«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 15 16 17 18 19 20 21 22 23 » #
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

III - IV быуаттарҙа Көньяҡ Урал далаларындағы тарихи шарттар

Иртә урта быуаттар эпохаһында, быға тиклемге барса боронғолоҡ осорҙарындағы кеүек үк, Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең этносәйәси һәм мәҙәни-хужалыҡ тарихы үҫешен билдәләүсе мөһим фактор сифатында уларҙың көньяҡ ҡәбиләләре - Ҡаҙағстандың көньяғында һәм Урта Азияла йәшәгән ҡәүемдәр менән әүҙем аралашыуын атарға була. Ошо төбәктәрҙең күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләренең, малдары өсөн яҡшыраҡ көтөүлектәр эҙләп, яҙ-йәй миҙгелдәрендә даими рәүештә төньяҡҡа, Урал буйҙарына тиклем күсенеп йөрөп, көҙҙәрен көньяҡҡа - Арал буйҙарына, Түбәнге Волга һәм хатта Урта Азияға кире ҡайтып ҡышлауҙары ошондай контакттарҙың аныҡ билдәле формаһы булып тора.

Уҡырға
22.09.23  
 
ДУҪТАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ


Үткән аҙналарҙа донъяны шаулатҡан ваҡиғаларҙың иң мөһим беренсеһе - Көнсығыш иҡтисади форум (ВЭФ-2023) һәм уның пленар ултырышында РФ Президенты Владимир Путиндың сығышы булһа, ҡалғандары хаҡында мәҡәлә һуңында әйтелер.

Уҡырға
22.09.23  
 
БАЛА САҠ ХЫЯЛЫҢА ТОҒРО ҠАЛ!


Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Уҡырға
22.09.23  
 
БАЛАНЫ ЛА ШӘХЕС ИТЕП КҮРҺЕН ӨЛКӘНДӘР!


Күптән түгел Венгрияның Сегед ҡалаһында уҙғарылған IOI-2023 Информатика буйынса халыҡ-ара олимпиадаһында Рәсәй командаһындағы дүрт уҡыусы ла алтын миҙал яулап ҡайтты. Олимпиадала ҡатнашҡан 89 ил вәкиле араһында бындай юғары баһаға Ғимран Марат улы АБДУЛЛИН атлы башҡорт егете лә лайыҡ булғайны. Ошо форсаттан файҙаланып, һәләтле яҡташыбыҙ менән гәзит уҡыусыларын да таныштырабыҙ.

Уҡырға
22.09.23  
 
ӘЙҘӘ, УЙНАРҒА!


"Әйҙә, уйнарға!" тигән саҡырыуҙы ишеткәс, өлкәнерәк быуын кешеһе дуҫтар менән урамда "өлкән өй", "бәләкәй өй", баҫтырыш, йәшенмәк, бура һуғыу, тип күҙ алдына килтерәлер. Ә бөгөнгө балаларҙың аңында ниндәй образдар тыуа икән был һүҙҙәрҙе ишеткәндә? Улар бит бөтөнләй икенсе төрлө күҙаллай уйындарҙы. Һәр хәлдә, бына яңыраҡ ҡына ла һәр баланың ҡулында өсмөйөш башлы, ыржайған тешле Хагги Ваггиҙарҙы, һәр үҫмерҙә зыр әйләнгән спиннер күрергә була ине, малайҙар Кеше-үрмәксе булырға, ә ҡыҙҙар бармаҡ башындай ғына Лол-ҡурсаҡтар тураһында хыялланды. Сит илдән килгән был тенденцияларҙың бала аңына, сәләмәтлегенә нисек йоғонто яһауы тураһында уйланғанығыҙ бар инеме?

Уҡырға
22.09.23  
 
МИҘГЕЛДӘРҘӘН ТОРА БЫЛ ТОРМОШ


Йылдағыса, вәғәҙәһеҙ, бер ниһеҙ, йола буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙенең Ижади миҙгелен аса. Ябылғанды яңынан асыу, тип ҡабул итмәгеҙ. Был осраҡта асыу һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған. Асыу! Тимәк, яңырыу, дәртләнеү, йәшәреү, өмөт менән йәшәү! Ижади миҙгел быйыл нисек асыласаҡ, театр коллективының кәйефе ниндәй? Нимә көтә беҙҙе тантаналы көндә? Ошо турала һорашып, театрҙың баш режиссеры Денис Сәлим улы НУРҒӘЛИНгә мөрәжәғәт иттек:

Уҡырға
15.09.23  
 
УНАР ҒЫНА ҺУМЛЫҠ, АЙ, УН АҠЫҠ...


Башҡорттар борон-борондан Урал тауының ҡаҙылма байлыҡтарын, аҫылташтарҙы киң ҡулланған. Таштарҙы, ғәҙәттә, биҙәү әйберҙәре сифатында файҙаланғандар.

Уҡырға
15.09.23  
 
АТЛЫ БАШҠОРТ - 8


IX

Кавалерия училищеһы бинаһы, хужалыҡ блоктары, ат һарайҙары, манежы ла бөтә ҡыҙыл кавалерияға үрнәк булырлыҡ итеп йыһазландырылған. Училищеның начальнигы - граждандар һуғышы осоронда атаҡлы Беренсе атлы армияла эскадрон командиры булып хеҙмәт иткән, атлы ғәскәрҙәрҙә исеме киң таралған, Ставрополь казагы генерал-майор Вербицкий ине. Генералдың ат йәнле кеше икәнен күптән белгән майор Пустовой Әүхәҙиҙе ике-өс көн ашатып тәрбиә итте лә училище начальнигына күрһәтергә теләп манежға алып сыҡты. Аттың генерал күңеленә хуш килеүенә уның бер ҙә шиге юҡ ине.

Уҡырға
15.09.23  
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛДӘРЕНӘ СӘЙӘХӘТ, ЙӘКИ ҠАҘЫП АСЫЛҒАН ХӘҠИҠӘТ


Ағымдағы йылдың 20 авгусында олуғ ғалим, билдәле тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Һис шикһеҙ, туған халҡы уны үҙенең иң арҙаҡлы улдарының береһе итеп таныны. Уның ҡыҙы, тарих фәндәре кандидаты, атаһы кеүек археолог һөнәрен үҙ иткән Әлфиә Нияз ҡыҙы СОЛТАНОВА менән әңгәмәбеҙ Н.А. Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Уҡырға
15.09.23  
 
ТӘБИҒӘТТЕҢ МОҢОН ЙЫРҘАРЫНА КҮСЕРГӘН БЫЛ ХАЛЫҠ


Сергей Гаврилович Рыбаков (1867 йылдың 27 сентябрендә тыуған) күренекле рус музыкант-фольклорсыһы булған. Рәсәй Фәндәр академияһы заданиеһы буйынса ул илдең төрлө төбәктәренә бер нисә экспедиция яһаған, шул иҫәптән Башҡортостанға 1893, 1894 һәм 1896 йылдарҙа килгән.

Уҡырға
15.09.23  
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Боронғо телдәр белгесе, академик Н.Я. Маррҙың фекерен белеү шулай уҡ ҡыҙыҡлы булыр. Ул төрки телдәренең килеп сығышын Үҙәк Азия менән генә бәйләүҙе тупикҡа илтеүсе тәғлимәт, тип яҙа. Азия материгының бер-береһенән алыҫ ятҡан ике яғында таралып йәшәгән боронғо төркиҙәр хаҡындағы бәхәсһеҙ факттарҙың ике төркөмөн иҫәпкә алһаҡ, төрки халыҡтары этногенезының иң боронғо этаптарын нисек аңлатырға була һуң?

Уҡырға
15.09.23  
 
МИЛЛӘТЕБЕҘҘЕҢ ҮҘ АСЫЛЫНА ҠАЙТЫУЫН СӘЛӘМЛӘЙЕК


Һуңғы йылдарҙа һәр милләттең рухи ҡиммәттәрен күтәреүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Күп милләтле илебеҙҙә был бар халыҡ өсөн мөһим. Шәхсән беҙгә ҡағылышлы, бөтә донъяға ишетелерлек итеп башҡорт балын, башҡорт ҡымыҙын, башҡорт атын данлаусыларҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Райондарыбыҙҙа киң йәйелдерелгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген, "Айыҡ ауыл" хәрәкәтен хуплайым.

Уҡырға
15.09.23  
 
ИРӘНДЕК ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ЭШКӘРТЕҮ ТЫЙЫЛДЫ


Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы Фәйзулла майҙанында эҙләнеү эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу йәһәтенән ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе.

Уҡырға
15.09.23  
 
ЯПОНИЯ ОКЕАНҒА ЯҪҠЫНДЫ...


Кем кем, ә бына радиация зарарына иң күп күләмдә дусар булған һәм бының нимә икәнен үҙ халҡының миллионлаған ҡорбандары миҫалында белгән Япония етәкселегенән бындай хаяһыҙлыҡ һәм ҡанһыҙлыҡты бер кем дә көтмәгәндер.

Уҡырға
15.09.23  
 
МИЛЛИ БАҪМА КЕМГӘ КӘРӘК? ҮҘЕБЕҘГӘ! БАЛАҒЫҘҒА!


Был ни хикмәт: милли матбуғат баҫмаларының тираждары кәмегәндән-кәмей. Мәҫәлән, заманында 74 мең менән сыҡҡан "Йәншишмә" лә мең дананан саҡ ҡына күберәккә тороп ҡалған. Әлеге ярты йыллыҡ өсөн яҙылыусылар һаны тағы ла әҙәйгән. Башҡа гәзит-журналдарыбыҙ хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин: йылдан-йыл алдырыусылар һаны кәмей бара.

Уҡырға
15.09.23  
 
ҠИТҒАЛАРҘЫ БЕРЛӘШТЕРЕР ЙЫРҘАР


Һуңғы арала байрамдар, фестиваль-конкурстар күбәйеп киткән кеүек булһа ла, сәхнәлә барған хәл-ваҡиғиларҙың шаһиты булғандан һуң, бөгөн халыҡҡа тап ошондай тамаша кәрәклегенә инанаһың, етмәһә, һәр сараның үҙ ҡатнашыусыһы, үҙ талап-ҡиммәттәре бар. Ул сараларҙы күҙәтеү генә лә күңел офоҡтарыңды киңәйтеп, һүнеп барған хәтер ҡуҙҙарын баҙратып, йөрәккә ут тоҡандырып ебәрә. Залдан асылың уянып, бөтөнләй икенсе кеше булып сығаһың ҡай ваҡыт. Яңыраҡ ҡына Ишембай районында булған ике мәҙәни сара ошондай уйҙарға һалды.

Уҡырға
08.09.23  
 
ҠЫШЛАУҒА ҺАРЫМҺАҠ СӘСӘЙЕК


Йәйҙе йәйләп, алтын көҙгә лә аяҡ баҫтыҡ, шөкөр. Көндәр ҡыҫҡарҙы, һалҡынайтты, шулай ҙа баҡсала күңелле әле. Астралар, хризантемалар, гортензиялар, георгиндар сәскә ата, ағастар япраҡ ҡоя, уңғандар баҡсаһын ҡышҡа әҙерләй: көҙҙөң дә үҙенең йәме һәм хәстәрҙәре бар. Бөгөн баҡса миҙгелен ябыр алдынан башҡара торған эштәрҙең береһе - ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ сәсеп ҡалдырыу тураһында оҫта баҡсасы һм хужабикә Ләлә МОЗАФАРОВА менән әңгәмәләшәбеҙ. Ул Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәй.

Уҡырға
08.09.23  
 
АТЛЫ БАШҠОРТ - 7


Беҙҙең старшина ла ошондай юлды һынап ҡарарға булды. Ул, эскадронды таратып ебәргәс, ветврачты саҡырып алды ла:
- Һин теге Яуымбаевтың атын манежға сығар әле, ипкә килтерәйек, - тине.
Ләкин һарайға инеп киткән ветврач урамда ҡалған Заровняев эргәһенә йүгереп кире сыҡты.
- Юҡ, юҡ, иптәш старшина, яҡын барырлыҡ түгел, үрәпсеп, ажғырып тора.

Уҡырға
08.09.23  
 
МИЛЛӘТТЕҢ АЛТЫН ФОНДЫН ОЙОШТОРОУҒА ҺӘР КЕМ КӨС ҺАЛЫРҒА, ҮҘ ӨЛӨШӨН ИНДЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ!


"Иң тәүҙә һүҙ булған" тиелә изге китапта. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, ысынлап та, барлыҡ башланғыстарҙың нигеҙендә һүҙ ятҡанлығын аңлауы ауыр түгел. Һүҙгә һүҙ ялғанһа, төшөнсә, мәғлүмәт барлыҡҡа килә һәм шул мәғлүмәтте дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыусы кеше башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртә алыусы уҡытыусыға, яҙыусыға, сәйәсмәнгә әүерелә.
Ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) - йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВАның да барлыҡ башланғыстарының нигеҙендә һүҙгә, мәғлүмәт менән эш итеүгә туранан-тура мөнәсәбәт ята. Былар хаҡында уның менән ҡорған әңгәмәлә уҡырһығыҙ.

Уҡырға
08.09.23  
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Иң боронғо төркиҙәрҙең этномәҙәни берлегенең тәү формалашҡан территорияһын асыҡлау һәм хәҙерге төрки халыҡтары ата-бабаларының бынан ер шары буйлап таралып китеү выҡытын билдәләү өсөн башланғыс ориентирҙар ошолар: а) төрки телдәренең бер-береһе менән һүҙлек запасы һәм грамматик төҙөлөшө яғынан ныҡ оҡшаш булыуы, ә был берҙәмлек бары тик иң боронғо ата-бабаларҙың бер уртаҡ территорияла оҙайлы ваҡыт дауамында бергә йәшәүе шартарында барлыҡҡа килгән;

Уҡырға
08.09.23  
 
Биттәр : # « 15 16 17 18 19 20 21 22 23 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru