«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 157 158 159 160 161 162 163 164 165 » #
АҠҺАҠАЛДАР АҠЫЛЫН ТУПЛАУСЫЛАР ҺӘМ ҺАҠЛАУСЫЛАР!

1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағында Академик үҙәк асылып, уның составында башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында "Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте" ойошторола. 1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан Комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла һәм бер аҙҙан үҙгәртеп ойошторола. 1931 йылда Комплекслы институт нигеҙендә Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Был көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора. Институттың бүлек мөдирҙәре - филология фәндәре докторы Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ, тарих фәндәре кандидаты Марсил ФАРХШАТОВ, ғилми хеҙмәткәрҙәр, филология фәндәре кандидаттары Гөлнар ЮЛДЫБАЕВА, Гөлназ ЙӘҒӘФӘРОВА менән ошо уңайҙан түңәрәк ҡорға йыйылдыҡ.

Уҡырға
05.06.17  
 
БАБИЧТЫҢ ДУҪТАРЫ

Был араларҙа "Родина" кинотеатрында "Бабич" фильмы экранға сыҡты. Ул 1913-1919 йылғы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Фильмда Шәйехзада Бабич менән бергә йәмғиәткә артыҡ билдәле булмаған башҡа шәхестәр ҙә урын алған. Ғөмүмән, фильмда ҡатнашҡан 70-тән ашыу персонаждың кәмендә яртыһы хаҡында айырым мәҡәлә әҙерләргә була. Был шәхестәр - беҙҙең тарих. Данлы, яулы, иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ тарих. Бөгөн һүҙем - Бабичтың ике яҡын дуҫы хаҡында. Мәҡәләлә эксклюзив әйбер - шағир Төхвәт Ченәкәйҙең хаттары килтерелә. Ҡасим Ғирфанов хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уның шәхси архивынан алынды.

Уҡырға
05.06.17  
 
БЕҘ - БЕРЕНСЕЛӘР!

Алтай - төрки халҡының алтын бишеге һанала. Алтайлылар легендаһы буйынса, дошмандар тарафынан төркиҙәр юҡҡа сығарылған ваҡытта, Күк Тәңре үҙенең тоғро бүреһен ярҙамға ебәрә. Ҡанлы һуғыштан һуң тере ҡалған бер бәләкәй малайҙы шул бүре Алтай тауҙарына ҡасырып, үлемдән һаҡлап алып ҡала. Шул ир бала һәм бүре тоҡомонан бөтә төрки халыҡтары ярала...

Уҡырға
05.06.17  
 
ТУРА БӘЙЛӘНЕШ ЫСЫНЛАП ТА МӨҺИМ

Яҙҙың һуңғы көнөндә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов "Вся Уфа" телеканалында тура эфирҙа граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Был хаҡта анонс күпкә алдан алып барылғанға күрә, баш ҡала халҡы тапшырыуға хаттар яҙып, шылтыратып, смс-мөрәжәғәттәр менән үҙен борсоған һорауҙарҙы биреп ҡалырға һәм яуап алырға тырышты. Билдәләнгән көнгә тиклем редакция сайтына 200 самаһы хат, Ватсап мессенджерына 130-ҙан ашыу мөрәжәғәт килә, тура эфир барышында бер нисә тиҫтә шылтыратыу ҡабул ителә.


Уҡырға
05.06.17  
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Уҡырға
05.06.17  
 
СИБАЙҘА БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ ТАНТАНАҺЫ

Сибай ҡалаһының шул төбәк башҡорттары өсөн бәләкәй баш ҡала ролен үтәүе яңылыҡ түгелдер. Үҙенә күрә мәҙәни үҙәк тә, рухи тупланыш урыны ла һәм шул төшөнсәләрҙе йәшәтеүсе һәм үҫтереүсе шәхестәр төйәге лә ул. Шунлыҡтан, башҡорт кейеме көндәренең дә башлап сибайҙар тарафынан үткәрелеүе берәүҙе лә хайран итмәҫ. Быйыл ул бында икенсе тапҡыр уҙғарылды.

Уҡырға
05.06.17  
 
ДИНДЕҢ АСЫЛЫ ТИҢЛЕКТӘ, ТИГЕҘЛЕКТӘ

Әҙәм балаһынан да ирекле зат юҡ был донъяла. Ул уйҙары, хыялдары менән ирекле. Шулай ҙа уның төп иреге - азатлығын һайлауҙа. Ҡайһы юлдан барырға - изгелекме ул, яуызлыҡмы, ғәҙеллекме, әллә ялғанмы, хараммы, әллә хәләлме - кеше үҙе һайлай. Азатлыҡтың төп асылы - Хаҡ Тәғәлә тыйғандан тыйылып, ҡушҡанын үтәп йәшәүҙәлер. Әммә кеше күберәген күңеле ҡушмағанды башҡара, азатлығын онота. Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Илшат хәҙрәт БАЙМЫРҘИНдың изге Рамаҙан айы тураһындағы фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
05.06.17  
 
ШИҒРИӘТЕБЕҘ ҮҘ АСЫЛЫНА ҠАЙТА

Үткән йомала М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле шағир, прозаик, тәржемәсе, йыраусы Мәүлит Ямалетдиндың "Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма" китабының исем туйына арналған "Рухи хазина" исемле кисә булып үтте. Кисәне Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты театр коллективы менән берлектә ойошторҙо. Тамашаның режиссеры - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

Уҡырға
05.06.17  
 
ТАМСЫҠАЙ НИҢӘ КӨЙӨНӘ?

Ошо көндәрҙә бер әсәй "Бәйләнештә"ге стенаһына алты йәшлек Тамсыҡай исемле ҡыҙы менән булған һөйләшеүен яҙып элгән. Биш-алты юллыҡ ҡына был әңгәмә тирә-яҡ мөхитебеҙ торошон бер ниндәй һандарһыҙ, тасуирлауһыҙ ҙа асыҡ итеп күҙ алдына баҫтырҙы ла ҡуйҙы! Бала телендә - хәҡиҡәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит инде. Бына ул диалог, һеҙ ҙә уҡығыҙ, ғибрәт алығыҙ унан:

Уҡырға
05.06.17  
 
ТЫУҒАН ЕРЕНДӘ КЕШЕ КӘРӘГЕРӘК БУЛА

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдиме менән Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр Башҡорт ғаиләһе көнө үткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән матур ғаиләләр ҡатнашты. Бөгөнгө геройҙарыбыҙҙы ла унда тап иткәйнек. Йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ ғаилә тип, бөтөн Башҡортостан танып тора уларҙы. Баймаҡ районы Буранбай ауылынан килгән Аралбаевтарҙың иң өлкән вәкилдәре - Таңһылыу Хәбир ҡыҙы һәм Фәррәх Насип улы менән әңгәмәбеҙ ҙә ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә үҙенсәлектәре тураһында булыр.

Уҡырға
05.06.17  
 
ЮРМАТЫЛАР ҠОР ЙЫЙҘЫ

Ағас - тамырһыҙ, халыҡ тарихһыҙ булмай. Беҙ халҡыбыҙҙың сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы менән ғорурланабыҙ. Тамырҙарын, ырыуы тарихын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы итеп тойоу хоҡуғын бирә икәнен тойоп йәшәйбеҙ. Шуны иҫәпкә алып һәм Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә торған саралар планына ярашлы, үткән шәмбелә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ишембай муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Юрматы башҡорттарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы Юрматы ырыуы йыйынын үткәрҙе.

Уҡырға
05.06.17  
 
ӨЛКӘНДӘРГӘ ҠАРАҒАНДА ЙӘШТӘРЕБЕҘ ОЙОШҠАНЫРАҠ

Бөгөн баш ҡалала ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла балаларҙың русса һөйләшеүе бер кемгә лә сер түгел. Күптәр быны телевизор, интернет бәләһе итеп күрә. Шул уҡ ваҡытта, баш ҡалала тыуып, туған теленә, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә тоғро ҡалған замандаштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе - журналист, музыка белгесе, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара премияһы лауреаты Ләйлә АРАЛБАЕВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Уҡырға
05.06.17  
 
СЫҒАРЫЛЫШ УҠЫУСЫҺЫНЫҢ МАҠСАТЛЫ САҒЫЛЫШЫ

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн "Яҙғы бал - 2017" сараһы ойошторолдо. "Уфанет" компанияһы тарафынан алтынсы тапҡыр үткәрелгән был сарала белем усаҡтарының биш меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашты. Сығарылыш уҡыусыларын Федерация Советының комитет рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән Республика Хөкүмәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов тәбрикләне. Улар уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, республикаға һәм баш ҡалаға кәрәкле белгестәр булып ҡайтыуын теләне.

Уҡырға
05.06.17  
 
ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ - ХАЛЫҠТЫҢ ЙӨРӘГЕ УЛ

Башҡа бейеү төрҙәренән айырмалы рәүештә, халыҡ бейеүенең бер мөһим тәғәйенләнеше бар, ул халыҡты һаҡлай. Әгәр ҙә халыҡ бейеүе онотолоуға дусар ителһә, халыҡ үҙе лә яйлап юҡҡа сыға, сөнки бейеү - ул халыҡтың күңел хазинаһын, уның донъяға ҡарашын сағылдырыусы ғына түгел, ә рух сығанағы ла. "Дарман" балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт ХӘМИҘУЛЛИН менән бейеү һәм ансамблдең эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Уҡырға
22.05.17  
 
ҮҘАЛЛЫ ДАУАЛАНМА - ОНЛАЙН-ТАБИПТАН КӘҢӘШ ҺОРА

Тормошобоҙға интернеттың килеп инеүе, бер яҡтан, уңайлы - тиҙ арала хәл итәһе мәсьәләләрҙе башҡарып, кәрәкле кешене эҙләп табып, бихисап проблемаларҙы заманса технологиялар аша ғына эшләргә мөмкин. Ошоно күҙ уңында тотоп, Бөтә Рәсәй Йәмәғәт халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы йәмәғәт советы эксперты, медицина фәндәре кандидаты Эдуард Ғәптрәҡипов "Башҡортостанда онлайн-табип" медицина консультациялары проектын көнкүрешебеҙгә индереп ебәрҙе. Бөгөн әңгәмәбеҙ ошо сервис, уның халыҡҡа ярҙамы хаҡында.

Уҡырға
22.05.17  
 
ӨШКӨРӨҮ КӨСӨ

Көҙ аҙағы. Ҡыш үҙенең түҙемһеҙлеген күрһәтергә тырыша инде - ваҡытынан алда туңдыра ла башланы. Тереклектең һыуыҡтар башланыуына интегә-интегә өйрәнеп килеүе. Төрлө сирҙәр ҙә ошо миҙгелдәр алышыныуын көтөп кенә торалыр, ахыры, дауаханаларҙа сираттар оҙоная, аптекаларҙа аҡса әйләнеше күпкә арта. Ауырыуҙары ла, һауҙары ла, халыҡ имен-аман ҡышты сығырға тигән өмөт менән юлын дауам итә. Күптәре йәйҙән үк әҙерләнә: ҡышҡылыҡҡа һәр төрлө ысул менән емеш-еләген, үлән-тамырын һаҡлай. Миңә ҡалһа инде, ул сирҙәрҙең береһен дә ҡалдырмайым тиерлек, ҡайсаҡ түшәктән дә тора алмай, ҡайсаҡ эштән дә айырыла алмай аяғөҫтө генә үткәреп торам. Һәм шулай сирләгән һайын бала саҡта булған бер ваҡиға һағындырып ҡына иҫкә төшә.

Уҡырға
22.05.17  
 
ҺӘР МИЛЛӘТТЕҢ ЙОЛА-ТРАДИЦИЯЛАРЫНДА СОЦИАЛЬ ТИГЕҘЛЕК, СОЦИАЛИЗМ ЙӘШӘЙ

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр, Рәсәй Тәбиғи Фәндәр, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академиялары академигы, философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнил Сәйет улы ФӘЙЗУЛЛИНдың вазифаларын, өлгәшкән уңыштарын, ғилми хеҙмәттәрен һанай башлаһаң, айырым мәҡәлә яҙырға кәрәк булыр ине. Әлегә, ғалим булараҡ, уның төп тикшеренеү йүнәлештәрен генә һанап үтәйек: социаль философия, социология, социаль һәм демографик структура, ижтимағи мөнәсәбәттәр системаһы, этносоциология, ҡала һәм социаль-иҡтисади процестар идаралыҡ социологияһы. Ул 600-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 50-нән ашыу монография авторы. Фәнил Сәйет улының тағы ла бер күркәм сифаты бар: уның менән барлыҡ темаларға ла әңгәмәләшеп, һөйләшеп була. Ул кешелекте, йәмғиәтте, милләтте борсоған барлыҡ проблемаларға ла битараф түгел, һәр йәһәттән үҙенең аныҡ позицияһы, ғилми концепцияһы бар. Был юлы уның менән әңгәмәбеҙ иҡтисади көрсөк темаһынан башланып китте.

Уҡырға
22.05.17  
 
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ВЕНГРИЯ БАШҠОРТТАРЫ ХАҠЫНДА

Башҡорт тарихсылары араһынан тик Зәки Вәлидиҙең китабында ғына Венгрия башҡорттары тарихына ҙур урын бирелгән. Бөйөк ғалимдың "Башҡорттар тарихы" тигән хеҙмәтендә хатта "Мадьярстандағы башҡорттар" тип исемләнгән айырым бүлек тә бар. Шулай уҡ китабының "Башҡорттарҙа Исламиәттең таралыуы", "Монгол дәүерендә башҡорттар" тип аталған бүлектәрендә лә Урта быуаттарҙа Венгрияла йәшәгән башҡорттар хаҡында бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелә. Гәзит уҡыусылар иғтибарына "Башҡорттар тарихы"ның "Мадьярстандағы башҡорттар", "Монгол дәүерендә башҡорттар" тип исемләнгән бүлектәрен тәҡдим итмәксебеҙ.

Уҡырға
22.05.17  
 
КИЛМӘК НӨРӨШЕВ

Хәбәр иткәйнек инде: бөгөн, 20 майҙа Ишембай районында юрматылар йыйын ойоштора, Торатау буйына аҡ тирмәләр ҡороп, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәүсе ырыуҙаштарҙы ла, башҡа ырыу вәкилдәрен дә, сит-ят тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ла бер ҡорға йыя. Торатау буйындағы байрам программаһына Килмәк абыҙ Нөрөшев кубогына традицион яндан уҡ атыу буйынса турнир ҙа индерелгән.

Уҡырға
22.05.17  
 
ӨФӨБӨҘ БАЛАЛАРЫ БАШҠОРТСА ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘЙ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Донъя халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, балаларҙың башҡорт телендә һөйләшеү оҫталығын арттырыу маҡсатында һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был күркәм сараның ҡатнашыусылары тамашасыларҙы серле әкиәт донъяһына сәйәхәт иттерҙе.

Уҡырға
22.05.17  
 
Биттәр : # « 157 158 159 160 161 162 163 164 165 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru