Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
АЛЛАҺ ҠӨҘРӘТЕНДӘМЕ, ӘЛЛӘ ДЕПУТАТ ҠУЛЫНДАМЫ?
|

Ил иҡтисадында үҫеш күҙәтелмәй, халыҡтың яртыһы ашарға һәм кейенергә саҡ еткерә, ә бына байҙар байығандан-байый, тип ғәжәпләнә "КП.RU" көндәлек электрон гәзит эксперттары. Былтырғыға ҡарағанда долларлы миллионерҙар ҙа (172 меңдән - 246 меңгәсә), миллиардерҙар һаны ла (74-тән - 110-ға тиклем) 1,5-әр тапҡырға артҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар ил ҡаҙнаһына һалым түләмәй, ә капиталын ҡайһы илгә алып сыҡҡан, шуның резиденты һәм гражданы булараҡ, ошо сит ил ҡаҙнаһын аҫрай.
|
Уҡырға
23.12.19
|
|
|
БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ИШЕТЕП ЙӘШӘЙЕК
|

Башҡортостан - иң матур төбәктәрҙең береһе. Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәренең береһе булараҡ, Башҡортостан күптәргә өлгө булып торорлоҡ. Һуңғы ваҡытта айырыуса республикала йәнлелек һиҙелә, халыҡ та әүҙемләште: әйтер һүҙен тура бәреп әйтә, оҡшағанын - маҡтай, ә күңеленә хуш килмәгәнен тәнҡитләүҙән ҡурҡмай һәм оялмай башланы. Мин дә тыуған еремә ҡағылышлы күҙәтеү-ҡараштарым менән бүлешеп үткем килде.
|
Уҡырға
23.12.19
|
|
|
ЙОРТ ҺАЛҒАНДАР БОҘҘАН...
|

Заманыбыҙҙың бөйөк шағирҙарының береһе Рәйес Түләк үҙенең бер шиғырында: "Яҙҙар хәҙер барыбер яҙыраҡ шул, Көҙҙәр хәҙер барыбер көҙөрәк", - тип яҙғайны. Әммә ҡыштар ғына хәҙер ҡышыраҡ түгел икән. Балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамы алдынан баш ҡаланың төрлө майҙандарында ҡуйылған шыршылар һәм боҙ ҡаласыҡтары менән танышырға ниәтләгән сәйәхәтебеҙ шундай һығымталарға этәрҙе.
|
Уҡырға
23.12.19
|
|
|
АҢЛЫ ҒҮМЕР АРТЫНАН
|

"Һөйөнсө! Беҙ Төркиәгә барып ҡайттыҡ!" тип ҡаршы алды беҙҙе Гусевка ауылында бер төркөм ағинәйҙәр. Путевка менән ял итеп ҡайтҡан ағинәйҙәрҙең шатлыҡтары йөҙҙәренә нур булып яғылған: Айға осҡандармы ни! Әбйәлил районы ауылдары ағинәйҙәре Гусевка ауылы мәсетенә тап ошо әхирәттәренең имен-аман юл йөрөп ҡайтыу шатлығын уртаҡлашырға, ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, Мәүлит байрамын билдәләргә йыйылғайны.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ ТАНЫЛЫРҒА ҠЕҮӘТЕБЕҘ БАР, ШАРТТАР КӘРӘК
|

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигән әйтемде йыш ҡына телмәребеҙҙә ҡулланабыҙ. Һәм был һүҙҙәрҙең һәр ваҡыт өҫкә сығыуына, ысынлап та тән сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кешенең йән-күңел торошо ла һау булыуына инанып торабыҙ. Ошо бөтәбеҙгә лә таныш, әммә күптәребеҙ һанға һуҡмаған хәҡиҡәткә күптән түгел Италияға барып, панкратион буйынса Донъя чемпионатында алтын миҙал яулап ҡайтҡан яҡташыбыҙ - Белорет ҡалаһынан Эвилина Хаджиева һәм уның тренеры, "Яугир" ҡатнаш һәм һуғыш алышы спорт үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин менән әңгәмәләшкәндә лә инандыҡ.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
БАШҠОРТ ШӘЛЕ ТИГӘН МӨҒЖИЗӘ
|

"Кәзә ҡайт, кәзә ҡайт, ҡунаҡтарға һөт кәрәк...", "Аллаһыу, аллаһыу, кәзәләрҙе тауға ҡыу..." тигән сәңгелдәк йыры быуаттар буйы тирбәлә Уралтау буйҙарында. Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәҫтән тиҙ-етеҙ итеп шәл бәйләгән уңған, тырыш, булдыҡлы әсәйҙәребеҙ баҫалҡы ғына йылмайып күҙ алдына килә... Беҙҙең шәлсе әсәйҙәр... Улар ил иңенә мамыҡ шәл ябып йылытҡан да, йыуатҡан да, уҡытҡан да быуын. Башҡорт шәленә арнап матур илһамлы йырҙар ижад ителә. Тағы ниндәй һөнәр эйәләренә һәм уларҙың ҡул-йөрәк йылыһы яғылған эштәргә ил рәхмәте йыр аша тапшырыла икән?
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
МӨХӘББӘТ ЙЫРСЫҺЫ
|

Уның шиғырҙарына берәү ҙә битараф ҡала алмай. Рухлы, милли-патриотик булһынмы улар, мөхәббәт лирикаһымы, ҡатын-ҡыҙ һыҙланыуымы, йәшәйеш фәлсәфәһеме - ҡойоп ҡуйған, йәнде арбар, илһамландырыр, тертләтер, хистәрҙән сәсәтер кимәлдә була ла ҡуя. Бирелһә бирелә икән кешегә шиғри һәләт! Шиғри ғына түгел, кешелеклек һәләттәрен дә, мәрхәмәтлек һәләттәрен дә, аҡыл, сабырлыҡ һәм сибәрлекте лә йәлләмәгән уға Яратыусыбыҙ. Ошондай фекергә килдем мин Зөлфиә ХАННАНОВА менән яҡындан аралашҡандан һуң.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
|

Сирҙар урта быуаттарҙағы төрки дәүләтселеге тарихында мөһим урын биләй. Ҡытай хроникаларында улар се (сйе) исеме аҫтында билдәле була. Тан династияһына (618-917 йй.) арналған "Тан шу" ҡытай хроникаһында ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Сйеяньто ҡәүеме ике ырыуҙан - Сйе һәм Яньтонан хасил булып, улар бергәләшеп күсеп йөрөнө, ә һуңынан Сйе Яньто ырыуын буйһондорҙо... Тйеле ҡәүемдәре араһында улар иң көслөһө ине. Ғөрөф-ғәҙәттәре, башлыса, тукюестәрҙеке (төркиҙәрҙеке. - авт.) кеүек." Әйтергә кәрәк, ҡытайҙар тйеле йә иһә теле исеме менән уғыҙ ҡәбиләләре кешеләрен атаған. С.Г. Кляшторный яҙыуынса, тйеле боронғо монгол телендәге tegreg һүҙенең ҡытайса варианты булып, тәгәрмәс, арба мәғәнәһендә ҡулланылған. Хәҙерге монгол телендә арба "тэрэг", тип атала. Әммә тарихсы С. Хәмиҙуллин бының киреһенсә булыуы, йәғни, ошо һүҙҙең монгол теленә төрки телдәренән килеп инеүе ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ, тип иҫәпләй. Төркисә tegrek һүҙе тәгәрмәс туғынын, түңәрәк тигәнде аңлата. Ҡытайҙар боронғо төркиҙәрҙе, шул иҫәптән уғыҙҙарҙы ла, берсә тйеле, берсә гаогюй, гаоцзюй (бейек арбалар), тип атай, был төркиҙәрҙең күсеп йөрөгән саҡтарында япмалы арба ҡулланыуының асыҡ сағылышы ул.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
УРАЛ РУХЫ ҠЫУАНҒАНДЫР
|

Бөгөн йәмғиәттә милли идеология һәм милли идея эҙләү дауам итә. Әммә боронғоларҙың, һәр яңылыҡ - ул онотолған иҫкелек, тиеүе бер ҙә юҡҡа түгел. Сөнки был тормош һәр саҡ циклдар һәм спираль рәүешендә бара, күпмелер ваҡыттан һуң ул яңырып тора. Ә тормош нигеҙен тәшкил иткән ҡиммәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала, һәр хәлдә, улар ҡасандыр тормош һәм тәбиғәт тарафынан барлыҡҡа килтерелгән һәм үҙгәрергә тейеш түгел.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
РЕСПУБЛИКА МЕНӘН БЕРГӘ ҮҪӘЙЕК!
|

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров юғары вазифаға һайланып ҡуйылғандан һуң беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, уҙған йыл һөҙөмтәләрен барланы һәм алдағыһына бурыстар билдәләне. "Бер йыл элек республикаға ҡайтҡас, хәл-торошто баһаланым һәм проблемаларҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, медицинала йәки мәғарифта ғына түгеллеген аңланым, - тип башлап китте сығышын Радий Фәрит улы. - Ата-бабаларыбыҙҙың бөтөн эште бергә хәл итеү ғәҙәте булыуға ҡарамаҫтан, идара итеү вертикалендә лә, айырым коллективтарҙа ла берҙәмлек булмауын күрҙем. Ниндәйҙер пессимизм, үҙ көсөңә, республиканың киләсәгенә ышанмаусылыҡ бар ине һәм ул бөгөн дә бар. Шуға күрә мин идара итеү командаһы алдына берҙәмлеккә өлгәштерер маҡсаттар ҡуйҙым..." Түбәндә Мөрәжәғәтнамәнең төп мәлдәренә туҡталып, өлгәшелгән маҡсаттарҙың ҡайһы берҙәрен барлап үтәбеҙ.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
МИСКӘЛӘГЕ БАЛҒА БЕР ҠАЛАҠ ДЕГЕТ
|

Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә 2007 йылдан бирле Мәғарифты үҫтереүҙең федераль институты тарафынан "Туған тел уҡытыусыларының Бөтөн Рәсәй мастер-класы" тип аталған махсус конкурс ойошторола. Һүҙ юҡ, ошо күркәм сара Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыусы педагогтар араһында ҙур популярлыҡ яуланы. Уларҙың иң-иңдәре ошо сәмле үә үтә лә ғәмле ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәре һымаҡ изге туған телдәрен һөйгәндәр менән яҡындан аралашып, яуаплы эштәренә дәрт-ҡөҙрәт өҫтәрҙәй һабаҡтар алып ҡайта баш ҡаланан.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
Балаларыбыҙҙа, йәштәребеҙҙә нисек, ниндәй саралар ярҙамында башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятырға?
|

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре: Туған тел, туған моң - кешегә тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләк. Ул һәр кешенең, һәр милләттең үҙенсәлекле булмышын һаҡлай. Ә был төрлөлөк кешелек донъяһының йәшәйеше өсөн мөһим шарттарҙың береһе. Шуның өсөн тәбиғәттән һәр кешегә иҫ китмәле һәләт бирелгән: кеше мейеһе бер нисә тел үҙләштерә ала. Әйҙә, нисә тел үҙләштерһәң дә ихтыярың, тик туған телең иҫәбенә булмаһын, тигән заң һалынған Бөйөк Аҡыл эйәһе - Тәбиғәт тарафынан. Һәм тап Ул үҙе беҙгә әле йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған ҡанундарҙан тыш Тәбиғәт ҡанундарын биргән. Кешелек донъяһы ла, ундағы бар тереклек тә, үҫемлек донъяһы ла ошо ҡанундар менән йәшәй, аҙ ғына тайпылыу ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Әммә Ер йөҙөндәге иң аңлы тип һаналған кешеләр уны тупаҫ боҙа.
|
Уҡырға
16.12.19
|
|
|
ҺӘР ХЫЯНАТ ХЫЯНАТМЫ, ЙӘКИ САФЛЫҠТЫ ТАНЫР ӨСӨН ХАСЛЫҠТЫ БЕЛЕҮ ЯҠШЫРАҠ ТҮГЕЛМЕ?
|

Гәзиттең бер һанында Психолог менән Ҡатындың ирҙәр хыянаты тураһындағы диалогы баҫылғайны. Ҡатын ролендә сығыш яһаусы үҙен борсолоуҙар менән йәшәргә мәжбүр иткән хәлдәрҙе мөмкин тиклем йәшермәй әйтә, күңелен асып бирә алһа, Психолог бар йәһәттән уны тынысландырырға тырыша, тормоштағы ысынбарлыҡты нисек бар, шул килеш ҡабул итергә өндәй. Бик хуп. Киләсәктә лә ошондай йүнәлештәге асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр дауам итер тип ышанып, әңгәмәне уҡығандан һуң тыуған ҡайһы бер фекерҙәремде яҙып китмәксемен.
|
Уҡырға
09.12.19
|
|
|
ҺИН ЯНМАҺАҢ, МИН ЯНМАҺАМ...
|

Беҙ, биш егет, йәш талдан үрелгән ике кәрзингә турғай йомортҡаһы ҙурлығындағы таштар һалабыҙ. Ул кәрзиндәрҙең береһенә бер халыҡ шағирының исем-шәрифе, икенсеһенә "Рәйес Түләк" тип яҙылған. Таштарҙы икегә бүлеүҙең шарты шулай: һалыр алдынан һәр кем ике шағирҙың да үҙе аңлаған-белгәнсә ижадын баһалай. Берәүебеҙ "ултырыштың" сәркәтип вазифаһын үтәй - һалынған һәр ташты иҫәпләп, ҡағыҙға теркәп бара. Үҙебеҙсә ярым ысын, ярым шаярып, кемдең кем икәнен билдәләү буйынса ярыш ойошторғанбыҙ инде.
|
Уҡырға
09.12.19
|
|
|
БОРОНҒО ӨФӨБӨҘГӘ АСЫҠ ҺАУАЛАҒЫ МУЗЕЙ-ТӘҘРӘ АША БАҠ!
|

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров билдәле башҡорт археологы Нияз Мәжитовтың Өфө-2 ҡаласығындағы тарихыбыҙҙың яңы биттәрен асыу буйынса башлаған мөһим эшен дауам итеү маҡсатында 2024 йылға тиклем Өфөлә этноүҙәк төҙөү тураһында белдерҙе. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләшеү өсөн редакцияға "Боронғо Өфө" Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Гәүһәр БАТТАЛОВАны һәм археология бүлеге мөдире Марсель ШӘМСЕТДИНОВты саҡырҙыҡ.
|
Уҡырға
09.12.19
|
|
|
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
|

Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡараған ҡыпсаҡ ырыуының тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа, ә яҙма сығанаҡтарҙа ошо этноним беҙҙең эраның VIII быуатынан да иртәрәк осрамай. Шул уҡ ваҡытта ҡыпсаҡ исеме аҫтында тарихҡа ингән этник берләшмә байтаҡ ҡына төрки халыҡтары этногенезында бик мөһим урын биләй: ошо ырыу кешеләренең хәҙерге вариҫтары башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, үзбәк, алтай, ҡырым татарҙары составында ҙур урын биләй. Заманында Евразияла Иртыш йылғаһынан Дунайға тиклем йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ далалар иле Дәште-Ҡыпсаҡ (русса Дикое Поле йә иһә Поле Половецкое) исеме аҫтында билдәле була.
|
Уҡырға
09.12.19
|
|
|
БАЛАҢ ТӘМӘКЕ ТАРТҺА...
|

Рәсәйҙә балиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелһә лә, элек ул Хөкүмәттә хуплау тапмаған һәм проект авторҙарына ҡайтарылған булған. Әле был тәҡдимде Эске эштәр министрлығы индергән. Тәмәке тартҡан балаларҙың ата-әсәһенә һалынған штраф күләме аныҡланмай. Фәҡәт проектҡа ярашлы тәүҙә иҫкәртеү яһау, шунан һуң штраф, был да ярҙам итмәгәндә, бер нисә тәүлеккә ҡулға алыу тураһында һүҙ бара.
|
Уҡырға
09.12.19
|
|
|
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР ОШОЛАЙ БУЛЛА
|

Ошо көндәрҙә Өфөнөң йөҙөк ҡашы булырҙай татыу ғаиләләре араһында "Йәш ғаилә-2019" ҡала конкурсы үтте. Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан 21-се тапҡыр ойошторолған конкурста һәр райондан һайлап алынған иң күркәм ете ғаилә ҡатнашты.
|
Уҡырға
09.12.19
|
|
|
ӘЛДӘ "ЮЛДАШ" БАР
|

Республика халҡын иртә таңдан кискә ҡәҙәр үҙ йыр-моңона сорнап, туған телдә һөйләп торған "Юлдаш" радиоһының сираттағы ҙур концерты баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтте. "Юлдаш Хит-2019" тамашаһы алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың төрлө төбәктәренән килгән йөҙәрләгән тамашасыларын моңло тауыштар, "Теге өсәү"ҙең тапҡыр шаяртыуҙары, шәп бүләктәре менән ҡыуандырҙы.
|
Уҡырға
02.12.19
|
|
|
КҮКРӘҮҘӘРЕН ТОЙОП ЗАМАНДЫҢ, ЙӘКИ БАШҠОРТ ТЕАТРЫ ТАРИХЫН КҮҘҘӘН ҮТКӘРЕП
|

"Күкрәүҙәрен тойоп замандың..." Рәйес Түләк яҙып ҡалдырған ошо шиғранә тамға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры шәхестәренә лә таман ғына. Данлы-шанлы 1919 йылда башҡорт театры сәхнәгә аяҡ баҫа. Бөгөн илебеҙ уның 100 йыллығын байрам итә. Хөрмәтле милли сәнғәт усағының тарихын, режиссерҙары һәм актерҙарының ижадын барлап мәҡәләләр яҙған театр белгестәре лә бар. Кемдәр һуң улар, беҙҙең яратҡан театрыбыҙҙы ҡурсып-бәпләп, хуплап-маҡтап ижад юлына әйҙәүселәр? Режиссерҙар Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәҙәһиев, әҙәби бүлек мөдирҙәре Әминә Аралбаева, Тамара Абросимова, театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов, Өфө сәнғәт институты профессорҙары Суфия Күсемова, Галина Вербицкая, Айһылыу Сәғитова, Гөлсәсәк Саламатова, Рида Буранова, йәш театр белгестәре Ирина Шәмсетдинова, Эльвира Дәүләтбирҙина, Эльвира Әбдрәҡипова, Әлиә Мәмбәтова һәм театр уты ҡағылған башҡа йәндәр бөгөн дә арымай-талмай һәр тамашаны, һәр яңы образды сәләмләп, һөйөнсөләп тора. Ошо көндәрҙә Башҡорт театрының 100 йыллығы уңайынан нәшер ителгән тарихи-сәнғәти баҫма донъя күрҙе, уның өсөн бөгөнгө башҡорт театр белгестәре тарафынан бик күп эҙләнеүҙәр-уйланыуҙар аша өр-яңы мәҡәләләр яҙылды (китаптың яуаплы төҙөүсеһе һәм иң күп мәҡәләләр авторы Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатова). Артабанғы фекерҙәр шул яҙмаларҙан алынды.
|
Уҡырға
02.12.19
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.
(В. Короленко).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|