштырып-һолдаштырып", уның йөрәгенә лә бер аҙ "орлоҡ" сәсеп китә. Башҡаса һис бер кемгә был хаҡта өндәшмәй генә үҙенең "боҙоҡлоғоноң" нәтижәһен көтә башлай. Хәсән, ысынлап та, бер көн иртән көтөү ҡыуғанда Мөхтәргә сәләм биреп үтә. Ә инде иртәгәһен Мөхтәр күрше тегеһен алдараҡ сәләмләп, уның хәл-әхүәлен дә һорашып ала. Күпмелер ваҡыт выждандары ғазапланып көн күргән был ике күрше бынан ары, күңелдәре бушанып, тыштан әйтешмәһәләр ҙә, эстән генә бер-береһен ғәфү итә, аралаша ла башлайҙар... Айырылышҡан ир менән ҡатынды ла шундай уҡ ысул менән яраштырыу мөмкин. Ике кешенең татыулашыуына булышлыҡ итеү бик сауаплы ғәмәл.
Алдау рөхсәт ителгән икенсе осраҡ - үҙеңдең хәләл ефетеңә бәғзе мәлдәрҙә ысынбарлыҡҡа әллә ни тап килеп етеңкерәмәгән яҡшы һүҙҙәр, урыҫса әйткәндә, комплименттар әйтеү. Быға, әлбиттә, бер ниндәй миҫал килтермәгәндә лә була. Быны беҙ (айырыуса ир-аттар) һәр кемебеҙ ифрат та яҡшы беләбеҙ. Кәрәк мәлендә кәләшенә: "Был донъяла һинән дә матурыраҡ ҡатын юҡтыр, Ғәзизә, йәнем" - тигән ирҙең һүҙҙәре тик был ғаилә файҙаһына ғына. Шулай уҡ Ғәзизәкәйе лә ҡураныс ҡына иренә: "Русланым, һин ысынбарлыҡта торғаның менән арыҫлан да баһа...", йә булмаһа, "Һин бит - аҡыл эйәһе..." тип әйтһә лә һис зарар юҡ. Бер-береңде шулай "майлаштырып алыу" ысулы, әлбиттә, ир менән ҡатыңдың үҙ-ара татыу йәшәүенә этәргес булып тора. Икенсе миҫал: әйтәйек, әлегә тәмле итеп бешерергә өйрәнеп етмәгән йәш кәләш, ире эштән ҡайтыуға, тырыша-тырыша киске аш әҙерләп ҡуйған. Әммә тоҙо артыҡ күп булғанғамы, ир кеше уны йүнләп ашай алмай. "Нишләптер бөгөн ашҡаҙаным ауыртып тора әле", - тип кенә хәйләләй, әммә "Аш тәмһеҙерәк булған" тип, кәләшенең күңелен ҡыймай…
Ошондай риүәйәт бар. Бер кеше Аллаһ илсеһенә һорау биргән: "Мин ҡатыныма алдаштым, был яраймы?" Бәйғәмбәр с.ғ.с. уға: "Аллаһ Тәғәлә алдашыуҙы яратмай", - тип яуаплаған. Әлеге кеше: "Мин бит ҡатыным менән мөнәсәбәтебеҙ боҙолмаһын өсөн генә алдаштырҙым…", - тип әйткәс, Бәйғәмбәр: "Улайһа, һиндә гонаһ юҡ", - тигән…
Аллаһ илсеһе с.ғ.с. яу ҡырында дошмандарҙы алдауҙы ла, әлбиттә, рөхсәт иткән. Үлән йә ҡар төҫөндәге маскировкалы хәрби кейемдән алып, һәр төрлө хәйлә ярҙамында атҡарылған маневрҙар, дошман ишетһен өсөн ебәрелгән дезинформация (әрме лөғәтендә "утка" тип атала) кеүек һанһыҙ ысулдарҙы һанап китеүҙең кәрәге лә юҡтыр. Был хаҡта хәрби хеҙмәттә булған, хатта булмаған кешеләр ҙә бик яҡшы белә.
Бына ошоларҙан башҡа осраҡтарҙа һәр төрлө алдау - хәрәм. Хатта бала кешене "Кил, балам, кәнфит бирәм", тип яныңа саҡырһаң, уға вәғәҙә ителгән кәнфитте мотлаҡ бирергә бурыслыһың. Сабыйҙы алдау ярамағанлығы хаҡында ла хәҙис бар. Тормош тигән нәмә ифрат та ҡатмарлы шул, төрлө мәлдәр була. Һәр кем һәр аныҡ осраҡта килеп тыуған мәсъәләне үҙенсә сисә... Ҡайһы берҙә ни тиклем дөрөҫ булһа ла кемгәлер ниндәйҙер мәғлүмәтте еткереү ярамай, ти. Әммә шул хаҡта үҙеңә бирелгән һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырыу еңел түгел, хатта килешмәй ҙә. Шуға күрә, ошондай осраҡта һорау биреүсене алдамаҫ өсөн берәй "нейтраль" (шылдырма) яуап табыу (урыҫта "отговорка" тип тә әйтәләр) хәйерле. Өйөнә үҙен һорашып килгән кеше менән күрешергә теләмәгән бер сәхәбә ҡатынын былай тип иҫкәртеп ҡуя торған булған: "Әгәр Фәлән кеше мине һорап килһә, "мәсет тирәһенән эҙләп ҡара", тип кенә әйт, тик "өйҙә юҡ ул" тип әйтмә, сөнки улай тиеү - алдашыу була…" Элегерәк ауылыбыҙҙа бер ағайҙың ошондай осраҡҡа ҡағылышлы, һүҙҙәрен мәҙәк итеп һөйләйҙәр ине. "Күпме зарплата алдың, атаһы?" тип һораған ҡатынына йыш ҡына: "Мин уны дауны алдым", - тип кенә яуап бирә торған булған был ғаилә башлығы... Әле килтергән миҫалдар көнкүреш мәсьәләләренә ҡағылышлы. Ә инде Аллаһ Тәғәлә хаҡында, Уның китабы, фәрештәләре, бәйғәмбәрҙәре турында алдашыу айырыуса хәүефле. Үҙеңдең шәхси фекереңә генә таянып, динебеҙ өлкәһендә һүҙ алып барыу, Ҡөрьәндә лә, Бәйғәмбәр хәҙистәрендә лә булмаған нәмәләр уйлап сығарып һөйләү - бик ҡурҡыныс ялған һәм оло гонаһ! "Бәйғәмбәр шулай, йә былай тип әйткән", тигән мәғлүмәттәрҙе сахих хәҙистәр йыйынтығынан үҙең уҡып, йә уҡымышлы имамдарҙан ишетеп кенә бәйән итеү мөмкин. "Минең хаҡта ялған һөйләгән кешенең гонаһы башҡа кеше хаҡында һөйләгән ише генә түгел. Ундай кеше Ахирәттә Утта (тамуҡ уты күҙ уңында тотола) буласаҡ", тип иҫкәрткән рәсүлуллаһ.
Күңелгә килгән уй өсөн генә кеше яуаплы түгел, сөнки әҙәм башына ниндәй генә уйҙар килмәүе мөмкин. Әлбиттә, уйыбыҙға ла баш булырға тырышырға тейешбеҙ. Ниндәйҙер берәй шундайыраҡ анекдот, йә иһә ғәйбәт булырҙай хәбәр ҡасандыр ишеткән булһаң да, иҫеңә төшөү менән "әғүҙүбилләһи мин-әшшәйтән-иррәжиим" (таш менән ҡыуылған шайтандан Аллаһҡа һыйынам) тип, уны онотоу яйын ҡарау кәрәк. Һүҙең өсөн ҡасандыр мотлаҡ яуап бирергә һәм уның язаһын алырға тура киләсәк. Бына нимә өсөн алдау - бик насар нәмә. Ялған шаһитлыҡ ҡылыуҙың да Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш биреү һәм ата-әсәне ҡәҙер итмәү һымаҡ иң оло гонаһтарҙан һаналғанлығы хаҡында Бәйғәмбәр с.ғ.с. әйткән хәҙис бар.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 104

Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru