«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 153 154 155 156 157 158 159 160 161 » #
МАҠСАТ ТОЛЕРАНТЛЫҠ ҺӘМ ИХТИРАМ ТӘРБИӘЛӘҮ

Баш ҡаланың 79-сы мәктәбендә башланғыс синыфтарға белем биреүсе тәжрибәле уҡытыусы Гүзәл КӘРИМОВА менән әңгәмәләшбеҙ:

Һеҙ дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу яҡлы. Бының сәбәптәрен телде уҡытырға теләмәгәндәр ҙә ҡабул итерлек кимәлдә нисек аңлатырһығыҙ?

- Минеңсә, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙың бик күп ыңғай яҡтары бар. Беренсенән, башҡорт телен дәүләт кимәлендә өйрәнеү башҡорттарҙа үҙ-үҙендә ышаныс тыуҙырҙы, улар бер кемдән дә ҡурҡмай, оялмай, үҙ телендә һөйләшә башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, уға тиклем ике башҡорт урамда, транспортта үҙ-ара туған телдә аралашырға тартына ине бит. Икенсенән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу индерелгәнгә тиклем атай-әсәй туған телде уҡытыуға битарафыраҡ булды, сөнки, сер түгел, бындай төркөмдәрҙәге балаларға бер аҙ ҡырыныраҡ, кәмһетеберәк ҡаранылар.

Уҡырға
11.09.17  
 
ИКЕҺЕ ИКЕ ТӨШӨНСӘ

Ун биш йыл элек БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булараҡ, Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булдым. Шуға ла бөгөн башҡорт теле тирәләй барған шау-шыуҙар мине лә борсой.

Уҡырға
11.09.17  
 
"МИРАҪ"ТАР ХАЛЫҠ-АРА ФЕСТИВАЛДӘ

Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сит илдән гастролдәрҙән ҡайтты. Алдан "Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, коллектив Венгрияла "Summerfest" халыҡ-ара фольклор фестивалендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәте менән таныштырҙы. Өфө артистарына маҡтаулы бурысты Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто йөкмәтте.

Уҡырға
05.09.17  
 
АРҠАЙЫМ СЕРҘӘРЕ ҺАМАН АСЫЛМАЙ ӘЛЕ

Башҡорт халҡының күпләп йәшәгән төбәгендә бөгөн дә беҙ тулыһынса аңлап етмәгән урындар бар әле. Шуларҙың береһе булып Арҡайым ҡаласығы иҫәпләнә. Әлбиттә, был ҡаласыҡ тураһында күп яҙылған, ул төрлө яҡлап өйрәнелгән, уның тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Ә шулай ҙа Арҡайым һаман да үҙ серҙәрен тулыһынса асырға ашыҡмай, буғай. Ә был ҡаласыҡтың баһаһы шунда: ул ғалимдарҙы тарихҡа яңыса ҡараш менән ҡарарға мәжбүр итә.

Уҡырға
05.09.17  
 
ЙЫЛМАЙЫП ЙӘШӘҮСЕ ҠУРАЙСЫ

Баймаҡ районы Темәс ауылы егете, "Далан" фольклор-эстрада төркөмө ҡурайсыһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Илнур ҺИБӘТУЛЛИН башҡорт сәнғәтенә Хәмит сәсән, Әҙһәм Исҡужин, Юлай Ғәйнетдинов кеүек шәхестәр биргән данлы аранан. Бер нисә һорау биреп, талантлы ҡурайсының ижадханаһына күҙ һалып алайыҡ әле.

Уҡырға
05.09.17  
 
ХАТАЛАР ӨҪТӨНДӘ ЭШ...

Беренсе сентябрь бала саҡтың оло бер һынылышы, шатлыҡлы ваҡиғаһы булып һәр кемдең хәтерендә ҡалалыр. Шул көн яҡынлашҡан һайын, минең дә тәүге мәртәбә мәктәп ишеген үрелеп асып, беренсе синыфҡа уҡырға килгәнем бөгөнгөләй булып күҙ алдыма баҫа. Инде ярты быуаттан ашыу ғүмер кисергән, байтаҡ ҡына тормош әсе-сөсөһөн татыған кеше күҙлегенән сығып, һәммәбеҙҙең күңеленә яҡын булып киткән ошо датаға бәйләнешле юҫыҡта фекер йөрөтөп алыу зарурлығын тоям.

Уҡырға
05.09.17  
 
БӨЛӨРҺӨҢ ДӘ ЮҠ, ЮРАМАЙЫҠ УЛАЙ, САРАҺЫН ТАБАЙЫҠ!

Күренекле рус яҙыусыһы Глеб Иванович Успенский (1843-1902), "Русские ведомости" гәзите хеҙмәткәре булараҡ, 1889 йылда Ырымбурҙан Өфөгә саҡлы юл үтә һәм Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан Башҡортостанға күсеп килеүсе урыҫ крәҫтиәндәренең көнкүрешен өйрәнә. Әммә Башҡортостанда булыу һәм башҡорттарҙың хәлен белеү унда сикһеҙ ауыр тойғо ҡалдыра. Ул башҡорт ерҙәрен йыртҡыстарса талауҙы үҙе күреп ышана. Яҙыусының "Ырымбурҙан Өфөгә саҡлы" ("От Оренбурга до Уфы") исеме аҫтындағы яҙмалары ошо хаҡта. Әйткәндәй, Глеб Успенскийҙың был әҫәрендә әсенеп әйтелгән "Бөлөрһөң дә башҡорт, бөлөрһөң! Башҡорт тигәнең һис шикһеҙ бөлөр инде!" - тигән һүҙҙәрен башҡорт халҡының тиҙ арала юҡҡа сығыуы хаҡында әйткән, тип уйлаусылар бар. Әммә демократик ҡарашлы яҙыусы башҡорт халҡын бөлгөнлөккә төшөрөүсе сәбәптәр тураһында яҙа һәм илдең алдынғы ҡарашлы зыялыларын башҡортто был афәттән ҡотҡарырға, ерен талауҙы туҡтаттырырға, ярҙам итергә саҡыра, сөнки, бөйөк яҙыусының фекеренсә, башҡорт халҡы ерһеҙ ҡалһа, ысынлап та, бөлгөнлөккә төшәсәк.
Әҫәрҙән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
05.09.17  
 
ШОКОЛАДТАҒЫ ШӘҮРӘ

Ғәҙәттә, балалар телевизорҙа күргән персонажын урамда йәки башҡа урында осратһа, шатланып, ҡысҡырып уҡ ебәрә: "Ағай (апай) телевизорҙан сыҡҡан!" Бөгөнгө ҡунағыбыҙ телевизорҙан ғына түгел, хатта шоколадтан килеп ингән, тиергә була. Заманында уның фотоһы "Конди" фабрикаһы сығарған "Шәүрә" шоколадының тышлығын биҙәй торғайны. Рубрикабыҙҙың сираттағы әңгәмәсеһе, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө менеджеры - Шәүрә ЙОМАҒУЖИНА.

Уҡырға
05.09.17  
 
ДӘРЕСЛЕКТӘР БУЛҺА БЫНДАЙ ХӘЛ КИЛЕП ТЫУМАҪ ИНЕМЕ?

Август аҙағында Өфө ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең традицион кәңәшмәһенә йыйылып, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, яңыһына маҡсаттар билдәләне.

Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова, кәңәшмәнең көн тәртибенә ярашлы, тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылды һәм йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү йүнәлешендә бойомға ашырылған проекттар тураһында һөйләне. Әлбиттә, баш ҡалабыҙҙа республиканың башҡа төбәктәре, хатта Рәсәй кимәлендә өлгө итеп күрһәтерҙәй ундай проекттар бихисап. Был турала кәңәшмәлә ҡатнашыусы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла телгә алды.

Уҡырға
05.09.17  
 
ШАУ-ШЫУ АПТЫРАТА...

Леонид ФИЛИНОВ, продюсер, "Тере таҫма" кинокомпанияһының башҡарма директоры: Башҡорт теле тирәләй барған шау-шыу мине сикһеҙ аптырата. Башҡорт телен көсләп уҡытырға ярамай, тигән аһ-зар йышыраҡ ишетелә башланы. Эйе, көсләп уҡытырға ярамай, кеше бының кәрәклеген үҙе аңларға тейеш. Беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ. Бындағы һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәниәте, теле. Әгәр ҙә күп фатирлы йортта йәшәһәгеҙ, урыҫ, татар, башҡорт, украин, мари, удмурт һәм башҡа милләт вәкилдәре һеҙҙең күршеләрегеҙ. Улар менән күршеләш йәшәйһегеҙ, иҫәнләшәһегеҙ, аралашаһығыҙ, осрашаһығыҙ, кейәүгә сығаһығыҙ, өйләнәһегеҙ. Күршеңдең милли мәҙәниәте менән танышыу - мотлаҡ түгел, әммә һеҙ үҙегеҙҙе дуҫтар, күршеләр, ғаилә итеп иҫәпләйһегеҙ икән, белеү кәрәк, был тәбиғи хәл. Был башҡаларға ихтирам күрһәтеү.

Уҡырға
05.09.17  
 
МИНИСТР ӘЙТТЕ!

Дәүләт милли телдәрен мотлаҡ уҡытыу уҡыусыларҙың хоҡуғын боҙмай!

Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева 30 августа Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында белдерҙе, тип хәбәр итә REGNUM мәғлүмәт агентлығы.
Ул РФ Конституция судының вердиктын да хәтергә төшөрә. Белеүегеҙсә, Конституция суды быға тиклем Татарстан мәктәптәрендә татар теленең дәүләт теле булараҡ уҡытылыуы, әгәр ул имтихандар тапшырыуға һәм юғары уҡыу йорттарына инеүгә ҡамасауламай икән, һәр кемдең тәрбиә һәм белем биреү телен һайлауға хоҡуҡ иреклеген боҙмауы тураһында һығымта яһағайны.

Уҡырға
05.09.17  
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлыуҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Уҡырға
28.08.17  
 
ОРОЛО САПТАР БЕЙӘ

Йәмле Һаҡмар йылғаһының бөгөлөндә колхоз аттары утлай. Ситтәрәк башын әкрен генә сайҡап Ороло саптар бейә тора. Уның ялына йәбешеп йәш ҡатын үкһей. "Күгайғыр менән эйәңде ҡайҙа ҡалдырып киттең, эйәң ҡайҙа? Нисек хәбәрһеҙ юғалырға мөмкин ҡарағайҙай ир-егет?" тигән иңрәү тауышын ғына елдәр өҙөк-йыртыҡ итеп ауыл яғына алып китә. Ҡатын эргәһендә бәләкәй генә ҡыҙсыҡ менән малай аптыранып баҫып тора. Саптар бейә ҡатынҡайға ниҙер әйтергә теләгән төҫлө тултырып ҡарай. Күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәр тама…

Уҡырға
28.08.17  
 
УЙҒА КИЛГӘН АЛҒА КИЛӘ

Уйға килгән алға килә. Халыҡта ошондай киң мәғәнәле әйтем бар. Күп кенә мәсьәләләргә ҡарата башҡаларҙыҡына оҡшамаған, тик үҙенсә генә ҡарашы булған күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур Әнүәр улы ӘЮПОВтың түбәндәге әңгәмәлә килтергән фекер-дәлилдәрен тыңлағандан һуң халҡыбыҙҙың тап ошо әйтемен иҫкә төшөрҙөк. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнаған, яуаплы дәүләт вазифалары башҡарған ошо шәхесебеҙҙең республикабыҙ мәнфәғәте өсөн алып барған тынғыһыҙ эшмәкәрлеге тап шулай уйларға мөмкинлек бирә лә инде.

Уҡырға
28.08.17  
 
ЗАМАНСА ШАРТТАРҘА МИЛЛӘТТЕ НИСЕК БИЛДӘЛӘРГӘ?

Егерменсе йөҙ йыллыҡтың социаль процестары Рәсәйҙең күпселек халҡының милли оҡшашлығын (берҙәйлек) һиҙелерлек үҙгәртте. Төрлө сәбәптәр арҡаһында күптәребеҙгә милләтен билдәләү еңел түгел. "Донъя саты" булып һаналған Пермь крайы өсөн был проблема бигерәк тә киҫкен.

Уҡырға
28.08.17  
 
МӘСЕТЕБЕҘ НУРЫ КҮҢЕЛДӘРГӘ ҠУНҺЫН

Август баштарында Федоровка районы Яңы Яуышта ауылды иман нурына күмеп, уға йәм һәм олпатлыҡ өҫтәп, эстән дә, тыштан да балҡып торған мәсет асылды. Уның янында тирмәләр ҡоролдо, бер нисә ҡорбан салынып, майҙанда ҡаҙандар аҫылды, райондың башҡа ауылдары халҡы ла, рухланып, байрамға йыйылды.

Уҡырға
28.08.17  
 
ЕТЕ ЙӘШЕНӘ ТИКЛЕМ ТУҒАН ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШҺЕН БАЛА

Республика мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытыу тураһында һүҙ тағы ла көн үҙәгенә сыҡҡас, был хаҡта фекер алышыуҙар ҙа күбәйҙе. Башҡортостан Республикаһының баш психотерапевты Илгиз Тимербулатовтың "Эхо Москвы" радиоһының "Персонально Ваш" программаһындағы сығышы ҡыҙыҡ тойолдо һәм уның журналист һорауҙарына биргән яуаптарының бер өлөшө менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырмаҡсы булдыҡ.

Уҡырға
28.08.17  
 
ҺАРЫСАЙҘА БАЙРАМДАР ҘА ҺАРЫ КӨҘ ҘӘ БАШЛАНА

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң: ысын йәй кинәнестәрен дә күрергә насип итте. Июнь, июль айҙарындағы ҡойма ямғырҙар, болотло, йонсоу көндәр, әйтерһең дә, булманы ла кеүек хатта. Тәбиғәт ана шулай үҙе көйләй, үҙе яйлай барыһын да: күрәһең, ул әҙәм балаһын сабырлыҡҡа һынап ҡарай.

Уҡырға
28.08.17  
 
КӨСЛӨЛӘР ҮҘ УРЫНЫН ТАБА ТОРМОШТА ЛА, ҺӨНӘРҘӘ ЛӘ

Арабыҙҙа шундай милләттәштәребеҙ бар, улар һүҙ һөйләп йөрөүгә ҡарағанда, күберәк эш менән мәшғүл. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа шундайҙар рәтенән. Һуңғы осорҙа башҡорт киноһы өлкәһендә барған ыңғай үҙгәрештәрҙә ул төшөргән фильмдарҙың да өлөшө булһа ла, эшмәкәрлеге тураһында сиселеп китеп һөйләшергә форсат сыҡҡаны юҡ ине. Йәш кинорежиссер, Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Фәрзәнә УТАРБАЕВА менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ башҡорт киноһы үҫеше һәм, әлбиттә, уның үҙенең ижады тураһында булыр.

Уҡырға
21.08.17  
 
ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР ХАЛҠЫБЫҘ ТАРИХЫНДА ЯҢЫ БИТТӘР АСТЫ

Фән өсөн заман да, ваҡыт та юҡтыр. Ул ниндәй генә быуаттарҙа, йылдарҙа һәм шарттарҙа ла асыштар яһауҙан, яңылыҡтар алып килеүҙән туҡтамай. Кешелек ниндәй генә осор, хәл һәм ваҡиғалар кисергәндә лә фән эҙләнеү өҫтөндә. Ул һуғыштарҙан, сәйәсәттән ситен, яһалмалыҡтан, алдаҡтан өҫтөн, тыйыу-сикләүҙәргә һыймаҫ, хис-тойғоға бирелмәҫ, ә бары хәҡиҡәтте генә ярып бирер айырым бер донъялыр. Һәм был донъяға бары тик уның асылын һәм мөһимлеген аңлаусылар ғына хеҙмәт итә торғандыр. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, география фәндәре докторы, профессор Айбулат Вәли улы ПСӘНЧИН дә ана шундайҙарҙан. Ул ғалим ғаиләһендә тыуып үҫеп, шул мөхит ҡиммәттәрендә тәрбиәләнеп, бөгөн үҙе лә ошо өлкәгә хеҙмәт итеүселәрҙән.

Уҡырға
21.08.17  
 
Биттәр : # « 153 154 155 156 157 158 159 160 161 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru