«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 223 224 225 226 227 228 229 230 231 » #
ЙӘШТӘРЕБЕҘ ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ЙЫРЛАҺЫН

Йәйҙең иң сағыу тамашаларының береһе - "Бөйөк дала" III Асыҡ республика башҡорт рок-фестивале тамашасының хәтерендә ниндәй булып һаҡланасаҡ?

Лариса МӘМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: "Бөйөк дала" башҡорт рок-фестиваленең төп маҡсаты булып милли рок йүнәлеше традицияларын үҫтереү, рок жанрында ижад итеүсе музыкаль коллективтарға, төркөмдәргә ярҙам итеү һәм, әлбиттә, уларҙы бер ҡорға йыйыу, берләштереү тора. Йылдан-йыл уның уның ҡатнашыусылары ла, тамашасылары ла арта. Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан Республикаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән коллективтар һәм солистарҙың сығышын 4-5 мең тирәһе тамашасы ҡараны. Фестиваль уларҙың барыһының да күңелендә матур һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырыуына шигем юҡ.

Уҡырға
01.09.14  
 
ЯҠШЫҒА КЕМ ДӘ ЯҠШЫ - ЯМАНҒА ЯҠШЫ БУЛЫП ҠАРА!

Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы балалары менән Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары менән ҡыҙыҡһына башлағандан алып, мине бер нәмә һоҡландыра: ул да булһа, әлегәсә һаҡлана килгән төп сифаттарҙың береһе - рухи ныҡлыҡ. Боронғо картаға күҙ һалһаҡ, төрлө-төрлө милләттәр менән бергә башҡорттар ҙа билдәләнгән. Әммә был карталарҙа урын алған халыҡтар бөгөнгө көндә юҡ: йә йотолған, йә ер йөҙөнән юғалған. Башҡорт йәшәй һәм башҡортлоғон юғалтмай йәшәй. Артабан да йәшәргә тейешбеҙ.
Беҙ әле донъяға үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе фәҡәт рухи азатлыҡҡа ынтылыусы яугир халыҡ булып ҡына танытҡанбыҙ. Һәм, әлбиттә, ҡайһы бер уҙамандарыбыҙ тырышлығы менән сәнғәтебеҙ, ҡымыҙ, солоҡ балы кеүек ризыҡтарыбыҙ ҙа киң танылыу ала. "Урал батыр" эпосының киң майҙан тота башлауы ла ҡыуандыра. Ә күпме ғилем ята халҡыбыҙҙың аҡыл хазинаһында! Башҡорт беренселәрҙән булып металл эшкәрткән, булат ҡылыс ҡойған, борон-борондан шифалы үҫемлектәр серен белгән, дауалау сифатына эйә булған файҙалы ризыҡ менән туҡланған, йән һәм тән сәләмәтлеге өсөн ыңғай йоғонто яһаған тәбиғи музыка ҡоралы - ҡурайҙы уйлап тапҡан, йән дауалау сараһы - оҙон көйҙәр ижад иткән, иртәнге ҡояш нурҙарынан сихәт алған, ҡот ҡайтарған... Йәшәгән төбәгебеҙҙең әүлиәләр иле икәнлеген донъяның дин әһелдәре күптән таный. Һәр халыҡтың ғилеме - халыҡтың үҙендә. Был ғилемде өйрәнеү асҡысы - туған телендә. Беҙгә, ғилемебеҙҙе байҡау асҡысы ҡулыбыҙҙа булған башҡорттарға, уларҙы өйрәнеү, донъя кимәленә башҡорттоҡо итеп танытыу мотлаҡ! Уның өсөн төп шарт - беҙ, милләт булараҡ, йәшәргә һәм үҙебеҙҙең рухи байлығыбыҙҙы башҡорттоҡо итеп мәңгеләштерергә тейешбеҙ.
Халҡыбыҙ рухи ныҡлығын, рухи сәләмәтлеген, сафлығын нисек һаҡланы икән? Ошо һорауҙарға яуап табыу өсөн боронғоларҙың аҡылына күҙ һалырға кәрәк. Ниндәй ауыр мәлдәрҙә лә рухы ҡаҡшамаған халҡым ниндәй аҡыл менән йәшәгән? Гәзитебеҙҙең был рубрикаһында өлкән быуын кешеләренән халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын өйрәнеү, йәштәргә еткереү маҡсаты менән буталсыҡ заманда ла юғалып ҡалмаған, бөгөнгө көндә уңыш ҡаҙанған егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың олатай-өләсәйҙәре менән осрашып һөйләшеүҙе йәки балаларының улар тураһындағы хәтирәләре менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.


Уҡырға
01.09.14  
 
БАЛА ТӘРБИӘЛӘГӘНДӘ ЕТДИ ХАТАЛАРҒА ЮЛ ҠУЯБЫҘ

Рифат ӘЙҮПОВ Мәғариф системаһында эшләүемә 16 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Ошо йылдарҙы, башҡарылған эштәрҙе анализлап ҡараһам, мәғариф системаһының идеялары, принциптары йыш ҡына ысынбарлыҡтағы тормош ҡиммәттәре менән тап килеп етмәүен күреп бошонам. Мәктәптә уҡыған 11 йыл эсендә беҙ уҡыусыларҙы тормошҡа яраҡлашҡан, үҙаллы фекерләй алған, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, уларҙы яҡты киләсәккә инандырабыҙ. Әммә күп уҡыусылар ысынбарлыҡтағы тормош киңлегендә юғалып ҡала. Берәүҙәре мәңгелеккә "һаҙлыҡҡа" батһа, икенселәре хаталары аша яңынан йәшәргә өйрәнә. Шуға ла ҡайһы бер сығарылыш уҡыусыларынан шундай үпкә һүҙҙәрен ишетергә лә тура килә: "Һеҙ беҙгә белем бирҙегеҙ, дөрөҫ йәшәргә өйрәттегеҙ, ә нисек йәшәргә өйрәтмәнегеҙ". Ысынлап та шулай икән, мин быға үҙем саҡ төшөнә башланым, "Ә нисек йәшәргә кәрәк?" тигән һорауға, бәлки, әле лә дөрөҫ яуап бирә алмаҫмын. Иң үкенеслеһе шул: күптәр шуны аңламайынса китә бит был донъянан. Мин уҡытыусыларҙы ғына түгел, ә башҡа кешеләрҙе лә, мәҫәлән, ата-әсәләрҙе лә күҙ уңында тотам.

Ваҡиғаларҙы ашыҡтырабыҙ

Балаларының бәхетле, сәләмәт, белемле, уңған булыуын теләмәгән ата-әсә бик һирәк. Шуға ла улар балалар баҡсаһында уҡ балаларынан аҡыллы бала үҫтерергә тырыша. Ике әсә бер-береһе менән маһайышып гәп ҡора:
- Минең улым биш йәштә, уҡый ҙа, яҙа ла белә, бөгөндән мәктәпкә алып барып ултырт инде!
- Минең улым дүрт йәштә үк уҡырға, яҙырға өйрәндесе.
- Ә һинең улың нисә түңәрәккә йөрөй? Беҙ өсәүгә яҙылдыҡ. Ирем күп итеп китаптар алып ҡайтҡан, өйҙә шулар менән шөғөлләнәбеҙ…
Ҡайһы бер ата-әсәләр балалары менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән, уларҙың киләсәген ҡайғыртмаған ваҡытта, мин был ата-әсәләргә "Афарин!" тип әйтер инем, әммә, халыҡ әйтмешләй, таяҡтың ике осо була. Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, логикаһын, физик һәләтен үҫтереүгә, хәтерен яҡшыртыуға ҡоролған күнекмәләр менән шөғөлләнеү, уйындар уйнау, түңәрәктәргә йөрөү кәрәк, тик сама менән. Ә бына яҙырға, уҡырға өйрәтергә ярамай. Ни өсөн? Сөнки бала беренсе класҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, ниндәйҙер яңылыҡ алырға килә. Уҡый-яҙа белгән баланың яйлап ҡыҙыҡһыныуы юғала һәм ул үҫештән туҡтап, мәктәпкә шаярыу, уйнау өсөн генә килә башлай. Үҫә бара уның уҡыуға, белем алыуға теләге бөтөнләй юғала.

Уҡырға
01.09.14  
 
УРТА БЫУАТТАРҘА БАШҠОРТТАР ҺАНЫ

Урта быуаттарҙа башҡорттарҙың һаны күпме булған? Улар ниндәй ерҙәрҙә йәшәгән? Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең, башҡорттар аҙ һанлы милләт булған, тигән ҡараштары, ә икенселәренең халыҡтың тарихын бер нисә быуат менән генә сикләргә тырышыуҙары дөрөҫлөккә тап киләме? Ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта тарих фәне өсөн ҡатмарлы һорауҙарға яуапты тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ менән бергәләп эҙләйбеҙ.

Хәҙерге заман фараздары

ХIХ быуат аҙағы ХХ быуат башында ғәрәп һәм фарсы телендәге тарихи сығанаҡтарҙы урындағы мосолман ғалимдары өйрәнә башлай, тәржемә итә, комментарийҙар яҙа. Ошо йүнәлештә эшләгән зыялылар Шиһабетдин Мәрджәни менән Морат Рәмзиҙең хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың Урта быуаттарҙағы тарихына ҡағылышлы мәғлүмәт осратырға мөмкин.
Был ғалимдар фекеренсә, Урта быуат дәүерендә башҡорттар күп һанлы милләттәр исемлегенә инә. Тикшеренеүселәр быны күп дәлилдәр менән раҫлай. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек. Билдәле дин әһеле, ғалим, тарихсы, Көнсығыш телдәрен яҡшы белеүсе Шиһабетдин Мәрджәни Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл-Истахриҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә. Ә был хеҙмәттә ғәрәп сәйәхәтсеһенең башҡорттарға ҡағылышлы әйтелгән: "Башҡорттар ике төркөмдән тора. Уларҙың бер төркөмө оғуҙҙар яғында, Болғарҙан арыраҡ йәшәй һәм уларҙың һаны 200 мең кешегә етә", тигән һүҙҙәре килтерелә.

Уҡырға
01.09.14  
 
САБЫЙҘАРЫБЫҘ УЙНАЙ-УЙНАЙ ҮҪҺЕН!

Заман үҙгәрә, шуның менән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ, хатта һәр замандың балалары ла төрлө була икән. Сабыйҙар ҡайһы заманда ла шул уҡ була инде, тиерһегеҙ. Миңә ҡалһа - юҡ. Мәҫәлән, хәҙер биш йәшлек балалар ҙа компьютерҙа "иркен йөҙә", техниканы беҙҙән былайыраҡ яҡшы белә. Башҡаса булмайҙыр ҙа, улар бит тыуғандан алып ошо цифрлы мөхиттә үҫә, шуға яраҡлаша, был уларға яңылыҡ түгел.

Ауылға ҡайтҡанда ла айырма һиҙгәнем бар: ҡышҡыһын беҙ бала саҡта шып-шыма булып ятҡан Мәсет тауы тыныс ҡына ҡалын көрт аҫтында ята (миңә ҡалһа, уға ла күңелһеҙ һымаҡ) - бер кем сана шыумай. Урам шаулатып "Ун ике таяҡ", "Аҡ-тирәк, күк-тирәк" уйнаусыларҙы ла һирәк күрәм. Балалар юҡ икән, тип уйламағыҙ - бар улар, тик өйҙә йәнһүрәт ҡарай, компьютерҙа ултыра, тетрис уйнай…

Уҡырға
01.09.14  
 
КӨСЛӨ ИЛДЕ БИЛДӘЛӘҮСЕ СИФАТ УМАРТАСЫЛАР ЯРЫШЫНДА АСЫҠЛАНДЫ

Ырыҫ - тырыш ҡулында, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙең хаҡ булыуы кеше тормошонда ғына түгел, бөтөн йән эйәләренең йәшәү рәүешендә лә сағыла. Шулай булмаһа, тырышлыҡтың төп һынланышы булып бал ҡорттарының уңғанлығы һаналмаҫ та ине. Ә шулай ҙа, бөгөн миңә: "Был донъяла иң тырыш йән эйәһен әйт", - тиһәләр, һис икеләнмәй: "Умартасы!" - тип яуап бирер инем. Яуабыма дәлилде оҙаҡ эҙләйһе лә түгел, ни бары ошо көндәрҙә Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында уҙғарылған XIV Республика умартасылар һәм VIII "Йәш умартасы" республика конкурстарында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен атау ҙа етер ине.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, өлкәндәр араһында үткәрелгән ярыштың шарттары быйыл ҡатмарлана төшкән: теоретик белемдәрен тест ярҙамында тикшергәндән һуң, конкурстың икенсе этабында уларҙың практик оҫталыҡтарын һынау өсөн алдағы йылдарҙа кеүек ике түгел, ә йәмғеһе дүрт күнекмә үткәреү ҡаралған. Улар бал ҡорттарын дүрт йыл миҙгеленә әҙерләү эштәренән ғибәрәт. Тәжрибәле умартасылар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫлыҡ тойолһа ла, буш умарта менән нимә эшләргә кәрәклеген белеү өсөн махсус китап биттәрен асып ҡарамайса булмай икән. "Йәнле" умарталар менән эшләүе күпкә еңелерәк, уларға күҙ һалыу менән нимә талап ителеүен төшөнәһең. Шуға күрә, ете йыллыҡ тәжрибәм булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ албырғап та ҡалдым", - ти Әбйәлил районынан килгән бәйгесе Ринат Шаһыбалов. Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусылар етештергән продукцияға быйыл беренсе тапҡыр экспертиза үткәрелеүе лә ярышҡа етдилек өҫтәне. Бәйгенең төп ойоштороусыһы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов был хаҡта: "Балдың сифатына дөрөҫ эшмәкәрлек алып барыуы йәки бармауы менән умартасы ла тәьҫир яһай, тип иҫәпләйем. Шуға күрә, беҙ уларҙы ошо юҫыҡта тикшереп ҡарарға теләнек. Башҡорт балы - илебеҙҙең брендына әйләнеүен теләһәк, эшебеҙҙең сифатына иғтибарҙы арттырырға кәрәк", - тигән фекерен еткерҙе. Һәр нәмә артабан да үҫешһен, яңы кимәлгә күтәрелһен өсөн алда тағы ла ҡатмарлыраҡ маҡсаттар барлыҡҡа килергә, үтәлергә тейеш шул.

Уҡырға
01.09.14  
 
ШИХАНДАРҒА ТЕЙМӘЙЕНСӘ ЛӘ СОДА ЕТЕШТЕРЕП БУЛА

Мәғлүм булыуынса, хәҙерге ваҡытта "Башҡорт сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте кальцийланған һәм аш содаһы продукцияһын ике химик матдә: аш тоҙо һәм эзбизташ (бурташ) ҡулланып етештерә.

Был сеймал сығанаҡтары - Шихантау ятҡылыҡтары һәм Урман-Бишҡаҙаҡтың ер аҫты байлыҡтары республикабыҙҙың тәбиғәт байлығы булып иҫәпләнә. "Сода" производствоһында был тәбиғи матдәләрҙең 40 проценты файҙаланыла, ҡалған 60 проценты һыу ҡалдыҡтарына әйләнеп, дистиллирланған шыйыҡса, хлорлы кальций, эзбиз һөтө хәлендә "Аҡ диңгеҙ" бассейнына һәм ер аҫты скважиналарына ебәрелә. Һуңғы ваҡытта "Башҡорт сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге, Шахтауҙа бурташ запасы бөтә барыу сәбәпле, Шихандарҙы бирмәһәләр, "Сода" етештереү производствоһы туҡтатыласаҡ, ҡалала күп халыҡ эшһеҙ ҡаласаҡ, ҡала кассаларында аҡса аҙаясаҡ, тип тауыш күтәрә.

Уҡырға
01.09.14  
 
ҮҘ ТЕЛЕҢДӘГЕ ҺҮҘҘӘР ҘӘ ДАУАЛАУ ҺӘЛӘТЕНӘ ЭЙӘ

Хәҙер кешенең, уны уратып алған мөхиттең, Ерҙең, Ғаләмдең, хатта бәләкәй генә бөжәктең, йәнһеҙ тип иҫәпләнгән бөтөн әйберҙең дә йәне, тимәк, энергияһы булыуы тураһында күп яҙалар, һөйләйҙәр. Уларҙың бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе, үҙ-ара энергия менән алышыуы фәнни яҡтан нигеҙләнгән. Шуға бәйле, кешенең ергә, туған телгә ҡарата мөнәсәбәте хаҡындағы фекерҙәргә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ер тигәндән, бында планета тураһында һүҙ бармай, әле төп иғтибарҙы үҙебеҙ тыуған, йәшәгән ергә йүнәлтке килә. Тағы ла аныҡлабыраҡ әйтһәк, кешенең үҙе йәшәгән йорт ихатаһына, урамына, урманына мөнәсәбәте нисек булыуы тураһында ине һүҙ. Шулай уҡ кешеләрҙең бер-береһе менән мөғәмәләһе лә ошонда уҡ инә. Әлбиттә, яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ, игелекле мөғәмәләләбеҙ, тиерһегеҙ. Тәү ҡарашҡа, шулай кеүек тә бит, ә ысынында эштәр нисек тора һуң? Бөтөнләй киреһенсә. Йыш ҡына беҙ үҙебеҙ йәшәгән урынды, ундағы бер иш һоро йорттарҙы, аҙым һайын асарбаҡтар, гастарбайтерҙар осраған урамды күрә алмай китәбеҙ. Юлда транспорт тығындарында ултырғанда ирекһеҙҙән "енләнәбеҙ", тирә-йүнде тултырған пластик шешәләр, һыра йә кока-коланан бушаған ҡалай банкаларҙы, махсус сүп һауыттарында түгел, ә аяҡ аҫтында ятҡан тәмәке төпсөктәрен, төкөрөктәрҙе һәм башҡа хәшәрәттәрҙе күреп ерәнәбеҙ. Шулай итеп, күңелебеҙҙә насар хис-тойғолар ҡайнай, беҙ шул кире энергияны Ер-Әсәбеҙ менән бүлешәбеҙ. Уға шундай оятһыҙ мөнәсәбәттә булыр өсөн ул беҙгә ниндәй яуызлыҡ эшләгән? Ә бит ерҙең дә йәне бар, уның да рәнйеше төшөүе ихтимал (элек ололар шулай тип әйтә торғайны).

Уҡырға
01.09.14  
 
ИМ БЕЛГӘН – ИМГӘНМӘҪ

Мәҙинә әхирәтем тәүгә оләсәй булды: ҡыҙының ҡыҙы тыуҙы. Балалары ситтә, Сорғотта йәшәүгә ҡарамаҫтан, әхирәтем сыҙаманы. Ләйләһе бала табыу йортонан сығыуға, алыҫ сәфәргә юлланды. Ике ай самаһы балалары янында тороп, күңеле булып, яңыраҡ ҡына ҡайтып төштө. "Әле лә ҡайтмаҫ инем, ике бүлмәле фатирҙа тығыныраҡ булып китте: ҡоҙағыйым килеп ҡалды", - тип, йыйылып киткән хәбәрҙәрен һөйләп бөтөрә алмайынса, Мәҙинә ҡайтыу менән мине бәпес сәйенә саҡырып та алды.

- Шунан, әхирәт, оләсәй ролен килештерҙеңме инде? Ҡотлайым тәүге ейәнсәрең менән! Бәхете-тәүфиғы менән килһен, ата-инәһенә ҡыуаныс булһын. Ләйләң кейәүгә бер ул да табып бирһә, донъялары теүәлләнә, иншалла...
- Рәхмәт, әхирәт, һиңә лә ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйем. Һәйбәт кенә тороп ҡалдылар. Сабый ни, әле имә лә йоҡлай. Үҙе шәфҡәт туташы булғас, бер ҙә албырғап, ҡурҡып тормай балам, ышаныслы тотона бәпескә. Әлдә генә шундуҡ имеҙә башлаған. Күкрәк һөтөнә етәме һуң инде! Хайуандың хайуаны имеҙеп үҫтерә балаһын. Ләйләмдең роддомда үҙе менән бергә бала тапҡан йәш кенә ҡатындарға иҫе киткән: күбеһе сабыйын имеҙеүҙән баш тарта, ти. Береһе, ирем күкрәктәремде күрһә, аҡылын юя, имеҙһәм, формамды юғалтырмын тип ҡурҡам, ти икән. Үәт әй!

Уҡырға
25.08.14  
 
ТЕЛМӘРЕҢӘ ИҒТИБАРЛЫ БУЛ, ТЕРЕ ШИШМӘНЕ ҠЫЙЛАМА

Вәкил Исмәғил улы ХАЖИН Туған телдә дөрөҫ һөйләшеүҙең телде һаҡлауҙа ҙур роль уйнауын инҡар итергә ярамай. Бигерәк тә журналистарҙың, яҙыусыларҙың телгә иғтибарлы булыуы шарт. Ҡасандыр бөйөк шағирыбыҙ телде тере шишмәгә тиңләһә, бөгөн беҙ был шишмәне ниндәй хәлдә тотабыҙ? Уны төрлө сүп-сар - сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән, таштарына ултырған ләмдән, йәғни телгә индерелгән кәрәкмәгән яңылыҡтарҙан, шишмә һыуының тәмен ебәреүсе бүтән бысраҡтарҙан - хаталарҙан таҙартыу кәрәкме? Бигерәк тә ниндәй хаталарҙан һаҡланыу кәрәк? Ошолар тураһында тел белгесе, педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Исмәғил улы ХАЖИН менән әңгәмәләшәбеҙ.

"Аҡһаҡ" баҫымдар, "зәғиф" интонация

Йәмғиәттең телен баҫмалар, радио һәм телевидение формалаштыра. Халыҡ ташҡа баҫылғанға, яңғырап торған һүҙгә айырыуса ныҡ ышана. Шуға күрә, журналистар үҙҙәре еткергән мәғлүмәт өсөн генә түгел, яҙған һәм һөйләгән һүҙе өсөн дә яуаплы. Хаталы һөйләгәнде көн дә тыңлап, ишетә йөрөгән кеше уларҙы үҙе лә ҡабатлай башлай. Был йәһәттән һүҙҙәргә дөрөҫ баҫым ҡуйыу мәсьәләһенә иғтибар итергә кәрәк. Йыш ҡына баҫымды кәрәк булмаған урынға ҡуйып һөйләүҙәрен ишетергә тура килә. Быны раҫлаусы миҫал: -маҫ, -мәҫ ялғауҙары. Башҡорт теле ҡағиҙәһе буйынса, ҡылымдың юҡлыҡ формаһын белдергән -ма, -мә ялғауҙары баҫымһыҙ була. Әммә һәр ҡағиҙәнең иҫкәрмәһе бар. Был осраҡта -маҫ, -мәҫ ялғауҙары һәр ваҡыт баҫымлы, йә баҫым һүҙҙең аҙағына күсә бара, тигән иҫкәрмә бирелгән. Мәҫәлән, бАрма, бАрмаһындар һүҙҙәрендә баҫым -ма ялғауы алдынан торған ижеккә, ә бармАҫ, бармаҫтАр һүҙендә -маҫ ялғауына һәм унан һуңғы ижеккә төшә. Ҡылымдың -маҫ, -мәҫ юҡлыҡ ялғауының ҡыҫҡартылған формаһы ла баҫымлы: бармАм, бармАбыҙ. Бер ҡарауға бында -ма ялғауы ҡушылған кеүек тойола, ләкин улар бармАҫмын, бармАҫбыҙ һүҙҙәренең ҡыҫҡартылған формаһы. "Ысын ир егет отОлмаҫ", - тигәндә отолмАҫ тип әйтеү дөрөҫ була. Баҫымды дөрөҫ ҡуя белмәү башҡорт теленә ҙур зыян килтермәй, уны яйлап төҙәтергә мөмкин.

Уҡырға
25.08.14  
 
УРТА БЫУАТТАРҘА БАШҠОРТТАР ҺАНЫ

Урта быуаттарҙа башҡорттарҙың һаны күпме булған? Улар ниндәй ерҙәрҙә йәшәгән? Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең, башҡорттар аҙ һанлы милләт булған, тигән ҡараштары, ә икенселәренең халыҡтың тарихын бер нисә быуат менән генә сикләргә тырышыуҙары дөрөҫлөккә тап киләме? Ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта тарих фәне өсөн ҡатмарлы һорауҙарға яуапты тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ менән бергәләп эҙләйбеҙ.

Тарихи сығанаҡтар ни һөйләй?

Урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡтарҙың иҫәбен асыҡлау бөгөнгө көн фәне өсөн күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был хәл башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа халыҡтарҙың иҫәбен асыҡларға тырышҡанда ла күҙәтелә. Төп сәбәп, һис шикһеҙ, аныҡ факттар, дәлилдәр менән нығытылған сығанаҡтарҙың булмауы, йәки уларҙың әҙ булыуына ҡайтып ҡала. Әлбиттә, быға ғәжәпләнәһе түгел, ни тиһәң дә, беҙҙең дәүләт тарихында тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары монголдар хакимлыҡ иткән осорҙа ойошторола. Ләкин ошо туралағы тарихи факт билдәле булһа ла, үкенескә күрә, ул кампанияларҙың һөҙөмтәләре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған. Шуға күрә башҡорттарҙың да үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылған осорға тиклем күпме булыуы хаҡында бер ниндәй ҙә аныҡ, асыҡ, раҫланған мәғлүмәт юҡ тиерлек. Булғандары ла бер-береһенә ҡаршы килә. Шуға күрә, башҡорттарҙың һаны бер нисә меңдән алып бер нисә миллионға тиклемге сиктә тирбәлә.

Уҡырға
25.08.14  
 
БАЛАЛАРЫБЫҘ БЕҘҘЕ ҠАБАТЛАЙ

Атаһынан күреп...

Ата-әсәһенә ике тамсы һыу һымаҡ оҡшаш балалар була. Ҡайһы саҡта теге йәки был баланы күрәһең дә, был - Фәләновтар яғына тартҡан, моғайын, шуның малайылыр (ҡыҙылыр), тип уйлап ҡуяһың. Киреһенсә, балаларына оҡшатып, атаһын йәки әсәһен таныған осраҡтар ҙа булғылай.
Яңыраҡ бер спорт сараһында волейбол уйнайбыҙ. Командабыҙға һуңлап ҡына килеп ҡушылған таныш түгел бер ағайҙың йөҙө Урал исемле минең күптәнге таныш егеттең йөҙөн хәтерләтеүенә иғтибар иттем. Ағайҙың үҙенән: "Һеҙ Уралдың атаһы түгелме?" - тип һорарға уңайһыҙланып, уға һиҙҙермәй генә командалаш егеттәрҙең береһенән һорай ҡуйҙым. Ысынлап та, фаразым дөрөҫ булып сыҡты. Шулай итеп, ғүмерҙә лә күрмәгән, белмәгән ағайҙы, улына оҡшатып, таныным да ҡуйҙым. Быныһы - тышҡы оҡшашлыҡ тураһында. Әммә иң ныҡ аптыратҡаны шул: ҡайһы саҡта тышҡы оҡшашлыҡ ул тиклем айырым-асыҡ күренмәһә лә, эске оҡшашлыҡ - характер, ҡылыҡтар берлеге үҙен тағы ла нығыраҡ һиҙҙерә һәм һине хайран итә. Ә инде бер ғаиләгә генә хас үҙенсәлекле һәләт айырыуса һоҡландыра...

Уҡырға
25.08.14  
 
ШӨКӘРӘ КИПТЕРЕРГӘ ЯҘМАҺЫН ИНДЕ...

Бөгөн күптәр аҡсаға аҡылын, намыҫын һата. Ҡайһы берҙә бәғзе эшмәкәрҙәргә ҡарайым да, уларҙың күкрәгендә йөрәк урынында банк иҫәбелер, тип уйлайым. Байлыҡҡа ынтылыш ҡурҡыныс түгел, теләһә ниндәй юл менән байырға тырышыу хәүефле. Хәҙерге ваҡытта аҡса түләп үрләргә, үҙеңде енәйәти эҙәрлекләүҙән ҡотҡарып ҡалырға мөмкин. Ә ошо гигант средстволар иҡтисадҡа йүнәлтелһә, ул иркен тын алып ҡалыр ине, моғайын.

Һәр дәүерҙә лә эшләргә, төҙөргә кәрәк. Минең атайым - бригадир, әсәйем ат ҡараусы ине. Үҙ белемем нигеҙендә бәйләнештәрһеҙ, аҡсаһыҙ ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. 23 йәшемдә үҙемдең тыуған Ҡыйғы районында колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Малай ғынамын, хатта һүгенә лә белмәй инем. Биш йыл эсендә барыһына ла өйрәндем. Өфөнән бер нисә тапҡыр күсмә байраҡ алыуға өлгәштек. Һуңынан партияның өлкә комитетында, ризалығымды ла һорап тормайынса, Салауат райкомының беренсе секретары итеп раҫланылар. Ул ваҡытта йәштәрҙе, әгәр ҡулынан килгәнде күрһәләр, үҫтерәләр ине. Берәү ҙә уларҙы баҫтырып ҡалдырманы. Мин иртәнән кискә тиклем ауыл хужалығы менән булыштым. Салауат районынан һуң Тәтешле районына ебәрҙеләр. Мин эшләгән ваҡытта район Бөтә Союз ярышында өс тапҡыр еңеү яуланы. Хатта продукцияны яҡшыраҡ шарттарҙа эшләүселәргә ҡарағанда күберәк тапшыра инек. Артабан инде - ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, һуңынан Госкомзем етәксеһе булып киттем.

Уҡырға
25.08.14  
 
МИЛЛИ РУХҺЫҘ МИЛЛИ ТЕАТР БУЛМАЙ

Станиславский, театр гардеробтан башлана, тигән, ә Һеҙҙең өсөн театр нимәнән башлана?

Дамир ҒӘЛИМОВ, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе: Театрға кейем элгесе лә, тамашасыны үҙенә йәлеп итеп торған матур бинаһы ла, һәләтле актерҙар ҙа, яҡшы репертуар ҙа кәрәк. Шулай ҙа милли театрҙы, беренсе нәүбәттә, милли рух күтәрә. Әгәр ҙә театрҙың үҙ традициялары, милли рухы булмаһа, ул ниндәйҙер күңел асыу урынына ғына әүерелә. Милли театрҙың үҙенсәлеге тап ошонда, рухһыҙ уның ижади юлы оҙайлы була алмай. Сибай театрына эшкә килгән йәш артистарға өлгө булыусы Ғәшиә Абыҙгилдина, Биби Мәһәҙиева, Шәмсинур Сиражетдинова, Ғәшүрә Ирназарова, Закир Ханов кеүек зыялыларыбыҙҙан быуындан-быуынға тапшырыла килгән йолаларҙы өйрәтеүсе, 50-60 йыл сәхнәгә хеҙмәт итеүсе өлкән быуын актерҙарыбыҙ - беҙҙең оло байлығыбыҙ. Тап улар театрҙы көслө итә. Телдең бар зауығын, моңон тойоп, еренә еткереп һөйләнелгән телмәр ҙә - театрҙың йөҙө. Урал аръяғы башҡорттарының теле бик үҙенсәлекле, унда әле лә башҡорт теленең бар нескәлектәре һаҡлана килә, шуға сәхнәлә дөрөҫ һөйләшеү мотлаҡ. Ғөмүмән, сәнғәт ул шулай уҡ тел һаҡсыһы, шуға телгә иғтибарлы булырға кәрәк.

Уҡырға
18.08.14  
 
ТЕЛЕҢ ТЕШ АРТЫНДА БУЛҺЫН

Имеш, бер ваҡыт трамвайҙа берәү теш һыҙлауына зарлана башлаған. Барлыҡ пассажирҙар ҙа бер-береһен бүлдерә-бүлдерә уға төрлө кәңәштәр биргән. Бары тик бер генә пассажир өндәшмәүҙе хуп күргән. Ул - теш һыҙлауының сәбәптәрен һәм уларҙы дауалау буйынса универсаль ысулдар юҡлығын яҡшы белгән теш табибы булған. Уның сирлене тикшермәй тороп, аныҡ кәңәштәр бирергә ярамай икәнен белгән, шуға ла телен тештәре артына йәшереп, аҡыл һатыуҙан тыйылған... Ысынбарлыҡта теш ауырыуы шулай ҡатмарлымы? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап эҙләп, Ырымбур медицина академияһының стоматология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡортостанда башлаған һәм үҙен тиҫтә йыл эсендә тәжрибәле белгес итеп танытып өлгөргән Ырымбур егете Ришат БАЙТИМЕРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Уҡырға
18.08.14  
 
ХӨБӨТДИН ҠАРТ ҺӘМ МИЛЛИАРДЕР АБРАМОВИЧ ИКЕҺЕ ЛӘ НАТУРАЛЬ РИЗЫК АШАЙ

Яңыраҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаттары пальма майы ҡушып яһалған аҙыҡ-түлек продукттарын Таможня берлегендә һатыуҙы тыйыу тәҡдиме менән Евразия иҡтисад комиссияһына (ЕЭК) хат ебәргән. Евразия иҡтисад комиссияһы, үҙ сиратында, был проблеманы тикшерәсәге тураһында белдергән. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, һөт продукттарын етештереүҙә әүҙем ҡулланылған был компоненттың кеше һаулығына зыянлы булыуын закон сығарыусылар ҙа таный, тигән һүҙ. Киләсәктә уны тыйыу тураһында закон сыҡһа, Таможня берлегенә ҡараған илдәрҙә пальма майын аҙыҡ-түлек өлкәһендә ҡулланмай башлаясаҡтарына өмөт итергә була. Бөгөнгө әңгәмә барышында һүҙ аҙыҡ-түлек продукттары хәүефһеҙлеге тураһында барасаҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ - Башҡортостандың Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡ институтының иҡтисад бүлеге мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВ менән Башҡортостан Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, биология фәндәре докторы, профессор Вәкил Мирғәле улы ШИРИЕВ ошо һәм башҡа темаларға фекер алыша. Әңгәмәне иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар ҒӘБИТОВ алып бара.

Уҡырға
18.08.14  
 
ЭШҠЫУАРЛЫҠ НИҢӘ ЙӘЛЕП ИТМӘЙ?

Юғары менеджмент мәктәбе белгестәре ике мең рәсәйленән һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә 2013 йылда үҙ эшен ябыусылар һанының 2012 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Яуап биреүселәрҙең 40 проценты эшҡыуарлыҡтың килемһеҙ булыуын билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшен аса алмауҙың сәбәбен аҡса юҡлыҡҡа һылтаусылар кәмегән. Тимәк, бөгөнгө көндә капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Шулай ҙа халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә атлығып тормай. Сөнки бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында уңышлы бизнес алып барыуға улар ышанмай. Был тап ошо һорау алыу барышында асыҡланған.

Уҡырға
18.08.14  
 
ӘҘӘМ БУЛАЙЫМ ТИҺӘҢ АҠСАҒА ЙӘН ҺАТМА

Алтын ҡағыҙ, көмөш конверт -
Ҡиммәт түгел,
Һөйгән йәрҙең яҙғаны ҡиммәт,
Күҙ-йәш түгеп.


Яңыраҡ бер таныш апай: "Илдар, тиҙҙән кафедрабыҙ коллективы менән байрам итәбеҙ. Һин миңә шунда әйтер өсөн матур ғына тост әҙерләп бир әле", - тип мөрәжәғәт итте. Апай бик яҡшы кеше булғас, ризалығымды бирҙем. Әммә бер аҙ уйланып йөрөгәндән һуң, апайға шылтыратып, уның тәҡдименән баш тарттым. Сөнки ул ҡотлаясаҡ кафедра ағзаларын яҡындан белмәйем, тимәк, ҡотлау өсөн ниндәй генә матур, яғымлы һүҙҙәр тапһам да, барыбер улар эскерһеҙ йылылыҡ, ысын мөнәсәбәтте сағылдыра алмаясаҡ.


Уҡырға
18.08.14  
 
АЛМА, ИТ, ҺӨТ БАРЫ ТИК ҮҘЕБЕҘҘЕКЕ!

Көнбайыш Рәсәйгә ҡарата санкциялар индереүҙе бер ғәҙәткә әйләндерҙе, буғай. Исемлек йыш тулылана һәм унда Рәсәй сәйәсмәндәре, эшҡыуарҙары, төрлө ойошма һәм предприятиелар, банктар ҙа бар. Бындай тупаҫ мөнәсәбәткә оҙаҡ түҙгәндән һуң, Рәсәй яуап биреүҙе кәрәк тип тапты. Ил хөкүмәте, Владимир Путин ҡушыуы буйынса, Евросоюз илдәренән, АҠШ, Австралия, Канада һәм Норвегиянан Рәсәй биләмәһенә индерелмәҫкә тейешле сит ил тауарҙары исемлеген раҫланы. Шулай уҡ ил башлығы ҡарарына ярашлы, Украина авиакомпанияларының транзит рейстарына Рәсәй һауаһы территорияһында осоу тыйылды.

Уҡырға
18.08.14  
 
ТАЯҠ - ИКЕ БАШЛЫ, МИҘАЛ ИКЕ ЯҠЛЫ БУЛА...

Евросоюздың төрлө санкцияларына яуап итеп, Рәсәйҙең ҡайһы бер сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуы беҙҙе ас-яланғас ҡалдырыу урынына, киреһенсә, үҙебеҙҙә етештереү ҡеүәттәрен арттырып, яҡшы эштәргә генә юл асылыуға өмөт уята. Сөнки, шағир әйтмешләй, Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмағандай, уның халҡы һәр осорҙа ла үҙенсә тормошҡа яраҡлашып, үҙенең стандарттары менән йәшәй. Аслыҡ, һуғыш афәттәре йылдарында ла ҡырылып бөтмәгән һәм артабан йәшәргә көс тапҡан халыҡ, бигерәк тә ауыл халҡы, был юлы ла аптырап ҡалмаясаҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыуын ул әле лә онотмаған һәм ташламаған, ә инде яңы технологиялар булдырыуға килгәндә, аҡыллы баштар беҙҙә лә етерлек.

Уҡырға
18.08.14  
 
Биттәр : # « 223 224 225 226 227 228 229 230 231 » #
Киске Өфө
 

Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru