«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 96 97 98 99 100 101 102 103 104 » #
АТТА ЛА, ТӘРТӘЛӘ ЛӘ...


Күптән түгел баш ҡалалағы ер аҫты үткәүелдәренең береһендә өйҙә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә һәләк булған ҡатындарҙың фотолары ҡуйылған галерея барлыҡҡа килде. Был - тормош ысынбарлығының бер күрһәткесе. Бөгөн күп ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендә иҙелеп, әммә түҙеп йәшәй, тиергә мөмкин. Күптәре өйҙәге сүпте тышҡа сығармайым тип, теш ҡыҫа, бәғзеләре иһә барыр, морон төртөп һыйыныр ере булмағанлыҡтан, башын баҫып йәшәй бирә. Шул уҡ ваҡытта республикала ауыр хәл-торошта ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам хеҙмәттәре лә уңышлы эшләп килә. Редакциябыҙ ҡунағы, баш ҡалалағы "Ғаилә" ресурс үҙәгенең шундай бүлек мөдире Венера ҒАФАРОВА менән бөгөн ошо темаға һөйләшәбеҙ.

Уҡырға
05.11.20  
 
ӘСӘЙГӘ ӘЙТМӘ, ЙӘКИ АТАЙ ЙОМШАҠЛЫҒЫ НАСАРМЫ?


Күптән түгел Әхмәр Үтәбайҙың "Атай тәрбиәһе" һәм "Ҡартатай тәрбиәһе" тип аталған яҙмаларын уҡыным. "Атайҙар улдарын улар үҙҙәре белмәгәндә-һиҙмәгәндә, йоҡлап ятҡанында ғына һөйөргә тейеш", тигән яҙылмаған ҡағиҙәне телгә алған автор. Был хаҡта минең дә ишеткеләгәнем бар. Ике улым тыуып, шуҡ малайҙар булып үҫеп килгән дәүерҙә, артыҡ иркәләтеп, уларҙы "боҙоп" ҡуймаһын тип, бәғзе берәүҙәрҙең миңә - йәш атайға әйткән шундайыраҡ нәсихәте хәтеремдә. Эйе, тап ана шулай ти торғайнылар ҙа ул, тик, кемдер әйтмешләй, әйтеүе генә анһат икән...

Уҡырға
05.11.20  
 
БӘХЕТЛЕЛӘРГӘ ЕЛ ДӘ ЫҢҒАЙ ИҪӘ


"Татыу ғаилә - ил күрке" тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Был тапҡыр һүҙҙәр Мәләүез районы Бәләкәй Шәрип ауылында йәшәгән Айгөл һәм Сәлих Байгилдиндарға ҡарап әйтелгән, тиерһең. Йәшәү рәүештәре, ғаилә традициялары менән, ысынлап та, улар тораҡ пунктҡа йәм, ҡот өҫтәй: ҡорған йылы ояларында татлы һөйөү емеше булып тыуған биш балаһы бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килә. Матур итеп яңы йорт һалып ингәндәр. Һарай тултырып мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта фермерлыҡ эшмәкәрлеген дә уңышлы алып баралар. Йәшлек таңында ҡабынған һөйөү хистәрен һүрелтмәй, замандаштарына матур өлгө күрһәтәләр. Бер-береһенә исем менән түгел, ә "йәнем" тип кенә өндәшеүҙәренә ауылда бер кем дә ғәжәпләнмәй. Үҙ-ара ихлас мөнәсәбәттәрен уларҙың йылы күҙ ҡарашынан да танырға, белергә мөмкин.

Уҡырға
05.11.20  
 
БАШҠОРТ БАЙЫҺА БИСӘ АЛАМЫ?


Шундай әйтем йәшәй халыҡта. Тулы варианты ошолай: "Урыҫ байыһа, өй һала, башҡорт байыһа, бисә ала". Был әйтем әлеге заманға әллә ни тура ла килмәҫ, әммә ундағы фәлсәфә һәм шул фәлсәфәгә ярашлы ир-ат психологияһы йәшәй әле. Күтәрелгән, уңышҡа өлгәшкән, байыған, билдәлелек яулаған ирҙәрҙең ҡатын алмаштырыу, ҡатын яңыртыу йолаһы йәшәй. Ошо мәсьәләне тикшереп ҡарайыҡ әле.

Уҡырға
05.11.20  
 
ИНТЕРНЕТ ДУҪМЫ, ДОШМАНМЫ?


Интернет беҙҙең илгә 2000 йылдар тирәһендә ныҡлап инә башланы. 20 йыл самаһы элек ул нәмәне эре предприятиелар ғына эш өсөн ҡуллана ине. Әүәле донъя селтәре һаналған интернетҡа компьютерҙар ярҙамында ғына инеп була торғайны, компьютерҙар ҙа һәр бер ғаиләгә тәтемәне. Бөгөн иһә заманалар ныҡ үҙгәрҙе, хәҙер был технологияны һәр бала тиерлек кеҫәһендә йөрөтә.

Уҡырға
05.11.20  
 
ҺӘТЕСТӘ, ҺӘТЕСТӘ...


"Һәтестә, һәтестә, ҡыҙҙар эстә беҙ тышта" тигән йыр һүҙҙәрен күптәребеҙ (бигерәк тә, өлкән быуын) ишеткәне барҙыр. Ә нимәне аңлата һуң ул "һәтестә" тигән һүҙ? Баҡтиһәң, йырға был һүҙҙәр буштан ғына килеп инмәгән, һәм улар йыр тексында бик тә урынлы ҡулланыла булып сыҡты.

Уҡырға
05.11.20  
 
ЕР ТУРАҺЫНДАҒЫ ЗАКОНҒА АЛТЫ АҢЛАТМА


29 октябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары республиканың ер тураһындағы законына үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, милке сикләнгәмән ерҙәр БР Ер һәм мөлкәт министрлығы ҡарамағына тапшырыла. Был документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәндән һуң йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы, шуға ла ул икенсе һәм өсөнсө уҡыуға парламентарийҙарҙың, халыҡтың һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәренең фекерҙәрен иҫәпкә алып эшләнде. Һөҙөмтәлә был төҙәтеүҙәр асыҡ электрон документ әйләнешен индерергә һәм ер участкаларын алыуҙы ябайлаштырырға, коррупцияны бөтөрөргә ярҙам итәсәк, ерҙе контролләү һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ һәм инвестиция климатын яҡшыртасаҡ, тип билдәләнде. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә һәм 5 йыл ғына ғәмәлдә буласаҡ.

Уҡырға
05.11.20  
 
ГӘЗИТ КЕМДЕКЕ ҺУҢ УЛ, ЙӘКИ ҠАҒЫҘ БАҪМАЛАРҘЫ УҠЫМАҒАНДАР НИҘӘН МӘХРҮМ?


Бөгөн һәммәһе: ултырғаны, шыуғаны, имгәкләгәне - кескәйҙәрҙән алып йәше-ҡартына тиклем интернет донъяһына ябырылды. Сүллектә килеп, ниһайәт, ҡоҙоҡҡа юлыҡҡан юлаусылар каруаны кеүек. Нимәләр генә яҙышмайҙар бында: булғанын-юҡ-барын, ғәжәбен-ғибрәттәрен-ғәйбәттәрен: кемдең кемде һөйөүен, кемдәрҙең айырылышыу-талашыуын, кемгә ниндәй үсе барын - барыһын һыйҙыра, үҙенә йота төпһөҙ ҡойо.

Уҡырға
05.11.20  
 
МӨХТӘРӘМ УҠЫУСЫЛАРЫБЫҘ!


Ошондай бер риүәйәт бар: "Бер ҡарт балыҡ ҡармаҡлай. Икенсе бер балыҡсы был ҡарттың ҡылығын иҫе китеп күҙәтеп тора: ҡарт ваҡ балыҡтарҙы ғына алып ҡала ла, эрерәктәрен һыуға ебәрә икән. Үҙенең был ҡылығын ул шулай аңлата: "Өйөмдә табам бәләкәй, эре балыҡтар унда һыймай". Һығымта шундай: аҡылыма һыймай, аңламайым, тип, тапҡыр аҡылды, урынлы кәңәште инҡар итмәйек, уларҙы аңыбыҙға һеңдерергә, йәшәйешебеҙҙә ҡулланырға тырышайыҡ. "Киске Өфө" гәзите лә уҡыусыларын шуға саҡыра. Шуға ла аҡ ҡағыҙ битен халҡыбыҙға файҙалы тос һүҙ, фекер менән тултырыу маҡсатын алға һөргәнбеҙ. Бөгөнгө көндөң иң актуаль мәсьәләһен - тәрбиә, рухиәтебеҙҙе сәләмәтләндереү йүнәлешен өҫтөн күреүебеҙ. Ошондай баҫманы үҙ итеүселәрҙе гәзитебеҙ менән дуҫлығын дауам итергә саҡырабыҙ.

Уҡырға
05.11.20  
 
АУЫЛДА НИСЕК?


Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙға квалификациялы белгестәр ҡайтарыу маҡсатында төрлө программалар бойомға ашырыла. Ауыл врачы, ауыл тренеры, ауыл уҡытыусыһы, ауыл ипотекаһы... Нисек уйлайһығыҙ, былар ауылдарҙы күтәрергә, тергеҙергә булышлыҡ итәсәкме?

Әмир ХӘЛИТОВ, хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районы:
Был программаларҙың барыһы ла ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән, әлбиттә. Әммә ауыл менән ауыл араһында ла айырма бар бит. Беҙҙең халыҡтың күбеһе бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәй. Бөгөн башлыса уларҙың барыһында ла тиерлек мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябылған. Шуға күрә үрҙә һанап үтелгән мәсьәләләргә, беренсе сиратта, республикалағы аҙ һанлы, йәғни 50-150 кеше йәшәгән ауылдар күҙлегенән сығып ҡарарға кәрәктер, сөнки тап уларға юғалыу хәүефе янай. Юғиһә, ҡалала ҡалас бешерә белмәгәнде ауылда иген игергә өйрәткән кеүек килеп сыға.

Уҡырға
30.10.20  
 
ЙӘТСӘ ИСЕМДӘРЕ МАТУР...


Яңыраҡ ошондай әңгәмәнең шаһиты булырға тура килде. "Иртәнсәк тороп тышҡа сыҡһам, бесәй бер бәләкәй генә йәнлекте сиҙәм үләнгә һуҙып һалған да уға ҡарап ултыра. Мин битараф ҡына, берәй сысҡан-фәләнде тотҡандыр шунда, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә минең фараз дөрөҫкә сыҡманы. Бесәй ҡорбаны унан саҡ ҡына ҙурыраҡ икән. Төҫө лә башҡа. Ҡорһағы, баш-муйын аҫты һәм тәпәй остары аҡ. Арҡаһы, баш-муйындың өҫ яғы көрән. Йөнө ҡуйы. Аяҡтары ҡыҫҡа. Тырнаҡтары осло. Муйыны оҙон. Башы бәләкәй. Тештәре үткер. Күҙҙәре бер аҙ алға сығып тора. Аптырап ҡуйыла, бындай йәнлекте бер ҙә күргән юҡ ине бит әле. Әллә үҙе урмандан беҙгә килгән, әллә бесәй уны урмандан тотоп алып ҡайтҡан. Шул арала малын көтөүгә ҡыуып ҡайтып килгән күршене күреп ҡалдым. Уны ҡул болғап саҡырып алдым. Ул бесәйҙең табышына ҡарап, баш сайҡап ҡуйҙы.

Уҡырға
30.10.20  
 
ЭСКЕЛЕКТӘН АЙЫҠЛЫҠҠА КҮСТЕМ


Бер нисә йыл элек редакция эштәре менән йөрөгәндә ҡоймаһыҙ, янында бер яҡҡа ауыша башлаған иҫке мунсаһынан тыш башҡа ҡаралтыһы булмаған йортҡа инергә тура килде. Дөрөҫөрәге, саҡырып индерҙеләр. Урамда бер үҙе уйнап йөрөгән 4-5 йәшлек малай, беҙгә лә инегеҙ, тип ихласлап әйҙүкләне. Баланың һүҙен йыҡмайым тип, уның артынан эйәрҙем. Бәләкәй генә иҫке йорттоң тупһаһы, солан иҙәне таҙа итеп ҡырып йыуылған. Алты мөйөшлө өйҙөң түрендә бишек эленгән. Уның янында 45-50 йәштәрҙәге ҡатын боронғоса ҡолға ултыртып, йөн иләй. Тигеҙ итеп тетелгән йомарлам тилбер бармаҡтар араһында һәғәттә нәҙек һәм тигеҙ епкә әйләнә.

Уҡырға
30.10.20  
 
ХОҘАЙ БИРГӘН МАЛАЙ


* * *

Кәрим көн аша тиерлек ҡалалағы машиналар һатыла торған үҙәккә барып, үҙе һатып аласаҡ машинаның хаҡын һорашып белешеп торҙо. Бер көн барғанында уға үҙәктәге дилерҙар ике айҙан машинаға хаҡтың ун процентҡа, өс айҙан утыҙ процентҡа артасағы хаҡында хәбәр итте. Кәрим йығылып китә яҙҙы. Машинаға аҡсаһын тултырыр өсөн, бик теләмәһә лә, кредитҡа алырға тура киләсәк уға. Банкҡа йүгереп барҙы. Унда ла ажиотаж. Офисҡа яҡын барырлыҡ түгел. Ярты көн буйы сиратта торҙо. Көтөүе бушҡа ғына булды. Дефолт алдынан ниндәй банк кредит өләшһен инде? Уға ике-өс айҙан, йәғни һумдар нисбәте кинәт һикереш яһағас ҡына килергә ҡуштылар.

Уҡырға
30.10.20  
 
БОМБЕЙ ҠАНЫ ЛА БУЛА ИКӘН...


Сәләмәт саҡта, әлбиттә, ҡандың әһәмиәте һәм уның кеше организмында ниндәй роль уйнағаны хаҡында уйлап та бирелмәй. Әммә йәшәй-йәшәй ағзалар ғына түгел, ҡан да үҙен белдерә башлай. Ҡан ҡуйылығы ла, уның артыҡ шыйыҡлығы ла сәләмәтлеккә йоғонто яһай. Редакция ҡунағы - Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил ХӘМИТОВ менән ошо тема буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
30.10.20  
 
ИШАРАМЫ БЫЛ?


Бына бит килде заман: яңыраҡ ҡына әле өләсәйҙәр һөйләп ҡурҡытҡан ахыр заман касафаттарының тәүге билдәләре беҙҙең өлөшкә төшмәксеме? Эйе, шул сир хаҡында инде, башҡа нимә борсой һуң бөгөн беҙҙе? Сир үҙе генә әллә ҡайҙа төпкә китә лә алмаҫ ине, бәлки, кешелек үҙе үк уға ярҙам итеп, үҙен ярҙан эткеләп тормаһа...

Уҡырға
30.10.20  
 
ШИК ТЫУҺА...


Был тажзәхмәт, ирекһеҙҙән, йәмғиәтте шикләнергә өйрәтте: эргәлә берәйһе сөскөрһә лә, йүткерһә лә, шунда уҡ баштан мең төрлө уй үтә - сирле түгелме икән... Ә бит кеше сәбәпһеҙ ҙә сөскөрөүе йәки йүтәлләп алыуы мөмкин. Шулай ҙа бөгөн шикләнеү кәрәктер ҙә, сөнки эргәбеҙҙә әллә күпме кешенең сирҙе тышҡы билдәләрһеҙ генә үткәреп ебәреүе, вирус йөрөтөүсе булыуы мөмкин. Әммә шикләнеү ҙә самалы булырға тейеш, юҡһа, уның фобияға әйләнеп, организмға кире йоғонто яһауы ла бар. Юҡҡа ғына психологтар ҙа, ниндәй генә сир булыуға ҡарамаҫтан, иң мөһиме - күңел көрлөгөн һаҡларға, шатлана-ҡыуана белеү сифатынан айырылмаҫҡа кәңәш итә, көлөүҙе хатта терапия тип тә атай. Ләкин бәндә бағышлай, Хоҙай һағышлай, тип бер нигеҙһеҙ әйтмәгәндәр: Аллаһы Тәғәләнең беҙгә ҡарата үҙ пландары бар һәм ул көтмәгәндә-уйламағанда һынау биреп тә ҡуя. Әгәр ҙә организмығыҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр һәм яңы коронавирус инфекцияһына шик тыуһа, артабан был шигегеҙ раҫланһа, нимәләр эшләргә? Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына ошо хаҡта бына нимәләр һөйләй.

Уҡырға
30.10.20  
 
ҮҘ ТЕЛЕҢДӘН ОЯЛМА!


Тыуған яҡтарҙан ситтә йәшәгәндәр белә: шул тарафтарҙа ҡапыл ғына берәй милләттәшеңде осратыу оло бер бәхет һымаҡ ҡабул ителә. Мин дә Башҡортостанымдан алыҫта оҙайлы хәрби хеҙмәт дәүерендә бындай бәхетле минуттарҙы татығыланым.

Уҡырға
30.10.20  
 
СИРҘӘН ҺУҢ ОРГАНИЗМДЫ НИСЕК ТЕРГЕҘЕРГӘ?


Коронавирус инфекцияһын еңел, симптомһыҙ үткәргән пациенттарға ла медицина реабилитацияһы кәрәк һәм ул мотлаҡ табип күҙәтеүендә үтергә тейеш. Был процесс бер нисә аҙнанан бер айға тиклем, айырым осраҡтарҙа бер йылғаса һуҙылыуы мөмкин. Сирҙе нисек еңел үткәрергә, нисек итеп тиҙерәк һауығырға һәм эҙемтәләр ихтималлығын кәметергә? Был хаҡта Республика табип-физкультура диспансерының медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире Елена ИБРАҺИМОВА бына нимәләр белдерә.

Уҡырға
23.10.20  
 
ИҢ МӨҺИМЕ - МИН ТЕРЕ!


Тажзәхмәт-тажзәхмәт, тип саң ҡағыуыбыҙға йыл да булып килә. Ҡасандыр Ҡытайҙың Ухань ҡалаһын ғына түгел, тотош донъяны пыран-заран иткән сир беҙҙең Бөрйәнгә лә килеп етер тип, ике ятып бер төшкә инмәне. Ҡайҙа, ҡасан эләктерелгәндер был зәхмәтте - бер Аллаһ белә. Шуныһы ғына асыҡ: мин уны эҙләп йөрөмәнем.

Уҡырға
23.10.20  
 
СИБАЙҘАРҒА - МӘҘХИӘ!


Бөгөн туҡланыу, аҙыҡ-түлек, ашаған ризыҡтың сифаты һәм етештереү ерлегенә бәйле мәсьәләләр бик ҡырҡыу тора. Халыҡ аҙыҡтың да рухи ҡиммәттәр кеүек үк кешене төрлө яҡтан үҫтерә (физик яҡтан ғына түгел), үҙгәртә, тәрбиәләй ала торған мөһим йәшәү сығанағы икәнен аңланы. Ситтән алып киленгән аҙыҡ-түлектең беҙҙе үҙаңыбыҙҙан ситләштереүен, беҙҙәге генетик хәтерҙе юйыу мөмкинлеген бөгөн ғалимдар ҙа иҫбатланы инде. Үҙ ерлегебеҙҙә етештерелгән милли ризығыбыҙҙы алға ҡуйыу, уны пропагандалау һәм шифалы-туҡлыҡлы булыуын күрһәтеү - беҙҙең бурыс.

Уҡырға
23.10.20  
 
Биттәр : # « 96 97 98 99 100 101 102 103 104 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru