«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Алдаҡсылар заманында йәшәйбеҙ. Һинең улар тоҙағына эләккәнең булдымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 203 204 205 206 207 208 209 210 211 » #
УҠЫУСЫҢ ЕҢЕҮЕ УҠЫТЫУСЫҒА ЛА БАҺА



Ошо көндәрҙә баш ҡаланың өлгөлө педагогтарына һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе етәксе кадрҙарға Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары ташырылды.

Уҡыусылары төбәк-ара һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеү яулаған егерме биш уҡытыусыны һәм алты мәғариф учреждениеһы етәксеһен хакимиәт башлығы Ирек Ялалов исеменән уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов ҡотланы.

Уҡырға
01.06.15  
 
РУХ-ЙӘН ДАУАҺЫ УЛ

"Киске Өфө" гәзитен алдырып уҡымағандар күп нәмәнән мәхрүм, тигән фекерҙәбеҙ. Ундағы ҡайһы ғына мәҡәләне алма, уйға һалырҙай тос фекер, зиһендәрҙе яҡтыртып ебәрерҙәй фәлсәфә, күңел имләрҙәй аҡыл хазинаһы.

"Киске Өфө" гәзите - рух-йән дауаһы, күңелгә ғәм, сәм һалып, ҡуҙғытып, донъяуи мәсьәләләргә ҡараштарҙы киңәйтеп ебәреүсе баҫма. Йәмғиәттә йәшәгәс, кеше алдында төрлө юҫыҡтағы һорауҙар, проблемалар тыуып ҡына тора - береһенең осона сыҡһаң, икенсеһе килеп ҡалҡа. "Киске Өфө" гәзите айбарланып ярҙамға ташланғандай: албырғап ҡалғандың аңын уятыр, илағанды йыуатыр, тормош юлындағы маяҡтай, аҙашҡанды етәкләп алып китер, атайҙарса төплө кәңәштәр бирер, әсәйҙәрсә сабыр аҡыл менән фатиха ҡылып, юл күрһәтер рухи таяныс, ныҡлы терәк ул.

Уҡырға
01.06.15  
 
ДЕПУТАТТЫҢ АҒИНӘЙҘӘРҘЕ ШАТЛАНДЫРҒАНЫ

Йәмәғәт ойошмалары күп беҙҙә. Рәсәй Президенты В. Путиндың, йәмәғәтселек институтын тергеҙеү, социаль йүнәлешле йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү тураһындағы күрһәтмәләренән һуң бындай ойошмалар тағы ла күбәйҙе. Улар араһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының, уның республика ҡалалары һәм райондарындағы филиалдарының эшмәкәрлеге айырылып тора.

Ағинәйҙәр бөгөн ауылдарҙағы иҡтисади, социаль көрсөк менән көрәшә, йолаларҙы, сәләмәт йәшәү рәүешен тергеҙә, тәбиғәтте, рухиәтте һаҡлай, ауыл тормошона йән, ҡот өрә. Ошондай эшмәкәрлек алып барыусы ағинәйҙәр араһында, әлбиттә, әбйәлилдәрҙең үҙ тәжрибәһе, һөҙөмтәле эштәре бар. Улар был тәжрибәһе менән әленән-әле уртаҡлашып тора. Былтыр сентябрь айында Әбйәлил районында республиканың 20-ләп районы ағинәйҙәре ҡунаҡта булып, ошо тәжрибәне үҙ күҙҙәре менән күреп киткәйне.

Уҡырға
25.05.15  
 
АҢЛАҒАНҒА - ҒИБРӘТ, ЙӘКИ ТАРИХ ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ

Тарихты белеү кешегә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, уны аңлай белгән кеше донъяға анализ күҙлегенән ҡарай һәм һәр ваҡиғаның асылына тиҙ үк төшөнә ала. Үткәндәрҙе белеү тормошта юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, бәлки, унан ғибрәт ала белгәндәрҙе хаталаныуҙан да аралай. Шул уҡ ваҡытта тарихтың пропаганда, идеология ҡоралы булыуын да хәтерҙән сығарырға ярамай. Яңылыш тәфсирләнгәндә уның миллионлаған кешеләрҙең башын бутап, фажиғәгә килтереүе лә ихтимал. Ысынбарлыҡта иһә, тарих насар ҙа, яҡшы ла булмай, ул факт, булған хәл. Уны кешенең нисек аңлауы, аңлатыуы һәр кемдең үҙенән тора. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәле Фәйзрахман улы ВӘЛИУЛЛИН менән тарихтың фәлсәфәүи аспекты, уның кеше аңдарына, киләсәк быуындарға күрһәткән йоғонтоһо, ул биргән һабаҡтар, бөгөнгө заман менән бәйләнеше хаҡында фәлсәфә ҡорабыҙ.

Уҡырға
25.05.15  
 
ИЗГЕ ҺУҒЫШ - ЙЫҺАД, ЙӘҒНИ Ғ. РӘСҮЛЕВТЫҢ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНА БИРГӘН ФӘТҮӘҺЕ

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы ил етәкселеген ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарашын, мөнәсәбәтен үҙгәртергә мәжбүр итә. СССР баштан уҡ атеистик дәүләт тип иғлан ителеүгә һәм дингә ҡаршы көслө көрәш алып барылыуға ҡарамаҫтан, ҙур ҡурҡыныс тыуыу менән дәүләт дини ойошмаларға, дин әһелдәренә ихтыяж барлығын таный. Шул иҫәптән 30-сы йылдарҙа властың ҡаты ҡыҫымы аҫтында булған Өфөләге мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратына ла мәрхәмәтле мөнәсәбәт булдырыла.

Ул ваҡытта мөфтөй булған Ғабдрахман Рәсүлевтың ҡыҙы Сафуат Рахманҡулова үҙ иҫтәлектәрендә: "1941 йылдың август айында беҙҙең өйгә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте рәйесе килде. Улар атайым менән оҙаҡ ҡына ваҡыт аралашты. Ҡунаҡ Совет власының Ислам диненә ирек биреүен, дини ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ҡыҫыраҡламаясағын, элек ябылған мәсеттәрҙең ҡабаттан асыласағын әйтте. Ошоноң менән Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлегенең яңы этабы башланды. Совет хөкүмәте өсөн кәрәкмәгән ойошманан ул файҙалы үҙәккә әйләнде", - тип хәтергә ала. Был осрашыуҙан һуң Ғабдрахман Рәсүлев Үҙәк диниә назараты исеменән мосолмандарға мөрәжәғәтнамә яҙа.

Уҡырға
25.05.15  
 
КИЛДЕМ, КҮРҘЕМ, ЕҢДЕМ...

"Йәшлек - кешенең яҙ миҙгеле, был осорҙа тормоштоң киләсәгенә орлоҡ сәселә", тигән бер аҡыллы әҙәм. Әммә йәш саҡта киләсәк тураһында артыҡ ныҡ ҡайғырмайһың, көҙөң еткәс урып алаһы уңыштар тураһында ла уйланмайһың. Оло быуын кешеләре йәштәрҙе һәр ваҡыт шул бошмаҫлыҡта ғәйепләй ҙә инде. Ә шулай ҙа замана йәштәре киләсәген күҙалламай йәшәйме икән? Был һорауға яуап табыу өсөн Санкт-Петербург ҡалаһында белем алыусы, былтырғы "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамының "Батыр тоҡомо" этноконкурсында Гран-при яулаусы Айназ НИЗАМЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Санкт-Петербург ҡалаһы юғары уҡыу йортонда белем алыу ауырға төшәме?

- Санкт-Петербург Механик һәм оптик информацион технологиялар милли тикшеренеү университетында фотоника һәм оптик информатика факультетында уҡыйым, һөнәрем буйынса махсус тәғәйенләнешле оптик приборҙар инженер-конструкторы буласаҡмын. Был һөнәрҙе үҙләштереүселәр һирәк, шуға күрә, уҡып бөткәс, теләгән ерҙә эш таба алырыма ышанам. Апайым да ошо уҡ университетта уҡыны. Уның һөйләгәндәрен тыңлап йөрөй торғас, үҙемдең дә шунда уҡығым килде.

Уҡырға
25.05.15  
 
ӘЛЕГӘ ХӘҮЕФ ЮҠ, АРТАБАН ДА ШУЛАЙ БУЛЫРМЫ?

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәте ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы үтте. Тәү тапҡыр уҙғарылғанлыҡтан, сара төп иғтибар үҙәгендә булырға тейешле мәлдәрҙе үҙ эсенә алды.

- Донъяла барған ваҡиғалар фонында милләт-ара татыулыҡ көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләгә әүерелә бара. Әгәр әлегә был өлкәлә бер ниндәй ҙә хәүеф тоймайбыҙ икән, һәр саҡ шулай булыр, тип тынысланырға ярамай. Дәүләт Советының милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса уҙғарылған ултырышында РФ Хөкүмәте Рәйесе Д. Медведев был өлкәләге солох, татыулыҡты һаҡлауҙы өҫтөнлөклө мәсьәлә итеп ҡуйҙы. Киләсәктә кире эҙемтәләр булмаһын өсөн бөгөн милләт-ара татыулыҡты һаҡларға һәм иҫкәртеү эштәре алып барырға кәрәк, - тип белдерҙе үҙенең сығышында Комиссия рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм ошо йәһәттән баш ҡалала башҡарылған эштәргә туҡталып үтте.

Уҡырға
25.05.15  
 
НИСЕК ДАН ҠАҘАНЫРҒА?

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында ойошторолған хәрби парад һәм Рәсәй халҡының илебеҙ ҡалалары урамдарынан тығыҙ сафтар булып үткән "Үлемһеҙ полк" маршы кешелек хәтере гендарының ныҡлығына дәлил булып ҡына ҡалманы, бәлки, халҡыбыҙҙың аң, выждан һәм намыҫ дәрәжәһен күрһәтеүсе һәм күтәреүсе ҡеүәтле бер көс булараҡ та сикһеҙ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ уятты. "Ошондай илде, ошондай халыҡты еңеп булмаясаҡ, юҡ!" тип ҡабатлайым Александровтың арҡаларҙы сымырҙатып яңғыраған "Изге яу"көйөнән ғәйрәтләнеп...

Уҡырға
25.05.15  
 
ОШО ЮҒАРЫЛЫҠТАН ТӨШМӘГЕҘ!

Иң яҡын дуҫың менән күрешмәйерәк торһаң, күңелдә юҡһыныу тойғоһо барлыҡҡа килә. Уның йылы һүҙҙәрен, аҡыллы кәңәштәрен тыңлап, йәшәүгә дәрт алаһың, мәрәкәләренән көлөп, йөрәк болоҡһоуын баҫаһың, донъяуи яңылыҡтар тураһында хәбәрләшәһең, үҙеңде борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашып, күңелде бушатаһың. Күптән алдырған яратҡан гәзитем - "Киске Өфө"нө лә ошондай яҡын дуҫтарым рәтенә индерәм.

Уҡырға
25.05.15  
 
БӨТКӘН АУЫЛДАРҘЫҢ ДА ИҪКӘ АЛЫР ВЕТЕРАНДАРЫ БАР БИТ

Бөгөн күп ауылдарҙа һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алалар, уларға арналған обелисктар яңыртыла, яңылары асыла. Ә бына бөткән ауылдарҙан һуғышҡа киткән һалдаттар, тыл ветерандары, һуғыш йылдары балаларын кем иҫкә ала икән? Был ауылдарҙа ла ҡасандыр тормош гөрләп торған бит. Әммә әле ул урындарҙа моңһоу тынлыҡ. Сәскәләр һалырға яугирҙарҙың исеме яҙылған таҡтаташтар ҙа, һәйкәлдәр ҙә юҡ. Ә ундай бөткән ауылдар илебеҙҙә бихисап бит. Әсәйемдең тыуған ауылы Кәшәле лә шундай ауылдар иҫәбендә.

Әҙәм балаһын тыуғандан алып баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан тыуған ере, ата-әсәһе, туғандары, бергә уйнаған иптәштәре, ундағы көнитмеше - барыһы ла татлы иҫтәлектәр булып, ғүмере буйына оҙатып баралар. Әсәйем дә Фатима инәйем килһә: "Эх, үлмәҫ элек шул Кәшәлене бер барып күрһәң ине", - тип, бала саҡтарын, олатайым менән өләсәйемде, яҡын туғандарын, бергә саңғы кейеп, тоҡ йөкмәп орлоҡ ташыған иптәштәрен, әтлек, һарына йыйған урмандарын, бесән сапҡан туғайҙарын, Нөгөштә һыу ингәндәрен йыш иҫенә төшөрөп ултыра.

Уҡырға
18.05.15  
 
БӘЙГЕ ТОТТОЛАР ТАПҠЫРЛЫҠТА

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һайында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының III миҙгел финал уйындары үтте. Уны тамаша ҡылыусылар көр күңел, йырыҡ ауыҙ менән таралышты.

"Миҙгелдең өсөнсө яҙы" темаһына арналған финал уйындары үҙ эсенә дүрт конкурсты берләштерҙе. Ярыштың беренсе өлөшөндә квнсылар "Муйын миҙалға әҙер" темаһына шаяртты. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары үткәрелә башлағандан бирле беренселеккә бер аҙым етмәй тороп ҡала килгән "Еңмештәр" КВН-командаһы (Сибай ҡалаһы) "Финал - һин ал, тип ишетелә башланы", тип шаяртып, муйындары миҙалдар көтөүен баштан уҡ белдереп ҡуйҙы.

Уҡырға
18.05.15  
 
БАЛАНЫ ИХЛАС ЯРАТЫРҒА КӘРӘК – ДӨРӨҪ ТӘРБИӘ ОШОНАН БАШЛАНА

Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәүлектең һәр ваҡытында ла эштә була. Был бигерәк тә гел халыҡ араһында булған, уларға бөтөн яңылыҡты еткереп торған, олоһона ла, кесеһенә лә ихлас кәңәштәр биргән, бер сара ла уларҙан тыш үтмәгән ауыл уҡытыусыһына хас. "Айыҡ ауыл - 2014" республика конкурсында еңгән Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе Тәскирә менән Ишморат МАЛИКОВтар ғаиләһе лә шундайҙарҙан. Ишморат Фәйзулла улы Яңы Яуыш дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Тәскирә Надир ҡыҙы Федоровка районының иң яҡшы мөғәллимәләренең береһе, БР Мәғариф отличнигы, ошо уҡ мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, өлгөлө ғаилә ағзалары менән һөйләшеү ғаилә тәрбиәһе, ауыл уҡытыусыһы эшенең үҙенсәлектәре һәм, әлбиттә, айыҡлыҡ кеүек күркәм ғәҙәттәр тураһында барҙы.

Уҡырға
18.05.15  
 
ГЕРОЙ ХАҠЫНДА МӘҒЛҮМӘТ ТАБЫЛДЫ!

Ошо көндәрҙә, Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә ике-өс кенә көн ҡалғас, Баймаҡ районы Шәмсүл ауылында (хәҙерге Сәйәғәфәр ауылы янында) тыуып үҫкән Юнысбаев Әхмәтсафа ағай мәрхүмдең балаларына тулҡынландырғыс хәбәр килеп етте. Алты орден һәм башҡа күп миҙалдар кавалеры булған яугирҙы 1945 йылдың 9 апрелендә "Советтар Союзы Геройы" исеменә тәҡдим иткән булғандар икән. Ошо туралағы мәғлүмәтте интернет селтәренән Баймаҡта йәшәгән туғаны Зәкиә Солтанморат ҡыҙы тапҡан.

Әхмәтсафа ағай үҙе тере саҡта: "Командование миңә Советтар Союзы Геройы исеме биреүгә тәғәйенләүсе документ (представление) ебәргәйне. Тәки килеп етмәне бит миңә шул награда. Военкоматтан да эҙләтеп ҡараным. "Вы списках героев не числитесь", тигән генә яуап алдым...", - тип, ҡайһы саҡта һөйләп ҡуйғылай торғайны. Бала сағымда һуғыш эпизодтары хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләтеп, уны йөҙәткәнем хәтеремдә.

Уҡырға
18.05.15  
 
ҺАЛҠЫН КӨН ДӘ БАЙРАМ САРАЛАРЫНА ҠАМАСАУ БУЛА АЛМАНЫ

Әсе һалҡын ел, күк йөҙөн баҫып алып яуған һыуыҡ ямғыр ҙа Өфөнөң төп майҙанына йыйылыусыларҙы ҡурҡыта алманы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадты ҡарарға һәм һуғышта ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәренең фотоһы ҡуйылған транспораттар менән "Үлемһеҙ полк" сафтарында үтергә тип, ҡаланың төрлө мөйөштәренән меңәрләгән кеше ағылды. Тантаналы марш менән үтәсәк һалдаттар, курсанттар, кадеттар, төрлө көс структуралары, ойошма хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тигеҙ сафтар булып теҙелеп, ҡуҙғалырға бойороҡ көтә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән фронт һәм тыл ветерандары автобустарҙан төшөп, ҡала Советы янындағы трибуна тирәләй урынлаша. Барыһы ла парадҡа әҙер.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадҡа 300-ләп һуғыш һәм тыл ветераны саҡырылды. Бер көн алда уларға тантаналы рәүештә байрам миҙалдары тапшырылды, 9 майҙа иһә, улар республиканың төп парадын ҡарарға килде. Ветерандарҙың яҙмышы төрлө-төрлө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы ете тиҫтә йыл элек тамамланған ҙур фажиғә берләштерә.

Уҡырға
18.05.15  
 
ГЕРОЙҘАР ТЫУЫП ТОРҺОН, ТИК УЛАР ҺУҒЫШ ГЕРОЙҘАРЫ БУЛМАҺЫН



Бәләкәй саҡтарында малайҙарымдың: "Әсәй, һинең яратҡан байрамың ниндәй?" - тигән һорауҙарына: "Еңеү көнө", - тиһәм, улар мине алдаша тип уйлап, яуабымды күңелдәре кителеберәк ҡабул итә ине. Сөнки балалар Яңы йылдан да шәп байрам булырға мөмкинлегенә ышана ла алмай. Яңы йыл да оҡшай, әлбиттә, әммә ул - күберәк ғаилә, күңел асыу байрамы, ә Еңеү көнө - дөйөм халыҡ тантанаһы, һағыш ҡатыш шатлыҡ байрамы, ул барса илде берләштергән, һәр ғаиләгә ҡағылған көн тип аңлатырға тырышҡан булам. Тик малайҙарҙың: "Беҙ ҙә, ҙурайғас, Еңеү көнөн ярата башлаясаҡбыҙмы?" - тигән бер ҡатлы һорауҙарына ҡапыл ғына нимә тип әйтергә лә белмәй инем. Сөнки элегерәк беҙгә, ветерандар һаны кәмегән һайын, был байрамдың бәҫе кәмер, ул онотола барыр, йәш быуын тарафынан өҫтәмә ял көнө тип кенә ҡабул ителә башлар кеүек тойола ине…

Уҡырға
18.05.15  
 
ҠАТЫНДАР КӨТӘЛӘР…

Бәләкәй саҡта өлкәндәргә эйәреп, кис ултырырға йөрөй инек. Ниндәй генә хәбәр һөйләшмәй ине улар унда. Берәүҙәр башынан үткәнде бәйән итә, кемдәндер мәҙәк һөйләтәләр йәки йырлаталар. Хәбәр һөйләгән булып, беҙҙе тормошҡа әҙерләгән улар, йәшәргә өйрәткән, яҡшылыҡҡа өндәгән. Һуғыш ваҡытындағы хәлдәрҙе лә йыш иҫләйҙәр ине инәйемдәр. Күпме йылдар үтһә лә, ошо хәтирәләр барыһы ла һаман иҫтә. Ысынлап та, ватандаштарыбыҙҙың фронттағы ҡаһарманлығы, тыуған ер өсөн аяуһыҙ көрәше тураһында бәләкәйҙән китаптарҙан уҡып, кинофильмдар аша күреп үҫтек. Ә эргәбеҙҙә генә шул дәһшәтле көндәрҙең күпме тере шаһиттары, һуғыш ветерандары йәшәне. Бөгөнгө көндә лә беҙҙең арала һуғыш йылдары балалары бар әле.

Уҡырға
12.05.15  
 
ВЕТЕРАН ҺҮҘЕ АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ



Һәр замандың үҙ ауырлығы тиһәләр ҙә, һеҙҙең быуынға барыбер ҙә һынауҙарҙың иң тосо эләкте. Ул һынауҙарҙы лайыҡлы үткән ветерандар булараҡ, киләһе быуынға - йәштәргә ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?

Уҡырға
12.05.15  
 
ҺЕҘҘЕҢ БАТЫРЛЫҠТЫ БЕЛӘБЕҘ...

Һәр ғаиләнең үҙ геройы - һуғышта ҡатнашҡан ветераны барҙыр. Ә һеҙҙең батырығыҙ кем? Уның хәрби юлы тураһында һеҙ ниҙәр беләһегеҙ?

Уҡырға
12.05.15  
 
"ҠЫҘЫЛ АТЛЫЛАР" - БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫНЫҢ ПРОПАГАНДА ҠОРАЛЫ

Гәзитте кемдәр сығарған?

"Ҡыҙыл атлылар"ҙың ҡыйыу мөхәррире тураһында иҫтәлегендә Кирәй Мәргән түбәндәгеләрҙе яҙа: "Али Карнай һәр ваҡыт һалдаттар, һуғышсан командирҙар, политработниктар араһында булды. Уның полевой сумкаһы һәр төрлө иҫтәлектәр, һуғышсан эпизодтарҙы сағылдырған яҙмалар менән тулы була торғайны. Көн һайын тиерлек ул яңы ҡуйын дәфтәре башлай. Уны тултырғас, серияға бүлеп, номерлап, тәртипкә килтерә лә, йыйып, Өфөгә туғандарына ебәрә: "Материал ҡайта торһон әле. Бында юғалыуы бар бит. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, берәй роман һымаҡ нәмә яҙырға тура килер бит инде, ә? Кем яҙырға тейеш уны? Беҙ бит!" - тип яҙа ул. Али Карнайға тыуған иленә әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 1943 йылдың 16 июнендә ул яу ҡырында һәләк була. Яҙырға хыялланған роман-эпопеяһы ла яҙылмай ҡала. Уның ебәргән көндәлектәренең бер өлөшө тыуған иленә килеп етмәй, килеп еткәндәре бөгөнгө көндәрҙә архивтарҙа һаҡлана".

Уҡырға
12.05.15  
 
БЕР ҺӘЙКӘЛ ТАРИХЫ



Әбйәлил районы Байым ауылына оло юлдан ингән һәр кешене Шайморатов генералға ҡуйылған олпат таш һын ҡаршы ала ине. Тәүге һәйкәл 1964 йылда М. Шайморатовтың тыуған ауылы - Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында ҡуйылһа, икенсеһе 1970 йылда Байым ауылында күтәрелә. Йәғни, был скульптура республикабыҙҙа данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тәүге командирына икенсе булып ижад ителгән һынлы сәнғәт әҫәре. Күптән түгел ошо һынды реконструкциялап, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булғандар өсөн ҡуйылған обелиск янына күсереп ултырттыҡ.
Ни сәбәптән һәм ҡасан Урал аръяғында ятҡан ауылда Шайморатов генералға һәйкәл хасил булған икән һуң, тигән һорау шул мәлдә уянғайны.


Уҡырға
12.05.15  
 
Биттәр : # « 203 204 205 206 207 208 209 210 211 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru