Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
ҠОЛ ҒӘЛИ ТИГӘН ШАҒИРЫБЫҘ ҮҘ БАШҠОРТОНА ҠАЙТТЫ
|

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Йәдкәр Әхәт улы Бәшәров уҡыусыларын тағы ла бер оло бүләк - "Ҡол Ғәли һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте тураһында" тигән китап менән һөйөндөрҙө. Әҙиптең бығаса беҙ уҡыған "Бөйөк Башҡорт иле", "Башҡорт хан" китаптарының авторы икәнен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Яңы баҫма "Болғар шағиры" тип өйрәнелгән Ҡол Ғәлиҙе үҙ милләтенә ҡайтарған һәм быны кире ҡаҡҡыһыҙ итеп дәлилләгән төплө документ та ул. Был хаҡта Йәдкәр Әхәт улының үҙе менән һөйләшәбеҙ.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
|

Ғәйнә йорто территорияһы һәм уның сиктәре хаҡында ла Хөббихужа Түмәсев шәжәрәһендә мәғлүмәт бар. Унда ошолар теркәлгән: "Инсан бей Атчарға яҡын Кама үрендә йәшәгән. Уның улдары, аҡрынлап күсә барып, Тол йылғаһына, ә һуңынан Ағиҙел тамағына тиклем барып еткән. Иҙелдең ике ярын да үҙ милке иткән". Бында Иҙел исеме аҫтында Чулман-Иҙел, йәғни Кама йылғаһы, ә Очер йылғаһы Атчар, тип иҫкә алына.
Ғәйнәләрҙең үҙҙәренең тархандар тоҡомонан булыуы хаҡындағы мәғлүмәт уларҙың ата-бабаларының үҙ заманында Ҡаҙан хандарына хеҙмәт итеүе менән бәйле. Хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға тарханлыҡ исеме бирелгән, ә был шулай уҡ хан ҡулы аҫтында булған территориянан ер биләмәһе алыу хоҡуғын да биргән. Был ер биләмәләре, башлыса, Ыҡ йылғаһы үҙәненә ҡараған ерҙәрҙән бирелгән. Уҫы даруғаһынан Ыҡ буйында Ирәкте һәм Ғәйнә олоҫтары булыуы хаҡында документаль сығанаҡтар бар.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ҒАЛИМДАР ҠАТАРЫНА ИНГӘН ЯҠШЫ...
|

Фәнни яҡтан нигеҙләнмәгән бер нәмә лә бөгөн дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай, ни бары фараз булып ҡала. Шуға ла, хатта көн кеүек асыҡ булған фактты ла донъя кимәлендә таныһындар, кешеләр белһен һәм уға ышанһын өсөн ғалимдар тарафынан раҫланыуы шарт. Был айырыуса халыҡтарҙың тел, әҙәбиәт, тарих, мәҙәниәт өлкәләре үҫешенә ҡағыла.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
БАЛАЛАР ҒЫНА ТҮГЕЛ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР ҘӘ КҮҢЕЛЛЕ ЯЛ ИТКӘН!
|

Ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә, нигеҙҙә, оҙайлы ҡышҡы каникулдарҙа балаларҙың ялына бағышланды, тиһәк тә хата булмаҫ, сөнки, белеүебеҙсә, уҡыусыларға өйгә эш бирелмәне һәм уларҙың ялын нисек тә файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу бурысы мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ведомство-ара хеҙмәттәрҙең төп бурысына әүерелде.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ИСЕМ ЭҘЛӘП ЕВРОПА-АЗИЯНЫ ГИҘМӘ
|

Бала тыуа... Кескәй йән эйәһе ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килә. Өйҙә йәм, ырыҫ, ҡот арта. Йәш сабый үҙе менән бергә ғаиләгә яңы хәстәрҙәр ҙә килтерә. Уларҙың иң тәүгеһе - балаға исем ҡушыу.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ТЕЛҺӨЙӘРҘӘР БӘЙГЕ ТОТТО
|

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада уҙҙы. Утыҙ дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сарала йәмғеһе 408 бала үҙ көсөн һынаны, Башҡортостандан 18 уҡыусы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 5 уҡыусы олимпиаданың еңеүселәре тип танылды, бик күптәр призерҙар исемлегенә инде. Беренсе урын алыусыларҙың береһе Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова һәм уның уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова менән ярыш тураһында әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ҺАЙЫҪҠАН
|

Һайыҫҡанды беҙ иҫ белә башлағандан уҡ беләбеҙ. Сөнки был ҡош йыл әйләнәһенә беҙҙең эргәлә. Йылы яҡҡа ла осоп китмәй ул. Шуға күрә беҙ уның тегеләй-былай осоп йөрөүенә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ, буғай. Хатта шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Беҙ бөгөн уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ТУМЫРТҠА
|

Тумыртҡа һуҡҡан барабан тауышын күптәрҙең ишеткәне бар. Беҙ был тауышты тыңларға яратабыҙ. Ҡышҡы урманға йәм өҫтәп ебәрә бит тумыртҡа туҡылдауы. Ә бына үҙен нишләптер өнәп етмәйбеҙ.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ОНОТОЛҒАНДЫ ТЕРГЕҘӘБЕҘ
|

Иҫке йылдың һуңғы көндәрендә бөтә республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән иң оҫта һөнәрселәр баш ҡалабыҙға "Уфа-Ладья. Арт. Ремесла. Сувениры" халыҡ-ара күргәҙмәһенә йыйылғайны. Унда күңеленә ятҡан шөғөлөнән йәм табып йәшәгән замандаштарыбыҙҙың береһе, Архангел районы Орловка ауылынан Фәнисә Сәйфетдинова менән танышып һөйләшеү форсаты тейҙе.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ЙЫРЛАЙЫМ Ә БАШҠА ТӨРЛӨ ҺӨНӘРЕМ ЮҠ
|

Классик музыканың иң юғары баҫҡысы иҫәпләнгән опера һәм балет сәнғәтен ниндәйҙер әкиәт донъяһы кеүек ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Халҡыбыҙға сит-ят, күптәребеҙгә аңлайышһыҙ донъя кеүек ул беҙгә. Милли сәнғәттең, педагогиканың, холоҡ-ҡылыҡтарыбыҙҙың, үҙаңыбыҙҙың һ.б нигеҙе булып халыҡ ижады тора, тибеҙ. Әммә ошо уҡ халыҡ ижадының фольклор сиктәренә һыймай, үҙе үк профессиональ сәнғәт юғарылығында булыуын иҫебеҙҙә тотмайбыҙ. Юғиһә, башҡорт халыҡ йыры - опера ариялары, айырым бер сюжетҡа ҡоролған халыҡ бейеүе балеттан һис айырылмай бит! Ошо опера һәм балет сәнғәтендә башҡорт йырсылары һәм бейеүселәренең айырыуса дан ҡаҙаныуы ла быға дәлил булып тора. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, "Онегин" Икенсе милли опера премияһы лауреаты, "Рәсәй радиоһы" артисы" премияһы дипломанты, Башҡорт опера һәм балет театры солисы Артур ҠӘЙЕПҠОЛОВ менән әңгәмәбеҙ ошо мөғжизәле донъя, уның ҡанундары һәм унда уңышлы ижад иткән башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары тураһында.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ЗАМАНДАШТЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАПТАР
|

Һуңғы ваҡытта киң матбуғат сараларында, интернет селтәрҙәрендә илебеҙҙә иғлан ителгән өр-яңы программа - иҡтисадта һәм дәүләт эшмәкәрлегенең барса өлкәләрендә лә цифрлаштырыу тип аталған мәғлүмәти-технологик процестарҙы әүҙемләштереү, ошо ысул менән тормошобоҙҙо үҙгәртеп ҡороу хаҡында ҡыҙыу бәхәс-дискуссиялар бара. Беҙ ҙә ошо виртуаль фекер алышыуға ҡушылып, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына түбәндәге виртуаль әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
|

Алдараҡ телгә алынған рус тикшеренеүсеһе Н. Попов ғәйнә ырыуы информаторҙарынан яҙып алынған ошондай мәғлүмәтте килтерә: "Улар үҙҙәрен Башкурт тип атай, үҙҙәренең ырыуын (бындағы башҡорттарҙы) Нагай Татарҙарының Булгар өлкәһендә йәшәгән Тархан быуынынан башлай, уларҙың үҙ риүәйәттәренә ярашлы, был өлкәне XII быуат аҙағында ҡалдырып китәләр; Урал тауҙарына килеп урынлашып, әле йәшәгән барса ерҙәрендә таралып көн итә башлайҙар". Бында Н. Попов нуғайҙарҙы татарҙар менән бәйләп, бер нисек һәм бер ҡасан да этник берәмек булмаған тархандар төркөмө хаҡында аңлатма бирмәй. Был осраҡта ғәйнәләрҙең үҙҙәренең Булгар ханлығында тарханлы ҡәүем булып, нуғайҙар менән күпкә һуңғараҡ, XV быуатта ғына сәйәси бәйләнешкә инә алыуына иғтибар итергә кәрәктер.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
УҢАЙЛЫ ИНЕ ӘЛЕ...
|

Былтыр декабрь башында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров граждандарҙы район-ҡалалар араһында ташыусы легаль булмаған таксиҙар эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты. Кәңәшмәлә рөхсәтһеҙ эшләгән таксиҙарҙың иң популяр парковка урыны - Үҙәк баҙар туҡталышы булыуы ла билдәләп үтелде. "...Был майҙансыҡтар таҙартылып, улар менән эш алып барырға кәрәк. Исмаһам, лицензия алып, техник тикшереү үтһендәр һәм улар йөрөткән кешеләр һәләк булмаһын", - тине Радий Фәрит улы.
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ЕР УБЫЛҒАНЫН КҮК КҮКРӘГӘНЕН КӨТМӘЙЕК!
|

Башҡорт дәүләт университетында белем алған йылдарҙа йәйге каникул мәлендә атайымдың хәрби дуҫы килһә, төрлө һорауҙар биреп, белемемде тикшереп ҡарай ҙа: "Баш ҡалала уҡып йөрөгән булаһың, ә бына Өфөнөң ниндәй урындарында бушлыҡ барлыҡҡа килеү ихтималы барлығын беләһеңме?" - тип һорап ҡуя торғайны. "Ишеткәнем бар, тик аныҡ ҡына белмәйем" - дөрөҫөн әйтәм. Шунан ул миңә геология буйынса һабаҡ бирә башлай...
|
Уҡырға
20.01.20
|
|
|
ТҮҢГӘҮЕР ХӘСИТӘҺЕ СЫҢЫ
|

Хафиза апай Амантаева Өфөләге Бөтә Рәсәй Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә был юлы Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан "урман шәле", "сана шәле" , "ауыл шәле", "оло шәл" тигән дебет шәлдәрен алып килгәйне.
|
Уҡырға
13.01.20
|
|
|
ҺӘР КЕМГӘ ҠАҒЫЛА
|

Бынан бер нисә йыл элек үк республика белем усаҡтарының береһендә директор булып эшләгән танышым: "Наркотиктар беҙҙең тупһаға уҡ килеп етте", - тип әсенеп һөйләгәйне. Бөгөн улар хатта мәктәптәргә лә үтеп ингән, әммә был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтергә генә ҡурҡабыҙмы, әллә һаман да "ыңғай күрһәткестәрҙе боҙорға" теләмәйбеҙме - бындай мәғлүмәтте администрация аша түгел, ә балаларҙың үҙҙәренән һорашып ҡына белергә мөмкин.
|
Уҡырға
13.01.20
|
|
|
ЕЙӘНСӘРҘӘРҘЕҢ ШАТЛЫҒЫ ӨЛӘСӘЙ СЕЛТӘРЕ
|

Башҡортостандың Әбйәлил районында иҫке өйҙө һүткәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе табылған. Яңауыл ауылынан Мәҙинә Яҡупова һөйләүенсә, туғандары һаҡалды Асҡар ауылында элек өләсәләре Мәфтуха (ире буйынса Сөләймәнова) йәшәгән ташландыҡ йортта тапҡан.
|
Уҡырға
13.01.20
|
|
|
БЕР КҮРЕШЕҮ - БЕР ҒҮМЕР
|

Мерәҫ тигән ауыл Баймаҡ ҡалаһына күренеп торғандай яҡын ята, төнгө уттары Ирәндек һыртына теҙелгән йондоҙҙарҙай емелдәй. Мерәҫкә еткән саҡта Граф күленә, Әпек (Бәхтегәрәй) ауылына барған юлдар киҫешә, ләкин ул көндө бөтә юлдар ҙа Баймаҡ районы ағинәйҙәрен Мерәҫкә алып барҙы.
|
Уҡырға
13.01.20
|
|
|
РУХИ ХАЗИНАБЫҘ ҺАҠЛАНАСАҠ АУЫЛДАРЫБЫҘҘЫ ҺАҠЛАП ҠАЛА АЛҺАҠ
|

Яңы тыуған йылыбыҙ ҙа ваҡиғаларға, байрамдарға, ығы-зығылы мәшәҡәттәргә бай булмаҡсы. Шуларҙың иң мөһимдәре - Халыҡ-ара фольклориада, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы. 2019 йылда башланған оло афәткә - эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәләре лә байрам кәйефе тыуҙырыр бер ваҡиға булыр, тигән өмөт бар. Ошолар тураһындағы һорауҙарыбыҙға был юлы Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты матбуғат секретары Ғәзиз ЙОСОПОВ, БДУ-ның Сибай филиалы уҡытыусыһы Гөлкәй СӘМЕРХАНОВА, Әбйәлил районы Хәлил мәктәбе уҡытыусыһы Радик ӨМӨТҠУЖИН ситтән тороп яуап бирҙе.
|
Уҡырға
13.01.20
|
|
|
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
|

Билдәле башҡорт филологы, фольклорсы Ә.Н. Кирәев, ғилми экспедицияларға сығып, урындағы халыҡ вәкилдәренән ғәйнәләрҙең космогоник легенда-риүәйәттәрен яҙып ала. Ошо ҡар һүҙҙәргә ярашлы, ғәйнәләрҙең ата-бабалары мистик батырҙарға тиңләнеп, "иң тәүге башҡорттар" рәтенә индерелә. Ошо хаҡта ғалим бына нисек яҙа: "Тол (Тулва) йылғаһы буйына ағалы-энеле Ғәйнә һәм Әйнә килеп сыға. Ҡайһы бер варианттарҙа улар күктән төшә, икенселәрендә - ҡарлы илдәрҙән килә. Улар изге болан менеп йөрөй. Бер саҡ болан туҡталып, тибенә башлай. Ошо урында ир туғандар яуыз хужабикә Тулава ("тул" - ут, "ава" - хужабикә, эйә) йәшереп киткән утты таба. Улар ут эйәһе менән алышҡа сыға. Туғандарҙың береһе һәләк була. Икенсеһе, Ғәйнә исемлеһе, ут эйәһе булған ҡатынды еңгәс, ер аҫтындағы утты өҫкә сығара һәм уны, болан тиреһенән яһалған тоҡҡа һалып, Тол йылғаһының көньяҡ ярына алып бара. Бында ул йәйләү ҡороп, үҙ илен нигеҙләй, Ғәйнә ырыуын башлаусы зат булып китә".
|
Уҡырға
13.01.20
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.
(Сенека).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|