Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
ФАТИР ҺАТЫП АЛЫРҘАН АЛДА БАҘАР ХӘЛДӘРЕН, ХАҠТАРҘЫ ЕНТЕКЛӘП ӨЙРӘН
|

Илдәге иҡтисади-социаль торош тормошобоҙҙоң бер өлкәһенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Көнкүрешен яҡшыртырға теләп, күптәр ошо яңы шарттарға яраҡлашырға тырыша һәм йыш ҡына һөнәрен, эш урынын үҙгәртеүҙән башлай. Бер ҡайҙа ла махсус юғары белем бирелмәһә лә, төрлө курстар үтеп, күберәк килем килтергәндәй оҫталыҡтарға эйә булырға ынтылғандар күп. Хеҙмәт баҙарында сағыштырмаса яңы һөнәр - күсемһеҙ милек агенты ла тап бына шундай махсус юғары белем талап итмәгән замана эше. Әммә уның да үҙ талаптары, нескәлектәре бар һәм быларҙың барыһы тураһында ла беҙ редакциябыҙ ҡунаҡтары, күсемһеҙ милек агенттары Сажидә ИГЕБАЕВА һәм Альберт АРЫҪЛАНБАЕВ менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
02.03.20
|
|
|
ШАНЛЫ ТАРИХЛЫ ҠАҢЛЫЛАР БЕҘ!
|

Башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылған осорҙа, йәғни XVI быуаттың икенсе яртыһында, риүәйәттәргә ярашлы, ҡаңлыларҙың Иҙәш батыр исемле бейе булған. XVIII быуатта Петр Рычков ҡаңлыларҙың Иҙел-Ҡаңлы, Ҡыр-Ҡаңлы, Йөрәктау-Ҡаңлы, Аҡтау-Ҡаңлы исемле аймаҡтарын яҙып алған. Ҡыр-Ҡаңлы һуңынан Үрмәкәй (аҫаба башҡорт Үрмәкәй Көнгилдин исеме менән) түбәһе, тип атала башлай. Шулай уҡ ҡайһы бер документтарҙа Туҡбай, Балғазы (Төркәй Балғазин исеменән), Шәмшәҙе түбәләре теркәлгән. Хәҙер Шәмсетдин күле тип йөрөтөлгән күлдең әүәлге атамаһы ла Шәмшәҙин булыуы ихтимал. Шәмшәҙе түбәһе башҡорто Солтанай Тенәковтың 1700 йылда яҙған хаты һаҡланған: "Исстари владел прадед и де ево и он владеет в старых урочищах вотчиною своею на Белой реке: верхняя межа - по Оконетав да вниз по Белой реке, нижняя межа - лук Яда по обе стороны той Белой реки, с песками и з затоны из заводьми и с озеры и с малыми речками и с ыстоки и з заливными водами и з бортными ухожьями и со всякими рыбными и звериными ловлями и бобровыми гонами и с сенными покосами и со всякими угодьями". Солтанай Тенәков Петр батшаның Азов походтарында ла ҡатнашҡан була: "И по наряду были они в Донском походе под Азовом и стояли с приезду до отпуску".
|
Уҡырға
02.03.20
|
|
|
АЛДЫНҒЫ ТӘЖРИБӘЛӘР ТЫҢЛАНА, ӘММӘ ҠУЛЛАНЫЛМАЙ ТҮГЕЛМЕ?
|

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында "Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары" темаһы буйынса Башҡорт теле йылына һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 30 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) фәнни-методик конференция үтте.
|
Уҡырға
02.03.20
|
|
|
СЕРГЕТЫШТЫҢ СЕРЕ ЯРЫШ АТЫН КҮҘҘӘН ҺАҠЛАУҘА
|

Беҙ ир-егеттәр байрамы тип ҡабул итеп өйрәнгән 23 февраль көндө Бөрйән районында 51-се тапҡыр ҡышҡы ат сабыш бәйгеһе үтте. Беҙҙе һоҡландырған да, аптыратҡан да, кинәндергән дә күренештәр байтаҡ булды был сарала. Берҙән, был тиклем ир-егеттәр, етмәһә, айыҡ ир-азаматтар былай күпләп йыйылған йыйындарҙы күптән күргән юҡ ине - шул аптыратты. Тимәк, ҡандарында әле ысын ир-егеттәр дәрте, хәтерҙәрендә атай-олатайҙар дарманы һаҡлана. Икенсенән, ярыш аттары һәм уларҙың саналары район ағинәйҙәренең күҙ нурҙарын түгеп әҙерләгән сергетыш, кейеҙ, ҡорамаһы менән биҙәлгәйне. Баҡтиһәң, Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары етәкселәре Рәшиҙә Ғиззәтуллина әйҙәүенә ҡушылып, саналы һәм һыбай аттарҙың биҙәлешенә конкурс ойоштороп, быйылғы ярышҡа матур бер яңылыҡ индергән икән. Рәшиҙә Хәй ҡыҙы менән тап ошо турала әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
02.03.20
|
|
|
ҠАТЫН-ҠЫҘ - ИР АСЫЛЫНАН, ИР ЗАТЫ ЛА ҮҘ АСЫЛЫН ҠАТЫН-ҠЫҘ АША ҒЫНА ТАБА АЛА
|

Антропология, генетика, социология, психология кеүек фән өлкәләрендә ир-егеттәрҙең үҙенсәлектәре тураһында арлы-бирле тикшеренеүҙәр булған хәлдә лә, әлегә тиклем ир асылын асырҙай ғилми теория яҙылмаған. Беҙ, ир-ат, тикшеренеү объекты булараҡ, үгәйһетелгәнбеҙ инде. Ана бит, шул уҡ психология фәнендә "Ҡатын-ҡыҙ психологияһы" тигән оло бер йүнәлеш була тороп, ирҙәр тураһында - ләм-мим! Ҡәҙимге йәшәйешебеҙҙә ваҡыты-ваҡыты менән ирҙәрҙең булмышы, холоҡ-фиғеле, яҡшы йә яман ғәҙәттәре тураһында зыҡ ҡубып бәхәс ҡуптарабыҙ ҙа, "Ирҙәрҙе яҡлайыҡ, ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!" (быныһы "прогрессив" ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙар ауыҙынан) тиеүҙән уҙмайбыҙ. Ә бына ошо хаҡта етдирәк уйланһаң, йәмғиәтебеҙҙә ирҙәр проблемаһының ҡырҡыулаша барыуы күҙәтелә. Быны бөгөн бер кем дә инҡар итмәҫ. Ысынлап та, үткән замандарҙа йәшәгән ир-ат менән бөгөнгөләре араһында айырма бармы, хәҙерге ирҙәргә "феминизация", йәғни ҡатынлашыу янамаймы, малайҙарҙы ҡыҙҙар менән бергә һәм бер үк төрлө шарттарҙа тәрбиәләү дөрөҫмө? Ошондайыраҡ һорауҙар бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр, тип уйлайбыҙ.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
БАҺАЛАУ ҺӘМ БУРЫСЫБЫҘҘЫ ҠАЙТАРЫУ БУЛЫР БЫЛ
|

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенә нигеҙ һалыусы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен йөрөтөргә хаҡлы, ти музыка белгесе, сәнғәт фәндәре кандидаты, композитор һәм йырсының тормош юлы һәм ижадына арналған "Ғәзиз Әлмөхәмәтов. Мәҡәләләр. Хәтирәләр. Документтар" тип исемләнгән монография авторы Миләүшә Абрар ҡыҙы ИҘрисова. Уның менән данлыҡлы шәхестең фажиғәле яҙмышы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
КӨСЛӘП АСҠАН КҮҘҘЕҢ ЯҠТЫҺЫ БУЛМАЙ
|

Утыҙ һигеҙ йыл мәктәптә эшләгән дәүерҙә халыҡ мәғарифының әллә ни хәтле үҙгәрештәр кисереүенә шаһит булырға, төрлө эксперименттарҙа ҡайнарға тура килде. Заманың ниндәй - йәшәйешең дә шундай шул. Глобалләшеү, төрлө технологиялар үҫеше осоронда йәшәйбеҙ. Заманыбыҙға ярашлы мәктәптәрҙә дәреслектәр ҙә әленән-әле үҙгәреп тора. Ярай ҙа ул дәреслектәр балаларҙың аң кимәлен, психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлһә...
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
ШАНЛЫ ТАРИХЛЫ ҠАҢЛЫЛАР БЕҘ!
|

V быуатта йәшәгән әрмән авторы Лазарь Парбский Кура йылғаһы буйында Кангар өлкәһе булыуы хаҡында яҙһа, VII быуатҡа ҡараған әрмән географик әҫәрендә Анания Ширакаци Иверия (Грузия) провинцияһындағы Кангарҙы иҫкә ала. Сирия сығанаҡтарының береһендә 542 йыл тирәһендә Иран шаһы Хосров Ануширвандың Әрмән һәм Грузия илдәре сигендә йәшәүсе һангарае йә иһә кангарае халҡына ҡаршы поход ойоштороуы хаҡында яҙыла. Ә ғәрәп сығанаҡтарында шул уҡ шаһтың Дербент ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Бурджан иленә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре алып барыуы теркәлә. Тимәк, ошо архаик замандарҙа уҡ Ҡаңлы һәм Бөрйән ырыуҙары башҡорттарының ата-бабалары билдәле бер тарихи бәйләнештә булған, был уларҙың этник яҡтан Туран дәүләтселеге сиктәрендә формалашыуын раҫлай.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
АТАҢДЫҢ ҒЫНА УЛЫ БУЛМА ХАЛҠЫҢДЫҢ ДА УЛЫ БУЛ
|

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевты Ер шарының бөтә нөктәләрендә беләләр тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ араһында Салауатов фамилиялы кешеләр бик һирәк осрай. Быға, һис шикһеҙ, Екатерина Икенсенең Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Салауат Юлаев исемен яңы тыуған малайҙарға ҡушмаҫҡа тигән Указы сәбәпсе. Шулай булһа ла, ул заманда ла легендар батырыбыҙҙың исемен балаларына ҡушҡан ҡыйыу башҡорттар булған.
Ишембай районы Хажы ауылында ла бар Салауатов фамилияһын йөрөткәндәр. Уларҙың береһе, атап әйткәндә, Радик Салауатов - Мәләүез ҡалаһында билдәле кеше. Халыҡҡа юридик һәм консультация ярҙамы күрһәткән агентлыҡтың тәжрибәле етәксеһе булараҡ ҡына түгел, ә йәш быуынға башҡортлоҡ рухы, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү йүнәлешендә алып барған тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән дә хөрмәт ҡаҙана ул. Милли рухта тәрбиәләнгән егет - 1988-1996 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы һәм районында әүҙем эшләгән "Көнгәк" йәмәғәт ойошмаһының иң һуңғы һәм иң йәш ағзаһы. Тап ошо йәмәғәт ойошмаһына йөрөгәндә башҡорт халҡының данлы үткәне, арҙаҡлы шәхестәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Был башланғысына нигеҙ, әлбиттә, тыуған ғаиләһендә һалынған. Бөгөн иһә ул үҙенең белемен һәм тормош тәжрибәһен йәш быуын менән ихлас уртаҡлаша. Радик Йәһүҙә улы менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорға мөмкин. Бөгөн уның менән "Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш?" тигән һорауға яуап эҙләнек.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
АЛТЫ ТЕЛДӘ ДИКТАНТ ЯҘҘЫЛАР
|

БР Халыҡтары ассамблеяһы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Мәғариф һәм фән министрлығы берлектә "Халыҡ-ара туған тел көнө" айҡанлы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант үткәрҙе.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
ЕГЕТТӘР, ҺЕҘГӘ ӘЙТӘМ Ә ҠЫҘҘАР ТЫҢЛАП ТОРҺОН
|

Мин бәләкәйерәк саҡтарҙа, бер ни була ҡалһа, атайым: "Эх, егетт-ә-ә-р!" - тип ҡуйыр ине. Уның шул "егеттәре" нисектер хәтеремә һеңеп ҡалған да, минең дә үҙ көнитмешемдә ваҡыты-ваҡыты менән яңғырап ҡуйғылай. Ниндәйҙер әйтеп тә бөтөрөп булмай торған эске бер хәсрәт үә үкенес тойғоһо шул рәүешле үҙенән-үҙе тышҡа бәреп сығалыр инде, күрәһең.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
ҺАЛДАТ БУЛЫУ ҺӘР МАЛАЙҘЫҢ ХЫЯЛЫНДА!
|

Әрменән ҡайтып, әле һалдат кейемен сисеп өлгөрмәгән яҡташ егеттәрҙе күрһәм, йәш саҡтарымды иҫкә төшөрөп, улар менән бер аҙ һөйләшеп тә алғы килә башлай. Бөтөнләй таныш булмаһа ла, яҡын туғаным һымаҡ күрәм уларҙы. "Һалдат улым, һаумы! Армиянан ҡайтып киләһеңме?.." тип килеп күрешәм башта. Табип халҡын әрмелә барса һалдат та хөрмәт иткәнен белгәнгә күрә, үҙемдең отставкалағы хәрби табип икәнемде, званиемды ла әйтеп таныштырам. Яғаһындағы эмблемаһына ҡарап, ниндәй төр ғәскәр вәкиле икәненә төшөнөп, шул хаҡта һорашып алам. Хәҙер әрмелә нисек ашатыуҙары хаҡында ла ҡыҙыҡһынам, әлбиттә. "Бабайлыҡ" тураһында ла белешке килә. "Әрмегә барғаныңа үкенмәйһеңме?" тигән һорау ҙа биргеләйем. Махсус хәбәрсе булмауыма ҡарамаҫтан, әңгәмәбеҙ бәләкәй генә бер интервью һымағыраҡ килеп сыға.
|
Уҡырға
25.02.20
|
|
|
БАШҠОРТОСТАН-ГӨЛБОСТАН, ТИП МЕҢ ТАПҠЫРҘАР ЙЫРЛАРҒА ЯҘҺЫН!
|

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тәҡдим иткән яңы спектакль күп уй-тәьҫораттар һәм асыштар вәғәҙә итте. Исеме генә ниндәй бит - "Гөлбостан"! Был сихри һүҙ башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич оранынан уҡ беҙҙең ғәзиз тыуған ерҙе һәм уны өҙөлөп һөйөү тойғоһон сағылдыра. Яңы сәхнә әҫәре лә тамашасыны тап ошо юҫыҡҡа әйҙәй: күр һәм уйлан, хислән һәм таны - һүҙ Гөлбостан хаҡында бара. Был турала уйларға һәм хыялланырға, ниндәйҙер фекер йөрөтөргә форсатың һәм дәртең бармы әле?
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
АТЛЫ, ЭТЛЕ ҺӘМ МЫЛТЫҠЛЫ ХӘБИР
|

Ҡыҙыҡ, донъялар алмашына: элегерәк беҙ урамдан машина үтеп барһа, йә тәҙрәгә йомолоп, йә урамға йүгереп сығып ҡарап ҡала инек, ә хәҙер ыжламайбыҙ ҙа, машина күп урамда, хатта оло юлда торған малдар ҙа әйләнеп ҡарамай, ә бына саналы ат үтеп барһа - танһыҡ, күреп ҡалырға тырышабыҙ: санаһы ла, атының еңелсә юртып барыуы ла күңелгә яҡын, санаһындағын танығы килә.
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
ИЖАДТА ЛА ШУЛАЙ: КЕМ ЭШЛӘМӘЙ, ШУЛ АШАМАЙ
|

Башҡорт прозаһы даими эшләгән, ижад иткән һәм китап магазины кәштәләрен әленән-әле яңы баҫмалары менән байытҡан яҙыусылар менән баһалана. Шундайҙарҙың береһе - Хәйҙәр Тапаҡов. Ул үҙен егәрле, эшмәкәр һәм заман проблемаларын тоя белеүсе ҡәләм оҫтаһы итеп танытҡан инде. Ошо көндәрҙә әҙип абруйлы юбилейын - 65 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы уҡыусыларыбыҙға Хәйҙәр Тапаҡов менән ойошторолған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ БАР ҠАЯ ШИКЕЛЛЕ УЛ
|

Фәһемле әңгәмәбеҙҙә Туймазы ҡалаһы ҡунаҡтары - "Родина" мәҙәниәт һарайының музыкаль бүлеге мөдире Альберт ИСМАИЛ үҙенең хәләл ефете Хаят менән ҡатнашты. Татарстанда рок-музыкант булараҡ танылған ошо ир-уҙаман үҙенең аҫаба башҡорттар нәҫеле вариҫы булыуын шәжәрәһен өйрәнгәс кенә белеүе хаҡында белдергәйне. Әңгәмәлә ул үҙенең шәхси тормош юлы, ижады һәм кешегә этник берҙәйлектең ни өсөн үтә мөһим булыуы хаҡындағы уйланыуҙары менән бүлеште.
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
ШАНЛЫ ТАРИХЛЫ ҠАҢЛЫЛАР БЕҘ!
|

Турандан көнбайышҡа табан, Көньяҡ Уралдан Дон йылғаһына тиклемге Көнсығыш Европа далаларында сармат (Авестала - sairima) ҡәбиләләре күсмә тормош алып бара. Бәғзе тикшеренеүселәр башҡорттарҙың юрматы этнонимының лексик-этимологик тамырҙарын тап ошо сармат һүҙе менән бәйләп аңлата. Ысынлап та, сарматтарҙың грекса аталмышы сюрмат йә иһә сирмат формаһына тап килә.
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
ҠОЛАС ЙӘЙЕП #ӨЙҘӘ КӨТӘЛӘР
|

Башҡортостанда йәштәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү йәһәтенән барыһы ла атҡарыла тибеҙ ҙә, был турала аныҡ ҡына ниндәй саралар күрелеүе тураһында белеп етмәй инек. Ниһайәт, ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холл бинаһында үткән #Өйҙә студенттар форумы был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡаҙан, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Пермь, Ханты-Манси, Әлмәт, Ижевск, Сорғот ҡалаларынан һәм республика юғары уҡыу йорттарынан 900-ҙән артыҡ йәштәр ҡатнашты. Уларҙы ун ике йүнәлеш буйынса әҙерләнгән фекер алышыу майҙансығында республика министрлыҡтары, ҙур предприятие етәкселеге, үҙ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған яҡташтар урындағы шарттар менән таныштырҙы.
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
БЕЛЕМЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР ӨФӨЛӘ БАҺАЛАНДЫ
|

Белемлелек - арыҫландан көслө батыр булыуын иң яҡшы белгән һөнәр эйәләре уҡытыусыларҙыр. Ни тиһәң дә, тап улар балаларға ошо хәҡиҡәт тураһында һөйләй, батырлыҡты үҙ өлгөһөндә һәм хеҙмәте аша күрһәтә. Ошо көндәрҙә Өфөлә йомғаҡ яһалған "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2020" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020" конкурстары ла белем кимәленең, һөнәри оҫталыҡтың ниндәй көскә эйә булыуын аңғартты.
|
Уҡырға
17.02.20
|
|
|
СИБАЙ АРТИСТАРЫ ТАМАШАҺЫ ҺӘР КЕМДӘ БУЛҒАН РУХТЫ УЯТА БЕЛӘ
|

Сибайҙарҙан беҙ һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ, әһәмиәт һәм танһыҡлаған рух һулышын көтөп өйрәнгәнбеҙ. Һәм улар беҙҙе шул рух менән тәьмин итә лә. Был юлы ла шулай булды: көтөлгән, теләгән, күңел талап иткән барлыҡ хис-тойғолар ҙа урын тапты сәхнәлә. Һүҙебеҙ Сибай концерт-театр берекмәһенең Өфө сәхнәһендәге яңы программаһы хаҡында.
|
Уҡырға
11.02.20
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.
(В. Короленко).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|