Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
КЕМ ХАҠЛЫ: ҠЫҘЫЛДАРМЫ, АҠТАРМЫ?
|

Һуңғы ике-өс тиҫтә йыл эсендә илебеҙҙәге һәр төрлө үҙгәрештәргә күҙ ҙә эйәрмәй тиерлек. Шул арала "бөйөк һәм еңелмәҫ" коммунистар партияһы етәкләгән "емерелмәҫ" Союздың да бөтөнләйгә емерелеп бөтөүенә барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ. Союздаш республикалар йәмғиәте сәйгә һалған шаҡмаҡлы шәкәр һымаҡ, ирене лә бөттө. Олатайҙарыбыҙ мең михнәттәр менән төҙөгән социалистик ҡоролош урынына элекке капитализм еңел генә ҡабаттан килеп ултырҙы. "Бөйөк Союз"дың әрмеһе генә лә исемен бер нисә мәртәбә үҙгәртте…
|
Уҡырға
26.02.19
|
|
|
БАНК. ИПОТЕКА. КРЕДИТ.
|

Илдәге, бөтә донъялағы иҡтисади хәл-торош һәр кемдең тормошона туранан-тура йоғонто яһай. Шуға күрә ошо өлкәләге прогноздар менән танышып тороу бер кемгә лә артыҡ булмаҫтыр. Әлбиттә, белгестәрҙең фекерҙәре бөтөнләй ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм төрлө яҡлы булыуы мөмкин. Шулай уҡ иҡтисадта булған үҙгәрештәр берәүҙәргә көслө тәьҫир итһә, икенселәре өсөн бөтөнләй һиҙелмәйенсә үтә, кемгәлер икмәккә хаҡтың артыуы финанс ауырлыҡтар тыуҙырһа, икенселәргә яхтаның ҡиммәтләнеүе бәкәленә һуға. Ләкин ниндәй осраҡта ла долларҙың "хәле", һумдың торошо, кредит өлкәһендәге үҙгәрештәр ил бюджетына ҙур йоғонто яһай. 2019 йылға финанс өлкәһендә эшләүсе эксперттар ниндәй прогноз бирә? Танышайыҡ.
|
Уҡырға
20.02.19
|
|
|
МАЛ ТОТМАЙ БУЛМАЙ
|

Һәр кемгә төрлө яҙмыш тейә шул. Миңә инде "Был - ауыл кешеһе" тип алдан яҙылып ҡуйылғандыр, тим. Ысынлап та, ауыл кешеһе бурыстарын тулыһынса иңемә тейәгәнмен дә, алға барыуымды беләм. Өлөшөмә тейгән көмөшөм, тип, ауыл тормошоноң ауырлығына зарланмайым да, эстән генә иңрәһәм дә, тирә-яҡтағыларға һиҙҙермәй, бар донъяға йылмайып ҡарап, тормош юлымды дауам итәм. Юлымда осраған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, һығымта яһап, тәжрибә туплайым, тағы ла көслөрәккә әйләнәм.
|
Уҡырға
20.02.19
|
|
|
ҠОТОЛАЙЫҠ ИБЛИС ҠОТҠОҺОНАН
|

Шәмсиә әбей ул һыуҙы төрлө ҡоҙоҡтан төрлө ваҡытта йыйыуын һөйләне. Ҡайҙан, нисек йыйғандыр - уныһы дауалаусының үҙ эше, үҙ ысулы. Әммә һыуҙың, ысынлап та, ниндәйҙер үҙенсәлекле тәме бар.
Һыу, тигәндән, ғалимдар билдәләүе буйынса, һыу бөтөн ергә лә үтеп инә алған берҙән-бер үткәргес (проводник). Әлеге мәлдәге интернет системаһы кеүек, бөтөн тарафтарҙы ла тоташтырып тороусы нәмә - ул һыу. Ул атмосферала ла, тупраҡта ла, үҫемлектәрҙә лә, хайуандарҙа ла һәм, әлбиттә, кеше организмында ла бар. Шуға күрә генә лә әбейҙең һыу аша, һыу эсереп кодлауында ниндәйҙер бер хикмәт, бәлки, мөғжизә лә бар һымаҡ.
|
Уҡырға
20.02.19
|
|
|
ЕҢЕЛ БЫУ МЕНӘН, ЙӘКИ МУНСА ЙЫУЫНЫУ ӨСӨН ГЕНӘМЕ?
|

Мунса борон-борондан йыуыныу ғына түгел, ә тотош бер йола башҡарыла торған ер булған. Әле лә бында күптәр йыуынырға ғына түгел, ә ял итергә йөрөй. Мунса - ул тән һәм йән таҙарына торған изге урын, тип әйтһәк тә яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Мунса арыуҙы ла, һағышты ла йыуып төшөрә. Иң мөһиме, мунса ингәндә ҡабаланмаҫҡа һәм кәрәгенсә тынысланып, тәнде йомшартып, проблемаларыңды онотоп торорға кәрәк. Шулай итмәһәң, уның файҙаһы булмаясаҡ.
|
Уҡырға
20.02.19
|
|
|
МАҢЛАЙ КҮҘЕН ГЕНӘ ТҮГЕЛ КҮҢЕЛ КҮҘЕН ДӘ АСЫУСЫ УЛ
|

Бөгөн күптәр: "Ул беҙҙең күҙебеҙҙе асты!" - тип, уны ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуҙырыусы итеп күрә. Уйлап ҡараһаң, хеҙмәт йылдары дауамында Марат Талғат улы балаларҙан алып ҡарттарға тиклем күпме кешегә донъяны барлыҡ төҫтәрендә күреү бәхетен бүләк иткән! Бынан тыш, уның фәнгә ҙур өлөш индереүен, медицина һәм офтальмология терминдарының башҡортса һүҙлектәрен сығарыуын, барлыҡ исем-атын, дәрәжәләрен һанай китһәң, гәзиттең бер нисә бите китер. Бөгөн иһә барлыҡ регалияларҙы ситкә ҡуйып тороп, дәүеребеҙҙең арҙаҡлы шәхестәренең береһе медицина фәндәре докторы, профессор, академик Марат АҘНАБАЕВ менән замандаштар булараҡ әңгәмә ҡорҙоҡ.
|
Уҡырға
20.02.19
|
|
|
СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ РУХ ТА СӘЛӘМӘТ
|

Ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһен ике һүҙ менән аңлатырға ҡушһалар, унда төп лейтмотив булып спорт һәм сәләмәтлек торор ине. Был фекер бер нигеҙһеҙ түгел, сөнки үткән аҙнала башҡа саралар менән бер рәттән Өфөлә боҙҙа мотоциклдарҙа уҙышыу буйынса Европа чемпионаты үтте. Уны традицион рәүештә "Төҙөүсе" стадионы ҡабул итә. "Ярыштарҙы барып ҡараным, әммә стадиондың торошо ҡәнәғәтләндермәне. Унда беҙ ҙур сара ойошторабыҙ. Шуға күрә тейешле документтар әҙерләп, республика Хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк", - тине ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.
|
Уҡырға
20.02.19
|
|
|
МӘҒАРИФ МИНИСТРЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ...
|

Ҡайһы саҡта минең депутат булғым килеп китә. Телевизорҙан ултырыш ваҡытында йоҡлап ултырған депутаттарҙы күрһәм, йоҡлағанға ла аҡса бирәләр икән дәбаһа, тигән уй тыуғанда, йә булмаһа, "янғындан" һуң уны "һүндерергә" тотоноусы депутаттарҙы күрһәтһәләр, әсенеүҙән, хыялғынам тоҡанып китә. Минең уйым буйынса, депутаттың донъяны танып-белеү ҡеүәһе беҙҙең кеүектәргә ҡарағанда биш-алты тапҡырға етеҙерәк булып, ваҡиғаларҙы беҙҙән алдараҡ күҙаллап, алдан сара күрергә һәләтле кеше булырға тейеш, тигән инаныу йәшәүҙәндер, күрәһең.
|
Уҡырға
19.02.19
|
|
|
БҮРЕНЕҢ АҠЫЛЛЫЛЫҒЫ...
|

Бүре менән беҙ бәләкәстән үк әкиәттәр аша таныш. Уларҙың иң иҫтә ҡалғандарының береһе - "Бүре һәм кәзә бәрәстәре" әкиәте. Иҫләйһегеҙҙер, Әсәй-кәзә бәрәстәрен өйгә бикләп китә, ә ишекте бер кемгә лә асмаҫҡа ҡуша. Әсәләре күҙҙән юғалыу менән Бүре өй эргәһенә йүгереп килеп тә етә.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
ҠОТОЛАЙЫҠ ИБЛИС ҠОТҠОҺОНАН
|

Ни эшләргә? Тәүҙә барыһына ла ҡул һелтәп, яңы тормош башларға уйланым. Машинам барлығы иҫемә төштө. Һе, кеше ташып булһа ла аҡса эшләй алам да инде мин. Таксистар бер аҙнала минең бер айлыҡты кеҫәһенә һала. Машина тигәндән, уларҙың үҙҙәрен дә, хатта яҙмыштарын да кешеләрҙекенә оҡшатам мин. Двигателе эске ағзалар булһа, трансмиссияһы - кәүҙә, йөрөү өлөшөн аяҡ-ҡул менән сағыштырырға була. Мин дә әлеге мәлдә хәлемде беренсе тиҙлек менән тау үренә табан барған еңел машинаға оҡшатам, һәм үрҙе артылырлыҡ хәлем барлығына өмөтөм һүнмәгән. Гел генә тигеҙ юлдан да йөрөмәнем. Төрлө үрҙәрҙе үткән кеше әле мин. Тигеҙ юлдан да йөрөнөм, уңға ла, һулға ла боролорға тура килде. Ҡаршы юлға сығып, маңлайға-маңлай бәрелешкән мәлдәрем дә хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Юл (йәшәү) ҡағиҙәләрен белмәгәндән түгел, тормош бит - төрлө саҡтар була. Тағы ла тигеҙ юлдан дүртенсе тиҙлектә елдерәсәкмен әле.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ ОЛО ЯУ
|

Республикабыҙ ауылдарында барған бер ыңғай күренеште билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Ул да булһа - эскелеккә ҡаршы көрәш. Ауылдарҙа төрлө ойошмалар булып йыйналған ир-егеттәр был эште үҙ ҡулдарына алды. Үткән һандарҙың береһендә "Ир-егеттәребеҙ ысынлап тотонһа, нимәне лә булдыра" тип яҙып сыҡҡайныҡ һәм әле лә шул фекерҙе дәлилләйбеҙ: ир-егеттәребеҙ ихласлап тотонһа, булдыралар шул! Райондарҙа эскелеккә ҡаршы барған һуғыштың ирекле көрәшселәрен йыйып алдыҡ һөйләшеүгә. Беренсе осрашыуға Күгәрсен районы "Ҡыпсаҡ" ойошмаһынан Вадим ӘЛМӨХӘМӘТОВ менән Денис АЙЫТҠОЛОВ, Ғафури районының "Табын ырыуы"нан Элмир МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Баймаҡ районы "Баймаҡ башҡорттары"нан Илнар ҒӘЛИН, Әбйәлил районының "Бөркөт" ойошмаһынан Морат ЙӘНБИРҘИН һәм Сибай ҡалаһынан Илшат ХӘСӘНОВтар килде. "Беренсе осрашыу" тибеҙ, сөнки беҙ был күрешеүҙәрҙе төрлө район вәкилдәре менән даими үткәреп торорға тип ниәтләйбеҙ. Донъялыҡта кешелеккә ҡаршы алып барылған иң ҡурҡыныс һуғыштарҙың береһе ул - эскелек. Ә беҙ таныштырасаҡ егеттәр шул алыштың яугирҙары.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
ТОҒРОЛОҠ ӨЛГӨҺӨ
|

Кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильмы төшөрөлгәс, "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына уның геройҙары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотоларын, шулай уҡ фильмдың костюмдар буйынса рәссамы Әлиә Байрамғолованың фильмды төшөрөү майҙансығынан яһаған фотоларын ла тәҡдим итергә булдыҡ. "Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" тигән был проект үҙенең һәләте, хеҙмәте менән ил тарихын, милләт яҙмышын яҙған кешеләрҙең исемен ҡабаттан иҫебеҙгә төшөрөү өсөн кәрәк беҙгә, тип уйланыҡ.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
СИКЛӘҮҘӘР ЮҠ БАРЫ ҮҘЕГЕҘ ЗАКОНДЫ БОҘМАҒЫҘ
|

1 ғинуарҙан "РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон эшләй башланы. Халыҡҡа үҙ мәнфәғәте өсөн түләмәйенсә генә киҫкә (валежник) йыйыу мөмкинлеге биргән был закон буйынса һорауҙар һаман байтаҡ ҡына. Ошо айҡанлы законды тәҡдим итеүсе һәм тормошҡа ашырыусы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
МӘҒАРИФ ҺӘМ...
|

Быйыл йәйгеһен, аныҡлап әйткәндә 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Унда ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителгән, әле спортсыларҙы теркәү бара, 600-ҙән ашыу кеше теркәлгән дә инде. Ҡала хакимиәтендә уҙған сираттағы оператив кәңәшмә тап ошо теманан башланыуы ла юҡҡа түгел. Хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин был сараны, ул балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырһын өсөн, юғары кимәлдә үткәреү бурысын йөкмәтте.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
БЕРЕНСЕ ПРЕЗИДЕНТ ТУРАҺЫНДА
|

Меңәр йылдар дауамында тарих аренаһында лайыҡлы урын биләп килгән башҡорт иле XX быуат аҙағында Рәсәй менән бергә сираттағы тарихи һынау алдына ҡуйылды. СССР тип аталған коммунистик империя, күҙ асып йомғансы тигәндәй, ҡомдан төҙөлгән ҡәлғә һымаҡ, тарҡалып юҡҡа сыҡты. Ҡыйралыш, һынылыш йылдары бер ваҡытта ла бәлә-ҡазаһыҙ, юғалтыуҙарһыҙ булмай. Ер йөҙөндә иң ғәҙел йәмғиәт төҙөйбөҙ, тип хыялланған, әммә юлбашсылар тарафынан аяуһыҙ алдауға дусар булған халыҡ сабыйҙарса инанған иллюзор ҡиммәттәренән яҙғас, баҙап ҡалды. Бәғзе берәүҙәр, күнегелгән эшенән, түрәләргә роботтарса буйһоноп йәшәүҙән арынғас, эскегә һабышты, урамдарҙа асарбаҡтар ишәйҙе, дөйөм байлыҡты ҡулына төшөрә алған йылғыр әҙәмдәр, бандиттар яллап, бер-береһенең йәнен ҡыя башланы… Әммә яңырыу юлына алып сығасаҡ тәүге аҙымдар шул болғаныш ерлегендә яһалды, рухи булмышыбыҙҙы тергеҙеүгә ынтылыш та тап шул саҡта көсәйгәндән-көсәйә барҙы.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
Биш көнлөк уҡытыу аҙнаһына күсеү мәсьәләһенә нисек ҡарайһығыҙ?
|

ЕТӘКСЕ ҺҮҘЕ:
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ "Взлетай!" ("Юғары ос!") тип аталған беренсе мәктәп форумында ҡатнашып, ил Президенты тәҡдим иткән милли проекттарҙың иң мөһимдәрҙең береһе - "Мәғариф" милли проекты буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
|
Уҡырға
13.02.19
|
|
|
МИН НИМӘГӘ ҺӘЛӘТЛЕ? ШУНЫ ҺЫНАРҒА ЯРАТАМ
|

Бар кеше лә эшҡыуар булып китә алмай, тиергә яратабыҙ. Әммә ошоға тиклем ғалимдар "эшҡыуарлыҡ гены"н асыҡлағаны юҡ әле. Тимәк, кеше үҙендә һәр төрлө сифатты ла тәрбиәләй ала. Иң мөһиме, теләк, тырышлыҡ һәм маҡсатҡа өлгәшә белеү кәрәк. Күгәрсен егете - эшҡыуар Вадим ӘЛМӨХӘМӘТОВ та ошондай фекерҙә. Уның үҙ тәжрибәһенән сығып биргән яуаптары, бәлки, кемгәлер үҙ эшен булдырыуға этәргес булыр?
|
Уҡырға
06.02.19
|
|
|
ҠОТОЛАЙЫҠ ИБЛИС ҠОТҠОҺОНАН
|

Һүҙҙе шунан башлайыҡ: эсеүҙе ташлау ҙур батырлыҡ түгел, уны һәр кем булдыра ала. Ҡыҙыҡ өсөн таныштарҙан һорашып сыҡтым. Тәүге эскән көндәрен бөтәһе лә яҡшы хәтерләй. Әйтерһең дә, ҙур ваҡиға булған. Ташлаған көн ҙур ваҡиғаға әйләнһен ине! Аллаға шөкөр, Шешәбикәне ташлауыма алты йыл тулып уҙҙы. Шаяртам - ике йыл ғына. Һуғышта бер йыл өс йылға һанала бит. Улайға китһә, айыҡ тормош өсөн дә көрәшергә, үҙ-үҙең, тирә-йүндәге мөхит менән туҡтауһыҙ дәғүәләшергә кәрәк бит. Ә был һуғыштың да ниндәйе бит әле! Эскелекте ташлауыма күп ваҡыт та үтмәгән, һығымталар яһарға иртәрәк тә һымаҡ. Әлегә шуныһы мөһим: Иблис ҡотҡоһонан ҡотола алдым, алдағыһы ваҡыт хөкөмөндә.
|
Уҡырға
06.02.19
|
|
|
ҠЫҘҘАРЫБЫҘ БЕЙЕГӘНДӘ КӨМӨШ ТӘҢКӘ ЗЫҢЫН ИШЕТЕРГӘ ТЕЛӘР ИНЕК
|

Халыҡтың борондан формалашҡан йәшәү рәүешен, шөғөлөн, йолаларын, шулай уҡ уның ниндәй тарихи ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәүен асыҡ күрһәтә торған бер күренеш бар. Ул - традицион милли кейем. Ғилеме булған кеше унан халыҡтың донъяға ҡарашы, йәмғиәттең социаль, матди, хатта техник үҫеше кимәле тураһында әллә күпме мәғлүмәт ала ала. Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәргә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәренә иғтибар артты. Әммә хәҙерге заман костюмы, биҙәүестәре - дизайн продукты. Кейем-биҙәүестәрҙең тарихи ерлеген, биҙәктәрҙең мәғәнәһен өйрәнеп ултырыусылар һирәк. Бының кире яғы бармы? Милли кейем тегеү йә биҙәүес яһау алдынан нимәләргә иғтибар итергә? Ошолар тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия ҒӘЙНУЛЛИНА, филолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес Азат ҒАРИПОВ, башҡорт кейемдәрен реконструкциялау оҫтаһы Илдар ҒАТАУЛЛИН менән әңгәмә ҡорабыҙ.
|
Уҡырға
06.02.19
|
|
|
"МИН ЙЫРЛАРҒА ХАЛҠЫМДАН ӨЙРӘНДЕМ"
|

2018 йылдың яҙында кинорежиссер Булат Йосопов "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильм төшөрә башлағайны. Ул темаһы йәһәтенән "Бабич" фильмының дауамы булараҡ ҡарала. "Беренсе Республика" йәш Башҡортостанда мәҙәни төҙөлөштөң тәүге аҙымдары - драма һәм опера театрҙары, милли әҙәбиәт һәм драматургия, милли опера һәм музыкаға нигеҙ һалыусылар тураһында һөйләй. Фильм әле быға тиклем билдәле булмаған тарихтарҙы аса. "Беренсе Республика" геройҙарының исемен, уларҙың бөйөк эштәрен күптәр белмәй ҙә. Шуға ла "Йәнләндерелгән фоторәсемдәр" тигән проект идеяһы тыуғайны. Фильм геройҙарының тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотоларын һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолованың фильмды төшөрөү майҙансығынан яһаған фотоларын "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына ла тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең рухиәтебеҙҙә уларҙың үҙ урыны булырға тейеш.
|
Уҡырға
06.02.19
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.
(Сенека).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|