«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 97 98 99 100 101 102 103 104 105 » #
ҮҘҘӘРЕ ҠОРҒАН ТОҘАҠҠА...


Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкциялар, нигеҙҙә, Европа илдәре иңенә ятасаҡ, тигән фекерҙә халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең күпселеге. Вашингтон уларҙы күрәләтә шундай "яҙмышҡа" дусар итә, ти улар. Хәйер, Рәсәйҙән энергетика ресурстары сығарыуҙы тыйып, АҠШ президенты Байден илдә яғыулыҡ хаҡтарының киҫкен үрләйәсәген яҡшы аңлай. Эмбаргоға тиклем үк әле илдә бензин хаҡының галлоны урыны менән 4 - 7 долларға үрләне. Был энергетика көрсөгөнә килтереп кенә ҡалмаясаҡ, ә аҙыҡ-түлек баҙарында ла инфляция тыуҙырасаҡ. "АҠШ-ҡа был санкциялар ғәйәт ҙур финанс юғалтыуҙар килтерәсәк",- тип яҙа урындағы мәғлүмәт саралары. Ә бит Америкаға импортланыусы бөтөн нефть һәм нефть продукттарының 8 процентынан күберәген Рәсәй энергоресурстары тәшкил итеүен иҫләһәк, санкциялар ысынлап та ике башлы таяҡ булмаҡсы. Ә бына Европа илдәрен ни көтә һуң?

Уҡырға
11.03.22  
 
УЙЛАНА БЕЛГӘНДӘР ӨСӨН...


Быйыл, 2022 йылдың 6 ноябрендә, "Киске Өфө"нөң тәүге һаны донъя күреүгә 20 йыл буласаҡ. Әлеге 1000-се һанды әҙерләгәндә баҫманың тәүге йылдарындағы төпләмәләрен барлап, уларҙағы ҡайһы бер фекер-яҙмаларҙы, рубрикаларҙы күҙҙән үткәреп, уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итмәксе булдыҡ әле.

Уҡырға
11.03.22  
 
"ТАМЫР" ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘЙ


"Тамыр" балалар телерадиостудияһы 1992 йылдың 2 мартында асылды. 30 йыл эсендә "Тамыр" радиола һәм телевидениела берәр тапшырыуҙан "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының ҙур телерадиоструктураһына әүерелде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, компанияның радиоканалдарында балалар өсөн тиҫтәләгән сифатлы тапшырыуҙар күрһәтелә. 2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабель селтәрҙәрендә тәүлек әйләнәһенә "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы эшләй башланы.

Уҡырға
04.03.22  
 
УЙҒА БАТЫРЫРЛЫҠ...


Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары тамашасыларын яңы миҙгел асылғанда ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә премьералар менән шатландырып тора. Ошо көндәрҙә тамашасы Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" хикәйәһе буйынса "Тоғролоҡ" спектаклен сәхнәлә күрәсәк. Инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина. Яңы спектакль тураһында театрҙың баш режиссеры Лиана НИҒМӘТУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
04.03.22  
 
АТТА ЛА, ТӘРТӘЛӘ ЛӘ, ЙӘКИ КӨСЛӨ ЗАТТЫҢ КӨСҺӨҘ БУЛЫУЫ ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ


Мин алтмыш бишенсе йәш менән барам. Үҙем иҫ белгәндән алып илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғы мәсьәләһе бер ҡасан да күҙ уңынан төшөп ҡалғаны юҡ, тип хәтерләйем. Советтар Союзы осорон да әле онотмағанмын. Ул саҡтағы үҙебеҙҙең тормошобоҙҙо гел генә ҡасандыр булған батшалыҡ ҡоролошо заманы менән сағыштыра инек. Ислам дине ҡануниәте буйынса йәшәгән боронғо ата-бабаларыбыҙҙы "наҙан башҡорттар" тип атап, ҡатын-ҡыҙҙың, йәғни, өләсәйҙәребеҙҙең бөтөнләйгә хоҡуҡһыҙ булып, "ирҙәренән иҙелеп ғүмер иткәнлеге" хаҡында ла һәр саҡ туҡып ҡына торҙолар. Шул уҡ ваҡытта, "Бөйөк Ленин партияһы етәкселегендә илдә батшаны ҡолатып, капиталист, бай-кулактарҙы, динде бөтөргәс, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ азатлыҡ алды ла, хәҙер гүзәл заттарыбыҙ барыһы ла ирекле, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы…" тип аңыбыҙға һеңдерҙеләр.

Уҡырға
04.03.22  
 
СЕРЛЕ ЙОМАҠ ИНДЕ УЛАР, ТӘҮГЕ ИР КЕШЕ - ӘҘӘМ ДӘ АҢЛАП ЕТМӘГӘНДЕР ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫ


Карап батҡас, дүрт ир бер утрауға йөҙөп барып, үлемдән ҡотолғандар. Көс-хәл туплап, тирә-яҡты күҙәтә торғас, алыҫ түгел арауыҡтағы күрше утрауҙа ҡатын-ҡыҙҙар барлығын шәйләгән былар. Утыҙ йәшлек ир шундуҡ, оҙаҡ уйлап тормай, ҡатын-ҡыҙҙар тупланған утрауға йөҙөп барыу ниәте менән һыуға сумырға йыйынған. "Ҡайҙа ашығаһың, бына хәҙер һал эшләрбеҙ ҙә, тыныс ҡына йөҙөп барырбыҙ", - тип, туҡтатҡан уны ҡырҡ йәшлек уҙаман. Илле йәшлек: "Һал нимәгә, ҡул болғаһаҡ, улар ни үҙҙәре йөҙөп килерҙәр", - тип, үҙ тәҡдимен әйткән. "Йөҙөп килмәһәләр ҙә, улар бынан да һәйбәт күренә лә баһа!" - тигән алтмыш йәштәгеһе.

Уҡырға
04.03.22  
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (7-се бүлек)


4

Түрә кешегә маҡтау ҡағыҙы артынан ҡыуыу төҫ түгел. Ялтыр сабаҡты, ана, малай-шалай ярҙан ҡармаҡлаһын. Ә ул оҫта балыҡсы, йәшәгән суртандарҙы йылға сөмбәйенән кәмәлә йөҙөп аулаясаҡ.
- Улым, ваҡыты етте, өс йылдан ашыу мәғариф бүлеген етәкләйһең, ҡағыҙ ебәрергә кәрәк, - тине әсәһе лә.
Юлын өйрәтте. Тыуған ҡалаһы быйыл юбилейын билдәләй. Тимәк, сәбәп бар. Исемлеккә инеп өлгөрөргә генә кәрәк.

Уҡырға
04.03.22  
 
БЕРЕҺЕ ҺҮНҺӘ, ИКЕНСЕҺЕ ЯНА: ҠЫРҠ СЫРАҠЛЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ ШУҒА ЛА ҺЫНМАЙ


Әңгәмәсем кешеләрҙе ике төркөмгә бүлеүен белдерҙе: ҡыҙыҡ һәм ҡыҙыҡ булмаған кешеләр. Миңә ҡалһа, улар тағы ла кеше фекере буйынса һәм үҙ фекере менән йәшәүселәргә бүленә. Кеше фекерен тыңлаусылар "Кеше нимә әйтер, кеше нимә уйлар, насар уйлап ҡуймаһындар" һәм башҡа шундай тышҡы йоғонто ауында сәбәләнә, ә үҙ фекере булғандарҙың үҙ донъяһы - улар бар ғәмәлдәрендә лә ихлас, уларҙың күңелендә һаман да самими бала йәшәй, ул ихлас ҡыуана, илай, ҡайғыра, бөгөлөп төшә... һәм ҡабат һынын турайтып, ҡараштарын алға төбәп, сираттағы аҙымын яһай. Редакциябыҙ ҡунағы шағирә, журналист, яҙыусы, драматург, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм өс егет әсәһе Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА менән уның эске донъяһына, күңел кисерештәренә бәләкәй генә сәфәр ҡылабыҙ.

Уҡырға
04.03.22  
 
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ


Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында көн иткән 12 башҡорт ырыуы исеменән 1733 йылда батшабикә Анна Иоанновна исеменә ебәрелгән үтенес хатында Әйле, Дыуан, Һарт, Һыҙғы, Өпәй, Һырҙы, Мырҙалар, Ҡаратаулы, Тырнаҡлы улустары менән бер ҡатар Түбәләҫ, Йылайыр, Алыс (писарь хаталы яҙмаған хәлдә, ошо исемдәге улустың ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы булыуын аныҡлауы ҡыйын) улустары ла күрһәтелә. Бында шуға иғтибар итеү фарыз: төньяҡ һәм көнсығыш башҡорт ырыуҙары һәр заманда ла бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәп, сәйәси-иҡтисади мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итергә тырышҡан. Йәнә иғтибарға лайыҡ бер күренеш: урта быуаттарҙа Көньяҡ Уралдың көнсығыш яғы территорияһында атамалары монгол ҡәбиләләрендә лә һаҡланып ҡалған ҡыуаҡан, салйоғот (салъют), ҡуңрат, йылайыр (джалаир) һәм түбәләҫ ырыуҙары төркөмө ерләшә. Улар иҫәбенә Ҡатай түбәһенә ҡараған Ойрат (Уйрат) аймағы башҡорттарын да индерергә була.

Уҡырға
04.03.22  
 
БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ


Баш ҡалала "Етегән" республика байрамы сиктәрендә ойошторолған "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022" асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Өс этаптан торған конкурстың һайлау турҙары республиканың ете төбәгендә уҙғарылды, уларҙа республикала һәм Рәсәйҙең субъекттарында йәшәгән башҡорт ғаиләләре ҡатнашты.

Уҡырға
04.03.22  
 
ЯРЫШТЫЛАР, ЕҢДЕЛӘР...


Яҙҙың беренсе көнөндә баш ҡала педагогтарының һөнәри оҫталыҡ конкурстарына йомғаҡ яһалды. Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә был юлы Өфөнөң иң алдынғы 69 уҡытыусыһы күтәрелде. Уларҙы баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев тәбрикләне.

Уҡырға
04.03.22  
 
ҒӘФҮ ИТ, ТАНЫМАНЫМ...


Урта йәштәрҙәге бер ҡатынға инфаркт булған. Операция өҫтәлендә табиптар уның ғүмере өсөн көрәшкән ваҡытта ул Аллаһты күргән. - Үләмме? - тип һораған ҡатын.

Уҡырға
04.03.22  
 
ЙӨН ИЛӘП...


Һалҡын ҡыштың ел-буранлы һыуығына тышта өшөп ҡайтып аяҡҡа йылы ғына йөн ойоҡ кейеп ебәрһәң, арыуың да, өшөүең дә ҡул менән һыпырып алғандай була! Элегерәк һәр өйҙә аҡлы-ҡаралы, төрлө биҙәкле һәм биҙәкһеҙ, оҙон һәм ҡыҫҡа ҡуныслы йөн ойоҡтар булды. Хәҙер һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡтар юҡ тиерлек, барыһы ла магазиндың синтетик йөн носкиҙарына күсеп бөттө. "Әллә уларҙың күҙ яуын алып торорлоҡ биҙәкле булыуы шулай күңелдәрен арбай кешенең, әллә осһоҙ һәм ныҡ булыуы, иллә мәгәр үҙебеҙ һарыҡ йөнөнән бәйләп алған ойоҡтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы был носкиҙар", тиһәм, ҡыҙым "Һуң, әсәй, йөн иләүселәр юҡ та инде хәҙер", тип яуап бирҙе.

Уҡырға
04.03.22  
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК БЕҘҘӘН БАШЛАНА!


23 февралдә ил кимәлендә дәүләт байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнде. Өфө районы Шамонин урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә был матур йоланан ситтә ҡалманы - патриотик тәрбиә биреүгә нигеҙләнгән фәһемле саралар үткәрҙе.

Уҡырға
25.02.22  
 
МӨҒЖИЗӘГӘ ТИҢДЕР БЫЛ БАЙРАМ


Сибай ҡалаһынан йыраҡ түгел Алтын ҡасабаһы менән Иҫке Сибай ауылы араһындағы Сәпәй һаҙы яланында ҙур мөғжизә булды. Эйе, мөғжизә! Эх, бөгөнгө ығы-зығылы, ашыҡ-бошоҡ заманда, ултырып уйланырлыҡ ваҡыт тапмаған мәлдә мөғжизәгә тиң ваҡиғалар иғтибар үҙәгенән ситтә ҡала шул, арбанан аңғармаҫтан төшөп ҡалған кәрәкле әйбер кеүек, юҡҡа сыға. Юҡтың эҙе юҡ, ти халҡыбыҙ. Эйе, эҙһеҙ ҡалыу, мәңгелек арауығында сүпкә әйләнеү ҡурҡыныс. Ә бына боронғонан ҡалған йолаларҙың эҙе бар, эҙе булғанға ла тере улар һәм мәңгелеккә дәғүә итә алалар.

Уҡырға
25.02.22  
 
ИЗГЕ КИТАПҠА ИЗГЕ КҮҢЕЛ МЕНӘН ТОТОНАЙЫҠ!


Мосолман донъяһында изге нәмәләр һәм төшөнсәләр күп түгел. Аллаһы Тәғәләнән һуң беҙ изге тип Ҡәғбә ташын, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙе, Ҡөрьән китабын һәм уларға бәйле ҡайһы бер нәмәләрҙе һанайбыҙ. Изге - тимәк, "йөрәк түрендә һаҡлана торған, иң ҡәҙерле, бөйөк, мөҡәддәс; дингә бөтә күңеле менән бирелеп хеҙмәт иткән, дин рухы менән йәшәгән, гонаһһыҙ, саф..."("Башҡорт теле һүҙлеге", Мәскәү, "Русский язык", 1993). Изге төшөнсәһенең һүҙлектә күрһәтелмәгән тағы бер яғы: уға бер кеше, бер йән эйәһенең дә ҡул менән дә, һүҙ менән дә тейергә ярамағанлығы. Ул нисек бар, шул көйөнә йөҙәр, меңәр йыл буйына үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш. Был бигерәк тә Аллаһы Тәғәлә Ергә төшөргән китап - Ҡөрьән Кәримгә ҡарата әйтелә. Шуға ла изге Ҡөрьән бына инде мең ярым йылға яҡын дәүер элек боронғо ғәрәп телендә нисек яҙылған булһа, шул көйө һаҡлана килә. Ә бүтән телдәргә уны тәржемә итеү - уны үҙгәртеү, йә боҙоу һаналмай. Тәржемә - Ҡөрьәнде башҡа телдә аңлатыу, тәфсирләү генә. Транскрипциялау, йәғни Ҡөрьәндең боронғо ғәрәп телендәге яңғырашын хәҙерге ниндәйҙер тел нигеҙендәге өндәр әйтелешендә ҡабатлап биреү - шулай уҡ тәфсир.

Уҡырға
25.02.22  
 
ИҢ АЛДАН ЙҮГЕРӘ ТОРҒАН КЕШЕМЕН...


Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, комсомол, партия органдары ветераны, публицист, йәмәғәт эшмәкәре ИльЯсов Спартак Мөжәүир улы 1941 йылдың 7 ноябрендә Учалы районының Ыҫтамғол ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, "Поляковка" совхозында йылҡы көтөүсеһе була, Учалы районы комсомол комитетында инструктор булып эшләй. Әрме хеҙмәтенән һуң "Байрамғол" совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1964-1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында К.А.Тимирязев исемендәге Ауыл хужалығы академияһында уҡый. Уны тамамлағас, Учалы районындағы ауыл хужалығы предприятиеларында 29 ауылды берләштергән партия комитеты секретары, артабан колхоз рәйесе, райондың ауыл хужалығы идаралығы белгесе, совхоз директоры кеүек төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1998-2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия университетының Учалы филиалы уҡытыусыһы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана һәм 75 йәше тулғансы шунда эшләй.
Спартак Мөжәүир улы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Буранғолов исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты. Китаптары: "Барын-Табын хәтере", "Яраһаҙ яралары", "Ҡолой кантон", "Биғылый", "Ҡағанат вариҫтары". Спартак Ильясов - "Көйөлдө", "Ирәмәлкәй", "Малбай", "Зарыҡай", "Бутис палкауник", "Хәжирә йыры", "Кәкүккәй", "Кинйәкәй", "Ҡасҡындар ҡобайыры", "Төхфәт кантон" кеүек көнсығыш башҡорт ырыуҙарының йырҙарын һаҡлаусы, терелтеүсе.

Уҡырға
25.02.22  
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (6-сы бүлек)


* * *

Мәғариф бүлеге начальнигы хакимиәт башлығының урынбаҫары булып китте, Идеал Салют улы уның урынына тәғәйенләнде. Идеалға әле ҡырҡ йәш тә юҡ. Ике ҡыҙ атаһы, үҙенең фатирында йәшәй. Машина алырлыҡ аҡса йыйнаған. Ғөмүмән, тормошо түп-түңәрәк. Шуларға өҫтәп, хәҙер ҙур урынға үрләттеләр. Хөбөтдинов бәхетлеләр рәтенә индерҙе үҙен шуға. Ҡулы аҫтында бер мең ярымдан ашыу кеше - ярайһы ҙур күс. Мәктәпте етәкләү ауыр булманы уға: барыһы ла күҙ алдында, һәр кем үҙ бурысын аныҡ белә һәм үтәй. Директорға, малын өйөрөп, уға күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгән, ситкә ынтылған мөстәндәре алдында сыбыртҡы шартлатып алған, ә күндәмдәренә икмәк һынығы ҡаптырған көтөүселәй, уяу һәм һәр саҡ үҙ урынында - ҡалҡыу түмәләстә - булыу ғына кәрәк ине.

Уҡырға
25.02.22  
 
КӨНДӘЛЕК МӘШӘҠӘТТӘРГӘ БИРЕШЕП ТОРМАБЫҘ


Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә, ти халыҡ мәҡәле. Һөҙөмтәне ваҡыт күрһәтер, әммә Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиевтың үткәргән беренсе оператив кәңәшмәһенең тап Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ойошторолоуы ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә кеүек. Хәйер, бар нәмәнән кинәйә эҙләмәй торайыҡ, мэр һайлау буйынса конкурс үтеүен көтәйек. Һуңынан, киленде йыл тормай маҡтама, тигән мәҡәлгә таянырбыҙ.

Уҡырға
25.02.22  
 
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТТАР ТӨҘӨМӘЙ, ЮЛДАР ҺАЛМАЙ…


УЛ КИЛӘСӘКТЕҢ МОДЕЛЕН ФОРМАЛАШТЫРА

Илебеҙҙә 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Ә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы иһә ағымдағы йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылы тип нарыҡланы. Һәр нәмә аҡса күҙлегенән ҡарап баһаланған прагматик заманда мәҙәниәткә бындай иғтибарҙың барлыҡҡа килеүен нисек баһаларға була? Билдәле кинорежиссер, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Кинематографсылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссерҙар Гильдияһы ағзаһы Булат Тимербай улы ЙОСОПОВ менән әңгәмәбеҙ тап шул хаҡта бара.

Уҡырға
25.02.22  
 
Биттәр : # « 97 98 99 100 101 102 103 104 105 » #
Киске Өфө
 

Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.

(Сенека).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru