«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Алдаҡсылар заманында йәшәйбеҙ. Һинең улар тоҙағына эләккәнең булдымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 214 215 216 217 218 219 220 221 222 » #
ЙОЛАЛАРЫБЫҘ МИЛЛИ СӘНҒӘТ НИГЕҘЕ УЛ

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы райондың мәҙәни тормошона ниндәй сағыу биҙәктәр өҫтәне?

Гөлназ ЙЫҺАНШИНА, Баймаҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: Туған тел, уның менән бергә мәҙәниәт, йолалар ҙа һәр милләтте милләт итеүсе, уны һаҡлаусы булып тора. Ошо хәҡиҡәтте беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә аңлай. Көн һайын ниндәйҙер мәҙәни сара үтеп тора, уның урынына яңыһын уйлап табып торалар. Фольклор коллективтары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ҡорҙары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары бик әүҙем эшләй. Кемдер, фольклор - профессиональ сәнғәт түгел, тиер, әммә милли сәнғәт нигеҙен барыбер ана шул йолаларыбыҙ, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ тәшкил итә.

Уҡырға
14.10.14  
 
ТӘБИҒӘТТЕ АЛДАП БУЛАМЫ?

2013 йылдың сентябрендә Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ГМО-орлоҡтарға теркәү үткәрергә һәм уларҙы илебеҙҙең теләгән бер мөйөшөндә (эксперимент майҙансыҡтарында ғына түгел) сәсергә рөхсәт бирелде. Ошо ҡарарға ярашлы, быйыл 1 июндән алып ГМО-орлоҡтарҙы үҙебеҙҙә сәсеп үҫтереү мөмкинлеге тыуҙы.

Фекерҙәр ҡаршылығы

Бының буйынса төрлө фекерҙәр яңғырай. Кемдер тәбиғәт күренештәренең көтөлмәгән хәлдәргә килтереп терәүен һәм ауыл хужалығы ярым тарҡалған илдә йәшәгән халыҡты туйҙырыу мәсьәләһен иҫәпкә алғанда, бындай продукция бары тик файҙаға ғына буласаҡ, тип барһа, икенселәр, йәйрәп ятҡан баҫыу-яландарыбыҙ буш ятҡанда, илдә ГМО-ризыҡтарға урын булырға тейеш түгел, Рәсәй экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән генә туҡланып та үҙен туйҙыра алырлыҡ хәлдә, тип бара. Депутаттарыбыҙ ашығыс ҡарар ҡабул итте, хәҙер шуны төҙәтергә маташа, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй. ГМО-продукцияны үҫтереү һәм әйләнешкә ебәреү буйынса власть даирәләрендә лә бәхәс ҡупты.

Уҡырға
14.10.14  
 
БАШҠОРТЛОҠ - УЛ ОЛО ЯУАПЛЫЛЫҠ

Бөгөн нимә генә эшләргә булһаҡ та, нимәгә генә тотонһаҡ та, хатта ҡоролған ғаилә уңышһыҙлыҡҡа тарыһа ла менталитетҡа, темпераментҡа, характерға япһарырға тырышабыҙ. Ғөмүмән, нимә ул характер һәм башҡорт характеры ниндәй? Ул башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Ошо һәм әңгәмә барышында тыуған башҡа һорауҙарға педагогика фәндәре кандидаты Вәкил ХАЖИН һәм БДУ-ның Учалы филиалы деканы, философия фәндәре кандидаты Зилә РӘХМӘТУЛЛИНА менән бергәләп яуап эҙләйбеҙ.

Вәкил ХАЖИН Вәкил Хажин: Характер - ул бик ҡатмарлы нәмә. Уға тәбиғәттән бирелгән темперамент та, тәрбиә лә, нәҫелдән килгән ҡан да, төрлө саралар ҙа, төрлө ваҡиғалар ҙа йоғонто яһай. Айырмаға килгәндә инде, әгәр ҙә ауыл башҡорттарын һәм ҡаланыҡыларҙы, бер район менән икенсеһенекен сағыштырып ҡараһаң - улар араһында күҙгә күренмәҫ ниндәйҙер айырма бар барыбер. Мәсетле һәм Хәйбулла райондарынан килгән башҡорт менән беренсе тапҡыр күрешеп, аралашырға тура килә икән, һөйләшә-һөйләшә уларҙың береһенең - көньяҡтан, икенсеһенең төньяҡ-көнсығыштан икәнлеген самаларға була. Самаларға ғына, ләкин асыҡтан-асыҡ күренеп торған һыҙаттар күрмәйәсәкбеҙ.

Уҡырға
14.10.14  
 
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА

Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы Рәхимов Беренсе донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан менән таныштырыуын дауам итә.

Көтөлмәгән яңылыҡ

Һуғышҡа ингән дәүләттәрҙең бөтәһе лә элек булған һуғыштарға ҡарап фекер йөрөтә. Франция-Рәсәй йәки Рус-япон һуғыштары улар өсөн өлгө итеп алына. Ул һуғыштар маневрлы була, алыштар бер-ике йыл эсендә тамамлана. Был юлы ла ил башлыҡтары, хәрби етәкселәр һуғыштың тиҙ бөтәсәгенә ышана. 1914 йылдың 1 авгусында һалдаттарын яуға оҙатҡанда Германия императоры, Яңы йылды Парижда ҡаршылаясаҡбыҙ, ти. Француздар иһә, Яңы йылды Берлинда ҡаршылаясаҡтарына ышана, рустар ҙа Яңы йылға Берлинға инергә өмөтләнә. Бөтәһе лә һуғыш тиҙ бөтәсәк, тип уйлай. Ләкин улар хаталана, был ваҡытта ҙур тиҙлек менән үҫкән фәнни-техник прогресты күҙ уңынан ысҡындыра. Ә ул осорҙа бер-бер артлы фәнни асыштар эшләнә һәм, ғәҙәттәгесә, был асыштар ҙа хәрби эштә әүҙем ҡулланыла.

Уҡырға
14.10.14  
 
АТАЙЫМ ӨЛГӨҺӨНДӘ ҮҘ ЭШЕМДЕ ҠОРҘОМ

Эшҡыуарлыҡҡа кеше төрлөсә килә. Кемдәлер бала саҡтан эшҡыуарлыҡ һыҙаттары ярылып ята һәм, иртәме-һуңмы, улар ошо йүнәлеште үҙ итә. Икенселәр урау юлдар үтеп, бихисап эш урыны алыштырып та, уларҙан ҡәнәғәтләнеү тапмағандан эшҡыуарлыҡ арбаһына "ултыра". Ҡайһы берәүҙәрҙе был аҙымға ниндәйҙер танышының уңышлы эшмәкәрлеген күреү һәм уның кеүек үк уңышҡа өлгәшеү теләге этәрә. Шулай уҡ эшҡыуарҙар араһында атаһы өлгөһөнә эйәреп, уның юлын дауам итеүселәр ҙә бихисап. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, "Азамат" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Руслан ШАҺЫБАЛОВ, нәҡ атаһының еңел ҡулы менән ошо өлкәгә килә һәм әлеге ваҡытта уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Уның менән эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып үҫтем. Бәхет эҙләп, уңыш артынан ҡыуып, сит тарафтарға китмәнем, ә ғаилә ҡороп, үҙемдең тыуған төйәгемдә төпләндем. Тормоштан ҡәнәғәт булыр өсөн кешегә күп кәрәкмәй, минеңсә. Атай-әсәй, туғандар, ғаилә, дуҫтар-таныштар иҫәнлеге-именлеге һәм донъяларҙың тыныс тороуы үҙе бәхет түгелме ни? Шуға күрә, тормошҡа артыҡ ҙур талаптар ҡуймайынса, барыһына шөкөр итеп, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйем. Ә яратҡан, күңел биреп башҡарған эшемдең булыуы бәхетемде тағы ла нығыраҡ тулыландыра һәм йәшәйешемде әһәмиәтлерәк итә.

Уҡырға
14.10.14  
 
РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ ҮҘ ПРЕЗИДЕНТЫ, ГЕРБЫ, ФЛАГЫ, ГИМНЫ БАР

Бөгөн, 11 октябрҙә, Республика көнөн байрам итәбеҙ. Был байрам тураһында һин нимә беләһең, уҡыусым? Иҫкә төшөрәйек.

Башҡортостан Республикаһы - I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй Республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы Килешеү нигеҙендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы тип йөрөтөлә башлай.

Уҡырға
14.10.14  
 
АҠСАЛА ЛА АЛТЫНДА ЛА ТҮГЕЛ БӘХЕТ

Уҡыусыға алтын яратҡан Фригия батшаһы Мидас тураһындағы тарих мәғлүмдер. Ул Дионистан уға үҙе ҡағылған бар нәмәне алтынға әйләндереү һәләте биреүен үтенә. Әммә бер көн эсендә ул бар ҡағылған нәмәләре, хатта үҙе яратҡан роза сәскәләре һәм яратҡан берҙән-бер ҡыҙы ла алтынға әйләнгәс, ысын бәхеттең алтында түгел икәнен аңлай. Бәхеткә күрә, Дионис уға алтынға әйләнгән нәмәләрҙе кире үҙ хәленә ҡайтарыу һәләтен дә биргән була...

Санкциялар һуғышы үҙ маҡсатына өлгәшә башланы шикелле. Рәсәй Хөкүмәте нисек кенә тырышмаһын, хаҡтарҙың артыуы дәүләт контроленә буйһонмай, тиҙлеген арттыра бирә. Был халыҡтың күпселеге тарафынан ыңғай ҡабул ителмәһә лә, Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн яңы офоҡтар асты: үҙебеҙҙең етештереүселәр был шарттарҙа яҡшы табыш алып, баҙарҙы сифатлы тауар менән тәьмин итә алды - ҡытлыҡ тигән нәмә һиҙелмәй. Күптәр уйлана башланы: баҙарҙан ит, һөт продукттары һатып алыу урынына үҙеңдең малыңды аҫырау отошлораҡ түгелме? ВТО-ға инеү, ил сиктәрен асыу хатта ауыл кешеһе өсөн был шөғөлдө файҙаһыҙға әйләндерә башлағайны бит…

Уҡырға
14.10.14  
 
БЕҘҘЕҢ ӨФӨБӨҘҘӘ ТУҒАН ТЕЛДӘР ҺАНЛАНА

Республика көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә Өфө ҡала округы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Тел - ул йәмғиәттең иң ҡеүәтле ҡоралы. Тап тел кешеләрҙе бер милләткә берләштерә, был телдә һөйләшеүселәр булғанда ғына халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау мөмкинлеге тыуа. Быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙ алып барған милли азатлыҡ көрәштәренең нигеҙендә туған тел дә ята, һәр замандың иң билдәле шағирҙарының әҫәрҙәрендә туған телдең матурлығы һәм бөйөклөгөнә дан йырлана.

Уҡырға
14.10.14  
 
МӘСКӘҮ ТАМАШАСЫҺЫ МИРАҪТАРҒА АЛҠЫШЛАНЫ

Мәскәүҙә "Мираҫ" фольклор, йыр һәм бейеү ансамбленең концерты уҙҙы. Данлыҡлы Өфө коллективы П. И. Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Ике сәғәтлек программа төрлө халыҡтарҙың вокаль һәм бейеү композицияларын үҙ эсенә алғайны. 1812 йылдағы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған "Ватаным минең" тамашаһы мәскәүҙәргә айырыуса ныҡ тәьҫир итте.

Уҡырға
07.10.14  
 
ИМАН НУРЫ ТАРАТА УЛ, ЙӘҒНИ ЙОМАНЫҢ МЕҢЕНСЕ ТАПШЫРЫУЫ АЙҠАНЛЫ ҺҮҘ

"Милләткә уның насар вәкилдәрен юҡ итеп түгел, ә яңы быуындарҙы иң яҡшы милли һәм дини традицияларҙа тәрбиәләп хеҙмәт итергә кәрәк. Ошо дин, тарихи үҙаң һәм ғөрөф-ғәҙәттәр һеңдерелгән быуын үҫеп сыҡҡас, дәүләтегеҙҙә элек яуызлыҡ энәләре өҫтөнлөк иткән урында изгелек баҡсалары ҡалҡып сығыр", тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, үҙҙәренең киләсәген уйлаған халыҡтар элек-электән тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлгән. Ә заманында көслө ҡәүем булып та ошо мәсьәләлә битарафлыҡ күрһәткән халыҡтарҙың әсе яҙмышы беҙҙең өсөн ғибрәт булып хеҙмәт итергә тейеш. Аллаға шөкөр, беҙ был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырманыҡ шикелле. Өмөтһөҙ саҡтарҙа ла, һәр ваҡыт нур сығанаҡтары булды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы "Йома" тапшырыуы ла ана шул нур сығанағының береһе ул. Сирек быуатҡа яҡын халыҡты рухландырып, уны әҙәпкә, әхлаҡҡа өйрәтеп, Ислам нескәлектәрен, йәшәйеш йүнәлешен күрһәтә килгән, халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән, "Йома" бөгөн 1000-се тапшырыуын эфирға сығара. Ошо иҫтәлекле ваҡиға уңайынан тапшырыуҙың алып барыусыһы Морат ЛОҠМАНОВ тапшырыу, тормош һәм тәрбиә буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Уҡырға
07.10.14  
 
СӘНҒӘТЕБЕҘ ЙӨҘӨН ПРОФЕССИОНАЛЬ МУЗЫКА БИЛДӘЛӘЙ

Уның кеүек үтә лә нәзәкәтле гүзәл заттың ҙур хор менән дирижерлыҡ итеүе бер аҙ сәйер күренеш кеүек. Бының сәбәбе, бәлки, классик музыка донъяһы һәр заманда ла көслө зат батшалығы булып иҫәпләнеүендәлер? Бәлки, дирижерлыҡ һөнәренең төп асылы - көс һәм ҡеүәт булғанлыҡтан, төп асылы көсһөҙлөк булған ҡатын-ҡыҙға унда урын юҡ тигән ҡараш үҙе хаталыр? БР-ҙың Дәүләт академик хор капеллаһының художество етәксеһе һәм төп дирижеры, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының тәрбиә эштәре буйынса проректоры һәм хор дирижерлығы кафедраһы мөдире Алһыу Афған ҡыҙы ХӘСБИУЛЛИНА ошо һәм классик сәнғәткә ҡағылған башҡа һорауҙарға яуап эҙләй.

Уҡырға
07.10.14  
 
МИЛЛИ КӨРӘШ ТРАДИЦИЯЛАРЫН КИЛӘҺЕ БЫУЫНДАР ҘА ҮҘЛӘШТЕРҺЕН, ТИП



Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - милли көрәште популярлаштырыуға, был спорт төрө буйынса донъя кимәлендәге ярыштар үткәреүгә туранан-тура булышлыҡ итеүсе белгес; республика, Рәсәй, донъя чемпионаттарында еңеүсе уландар тәрбиәләүсе өлгөлө атай; 27 РФ спорт мастеры тәрбиәләгән остаз; бөгөн Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты егеттәре араһынан республика чемпиондары "әүәләүсе" (быйыл Рәсәй ярышында ҡатнашҡан 8 егеттең 7-һе призлы урын алған) тренер Йәлил Динмөхәмәт улы ЙОСОПОВ менән милли көрәшкә ҡағылышлы ҡайһы бер сетерекле проблемалар: уны донъя кимәленә сығарыу, башҡорт йәштәре араһында таратыу, уға башҡа спорт төрҙәре элементтары үтеп инеүҙе булдырмау саралары тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Уҡырға
07.10.14  
 
АУЫЛ СПОРТЫН ҮҪТЕРЕҮ ТОРМОШҠА АШМАҪ ХЫЯЛ ТҮГЕЛ

Яңыраҡ редакциябыҙға ир уртаһына етһә лә, йәштәрсә етеҙлеген юғалтмаған бер ағай килеп инде. Стәрлебаш районы Елембәт ауылы мәктәбендә оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Һиҙиәт ИСМӘҒИЛЕВ атлы уҙаман икән. Һиҙиәт Кәлимулла улы фекер ебен төрлө темалар, донъябыҙҙағы хәл-ваҡиғалар, йәмғиәттә йөрөгән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр менән бәйләп, кинәйәләп тә, тураһын да ярып һалып, беҙгә бына нимәләр тураһында һөйләне:

Уҡырға
07.10.14  
 
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА

Амбициялар аңды томалағанда, ялған хистәр дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ҡамасаулағанда, бәләкәй генә хата ла ҙур эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Йөҙ йыл элек башланып киткән Бөйөк һуғыш (Икенсе донъя һуғышы башланғансы уны шулай тип йөрөтәләр) шуға миҫал. Ул ваҡытҡа тиклем бер ниндәй аналогы ла булмаған, миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән, дүрт империяның ҡолауына, донъяның сәйәси картаһы ҡырҡа үҙгәреүенә, бәлки, ике тиҫтә ярым йылдан йәнә ҙурыраҡ ҡан ҡойош башланып китеүенә сәбәпсе булған был һуғыш бер быуат үткәс тә ғибрәт һәм фәһем биреп, яңылыш аҙымдарҙан иҫкәртеп тора. Яңыраҡ ҡына ошо тарихи ваҡиғаларға арналған, "1914-1918 йылдарҙағы Беренсе Донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан" исемле йыйынтыҡ донъя күрҙе. Йыйынтыҡты төҙөүҙә ҡатнашҡан тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы РӘхимов ошо һуғыш, Башҡортостандың, Рәсәйҙең уға индергән өлөшө менән таныштыра.

Уҡырға
07.10.14  
 
САЛАУАТТЫҢ ШИҒЫРҘАРЫ ДОҒА БУЛЫП ЯҢҒЫРАНЫ

"Салауат" һүҙе ғәрәп телендә "фатиха" тигәнде аңлата икән. Башҡорт халҡына быуаттар аша тамырҙарын онотмай, рухын юғалтмай, тыуған илен ҡурсалап, айырым бер милләт булып һаҡланып ҡалһын өсөн был фатиха Хоҙай тарафынан күптән, 260 йыл элек үк ебәрелгән. Мәңгелеккә милли үҙаңыбыҙ һағында тороусы батыр, башҡорт халҡының бөйөк сардары Салауат Юлаев бөгөн дә изге юлын - кеше күңеленә азатлыҡ, үҙаллылыҡ орлоҡтарын сәсеү, ата-бабаларҙан ҡалған ерҙе яҡлап дауға ҡаршы сығырлыҡ көс биреп, әйҙәүсе булыуын дауам итә. Заманалар үҙгәреп, ҡулға ҡорал алып, яуға күтәрелер саҡтар күптән уҙһа ла, аҡыл туплап, дөйөм ил яҙмышына битараф булмаҫҡа өндәй ул беҙҙе. Милли батырыбыҙ, шағир-импровизаторҙың баҡыйлыҡҡа киткән көнөндә уның иҫтәлегенә арнап үткәрелгән әҙәби флешмоб Салауатты йөрәк түрендә йөрөтәбеҙме, һүҙен күңелебеҙҙә тотабыҙмы икәнлекте тағы бер ҡат тикшерҙе.

Уҡырға
07.10.14  
 
ШАМОНИНО АУЫЛЫНДА ТУҒАН ТЕЛЕН ҺАНЛАМАҒАНДАР ЙӘШӘЙМЕ?

Ошо көндәрҙә Өфө районы Шамонино ауылында яңы балалар баҡсаһы асыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәрелде. Сараны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Йәштәр советы ағзалары ойошторғайны.

Шамонино ауылында йәшәүселәрҙең 80-90 процентын башҡорттар тәшкил итә. Әммә ауылдағы мәктәптә - башҡорт кластары (быйылғы уҡыу йылынан бер башҡорт класы асылыуы тураһында хәбәр ителгәйне шикелле), балалар баҡсаһында бер генә башҡорт төркөмө лә юҡ. Әле бына икенсе балалар баҡсаһы асырға йыйыналар. Ауылда йәшәүсе ата-әсәләр яңы учреждениены башҡорт балалар баҡсаһы итергә тигән үтенес менән БР Президенты исеменә хат яҙған.

Уҡырға
07.10.14  
 
ЙЫРАҠҠА ИЛТКӘН ЮЛ ЯҠЫНДАН БАШЛАНА

Йәйге ялдар ҙа тамамланды. Ярты йыл эсендә Украинаға бәйле ҡыялҡы яңылыҡтарҙан бер аҙ биҙрәй төшкән Рәсәй халҡы яңы миҙгелде ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды.

Яңы миҙгел хәбәрҙәре РФ Дәүләт Думаһы депутаттары тирәһендә ҡуйыртылды. Йыл башында ҡабул ителгән ҡарар буйынса 1 сентябрҙән уларҙың эш хаҡы 420 мең һумға тиклем күтәрелеүе, йәки мутлыҡта ғәйепләнгән депутаттар Алексей Митрофанов менән Илья Пономаревтың, тәфтиштән ҡасып, сит илгә сығып тайыуы тураһындағы хәбәрҙәр әллә ни иғтибарҙы йәлеп итмәне шикелле. Ә шулай ҙа был да ҡыҙыҡ бит: элегерәк бөтәһе лә депутат мандатына йәбешеп ята торғайны, әммә һуңғы ике йыл ярым эсендә Дәүләт Думаһының әлеге саҡырылыш депутаттарының 45-е (10 проценты) төрлө сәбәптәр менән үҙ вәкәләттәрен һалыуы аптырарға мәжбүр итә барыбер.

Уҡырға
07.10.14  
 
ФИЛАРМОНИЯ КӨТӘ САҒЫУ ТАМАШАЛАРЫ МЕНӘН

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы миҙгелдә үҙ тамашасыһын ниндәй саралар менән ҡыуандырасаҡ?

Фәүзи САФИН, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры: Филармония 76-сы ижад миҙгелен "Дирижерҙар парады"ның гала-концерты менән аса. БР-ҙың Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, республикабыҙҙың һәләтле дирижерҙары Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан саҡырылған ҡунаҡтар менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Орган залындағы концерт миҙгелен Мәскәү филармонияһы солисы, кларнетист Артур Нәзиуллин хәйриә концерты менән асасаҡ. Был ике тамаша Мәҙәниәт йылына бағышлана.

Уҡырға
29.09.14  
 
ЯҘМЫШТЫҢ ҺӘР ТӘҠДИМЕНӘ "ЭЙЕ" ТИП ЯУАП БИР!

Шәһит Хамматов Тормош көн һайын һәр кемгә тиҫтәләгән мөмкинлектәр бирә. Тик кемдер уға, "Эйе", тип әйтергә ҡыйыулыҡ таба, кемдер был мөмкинлектәргә иғтибар ҙа итмәй, тапалған юлы менән бара бирә. Бөгөнгө геройыбыҙ - М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов тап ана шул ҡыйыуҙар һәм үҙ яҙмышын үҙе яҙыусылар рәтенән. Йәш, әммә танылыу яулап өлгөргән актер менән әңгәмәбеҙ уның ижады, театрға алып килгән юлы, милли сәнғәт хаҡында булыр.

"Баян нимә ул?"

Бәләкәй саҡта йырларға һәм һуғышырға ярата торғайным. Уҡырға төшкәс, мәктәптә иң шаян малай булғанмындыр, моғайын. Беренсе класты тамамлағас, әсәйем мине Сибайға, Өфө сәнғәт академияһы эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбенең филиалына уҡырға бирергә булды. Унда йырларға өйрәтәләр, тине.

Уҡырға
29.09.14  
 
ДЕПУТАТ МЕНӘН БЕР СӘҒӘТ, ЙӘКИ ҒАИЛӘЛӘ КӨС ҠУЛЛАНЫУҘЫ ТЫЙЫП БУЛЫРМЫ?

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА "Кеше - ғорур яңғырай". Совет осоронда Максим Горькийҙың әҫәренән алынған ошо юлдар ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнгәйне. Бәлки, ул ваҡытта кешенең, ысынлап та, ҡәҙере лә, баһаһы ла юғары булғандыр. Бөгөн, ололар фекеренсә, кешене себен урынына ла күрмәйҙәр. Юҡ, һүҙем һуғыш-хәтәр түгел, ә йәмғиәттә, дәүләттең иң мөһим ячейкаһы булған ғаиләлә һәр айырым кешегә - индивидуумға, шәхескә әҙәмсә иғтибар һәм ихтирам булмауы, бәғзеләрҙең үҙҙәренең ошо бәләкәй генә дәүләттәрендә йәберләнеүе, ҡыйырһытылыуы, көс ҡулланыу ҡорбаны булыуы тураһында. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА менән уның инициативаһы менән тәҡдим ителгән һәм бер нисә йыл дауамында әҙерләнгән "Ғаилә-көнкүрештә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм профилактикалау тураһында" федераль закон проектына бәйләп, бөгөн көнүҙәк булып торған мәсьәлә буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
29.09.14  
 
Биттәр : # « 214 215 216 217 218 219 220 221 222 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru